Әминә Семие Онасья
| Әминә Семие Онасья | |
| төр. Emine Semiye Önasya | |
| Зат | ҡатын-ҡыҙ |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Псевдоним | Emine Vahide |
| Тыуған көнө | 28 март 1866 |
| Тыуған урыны | Ыстамбул, Ғосман империяһы |
| Вафат булған көнө | 1944[1] |
| Вафат булған урыны | Ыстамбул, Төркиә |
| Атаһы | Ахмед Джевдет-паша[d] |
| Бер туғандары | Фатма Алийе Топуз һәм Гюзиде Сабри Айгюн[d] |
| Хәләл ефете | Reşit Ronabar[d] |
| Һөнәр төрө | яҙыусы, уҡытыусы, борец за права женщин |
| Сәйәси идеология | Феминизм |
Әминә Семие Онасья (шулай уҡ Эмине Семие һәм Эмине Вахиде исемдәре аҫтында билдәле, 28 март 1866, Истанбул — 1944, Истанбул) —төрөк яҙыусыһы һәм тәүге феминистарҙың береһе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1866 йылдың 28 мартында Ғосман империяһының баш ҡалаһы Истанбулда тыуған[2]. Әхмәт Йәүҙәт пашаның менән Адвие Рабиға ханымдың ҡыҙы һәм яҙыусы Әлиә Фатима Топуздың һеңлеһе була[3][4]. Ул Ғосман империяһы ҡатын-ҡыҙҙары араһынан тәүгеләрҙән булып Европала белем алған[4]. Әминә Семие ете йыл дауамында Францияла һәм Швейцарияла психология һәм социологияны өйрәнә[2][4].
1882 йылдан Әминә Семие Истанбулда һәм башҡа ҡалаларҙа төрөк телен һәм әҙәбиәтен уҡыта[4]. Ҡыҙҙар өсөн мәктәптә инспектор һәм Шишли Эфтал госпиталендә кесе шәфҡәт туташы булып эшләй[2]. «Mütalaa» һәм «Hanımlara Mahsus Gazete» гәзиттәрендә баҫылып сыҡҡан мәғариф һәм сәйәсәт тураһында мәҡәләләр яҙған[2]. Шулай уҡ 1893 йылда «Hulasa-i Ilm-i Hesap» тигән математика буйынса әсбап нәшер иткән[5]. Әминә Семиеның иң билдәле әҫәрҙәренең береһе — «Sefalet» («Фәҡирлек»)[6] һәм «Gayya Kuyusu» («Тамуҡ соҡоро») хикәйәләре[2].
Апаһы Әлиәй Фатима Топуз менән бергә Әминә — Ғосман империяһында ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары өсөн хәрәкәттең иң әһәмиәтле эшмәкәрҙәренең береһе тип иҫәпләнә[7][8]. Ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеү маҡсаты булған бер нисә мәрхәмәтлелек ойошмаларын төҙөүҙә ҡатнаша[3]. Шулай уҡ Әминә ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын киңәйтеү өсөн көрәшә. Ул «Берҙәмлек һәм прогресс» партияһы, шулай уҡ Ғосман демократик партияһы ағзалары булған[2]. 1920 йылда Әминә Семие Төркиә журналистары ассоциацияһы идаралығы составына ингән[9].
Шәхси тормошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙаҡ ваҡыт Парижда йәшәй. Ике мәртәбә кейәүҙә була[4]. Уны беренсе иренең исеме Мостафа бей була, икенсеһе — Рәшит паша. Ике никах та айырылышыу менән тамамлана[4]. Әминәнең улы — Йәүҙәт Лагаш[4]. Әминә Семие 1944 йылда Истанбул ҡалаһында вафат була[4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Semiye Emine // https://womenwriters.rich.ru.nl/womenwriters/vre/persons/6e46e438-4ef2-467c-b2fe-f0b6b186062d (ингл.)
- 1 2 3 4 5 6 Emine Semiye. Ministry of Culture (Turkey). Дата обращения: 28 август 2012.
- 1 2 Emine Semiye (төр.). Kitap Yurdu (Book Land). Дата обращения: 28 август 2012.
- 1 2 3 4 5 6 7 8 Karaca, Şahika Modernleşme Döneminde Bir Kadın Yazarın Portresi: Emine Semiye Hanım (A portrait of a woman author in modernisation period: Emine Semiye) (билдәһеҙ) // Bilig. — 2011. — Т. 57. — С. 115—134.
- ↑ Livezeanu, Irina. Women and gender in Central and Eastern Europe, Russia, and Eurasia (инг.). — AWSS, 2007. — P. 226.
- ↑ Sefalet - Emine Semiye. Alternative Books. Дата обращения: 28 август 2012. Архивировано из оригинала 29 октябрь 2013 года. 2013 йыл 29 октябрь архивланған.
- ↑ Kurnaz, Şefika Fatma Aliye’nin Emine Semiye’ye Bir Mektubu (A letter of Fatma Aliye to Emine Semiye). ASOS Index. Дата обращения: 28 август 2012. 2017 йыл 27 октябрь архивланған.
- ↑ Elif Bilgin. An analysis of Turkish modernity through discourses of masculinities (PhD Thesis). Middle East Technical University (октябрь 2004). Дата обращения: 23 ноябрь 2013.
- ↑ Nur Bilge Criss. Istanbul under Allied Occupation, 1918-1923 (билдәһеҙ). — Boston: Brill, 1999. — С. 24.Ҡалып:Subscription required