Әйүпов Фәрүәз Фәррәх улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әйүпов Фәрүәз Фәррәх улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1925).svg Совет Рәсәйе
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 1910
Тыуған урыны Бүздәк районы
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Әйүпов Фәрүәз Фәррәх улы (1910 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, медицина хеҙмәтенең гвардия старшинаһы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945) кавалеры[1][2].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әйүпов Фәрүәз Фәррәх улы 1910 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районында тыуған. Ҡыҙыл Армияға 1941 йылдың декабрендә Бүздәк район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[2]. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 148-се гвардия артиллерия-миномент полкында санинструктор булып хеҙмәт итә[1][2].

1943 йылда «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән (батырлыҡ күрһәткән көнө: 14.11.1943), ә 1944 йылда «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР), 1945 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[1][2][3].

«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән Наградлау ҡағыҙында Әйүпов Фәрүәз Фәррәх улының батырлығы тураһында ошолай тасуирлана:

« Һуғыш ваҡытында ҡоралдары менән 20 яралы һалдатты командиры менән бергә һуғыш яланынан сығарҙы. 14.11.1943 йылдың 14 ноябре көнө Малодуша (белор. Маладуша) ауылы янындағы һуғышта сафтан сыҡҡан миномент тоҫҡаусыһын алмаштыра һәм минометтан атып дошмандың һуғыш припастары тейәлгән автомашинаһын шартлата[3]. »

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]