Эстәлеккә күсергә

Өҫкө Иҫәт гранит массивы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Өҫкө Иҫәт гранит массивы
Дәүләт  Рәсәй
Урын Урта Урал
Оҙонлоҡ 80 km
Киңлек 30 km
Бейеклеге/буйы 500 метр
Майҙан 1800 км²
Карта

Өҫкө Иҫәт гранит массивы( Верх-Исетский гранитный массив)− Екатеринбург( Рәсәй, Урал федераль округы, Свердловск өлкәһе) янында иң ҙур тауҙарҙың береһе булып тора. Екатеринбургтың төньяҡ-көнбайыш сигендә, Урал тауҙары алдының көнсығыш ситендә урынлашҡан.

Төньяҡтан көньяҡҡа табан 80 саҡрым һәм төньяҡтан көнсығышҡа табан 30 саҡрымға һуҙылған. Екатеринбург эргәһендәге киң майҙанды биләй. Массивтың майҙаны - 1800 км2 ашыу. Бейеклеге 450-500 метрға етә.

Массивтың тәрәнлеге 4-5 километр, урыны менән һәм 9 километрға тиклем барып етә. Яҡынса 240-280 миллион йыл элек барлыҡҡа килгән.

Гранодиориттар был массивта киң таралған һәм уның майҙанының яҡынса 30 процентын биләй. Улар башлыса көнбайыш һәм төньяҡ-көнбайыш массивтарҙа үҫешкән. Граниттан улар физик емерелеү, йомраланып ашалыу формаһы менән айырылып тора.

Иҫәт ҡасабаһы янындағы гранитоидтар составында: плагиоклаз 45-50%, кварц 20-25%, калишпат 5-10%, биотит 5-7%, роговая обманка 3-5%, мусковит 0,5-1,5%, акцессор минералдар: апатит, сфен, магнет, эпидот һәм цеолит 1-2%. Һыйҙырыусы тоҡомдар булып гнейс, мәрмәр һәм метаморфик сланецтар тора.

Гранит - континенталь ер ҡабығында иң киң таралған тау тоҡомо. Магма атылыу һәм бик тәрәндә әкренләп һыуыныу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тау тоҡомо. Өҫкө Иҫәт гранит массивынының үҙәк өлөшөн гранит тәшкил итә (Иҫәт ҡасабаһының ян-яғы).

Был үҙәк үҙен уратып алған ерлек тән ныҡ ҡына айырылып, көмбәҙ формаһында ҡалҡып тора. Массивтың бындағы тау һәм арҡа булып һуҙылған һырты гранит сыҡҡан урындар менән шығырым тулған.

Гранит асыҡ һоро төҫкә эйә. Ялан шпатынан, кварцтан һәм слюда тарҙың өлөштәренән тора. Башлыса ҙур массивтар рәүешендә ята. Йышыраҡ уларҙы ҡаплаған ултырмалар емерелеп, боронғо тоҡомдар булған өҫкә ҡалҡып сыға.

Гранит төҙөлөш өсөн әүҙем ҡулланыла. Өҫкө Иҫәт гранит массивы карьерҙар байтаҡ. Иҫәт станцияһы янында ғына улар өсәү. Ә бер нисә йыл элек Сагра ҡасабаһы эргәһендә бөтә тауҙар ҙы ла ҡырсынташ эшләү өсөн һатып бөтә яҙғандар.

Толстик тауы осонан алып матур күренеш асыла. Әммә бында яңыраҡ ҡырсынташ карьеры барлыҡҡа килгән. Тиҙҙән тау урынына ҙур соҡор ғына ҡаласаҡ. Әммә массив гранит менән генә сикләнмәгән. 1885 йылда асылған Евгений-Максимилианов руда соҡоу урындары билдәле. Шуларҙың иң билдәлеһе – Верхоловская соҡоро.

Оҙаҡ ваҡыт Өҫкө Иҫәт гранит массивы файҙалы ҡаҙылмаларға ярлы тип иҫәпләйҙәр. Әммә Иҫәт тауҙарының магнетит, циркон һәм алтын кеүек файҙалы ҡаҙылмаларҙың сәнәғәт запастарына эйә булыуы хаҡында мәғлүмәттәр бар. Миҫал өсөн, Иҫәт тауҙарында һуғыш йылдарында һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа алтын сығарылған прииск була. Был алтынды Англия менән АҠШ-ҡа һатҡандар.

Массив биләмәһендә, ҡаплап торған ултырма тоҡомдар йыуылыу һөҙөмтәһендә асылған, бейеклектәре бер нисәнән алып өс тиҫтә тирәһе бейеклектәге бик күп ҡая ҡалдыҡтары һәм ер өҫтөнә килеп сыҡҡан.

Өҫкө Иҫәт гранит массивының иң ҡыҙыҡлы һәм билдәле ҡаялары: Шайтан ҡаласығы (Чертово городище ) Петрогром, Семь братьев, Три брата, Ҡырман, Кобылья голова, Соколиный камень, Вороний камень.

Шайтан ҡаласығы эргәһендә емерелмәй ҡалған ғәжәйеп формалағы тиҫтәләгән ҙур булмаған гранит ҡая ҡалдыҡтары бар (Лунные камни, Китайская стена, Дикий камень, Мотаиха и скалы ).

Улар барыһы ла — Урал тауҙары өсөн ғәҙәти булған, емереҡ гранит таш ҡаялары. Элек улар бейек булған. Ә хәҙер уларҙы эргә-тирәләге ағастар ҡаплап торалар. Башлыса граниттан һәм гранодиориттарҙан торалар. Күренештәре менән йомро йәки яҫы һәндерә һымаҡ һарыҡташтар, таш өйөмдәре.

Массив эсендәге түбән, уйһыу урындарҙа бер нисә күл бар: Иҫәт, Таутуй (Таватуй), Шитовское, Әйет (Аятское), Иҫәт йылғаһы ағып ята.

Иҫәтле битләүҙәре ҡаяға үрмәләүгә, сәйәхәт итергә яратыусыларҙы ғына түгел, тау саңғыһы спортсыларын лә үҙенә тарта - Мотаиха тауында саңғыһы комплексы трассалары үтә.

О.Ю. Щетининдың " Өҫкө Иҫәт гранит массивы " исемле китабы ошо урындарға арналған.

Өҫкө Иҫәт гранит массивындағы культ урындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өҫкө Иҫәт гранит массивындағы дольмендар - боронғо культ йәки ерләү ҡоролмалары Уралда табылған шундай бер нисә урындың береһе булып тора.

Дольмендар тышҡы күренештәре менән өҫтәлде хәтерләткән, ҙур-ҙур яҫы таш тарҙан ҡороп эшләнгән ерләү ҡоролмалары. Урал дольмендарының йәше — 2,5 - 5 мең тирәһе йыл.

Дольмендарҙың күплеге был урындарға һәм оккультизм һәм мистика яратыусыларҙы йәлеп итә. Улар, боронғо кешеләр бында юҡҡа ғына йола, ғөрөф-ғәҙәттәрен башҡармаған тип иҫәпләй: был ҡаялар махсус энергетика урыны. Бына бер нисә йыл инде Иҫәт ҡасабаһы эргәһендә, уникаль астрономик ландшафт комплексы — "Исәт Мегалит Паркы " ойошторорға тырышыусы кешеләр бар.

Өҫкө Иҫәт гранит массивы битләүҙәре меңәрләгән йылдар дауамында алыҫ ата-бабаларыбыҙҙы йәлеп итә. Ҡаяларҙа ҡорбан килтереү михрабтары табылған. Уларҙың урынында археологтар күп ҡыҙыҡлы әйберҙәр табылған. Мәҫәлән, Шыршы моронда һәм Ташлы утрауҙа(Еловый мыс и Каменный остров).

Ҡайһы бер ҡаяларҙа һүрәттәр һаҡланып ҡалған (Северская писаница). Улар боронғо замандарҙан ҡалған һүрәттәр.

Ҡаяларға һындар, хайуандарҙың, ҡоштарҙың йәки кешенең һүрәттәре төшөрөлгән. Һүрәт төшөрөү өсөн ҡулланылған буяу тыҡлығы буйынса таштарҙан да бер ҙә ҡалышмай. Сөнки уны беҙҙең ата-бабаларыбыҙ йәнлектәрҙең ҡаны һәм туңмайы ҡушылған гематиттан яһағандар.

Ҡаяларҙың ҡайһы бер урындары металдар иретеү өсөн хеҙмәт иткән (мәҫәлән, Петрогром).

  • Колисниченко С.В. Самоцветы: Удивительные минералы Южного Урала. – Челябинск, 2010.
  • Олег И. ЩЕТИНИН "КАМЕННЫЕ ОСТАНЦЫ ВЕРХ-ИСЕТСКОГО ГРАНИТНОГО МАССИВА"([1] 2020 йыл 17 февраль архивланған.)
  • ЗАГАДКИ ВЕРХ-ИСЕТСКОГО ГРАНИТНОГО МАССИВА ([2])