Әминова Сәлимә Салауат ҡыҙы
Әминова Сәлимә Салауат ҡыҙы | |
Тыуған көнө | 19 сентябрь 1969 (55 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | балетмейстер |
Эш урыны | Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры |
Уҡыу йорто | Ҡазан дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт университеты[d] |
Әминова Сәлимә Салауат ҡыҙы (19 сентябрь 1969 йыл) — Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры балетмейстеры (1992 йылдан), режиссер. Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2007).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәлимә Салауат ҡыҙы Әминова 1969 йылдың 19 сентябрендә Өфөлә тыуа. Милләте — башҡорт. Атаһы — Әминев Салауат Баймаҡ районы Темәс ауылынан. Әсәһе — Ейәнсура районы Байдәүләт ауылынан, Сәлимә бәләкәйҙән Һүрәм йылғаһы буйында урынлашҡан ошо ауылда ялдарын үткәрә, сая, батыр ҡыҙ булып үҫә[1]. Бейергә яратҡан ҡыҙ Ф. Ғасҡаров исемендәге бейеү ансабле янындағы студияла шөғөлләнә. Һығылмалы кәүҙәле, сибәр ҡыҙҙы, артабан ансамблдә бейер өсөн, Ҡазан сәнғәт институтына уҡыуға оҙаталар. 1993 йылда Сәлимә әлеге институттың хореография факультетын тамамлай. Уға яҡташы, күренекле балетмейстер Нинель Дауыт ҡыҙы Юлтыеванан бейеү серҙәрен өйрәнеү бәхете тейә[1]. Студент йылдарында Сәлимә Ҡазан театрҙарында йыш була, был ҡалаға ылыға башлай. Шулай итеп, Сәлимә Салауат ҡыҙы, әле студент сағында да уҡ, Татар Академия театрында балетмейстер булып эшләй (1992 йылдан)һәм ошо көнгәсә әлеге театрға тоғро ҡала.
Ижади эштәре[2]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Татарстан театрҙары, мәҙәниәт үҙәктәренән тыш, Сәлимә Әминованы башҡа ҡалаларҙа ла көтөп алалар. Башҡортостандың Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры, Өфөләге «Нур» татар театры, М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында ла ул спектаклдәргә бейеүҙәр ҡуя. Анкара театрында «Һүнгән йондоҙҙар» спектаклен ҡуйыу өсөн Рәшит Зәһиҙуллин менән бергә саҡырыла.
Спектаклдәр өсөн ҡуйған бейеү күренештәре:
«Зәңгәр шәл» (К. Тинчурин); «Шәжәрә», «Гөргөри кейәүҙәре», «Хушығыҙ!» (Т. Миңнуллин); «Баскетболист», «Ҡазан егеттәре» (А. Ғиләжев); «Батыр кыҙҙар» (Т. Ғиззәт); «Жан Баевич» (Г. Исхаки); «Ханума» (А. Цагарели), «Мәңгелек буран» (Сыңғыҙ Айтматов буйынса Илгиз Зәйниев ҡуйған, 2018)[3] һәм башҡалар. Шулай уҡ айырым концерт номерҙарын да ҡуя.
Балетмейстер булараҡ
Банкрот (Ғәлиасҡар Камал)
Ауыл эте Аҡбай (Туфан Миңнуллин)
Мөхәббәт FM (Илгиз Зәйниев)
Зәңгәр шәл (Кәрим Тинчурин)
Ут күршеләр (Салауат Юзеев)
Диләфруз (Туфан Миңнуллин)
Йәш йөрәктәр (Фәтхи Бурнаш)
Ҡыйыу ҡыҙҙар (Тажи Ғиззәт)
Йән киҫәккәйем (Туфан Миңнуллин)
Гөргөри кейәүҙәре (Туфан Миңнуллин)
Гөлъямал (Наҡый Иҫәнбәт)
GO Баламишкин (Флорид Бүләков)
Пластика буйынса режиссер Dertmend — Закир Рамеев (Илгиз Зәйниев инсценировкаһы)
Хореограф булараҡ — Тартюф (Ж.-Б. Мольер)
«Бейеү пәрейе» (Илдус Ғабдрахмановтың Юбилей кисәһе)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2007 — Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
Ғаилә хәле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ире Илдус Ғабдрахманов[1], Камал театры актеры, Татарстандың халыҡ артисы (2014).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сәлимә Әминова. Камал театры сайты
- Салима Салаватовна Аминова (видео, 2:15)
- Табигать балалары
- Артистлар.ру
- «БИШЕНЧЕ КЛАССТА УК ТӨШЕМӘ КЕРГӘН ИДЕ…»
- БИЮ ПӘРИЕ / ОЧАРОВАННЫЙ ТАНЦЕМ / СӘЛИМӘ ӘМИНОВА — ЮБИЛЕЙ КИЧӘСЕ