Әйүпов Рәшит Хәмит улы
Әйүпов Рәшит Хәмит улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 1920 |
Тыуған урыны | Таш-Күстән, Сельское поселение Южное[d], Оло Глушица районы |
Вафат булған көнө | 24 ноябрь 1942 |
Хәрби звание | лейтенант |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Әйүпов Рәшит Хәмит улы (1920 йыл[1]) — 24 ноябрь 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, лейтенант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкы яугиры, огневой взвод командиры.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәшит Хәмит улы Әйүпов (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Хәлит улы) 1902 йылда Һамар өлкәһе Оло Глушица районы Таш-Күстән ауылында тыуған. 1928 йылда Һамар губернаһы Пугачев өйәҙе (хәҙер Оло Глушица һәм Чернигов райондары) башҡорттары ата-бабалары төйәгенә ҡайтып, Баймаҡ районында Үҙән ауылына нигеҙ һалалар[2]. Ошо тулҡын менән Әйүповтар ғаиләһе Баймаҡ районында төпләнә. Рәшит Хәмит улы Байҡара руднигында эшләй башлай. Урта белемле. 1929 йылдан — ВЛКСМ ағзаһы. Хәрби хеҙмәткә 1940 йылда алына. Кесе лейтенанттар мәктәбен тамамлай. 1942 йылдың 13 сентябрендә лейтенант званиеһы бирелә[1]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкында огневой взводы командиры булып хеҙмәт итә. 1942 йылдың 24 ноябрендә яу яланында батырҙарса һәләк була[1].
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әйүпов Рәшит Хәмит улының исеме Баймаҡ районының Хәтер китабына индерелгән[3]. Яугир тураһында өҫтәмә мәғлүмәттәрҙе тарих фәндәре кандидаты М. М. Маннапов тапҡан.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Учетно-послужная картотека
- ↑ Новинки научной литературы
- ↑ Память. Башкортостан. Книга 5. 23 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Память народа. Учетно-послужная картотека (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Список погибших во Второй мировой войне