Эстәлеккә күсергә

Шәйхлисламов Зәйнулла Ғүмәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
05:02, 12 август 2021 өлгөһө; InternetArchiveBot (фекер алышыу | өлөш) (Rescuing 2 sources and tagging 0 as dead.) #IABot (v2.0.8)
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Шәйхлисламов Зәйнулла Ғүмәр улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 ғинуар 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (86 йәш)
Тыуған урыны Татар Үреше, Үреш-Битулла ауыл Советы (Ҡариҙел районы), Ҡариҙел районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө рәссам

Шәйхлисламов Зәйнулла Ғүмәр улы (2 ғинуар 1938 йыл) — рәссам. 1990 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1998).

Зәйнулла Ғүмәр улы Шәйхлисламов 1938 йылдың 2 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Байҡыбаш районы Татар Үреше ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡариҙел районы) тыуған. Ун дүрт йәшендә Өфөгә килә, унда эшләй, киске мәктәптә уҡый.

1966 йылда Өфө сәнғәт училищеһының художество-биҙәү бүлеген (һынлы сәнғәт бүлеге)(уҡытыусылары Г. А. Зырин, Р. У. Ишбулатов) тамамлай.

1970—1990 йылдарҙа Башҡортостан ижади-производство комбинатында рәссам булып эшләй. Әлеге ваҡытта рәссам Өфө ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.

Рәссамдың әҫәрҙәре М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), «Academia» сәнғәт галереяһында (Өфө, УГАЭС), «Урал» (Өфө), «Алтын Урҙа» (Ҡаҙан) галереяларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

...« Красота удивляет, восхищает и заставляет жить, а для меня жить — это творить и через своё творчество показать людям окружающий нас мир. Мир прекрасного, чистого, светлого, доброго, именно того чего в наше время не хватает. Конечно же, красота это еще и гармония. Именно она помогает обрести смысл жизни».

Шайхлисламов Зайнулла

«Өс ағас» (1979), «Ҡояш» (1994), «Көҙ» (1999). Иҫке Өфөнөң архитектура пейзаждары һағыныу романтикаһы менән һуғарылған: «Окраина» (1971), «Старая Уфа» (1978), «Старая церковь» (1993), «Соборная мечеть» (1997). Натюрморттар: «Хризантемалар», «Ромашкалар» (икеһе лә — 1988), «Астралар» (2000), фәлсәфәүи-мистик эштәре: «Века», «Гора духов» (1997), «В далёком прошлом» (1999) һәм башҡалар.

Шәйхлисламов Зәйнулла Ғүмәр улы 1964 йылдан алып республика, зона, төбәк, Бөтә Рәсәй һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша.

Шәхси күргәҙмәләре Өфө (1988, 2001, 2002, 2013[1]), Нефтекама, Бәләбәй, Ҡаҙан (2007) ҡалаларында үткән.

http://xn--p1acf.xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/prosmotr/2-statya/1531-shajkhlislamov-zajnulla-gumerovich 2014 йыл 14 ғинуар архивланған.

http://www.shrb.ru/painting/shaihislamov.htm

http://www.temaufa.ru/poster/2584/ 2020 йыл 12 август архивланған.