Әхмәтшин Йәғәфәр Әхмәт улы
Әхмәтшин Йәғәфәр Әхмәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 1 ғинуар 1924 |
Тыуған урыны | Әсекәй районы, СССР |
Вафат булған көнө | 17 ғинуар 1945 (21 йәш) |
Вафат булған урыны | Польша |
Ерләнгән урыны | Польша |
Хәрби звание | поручик[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Әхмәтшин Йәғәфәр Әхмәт улы (4 ноябрь 1924 йыл—17 ғинуар 1945 йыл) — Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы лейтенанты, Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, Советтар Союзы Геройы (1945).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәғәфәр Әхмәт улы Әхмәтшин 1924 йылдың 4 ноябрендә Ырымбур өлкәһе Әсекәй районы Ҡотлой ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килгән. Милләте буйынса башҡорт.
Ете класс тамамлағандан һуң педагогия училищеһында уҡый. 1942 йылда Әхмәтшин Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хеҙмәткә саҡырыла. Шул уҡ йылда Ленинград хәрби — пехота училищеһын тамамлай, унан һуң — Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. 1944 йылдың сентябренә лейтенант Әхмәтшин взвод командиры лейтенант 1348-се уҡсылар полкы взводы (1-се Белорус фронты 48 -се армия 399-сы уҡсылар дивизияһы) менән етәкселек итә. Острув-Мазовецка (Польша) ҡалаһы тирәһендәге алыштарҙа айырыуса батырлыҡ күрһәтә[1].
1944 йылдың 3-4 сентябрендә такылар десанты составында лейтенант Әхмәтшиндың взводы бер рота дошманды ҡыйрата, шулай уҡ өс танкыға ҡаршы орудиеһын ҡулға төшөрә. 1944 йылдың 4 сентябрендә Нарев йылғаһы аша сыҡҡанда, рота командиры сафтан сыҡҡас, уны алыштыра һәм тәүгеләрҙән булып йылға аша сыға, бынан һуң Әхмәтшин етәкселегендәге рота дошман траншеяларын баҫып ала[1].
1945 йылдың 17 ғинуарҙа яуҙа алған яраларҙан һәләк була. Варшава воеводлығы Макув-Мазовецка өйәҙе Карнево ҡасабаһында ерләнә[1].
1945 йылдың 24 мартындағы СССР Юғары Советы Президиумы указына ярашлы лейтенант Йәғәфәр Әхмәтшинға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[1].
Шулай уҡ Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Совет власы осоронда Ҡотлой ауылы мәктәбенең пионер дружинаһы Герой исемен йөрөтә[1]. Ҡотлой урта мәктәбендә иҫтәлек бүлмәһе булдырылған, унда Герой батырлығы тураһында һөйләгән документтар һаҡлана. Ауылда бронза бюст ҡуйылған.
2004 йылдың 4 ноябрендә Әхмәтшин Йәғәфәрҙең 80 йыллығына арналған тантаналы саралар үткәрелде, музей-йортта иҫтәлекле таҡтаташ асылды.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В. П. Россовский. Золотые Звёзды Оренбуржья. Биографический справочник / Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 512 с. — С. 44—45.
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Оренбуржцы в боях за Родину / Челябинск, 1978. — С. 36—40.
- Рассказы о героях / Челябинск, 1971. — С. 46—50.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәтшин Йәғәфәр Әхмәт улы . «Герои страны» сайты.
- 1 ғинуарҙа тыуғандар
- 1924 йылда тыуғандар
- Әсекәй районында тыуғандар
- 17 ғинуарҙа вафат булғандар
- 1945 йылда вафат булғандар
- Польшала вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 4 ноябрҙә тыуғандар