Әлмөхәмәтов Әмин Ҡолмөхәмәт улы
Әлмөхәмәтов Әмин Ҡолмөхәмәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 17 сентябрь 1908 (116 йәш) |
Тыуған урыны | Кинйәбулат, Ишембай районы |
Һөнәр төрө | яугир |
Хәрби звание | өлкән лейтенант[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Әлмөхәмәтов Әмин Ҡолмөхәмәт улы (рус. Альмухаметов Амин Кульмухаметович; 17 сентябрь 1908 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы 2-се эскадроны политругы. 2-се ранглы техник-интендант. Өлкән лейтенант. «Батырлыҡ өсөн» (1942), «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» (1945) миҙалдарына лайыҡ була[1][2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әмин Ҡолмөхәмәт улы Әлмөхәмәтов 1908 йылдың 17 сентябрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ районы Байғужа ауыл Советы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Ишембай районы) Кинйәбулат ауылында тыуған.
1941 йылдың декабрендә БАССР-ҙың Мәләүез районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.
Әлмөхәмәтов Әмин Ҡолмөхәмәт улы 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкы 2-се эскадроны политругы булып хеҙмәт итә, 2-се ранглы техник-интендант[2].
1942 йылдың 31 июлендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән билдәләнгән ҡаһарманлығы тураһында «Халыҡ хәтере» сайтында урынлаштырылған документта:
Яңы үрләтелгән йәш сәйәси хеҙмәткәр (политработник) булыуына ҡарамаҫтан, иптәш Әлмөхәмәтов эскадрон яугирҙарын һәм командирҙарын ҡаһарманлыҡҡа әйҙәне, үҙен яҡшы ойоштороусы һәм тәрбиәсе булараҡ күрһәтте.
1942 йылдың 9 июленән 10 июленә ҡаршы төндә Әлмөхәмәтов ун бишләгән немец һалдатын юҡ итте һәм бер офицерҙы штык менән сәнсеп үлтерҙе[2]. |
тиелә
1943 йылдың 4 сентябрендә хеҙмәте тамамлана[2]..
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1942)
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)[1].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлмөхәмәтов Әмин Ҡолмөхәмәт улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ның Ишембай районы Кинйәбулат ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. Альмухаметов Амин Кульмухаметович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Память народа. Альмухаметов Амин Кульмухаметович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Дорога памяти. Альмухаметов Амин Кульмухаметович 2021 йыл 27 июнь архивланған.
- РГБ: Они вернулись с победой. Ишимбайский район, т. 6, 2003 ISBN 5-295-03308-2