Әзербайжан театры
Әзербайжан театры | |
Дәүләт | Әзербайжан |
---|---|
Әзербайжан театры Викимилектә |
Әзербайжан театры (әзерб. Azərbaycan teatrı) — әзербайжан халҡының театр сәнғәте.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әзербайжан театр сәнғәтенең нигеҙендә боронғо халыҡ байрамдары һәм бейеүҙәре ята.
Әзербайжан халыҡ ижадының күп кенә төрҙәрендә — уйындарҙа («гизлянпач» — йәшенмәк, «кесалдыгач» — поло уйыны), уйын йырҙарында («кэпэнэк» — күбәләк «бэновшэ» — фиалкалар йыры), туй йолаларында («нишан» — никах туйы, «дуахгапма» — кәләштең битен асыу, «той» — туй), календарь байрамдарҙа («науруз» — яҙ килеүе, «кэв-сэдж» — ҡышҡа әҙерлек) театр элементтары күп[1].
Театр тамашаларының иң тәүге формаларына ир-егеттәрҙең коллектив «Ялла» бейеүе, скоморохтар, кяндирбаз (канатта йөрөүселәр), мухрадуз һәм мухребаздар, дәрүиштәр, йылан арбаусыларҙың сығыштары ҡарай. «Салғы-салғы», «Гаравелли», «Сәлим Шаһ», «Кечал бәһлеүән» («Ялтыр башлы баһадир»), « Джейран-ханым», «Марал уйыны», «Кафтаркос» («Гиена»), «хан-хан» («Әмир — судья»), «Тапдыг чабан», «Тенбель гардаш» («Ялҡау ҡусты») кеүек киң билдәле халыҡ театры өлгөләре Әзербайжан халыҡ театры үҫешендә мөһим роль уйнай. «Келәм араһы» ҡурсаҡ театры Әзербайжан театр мәҙәниәтенең иң боронғо төрөнә ҡарай..
Урта быуаттарҙа дини-мистик театр киң таралыу ала. Мөхәррәм айында үткәрелгән «Шабих» йолаһы тап шундай тамашаларға ҡарай.
Әзербайжан милли театрының барлыҡҡа килеүе. XIX быуат аҙағы—XX быуат башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әзербайжан милли театры XIX быуаттың икенсе яртыһында беренсе әзербайжан драматургы, күренекле аҡыл эйәһе һәм философ Мирза Фатали Ахундовтың комедиялары нигеҙендә барлыҡҡа килә. Әзербайжан телендә тәүге профессиональ театр спектакле 1873 йылдың 10 (23) мартында ҡуйыла. Реаль училище педагогы Гасанбек Меликов-Зардаби һәм училище уҡыусыһы Наджафкулибәк Вәзиров спектакль ҡуйыуҙың инициаторы була. Баҡы йәмәғәт йыйылышы сәхнәһендә реаль училище уҡыусылары М. Ф. Ахундовтың «Ленкоран ханлығы вәзире» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә уйнай. 1873 йылдың 17 апрелендә Баҡы йәмәғәт йыйылышының шул уҡ залында икенсе спектакль — М. Ф. Ахундовтың «Гаджи Ҡара» («Һаран кеше мажаралары»)[2] комедияһы сәхнәләштерелә. Тәүге тамашаларҙан һуң профессиональ театр ойоштороу туҡталып ҡала, бер ни тиклем ваҡыт Баҡыла спектаклдәр ҡуйылмай. Зардаби «Экинчи» гәзитен ойоштороу менән мәшғүл була , ә Наджафбәк Вәзиров Рәсәйгә уҡырға китә. Шуша ҡалаһында 1881 йылда реаль мәктәбен, ә 1894 йылда — ҡатын-ҡыҙҙар өсөн башланғыс мәктәп асыу, шулай уҡ музыка белгесе Харрат Гулуның музыка мәктәбендә эшләй башлауы һәм уға йәш йырсыларҙы йәлеп итеүе урындағы интеллигенцияла театрға ихтыяж тыуҙыра. Мәҫәлән, 1892 йылдан Шушала йәйге каникул көндәрендә йәш уҡытыусылар һәүәҫкәрҙәр спектаклдәрен ойоштороу менән шөғөлләнә башлай. Тәүге йылдарҙа репертуаҙа, нигеҙҙә, М. Ф. Фатали әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр ҡуйыла[3].
17 августа 1884 йылдың 17 авгусында «Яңы күҙәтеү» гәзите Шушаның һәүәҫкәр театралдарының хәйриә маҡсатында өсөнсө тапҡыр туған телдә спектакль ҡуйыуы тураһында яҙып сыға.
Театр һөйөүселәр һанының арта барыуы һөҙөмтәһендә йәш драматургтар барлыҡҡа килә. 1890-сы йылдарҙа Шуша ҡалаһының урыҫ
-татар мәктәбенең туған тел фәне уҡытыусыһы Г. Вәзиров йәш уҡытыусыларҙың үҙешмәкәр түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша. 1892 йылда М. Ф, Ахундов пьесалары менән бер рәттән һәүәҫкәр артистар Г. Вәзировтың «Өйләнеү — уйын эш түгел» пьесаһын сәхнәләштерә. Фанатик рәүештә дингә ышанғандарҙың ғауға ҡуптарыуы арҡаһында спектаклде тулыһында ҡуйыу мөмкин булмай, хатта һәүәҫкәр артистарға артҡы ишектән сығып ҡасырға тура килә. Әҙәбиәт менән театрҙы шайтан уйыны тип иҫәпләгән мосолман руханиҙары спектаклдәр ҡуйыуға төрлөсә ҡамасаулай. Шуға ҡарамаҫтан Шушаның алдынғы ҡарашлы интеллигенцияһы яңынан-яңы спектаклдәр әҙерләй башлай. 1894 йылдың йәйендә йәш уҡытыусылар көсө менән хәйриә маҡсатында бер-бер артлы өс спектакль ҡуйыла: «Ҡара Гаджи», «Мусье Жордан, ботаник һәм дәрүиш, Мастали-шаһ, танылған сихырсы», «Юлбаҫарҙы еңеүсе айыу»[4]. 1895 йылда ошо уҡ актёрҙар, ниһайәт, «Өйләнеү — уйын эш түгел» пьесаһын тулыһынса сәхнәләштереүгә өлгәшә. Спектаклдең уңышлы ҡуйылыуы хаҡында «Тарджумән» гәзите лә яҙып сыға.
1896 йылда Шуша ҡалаһында А. Ахвердовтың «Туҙҙырылған оя» трагедияһы сәхнәләштерелә. Автор үҙе үк спектаклдең режиссёры була. 1904 йылда театр яратыусылар У. Шекспирҙың"Отеллоһын" ҡуйыуға өлгәшә. Г. Вәзиров трагедияның тәржемәсеһе лә, шулай уҡ Отелло ролен башҡарыусы ла була. Мәскәүҙең «Көн яңылыҡтары» гәзите был спектакль тураһында түбәндәгеләрҙе яҙа:
Спектакль тамашасыға бик ныҡ тәьҫир итте, хатта сәхнәлә Дездемонаның үлемен сағылдырған күренеш мәлендә улар күҙ йәштәрен тыя алманы. Нисек кенә Спектакль тамамланыу менән тамашасылар «Отеллоның» тәржемәһен һатып алырға ашыҡты. Антракт ваҡытында тамашасылар пьесаны тәржемәләүсене сәләмләп, үҙҙәренең ихтирамын белдерҙе[5].
XIX быуат аҙағына әзербайжан телендәге спектакллдәр Нух, Гәнжә, Шәмәхә, Нахичевань һәм башҡа провинциаль ҡалаларҙа ҡуйыла. Ахундовтың драматургия мәктәбе идеяларын дауам иткән Наджаф-бәк һәм Гашим-бәк Вәзировтар, Нариман Нариман, Абдуррахим-бәк Ахвердиев, Джәлил Мамедкулизаде, Сөләймән Сана Ахундовтар театр тамашаларын ойошторусылар була.
1888 йылда Баҡы ҡалаһында Ғәбиб-бәк Мәхмүдбәков, С. М. Ганизаде һәм н. Наримановтарҙың әүҙем ҡатнашлығында, театр труппаһын ойоштора[6]. 1897 йылда «Мосолман драма труппаһы» тип аталған беренсе профессиональ коллектив ойошторола. Революцияға тиклем Әзербайжан театрының репертуары әзербайжан драматургтары (М. Ф. Фатали, Н. һәм Ғ. Вәзировтар, Н. Нариманов, А Ахвердиев, Дж. Мамедкулизаде һ. б.), шулай уҡ урыҫ (Н. В. Гоголь, И. С. Тургенев, Л. Н. Толстой) һәм көнбайыш Европа классиктарының (У. Шекспир, Ф. Шиллер, Ж. Б Мольер) әҫәрҙәре нигеҙендә төҙөлә. Ойошторолоуының тәүге йылдарынан уҡ әзербайжан театры мәғрифәтселек һәм демократия идеяларын таратыусы үҙәккә әйләнә. Н. Вәзировтың «Фахретдин ҡайғыһы», «Ямғырҙан ҡойон аҫтына», А. Ахвердиевтың «Туҙҙырылған оя», «Бәхетһеҙ егет», «Мөхәммәд-шаһ Каджар аға», "Тылсымсы пәрей ", Н. Наримановтың «Наҙанлыҡ» һәм «Надир-шаһ» пьесаларында феодаль йәмғиәттең ғөрөф-ғәҙәттәре, алпауыт-капиталистик ҡоролоштоң иҙеүе һәм залимлығы, дини фанатизм һәм һәр бер яңылыҡты юҡҡа сығарырға тырышыу фашлана.
1905—1907 йй. Урыҫ революцияһы шауҡымында яңы театр труппалары, театр «ширҡәттәре» барлыҡҡа килә. Нефть сығарылған райондарҙа драматик түңәрәктәр менән бер рәттән «Текамюл» эшселәр гәзите йәнәшендә эшсе тамашасыларҙы хнҙмәтләндереү өсөн «Гамийет» тип аталған махсус труппа булдырыла. Труппаның спектаклдәре сауҙа рәттәренең «Гранвио» салонында ҡуйыла.
1908 йылда «Ниджат» хәйриә йәмғиәте ҡарамағында Г. Араблинский, С. Рухулла, А. Вәли кеүек актёрҙарҙы берләштергән берҙәм драма труппаһы булдырыла. Труппаның үҙ бүлмәһе, гардероб, реквизиттары була. Бынан тыш труппа Тагиев театрында һәм зшселәр йәшәгән райондарҙа тамашалар ҡуя. Спектакль театр тарихының байтаҡ ваҡиға булды әзербайжан А. Ахвердиевтың «Мөхәммәд-шаһ Каджар аға» (1907), Ш. Сәмиҙең «Тимерсе Гява» (1908), Дж. Мамедкулизаденың «Юлбаҫарҙар» (1907); «Үлектәр» (1916), Шиллерҙың «Отелло» (1910) спектаклдәре әҙербайжан театры тарихында күренекле урын алып тора. Улар актёр һәм режиссёр Г. Араблинскийҙың сағыу талантын күрһәтә
Тап ошо ваҡытта «Гавейи ахенгар» (Ш. Сәми), «Ҡасаҡ» (Шиллер), «Әл-Мансур» (Г. Гейне), «Отелло» (У. Шекспир), «Ирекһеҙҙән табип» (Ж. Б Мольер), «Ревизор», «Өйләнеү» (Н. В. Гоголь), «Беренсе шарапсы» (Л. Н. Толстой) һ. б. пьесалар әзарбайжан театры репертуарына инә.
1919 йылда Әзербайжан дәүләт театры ойошторола.
Совет осоронда әзербайжан театрының үҫеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әзербайжанда совет власы урынлаштырылғандан һуң бөтә театрҙар ҙа национализациялана, ә уларҙың репертуарын властар ҡаты контролгә ала[7]. Хөкүмәт тарҡау труппаларҙы бергә берләштерә, актёрҙарҙы дәүләт хеҙмәтенә теркәй. Дәүләттең тотороҡло финанс ярҙамы һөҙөмтәһендә милли театр артабан үҫеүен дауам итә. 1920 йылда әзербайжан, урыҫ, әрмән драма һәм опера труппаларын үҙ эсенә алғкан Берләштерелгән дәүләт театры барлыҡҡа килә. 1922 йылда театрҙың әзербайжан драма труппаһы академия драма театры театры итеп үҙгәртелә. 1920 йылда урыҫ сатир-агиттеатры булдырыла, ул 1923 йылда Баҡы ҡалаһында эшсе театрына әйләндерелә. Театрҙа көнүҙәк ижтимағи-сәйәси һәм көнкүреш темаларына миниатюралар, күҙәтеүҙәр, пародиялар ҡуйыла. Бынан тыш репертуарға классик әҙәбиәт әҫәрҙәре инсценировкалары (Н. В. Гоголдең «Шинель», А. С. Пушкиндың"Коломналағы йорт", «Поп һәм уның хеҙмәтсеһе балда тураһында әкиәт», Ф. М. Достоевскийҙың «Бөйөк инквизитор», А. П. Чеховтың «Битлек», «Аптекарша» әҫәрҙәре буйынса) индерелә[8]. 1921 йылда әзербайжан сатирик-агиттеатр ойошторола, уның нигеҙендә 1925 йылда Баҡы әзербайжан эшсе-крәҫтиән театры ойошторола, ә 1927 йылда ул Баҡы төрки эшсе театры итеп үҙгәртелә. 1928—1930 йылдарҙа Әзербайжан М. Горький исемендәге йәш тамашасы театры, ә 1938 йылда Әзербайжан музыкаль комедия театры ойошторола.
1922 йылда Тифлис әзербайжан театры нигеҙендә ойоштороусы булып нда М. Ф. Ахундов исемендәге Тифлис әзербайжан драма театры ойошторла, ул 1947 йылға тиклем эшләй[9]. 1928 йылда Эривандә әзербайжан театры ойошторола — ул башҡа халыҡтың Әрмәнстан территорияһында асылған беренсе театры була[10].
Әзербайжан музыкаль театры
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ араһында театрҙың популяр булыуы һәм әзербайжан халыҡ музыка ҡоралдарының үҫеше театр сәнғәтендә яңы форма — музыка театрының барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. 1897—1898 йылдарҙа Шушала һәм 1901—1902 йылдарҙа Баҡыҡалаһында Физули поэмаһы буйынса «Ләйлә һәм Мәжнүн» һәм Навоиҙың «Фәрхәд һәм Ширин» поэмалары буйынса берәр актлы спектаклдәр ҡуйыла. 1908 йылдың 12 ғинуарында Баҡыла тәүге милли опера — У. Ғәджибәковтың «Ләйлә һәм Мәжнүне» ҡуйыла. Профессиональ дата әзербайжан театрында музыкаль менән башланғыс алған был тарихтың. Тәүҙә репертуарға Әзербайжан музыкаль театры репертуары тәүҙә У. Ғәджибәков әҫәрҙәренән генә тора. Оҙаҡламай музыкаль театр репертуары байып тиҙҙән Зөлфуғар Гаджибәков («Ашик Гариб» операһы һәм «Илле йәшлек егет», «Өйләнгән буйҙаҡ» музыкаль комедиялары), М. Мағомаевтың «Шаһ Исмәғил» операһы, М. М. Кязимовскийҙың «Джаби Молла» һәм «Вур-ә-вур» музыкаль комедиялары, М. Амировтың «Сәйфелмөлөк» операһы һәм башҡа сәхнә әҫәрҙәре менән байый.
Хәҙерге хәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]10 март көнө Милли театр көнө билдәләнә. Был күренекле дата беренсе тапҡыр Әзербайжан Президенты күрһәтмәһенә ярашлы 2013 йылдың 10 мартында билдәләнә. 2014 йылда Әзербайжанда 26 дәүләт театры эшләй.[11]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ БСЭ. Азерб. ССР. Театр и кино. стр. 479
- ↑ Азербайджанский театр за 100 лет. А. А. Алиева. Азербайджанское государственное издательство. 1974 г.
- ↑ Становление и развитие азербайджанского театра. Ингилаб Керимов 1991 г.
- ↑ Газета «Новое обозрение» 16 августа 1894 г.
- ↑ Газета «Новости дня» 8 сентября 1904 г.
- ↑ Алиева А. А. Азербайджанский театр за 100 лет. — Баку, 1974, с. 6
- ↑ Азербайджан. Культура
- ↑ Бакинский рабочий театр
- ↑ Тифлисский азербайджанский театр
- ↑ Б. Арутюнян. Армянский театр / Под ред. А. Анастасьева. — История советского драматического театра: 1926-1932: Наука, 1967. — Т. 3. — С. 343. — 616 с.
- ↑ Национальный день театра отметят в Баку
Өҙөмтә хатаһы: <references>
билдәләнгән "Азербайджанский театр" исемле <ref>
тамға алдағы текста ҡулланылмай.