Эстәлеккә күсергә

Әхтәмов Ғәлимйән Әхтәм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Әхтәмов Ғәлимйән Әхтәм улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1905
Тыуған урыны Иглин районы
Һөнәр төрө сапёр
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) III дәрәжә Дан ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Әхтәмов Ғәлимйән Әхтәм улы (1905 йыл, (икенсе мәғлүмәттәр буйынса 1906) Башҡортостан Республикаһы Иглин районы — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, гвардия өлкән сержанты, III дәрәжә Дан ордены (1944) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945) кавалеры[1][2].

Әхтәмов Ғәлимйән Әхтәм улы 1905 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Иглин районында тыуған[1]. Ҡыҙыл Армия сафына 1941 йылда Иглин район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[2]. 7 гвардия кавалерия корпусының 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы 60-сы гвардия кавалерия полкында саперҙар взводы бүлеге командиры булып хеҙмәт итә[1].

Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән батырлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалына (Батырлыҡ күрһәткән көндәре: 19.09.1943-26.09.1943. Подразделениеның 1943 йылдың 27 сентябрендәге 230-сы номерлы приказы) лайыҡ була[1]. Наградлау ҡағыҙында уның батырлығы тураһында ошондай юлдар яҙылған:

« Саперҙар взводы саперы, гвардия ҡыҙылармеецы Әхтәмов Ғәлимйән Әхтәм улы 1943 йылдың 19 сентябрендә һуғышта ҡатнашып, дошмандың ғәрәсәтле пулемет-миномет уты аҫтында Сөн йылғаһы аша күперҙе минанан таҙартты. 1906 йылғы, башҡорт, ВКП(б ағзаһы)[1]. »

1944 йылдың 4 майында III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (Батырлыҡ күрһәткән көндәре: 21.04.1944, подразделениеның 1944 йылдың 4 майындағы 10/н номерлы приказы)[1].

1945 йылдың 4 майында Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була (батырлыҡ күрһәткән көндәре: 03.03.1945, подразделениеның 1945 йылдың 4 майындағы 24/н номерлы приказы)[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]