Эстәлеккә күсергә

Әхмәтов Хәйрулла Нурғәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәтов Хәйрулла Нурғәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 5 сентябрь 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Бишауыл-Уңғар, Һәүәләй ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы), Ҡырмыҫҡалы районы
Вафат булған көнө 1986
Вафат булған урыны Шәрипҡол, Ҡарлыман ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы), Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Хәрби звание Майор
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Әхмәтов Хәйрулла Нурғәли улы (5 сентябрь 1904 йыл — 1986 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, майор, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1942), I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1943), «Почет билдәһе» ордены кавалеры. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы комиссары, аҙаҡ 70-се армияның 211-се дивизияһы 887-1 уҡсылар полкы комиссары. Икенсе һәм өсөнсө саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаты[1][2].

Әхмәтов Хәйрулла Нурғәли улы 1904 йылдың 5 сентябрендә Өфө губернаһының Өфө өйәҙе, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Бишауыл-Уңғар ауылында тыуған[1][2][3]. 1926—1929 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. 1936 йылда Өфө ҡалаһында Башҡорт юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбен тамамлағандан һуң Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ МТС-ы партия ойошмаһы секретары булып эшләй. 1938 йылдан Ҡырмыҫҡалы районы партия комитетының 2‑се секретары, 1939 йылдан Маҡар партия райкомының 1-се секретары[2].

1941 йылда Маҡар район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры майор Гәрәй Нафиҡов булған 294-се кавалерия полкы комиссары итеп тәғәйенләнә, аҙаҡ 70‑се армияның 887‑се уҡсылар дивизияһы комиссары итеп күсерелә[2].

Башҡорт кавалерия дивизияһы 1942 йылдың 4 июлендә Олешка ауылынан һулдараҡ Олым йылғаһы яр буйында үҙенең беренсе һуғышына инә. Полк кавалеристары беренсе һуғышта ике йөҙ немец һалдатын юҡ итә. Фронттың был участкаһында Башҡорт кавалерия дивизияһы һөжүмгә күскән дошманды туҡтата һәм 1943 йылдың февраленә тиклем биләгән позицияһын тотоп тора. Ошо һуғыштағы хәрби батырлыҡтары өсөн тиҫтәләгән һалдат һәм офицер орден һәм миҙалдарға лайыҡ була. Офицерҙарҙан беренселәрҙән булып майор Әхмәтов Хәйрулла Нурғәли улы Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[3][4].

Хәйрулла Әхмәтов Мәскәү һәм Сталинград янында ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша. Батырлығы өсөн I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә. Һуғыш хәрәкәттәре ваҡытында ике тапҡыр яралана. Һауыҡҡандан һуң 1944 йылда яралары арҡаһында хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табыла[2][4]. Фронттан әйләнеп ҡайтҡас, республиканың ВКП(б) өлкә комитетында хәрби бүлек мөдире, Маҡар, Йомағужа райондарының ВКП (б) беренсе секретары, Ҡырмыҫҡалы районының Чапаев исемендәге колхоз рәйесе булып эшләй. Башҡортостан партия өлкә комитеты ағзаһы, икенсе һәм өсөнсө саҡырылыш БАССР Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Хәйрулла Нурғәли улы Әхмәтов 1986 йылда Ҡырмыҫҡалы районының Шәрипҡол ауылында вафат була[3][4].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]