Эстәлеккә күсергә

Бикҡолова Әлмира Талха ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Әлмира Талха ҡыҙы Бикҡолова битенән йүнәлтелде)
Бикҡолова Әлмира Талха ҡыҙы
Тыуған көнө

22 октябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})

Тыуған урыны

БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны[1] Ҡалта ауылы

Вафат көнө

22 сентябрь 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (83 йәш)

Вафат урыны

Санкт-Петербург

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми дәрәжәһе

химия фәндәре докторы (1991)

Ғилми исеме

профессор

Награда һәм премиялары
Салауат Юлаев ордены

Бикҡолова Әлмира Талха ҡыҙы (22 октябрь 1929 йыл — 22 сентябрь 2013 йыл) — ғалим-химик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. Химия фәндәре докторы (1991), профессор (1995). Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһы академигы һәм Президиумы ағзаһы, Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1996—2013 йылдарҙа «Күп милләтле Санкт‑Петербург» яҙыусылар союзы рәйесе, 1995—2013 йылдарҙа Санкт‑Петербургтағы Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы рәйесе. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2009).

Әлмира Талха ҡыҙы Бикҡолова 1929 йылдың 22 октябрендә БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ кантоны[1] Ҡалта ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.

Ғалим 2013 йылдың 22 сентябрендә Санкт-Петербург ҡалаһында вафат була.

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлмира Бикҡолованың фәнни хеҙмәттәре тиопиразолондарҙы синтезлау һәм етештереү технологияһын эшләүгә, уларҙың төрлө металдар менән төрлө лигандлы координацион берләшмәләренең структур төҙөлөштәрен һәм үҙенсәлектәрен тикшереүгә, уларҙы аналитик химияла, медицинала, ауыл хужалығында (вируслы һәм бәшмәкле ауырыуҙарға ҡаршы препараттар, тәьҫир итеү көсө оҙайтылған капсулалы микроашламалар) ҡулланыуҙы өйрәнеүгә арналған.

Әлмира Талха ҡыҙы Бикҡолова 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы.

«Мөғжизәле химия» тигән китабы менән башҡорт фәнни-популяр балалар әҙәбиәтен үҫтереүгә өлөш индерҙе. Шиғыр, поэмалары гражданлыҡ лирикаһы традицияларын дауам итә.

  1. Мөғжизәле химия. — Өфө, 1994.
  2. Биоэлементология. — СП, 1991 (авторҙаш).
  3. Таңғы тамсылар. — Өфө, 1998;
  4. Салауат Юлаев. — 2002;
  5. Робағият. — 2003.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]