Башҡорт теленең фонетикаһы
Викидатала элемент тултырылмаған |
Башҡорт теленең фонетикаһы — башҡорт тел ғилеме бүлеге; башҡорт теленең телмәр өндәре системаһын өйрәнә.
Башҡорт теленең фонетик тѳҙѳлѳшѳ, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр системаһы, өндәрҙең тѳрлѳ фонетик шарттарҙа үҙгәреү закондары башҡорт теле фонетикаһы фәненең тикшеренеүҙәр даирәһенә инә.
Тарихы һәм бөгөнгө торошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт теленең фонетикаһы тәүләп тел белгестәре Н. К. Дмитриев, Ж. Ғ. Кейекбаев хеҙмәттәрендә өйрәнелә башлай.
1927 йылда Н. К.Дмитриевтың «Башҡорт теленең фонетикаһы буйынса этюдтар», 1928 йылда «Башҡорт телен өйрәнеү мәсьәләһенә ҡарата» тигән мәҡәләләре, 1948 йылда «Башҡорт теле грамматикаһы» тигән монографияһы донъя күрә. Был хеҙмәттә башҡорт теле тәү башлап ғилми нигеҙҙә системаға һалына, башҡорт телендәге өндәргә физиологик, акустик һәм фонологик тасуирлама бирелә, төркиәттә беренселәрҙән булып башҡорт теленең ҙ, ҫ, һ, ғ фонемалары өйрәнелә, уларҙың тарихи үҫеше сағыштырма күҙлектән тикшерелә; айырым һуҙынҡыларҙың (вокализм) һәм тартынҡыларҙың (консонантизм) тарихи үҫеше мәсьәләләре яҡтыртыла, башҡорт телендә сингармонизм һүрәтләнә [1].
Башҡорт теленең фонетик системаһын өйрәнеүҙе Ж. Ғ. Кейекбаев дауам итә. Уның «Башҡорт телендә интонация һәм баҫым системаһы» (1949), «Башҡорт телендә һүҙ башындағы ҡ - ғ һәм к - г өндәре тураһында», «Башҡорт теленең тартынҡы өндәр системаһы һәм уларҙың тарихи үҫеше» (1957), «Башҡорт теленең фонетикаһы: һуҙынҡы өндәр системаһы һәм сингармонизм» (1957), «Башҡорт телендә сингармонизм» (1958) тигән хеҙмәттәре баҫылып сыға.
1958 йылда Ж. Кейекбаевтың «Башҡорт теленең фонетикаһы (тасуири һәм сағыштырма-тарихи тикшеренеү тәжрибәһе)» тигән монографияһы нәшер ителә. Унда һуҙынҡылар (вокализм) һәм тартынҡылар (консонантизм) тәбиғәте, телмәр ағышындағы фонетик үҙгәрештәрҙең төрҙәре (ассимиляция, диссимиляция, редукция, протеза, элизия һәм башҡалар) һүрәтләнә [2].
Ғалим телмәр өндәрен физик һәм физиологик йәһәттән өйрәнә, башҡорт теленең баҫым системаһын, тел ғилемендә тәүге тапҡыр телмәр аппаратының һәм уның ағзаларының функцияларын билдәләй. Ул дөйөм тел ғилемендә тәүгеләрҙән булып фонема төшөнсәһен өйрәнә, уны һүҙҙәрҙең тышҡы формаһын барлыҡҡа килтереүсе һәм мәғәнәләрен айырыусы иң кескәй берәмек итеп ҡарай һәм башҡорт теленең фонемалар составын бөтөн бер система булараҡ тикшерә.
Башҡорт теленең тарихи фонетикаһын Ф. Ғ. Хисамитдинова, тасуири фонетиканы — Н. Х. Ишбулатов, башҡорт теленең фонетикаһын башҡа төрки телдәр менән сағыштырыуҙы Т. М. Ғарипов өйрәнә.
Т. М. Ғарипов хеҙмәттәрендә башҡорт теленең сетерекле проблемалары ҡарала. Ғалим, Урал-Волга буйы ҡыпсаҡ телдәрен сағыштырып, башҡорт теленең өндәр үҫешенә асыҡлыҡ индерә һәм В. В. Радловтың башҡорт телен татар теленең диалекты тип раҫлаған хаталы ҡарашын юҡҡа сығара[3].
Фонетик система
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт теленең фонетик системаһына ҡәрҙәш һәм ҡәрҙәш булмаған телдәрҙең өндәр системалары менән сағыштырғанда уртаҡ һәм айырым билдәләр хас.
Башҡорт теле вокализмында 9 һуҙынҡы өн бар. [а] һәм [ы] өндәре башҡа төрки телдәр менән сағыштырғанда үҙгәрешһеҙ һаҡланған; ҡалған һуҙынҡылар үҙгәреш кисергән: дөйөм төрки киң һуҙынҡылары тарайған, мәҫәлән, дөйөм төрки телендәге “беш” башҡорт телендә — “биш”, “он” — “ун”, “көл” — “күл”; тар һуҙынҡылар киңәйгән, мәҫәлән, дөйөм төрки телендәге “тиш” — башҡорт телендә “теш”, “ун” — “он”, “күл” — “көл” булып киткән һәм башҡалар.
Башҡорт телендә [а] һәм [е] киң һуҙынҡылары, башҡа төрки телдәрҙәге кеүек үк, оҙон һәм асыҡ әйтелә; ҡалғандары ҡыҫҡа әйтелә һәм редукцияланған, мәҫәлән, “теш”, “кис”, “ҡыш”, “күк”, “ҡул”, “төн”, “ҡош”.
Рус теленән үҙләштерелгән [а], [о], [у], [ыи], [эи], [и] өндәре график билдәләре буйынса башҡорт өндәре менән тап килә (графика), әммә артикуляцияһы менән уларҙан айырыла һәм рус теленән һуңғыраҡ осорҙарҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә ҡулланыла: “бал”, “спорт”, “бур”, “тыл”, “бинт”, “дрель”.
Башҡорт телендәге консонантизмда 24 тартынҡы өнө бар. Башҡа төрки телдәрҙән айырмалы өндәр: [һ], [ҫ], [ҙ].
[һ], [ҫ] өндәре дөйөм төрки телендәге [с] тартынҡыһының тарихи үҫеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Башҡорт диалекттарында был өндәр төрлөсә әйтелә, әҙәби телдә [һ] тартынҡыһы — ижек башында, мәҫәлән, “һарымһаҡ” [һ]а‑рым‑[һ]аҡ; [ҫ] ижек аҙағында ҡулланыла, мәҫәлән, “ҡыҫҡыс” ҡы[ҫ]ҡыс.
[ҙ] өнөнөң ике яҡлы килеп сығышы бар:
1) һүҙҙең бөтә урынында дөйөм төрки [з] өнөнөң тарихи үҫеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, мәҫәлән, дөйөм төрки “ҡаз” ҡа[з] — башҡорт “ҡаҙ” ҡа[ҙ], “бузук” бу[з]ук — “боҙоҡ” бо[ҙ]оҡ;
2) һүҙҙең уртаһында даими булмаған [т]>[д]>[ҙ]>[й] үҫеше һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, мәҫәлән, дөйөм төрки телендәге “ҡудуҡ” — башҡортса “ҡоҙоҡ”, “сыдыр‑” — “һыҙыр-”. Дөйөм төрки телендәге [ч] башҡорт телендә һүҙҙең бөтә урынында ла [с] өнөнә күскән, мәҫәлән, дөйөм төркисә “чаҡ” — “саҡ”, “ҡачан” — “ҡасан”, “ачҡыч” — “асҡыс”.
Башҡорт телендә тартынҡы өндәрҙең ҡулланылышы, башҡа төрки телдәрҙәге кеүек үк, ҡаты тәртипкә бөйһонған:
башҡорт һүҙҙәрендә анлаутта [г], [ғ], [ҙ], [з], [л], [н], [ң], [п], [р], [ҫ] өндәре ҡулланылмай;
һүҙҙең башында һәм аҙағында ике һәм унан да күберәк тартынҡы килергә тейеш түгел (протеза, эпентеза).
[в], [ж], [ф], [х], [ц], [ч], [щ] өндәре үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә генә ҡулланыла.
Телмәр барышында морфемалар, һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр составында өндәр үҙгәреше күҙәтелә.
Башҡорт һәм дөйөм төрки фонетикаһы үҙенсәлектәренең береһе — сингармонизм, ул һүҙҙе фонетик ойоштороу сараһы булып тора.
Башҡорт телендә фонологик әһәмиәте булмаған тартынҡыларҙың ҡалынлығы һәм йомшаҡлығы һуҙынҡыларҙың урынына бәйле: улар артҡы рәт һуҙынҡылары менән — ҡалын, алғы рәт һуҙынҡылары менән йомшаҡ әйтелә.
Һүҙҙәрҙә ижектәрҙе айырыу ярҙамсы мәғәнәгә эйә. Ижек тартынҡыға тамамланһа — ябыҡ (“ик-мәк”), һуҙынҡыға тамамланһа, асыҡ ижек була(“ба‑ла”); тартынҡыға башланған ижек — ҡапланған (“төр-көм”), һуҙынҡыға башланғаны ҡапланмаған ижек була (“ал-ма”). Башҡорт телендә ҡапланмаған ижек һүҙ башында ғына килә, унан һуң килгәндәре ҡапланған була: “ал-ма-ғас-тар” [4].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кейекбаев Ж. Ғ. Ғилми хеҙмәттәр йыйынтығы һәм һайланма әҫәрҙәр. 1 том. Башҡорт әҙәби теленең дѳрѳҫ әйтелеше. Башҡорт теленең фонетикаһы. — Өфѳ: Китап, 2012.
- Грамматика современного башкирского литературного языка. М.: Наука, 1981.
- Башҡорт теле грамматикаһы : 3 томда. Т. I : Фонетика. Графика. Алфавит. Орфография. Орфоэпия. Морфемика. Морфонология, һүҙьяһалыш / [Яуаплы мөхәррире Г. Р. Абдуллина]. - Өфө : Китап, 2018.
- Хисамитдинова Ф. Г. История башкирского языка: Материалы по исторической фонетике: Монография / БашГПИ. Уфа, 1989.
- Ишбулатов Н. Х. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле: Фонетика. Морфология. Юғары уҡыу йорттарының филология факультеттары студенттары өсөн уҡыу ҡулланмаһы. — Өфө: БДУ нәшриәте, 1987.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Фонетика 2020 йыл 3 ғинуар архивланған.
- Башҡорт теленең фонетик системаһы 2020 йыл 3 ғинуар архивланған.
- http://xn--80ab4e.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/component/content/article/8-statya/1900-bash-ort-telene-fonetika-y-monografiya%7C 2020 йыл 3 ғинуар архивланған. Башҡорт теленең фонетикаһы]
- Грамматика современного башкирского литературного языка. М.: Наука, 1981
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [Башҡорт теле грамматикаһы : 3 томда. Т. I : Фонетика. Графика. Б28 Алфавит. Орфография. Орфоэпия. Морфемика. Морфонология, һүҙья һалыш/ [Яуаплы мөхәррире Г. Р. Абдуллина]. - Өфө : Китап, 2018. - 340 6. ISBN 978-5-295-06974-1 (т. 1)]
- ↑ [Кейекбаев Ж. Ғ. Ғилми хеҙмәттәр йыйынтығы һәм һайланма әҫәрҙәр. 1 том. Башҡорт әҙәби теленең дѳрѳҫ әйтелеше. Башҡорт теленең фонетикаһы. — Өфѳ: Китап, 2012. — 288 бит.]
- ↑ [Грамматика современного башкирского литературного языка. М.: Наука, 1981. С .14.]
- ↑ [1] 2020 йыл 3 ғинуар архивланған.