Эстәлеккә күсергә

Әлиева Сәкинә Ғәббәс ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әлиева Сәкинә Ғәббәс ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Әзербайжан
Тыуған ваҡыттағы исеме әзерб. Səkinə Abbas qızı Əliyeva
Тыуған көнө 15 апрель 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Нахчиван, Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, Кавказ аръяғы Социалистик Федератив Совет Республикаһы[d], СССР
Вафат булған көнө 6 октябрь 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Баҡы, Әзербайжан
Һөнәр төрө уҡытыусы, сәйәсмән
Эш урыны Нахичеван Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы
Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы
Уҡыу йорто Баҡы дәүләт университеты
Бакинская высшая партийная школа[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Коммунистическая партия Азербайджана[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Октябрь Революцияһы ордены

Әлиева Сәкинә Ғәббәс ҡыҙы (әзерб. Səkinə Abbas qızı Əliyeva, 15 апрель 1925 йыл — 2010 йыл) — Әзербайжан совет хужалыҡ, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре.

Әлиева Сәкинә Ғәббәс ҡыҙы 1925 йылдың 15 апрелендә Нахичеванда тыуа. КПСС ағзаһы.

1951 йылдан — хужалыҡ, йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәрлектә. 19511990 йылдарҙа — Әзербайжан КП(б)-ның Нахичеван өлкә комитеты инструкторы, Әзербайжан коммунистар партияһы Нахичеван өлкә комитетының бүлек мөдире, Әзербайжан КП-һының Нахичеван өлкә комитеты лекторҙар төркөмө етәксеһе, Нахичеван АССР-ының мәғариф министры, Әзербайжан коммунистар партияһының Нахичеван өлкә комитеты секретары. Әзербайжан ССР-ының 6-11-се саҡырылыш юғары советы депутаты. 1964 йылда Нахичеван АССР-ы Юғары Советы Ррезидиумы рәйесе итеп һайлана һәм тарихта беренсе тапҡыр әзербайжан ҡатын-ҡыҙы — парламент башлығы була. Был вазифала 1990 йылдың 19 ғинуарынан һуң да — Нахичеван Юғары Советы автономиялы республиканың СССР-ҙан айырылып сыҡыуы тураһында бер яҡлы ҡарар ҡабул иткәс тә ҡала. 1990 йылдың апрелендә вазифаһынан ситләтелә һәм артабан сәйәсәт менән шөғөлләнмәй.

2010 йылда вафат була[1].