Эстәлеккә күсергә

Дүсмәт (Борай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(айырма) ← Алдағы өлгө | Ағымдағы өлгө (айырма) | Киләһе өлгө → (айырма)
Ауыл
Дүсмәт
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Борай районы

Координаталар

55°52′24″ с. ш. 55°28′00″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 218 813 003

ОКТМО коды

80 618 413 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Дүсмәт (Рәсәй)
Дүсмәт
Дүсмәт
Дүсмәт (Борай районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Дүсмәт


Дүсмәт (рус. Дюсметово) — Башҡортостандың Борай районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 96 кеше[1]. Почта индексы — 452960, ОКАТО коды — 80218813003.

Ауылға Борай Ерғужиндың бүләһе Дүсмәт исеме ҡушылған. 1741 йылда бер туған Дүсмәт һәм Ураз Ураз ауылында йәшәй. Йылан улусынан Ҡарасай Ураҡсин, Дусмәт менән Ураздың аҫаба ерҙәрен тартып алыу маҡсатында, уларҙы Ҡаҙан өйәҙенән килгән татарҙар тип судҡа бирә. Әммә суд тикшереүе барышында Дүсмәт менән Ураздың Борай Ерғужиндың бүләләре булыуы иҫбатлана, һәм улар аҫаба башҡорттар тип таныла. 1795 йылдағы рәүиз ауылдағы 9 ихатала 47 башҡорттоң йәшәүен теркәй. 1816 й. - 136 башҡорт, 1834 й. - 140, 1859 й. - 279, 1870 й. - 318, 1920 йылда 449 башҡорт иҫәпкә алына[2].

1837 йылдың 7 сентябрендә ауылда керҙәштәрҙең (припущенниктар) дә йәшәүе теркәлә. Ерҙәре алпауыт Ильинскийға тапшырылыу сәбәпле, ауыл икенсе урынға күсерелә, шуға ла ул Яңауыл тип тә атала башлай. Кальнин улусы ерҙәренә күсерелеүгә бәйле ауылдың ир-егеттәре 1839 йылда йәйге сик буйы һыҙатында хеҙмәт итеүҙән азат ителә. 90 кеше яңы урындан 15 дисәтина ер ала[2].

Зауряд-йөҙ башы Мөхәмәдиәр Ҡорбанғәлин (Ҡазбулат улы) 4 тапҡыр Урал йылғаһы буйындағы сик буйы хеҙмәтенә саҡырыла. 1917 йылғы рәүиздә ауылдағы 89 ихатала 488 башҡорт теркәлә[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 96 46 50 47,9 52,1

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Борай): 4 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Борай): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Яңауыл): 73 км
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
  • Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978–5–295–04683–4 (рус.)
  • Коллектив авторов. История башкирских родов. Елдяк. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2015. — Т. 13,. — С. 92-93. — 600 с. — 3 000 экз. — ISBN 978-5-85051-605-5.