Эстәлеккә күсергә

Acumen

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Acumen
Нигеҙләү йылы

2001

Нигеҙләүселәр

Жаклин Новограц

Урыны

Нью-Йорк, АҠШ

Төп фигуралар

Жаклин Новограц

Вәкиллек

Һиндостан, Кения, Пакистан һәм Гана

Эшмәкәрлек өлкәһе

инвестициялар, венчур эшмәкәрлеге, социаль эшҡыуарлыҡ

Веб-сайт

acumen.org

Acumen Fund, Inc. (Acumen[1]) — Америка Ҡушма Штаттарында теркәлгән халыҡ-ара коммерциялы булмаған венчур фонды[2], ул социаль эшҡыуарҙарҙың ҡараштарын донъялағы ярлылыҡты хәл итеүҙә файҙалана[3][4]. Жаклин Новограц (ингл. Jacqueline Novogratz) — был ойошманың ойоштороусоһо һәм башҡарма директоры[5][6].

Был фонд халыҡтың ярлы ҡатламалары өсөн арзан тауарҙар һәм уңайлыҡтар етештергән тотороҡло ойошмаларҙы барлыҡҡа килтерә һәм уларға үҫешергә ярҙам итә.

Ойошманың штаб-квартираһы Нью-Йоркта урынлашҡан, ә региональ офистары — Һиндостан, Кения, Пакистан һәм Гана илдәрендә[3].

2001 йылдың 1 апрелендә был ойошма Acumen Fund исеме аҫтында теркәлә[3].

Рокфеллер һәм Cisco Systems фондтары һәм өс шәхси эшҡыуар был ойошмаға башта ярҙам итә[7][3].

Ваҡыт үтеү менән Acumen Fund фондының инвесторҙары һәм кәңәшселәре булып күп организациялар һәм шәхси биттәр була, улар араһында Билл менән Мелинда Гейтстар фонды, Google Foundation, Nike Foundation һәм Сколл фонды[3][8]. Бөгөнгө көнгә ойошманың йөҙләп инвестицион партнёрҙары бар[7].

Инвестициялар стратегияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡа коммерциялы булмаған фондтарҙың күбеһенән айырмалы рәүештә был ойошма гранттар бирмәй. Улар йә заёмдар бирә, йә компанияның устав капиталына инвестициялар бирәләр. Ошолайтып фонд социаль эшҡыуарлыҡтың «таҙа» моделен башҡара — йәмәғәт өсөн булған мөһим проблемаларҙы хәл итә, шул уҡ ваҡытта табыш ала.

Acumen Fund инвестициялары 5 портфельгә бүленә: «һыу», «һаулыҡ», «торлаҡ», «энергия» һәм «ауыл хужалығы». Ғәҙәттә бер проект өсөн фонд инвестициялары 300 меңдән башлап 2 миллион долларға тиклем 5 йылдан башлап ете йылға тиклем бирелә[9].

Эшмәкәрлегенең тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2008 йылдың 30 июненә ҡарата Acumen фонды Һиндостан, Пакистан, Кения, Танзания, Мысыр һәм Көньяҡ Африка илдәренә суммаһы 34 миллион долларға тигеҙ булған инвестицияларҙы ҡабул итте. Шул ваҡытҡа ул 26 компанияға ярҙам итә, ә шул компанияларҙың бөтә донъя буйынса 36 миллион клиенттары бар.

2014 йылдың 10 июленә ҡарата Acumen фонды Гана, Һиндостан, Кения, Нигерия, Пакистан, Танзания, Уганда һәм Эфиопия илдәренә социаль эшҡыуарлыҡ проектарына 88 миллион долларҙы инвестиция кеүек бирә[9].

100 миллион кешегә ярҙам иткән һәм 60 мең эш урыны барлыҡҡа килтергән 82 проектҡа инвестициялар күсереү — ойошманың әлеге маҡсаты.

50 миллион кешене ҡараған компанияларға 100 миллион доллар күсереү — ойошманың әлеге маҡсат күрһәткестәре.

Фондтың маҡсаттары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Acumen маҡсаттары араһында фәҡирлеккә ҡаршы уңышлы көрәш алып барыуҙың моделен эшләп сығарырға һәм халыҡтың ярлы ҡатламын һыу, торлаҡ һәм медецина ярҙамы менән тәьмин итеү өсөн инновацион ҡараштарҙы ҡулланған социаль предприятияларҙы эҙләү.

Һәр йыл фонд йәш профессионалдарҙы һайлай ҙа уларҙы Кения, Танзания, Көньяҡ Африка Һиндостан һәм Пакистан илдәренә эшләргә ебәрә. Шул йәштәр фонд ярҙам иткән ойошмаларҙа эшләйҙәр.

  1. Jacqueline Novogratz. Acumen (A Manifesto) (ингл.) (22 апрель 2013). Дата обращения: 21 апрель 2015. 2015 йыл 17 март архивланған.
  2. 501(c)(3)
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Company Overview of Acumen Fund, Inc. (ингл.). Bloomberg. Дата обращения: 21 апрель 2015.
  4. A Most Meaningful Gift Idea, New York Times (December 23, 2009).
  5. Jacqueline Novogratz: Invest in Africa's own solutions | Video on 2011 йыл 6 июнь архивланған.. Ted.com. Retrieved on 2013-09-21.
  6. Вера Шенгелия. Пять рассказов о не самых популярных качествах. Интроверсия, медлительность, женственность, стыд, филантропия. Радио «Свобода» (26 декабрь 2012). Дата обращения: 27 апрель 2015. Архивировано 27 апрель 2015 года.
  7. 7,0 7,1 Джоанна Мэйр и Кейт Гэнли Социальное предпринимательство: инновации для устойчивого развития (рус.). — 2010. — С. 109-120. Печатается по: Johanna Mair and Kate Ganly Social Entrepreneurs: Innovating Toward Sustainability (инг.) // Worldwatch Institute State of the World 2010: Transforming Cultures. From Consumerism to Sustainabilit. — New Yor: W.W. Norton & Company, 2010. — С. 103-109.
  8. Partners in venture philanthropy | Acumen 2009 йыл 20 июль архивланған.. Acumenfund.org. Retrieved on 2013-09-21.
  9. 9,0 9,1 Acumen Investments Have Impacted Over 100 Million Lives 2009 йыл 14 июль архивланған.. Acumenfund.org. Retrieved on 2013-09-21.