Эстәлеккә күсергә

Серәкәйҙәр

Был мәҡәлә яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Culicidae битенән йүнәлтелде)
Серәкәйҙәр
Серекәй
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Быуынтыҡ аяҡлылар
Класс: Бөжәктәр
Суб-класс: Ҡанатлылар
Надотряд: Яңы ҡанатлылар
Отряд: Ике ҡанатлылар
Подотряд: Оҙонморондар
Ғаилә: Серәкәйҙәр
Латинса исеме
Culicidae
Ырыуҙар

һәм башҡалар. Тексты ҡара.

ITIS 125930
NCBI 7157

Серәкәйҙәр, (рус. настоящие комары, лат. Culicidae) — ике ҡанатлылар ғаиләһенән булған бөжәк, оҙонморондар (Nematocera) төркөмөнә ҡарай. Был ғаиләнең ауыҙ ағзалары бик үҫешкән. Өҫкө һәм аҫҡы ирендәре һуҙынҡы, улар нәҙек кенә энәләр өсөн футляр барлыҡҡа килтерә (яңағы 2 пар); ата серекәйҙең яңаҡтары үҫешмәгән, улар тешләшмәй. Аяҡһыҙ личинкалары һәм ҡурсаҡтары аҡмаған һыуҙа йәшәй. Донъяла барлығы 3000 төр серәкәй иҫәпләнә. Улар 38 ырыуға берләшә[1]. Рәсәйҙә 100 төрө билдәле.

Ҡаҙылма серәкәйҙәр аҡбур осоронан алып билдәле.

Серәкәй

Серәкәйҙәр бик бәләкәй һәм йоҡа кәүҙәле (оҙонлоҡтары 4—14 мм), аяҡтары оҙон, тар һәм үтә күренмәле ҡанатлы. Төҫө һары, һоро һәм көрән. Ҡорһаҡ өлөшө оҙонса, ун бүлкәттән (сегменттан) тора. Күкрәге ҡорһаҡ өлөшөнә ҡарағанда киңерәк. Аяҡтары пар тырнаҡтар менән тамамлана. Ҡанаттары тәңкә менән ҡапланған, ҡайһы саҡ уларға биҙәктәр төшә. Антенналар оҙон, 15 быуынтыҡтан тора. Ауыҙ аппараты беҙ һәм һурғыстан тора. Инә бөжәктең мороно оҙон, ул сәнскес энәнән тора. Ата бөжәктең мороно юҡ[2][3].

Ауыҙ аппараты төпкә аҫҡы ирендәргә йәшеренгән. Уның эсендә ваҡ ҡына бысҡы тештәренә оҡшаған бер нисә яңағы бар. Шул яңаҡтар ярҙамында тирегә тишек тишә һәм моронон аҫҡа төшөрә. Ул төпкә ҡан капиллярҙарынаса барып етә һәм ҡанды һура.

Серәкәйҙәр Антарктиданан башҡа барлыҡ ҡитғаларҙа ла киң таралған. Уның иң киң таралған ареалы төп ҡорбаны -кеше йәшәгән һәр урын.

Уртаса бүлкәттә, ғәҙәттә, май айынан алып октябргәсә бик әүҙемдәр. Әгәр ҡышын ҡар күп булып, яҙ иртә килһә, дымлы һәм йылы булһа, апрелдә уҡ күренә башлайҙар.

Башҡа ике ҡанатлы бөжәктәр кеүек үк серәкәйҙәрҙең үҫеше 4 фазанан тора: йомортҡа, личинка, ҡурсаҡ, имаго. Имагонан башҡа фазаларҙа улар һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. Һыуҙа йәшәүсе личинкалар һәм ҡурсаҡтар атмосфера һауаһын тын алыу көпшәләрен өҫкә ҡаратып һулай. Серәкәйҙең личинкалары  — фильтраторҙар  — һыуҙағы микроорганизмдар менән туҡлана. Үҫеп еткән бөжәк (имаго) инә серәкәйҙәр башлыса һөтимәрҙәр, ҡоштар, рептилиялар һәм амфибиялар ҡанын һурып туҡлана, ата серәкәйҙәр сәскәле үҫемлектәрҙең һуттары — нектар менән туҡлана.

Серекәй сәскә һуты менән туҡлана

Ҡан һурыусы үҫеп еткән инә серәкәй йәйен һәр ерҙә лә осрай: һаҙамыҡ һәм еүеш урындарҙа, мал — тыуар ҡаралтыларында, кеше йәшәгән торлаҡ стеналарында,күләгәле урындарҙа. Ҡышын уларҙы мал ҡаралтыларында, йылы подвалдарҙа осратырға мөмкин. Улар хәрәкәтһеҙ (әгәр температура 0 °C түбән булһа), аҙ хәрәкәтле формала булалар[2].

Ҡорбанын эҙләгәндә инә серәкәй кешенән бүленеп сыҡҡан углекислоталы газға ҡарап йүнәлешен билдәләй. Ул 12 метр радиусында һиҙелә. Шулай уҡ йылылыҡҡа, хәрәкәткә, тирҙә булған һөт кислотаһы еҫенә лә ҡарап билдәләй ала[4].

Шулай уҡ инә серәкәй йәшәү урынын яҡтылыҡ буйынса ла һайлай: ҡаланың насар яҡтыртылған биналарында, бүлмәләрҙә ҡараңғы тормош алып бара.

Инә серәкәйҙең уртаса йәшәү осоро температураға бәйле. Лаборатория шарттарында (подвалдарҙа күҙәтеүҙәр ойошторолманы) углевод туҡланыуында, 25 °C йылылыҡта инә серәкәйҙәр уртаса 43 көн, 20°С йылылыҡта — 57 көн, ә инде 10—15°С — 114—119 көн; туҡланыу булмаған осраҡта йәшәү осоро бик ныҡ ҡыҫҡара. Ата серәкәйҙәрҙең ғүмер оҙонлоғо бар осраҡтарҙа ла 25 °C 19 көнгә генә һуҙыла.

Серәкәйҙәрҙең ҡайһы бер төрҙәренең йәшәү осоро мәғлүм булған осраҡтарҙан оҙағыраҡҡа һуҙыла: улар ҡышлап сыҡҡас та 1—2 ай йәшәй.

Өҫтән — ата серәкәй, аҫта — инә серәкәй.

Аталанған осорҙа инә серәкәй ата серәкәйҙәрҙе ҡанаттарын елпеүе ярҙамында нәҙек кенә безелдәгән тауышы менән йәлеп итә. Серәкәйҙәр тауыш тирбәлеүен һиҙгер мыйыҡсалары менән һиҙә. Инә бөжәк ата бөжәккә ҡарағандә нәҙегерәк, йәш бөжәктәр ололарынан айырмалы безелдәй. Шуға ҡарап, ата серәкәйҙәр һаҡ ҡына тыңлап, олораҡ серәкәйҙәрҙе бик тиҙ таба. Аталаныу осоронда ата һәм инә серәкәйҙәрҙән күс барлыҡҡа килтерә.

Инә бөжәк 2—3 көн эсендә 30—150, хатта 280-гә ҡәҙәре күкәй һала. Йомортҡанан бер аҙна эсендә оло серәкәй үҫеп етә. Йомортҡа һалыу өсөн инә серәкәйгә ҡан эсеү бик мөһим. Шуға ла күкәй һалыуы ҡанды күпме эсеүгә бәйле.

Йомортҡаларҙы аҡмай ятҡан, йәки талғын аҡҡан һыу өҫтөнә һала. ( Anopheles и Culex) ырыуы, ( Aedes) ырыуына ҡараған төрҙәре яҙ һыу аҫтында ҡалған ерҙәрҙә барлыҡҡа килгән күләүектәр ситенә ергә һала[2].

Серәкәйҙең тешләүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тешләр алдынан серәкәйҙәр ҡанды ойоштороусы антикоагулянттар ебәрә. Серәкәйҙең ошо һеләгәйе тәнде ҡысыттыра, сабырттыра, шешендәрә, ҡыҙыл тапсыҡтар барлыҡҡа килтерә. Айырым осраҡта хатта аллергик реакция барлыҡҡа килә. Шул һеләгәй менән серәкәйҙәр аша инфекциялар тарала ла инде.

Кеше тормошондағы әһәмиәте

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Серәкәйҙәр малярия, һары лихорадка, зәңге һәм башҡа төр энцефалиттар таратыусы булып торалар. Ошо ауырыуҙар араһынан берәүһе генә (малярия) йыл һайын ике миллион кешенең үлеменә сәбәпсе була[5]. Унан башҡа серәкәй тешләүе аллергия һәм сабыртма килеп сыға.

Aedes aegypti — һары биҙгәғә таратыусы
Anopheles albimanusмалярия таратыусы

Ғаилә эсендә тағы ла өс бүлендек ғаиләләр бар :

Серәкәйҙәр менән көрәш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Серәкәйҙән һаҡланыуҙың барлыҡ саралары түбәндәгеләргә бүленә:

  • экологик — һыу ятҡылыҡтарын төҙөкләндереү, подвалдарҙы төҙөкләндереү; мәҙәни ландшафт шарттарын экологик юл менән төҙөү, батҡаҡ урындарҙы киптереү, һыу ятҡылыҡтары ярҙарын тәрәнәйтеү, дым тотоусы үҫемлектәрҙән таҙалау);
  • физик — тәпеләр, йәбешкәктәр, москитҡа ҡаршы селтәрҙәр, серәкәйҙән һаҡлаусы битлектәр, полагалар, тығыҙ кейемдәр ҡулланыу;
  • халыҡ саралары — серәкәйҙәр яратмаған үҫемлектәр еҫен һәм уларҙың экстракттарын ҡулланыу;
  • биологик — серәкәйҙәрҙең ҡурсаҡтарын, личинкаларын юҡ итеүсе биологик бактериялар ҡулланыу;
  • химик — дезинсекция. Шәхси һаҡланыу саралары: репелленттар, инсектицидтар, фумигаторҙар (спиралдәр, электр фумигаторҙары);
  • техник — ультратауыш ҡоролмаһы — моделенә ҡарап 20-нән 5000-гәсә метр аралыҡта серәкәйҙәрҙе юҡ итә2); ультрафиолет ҡулайламаһы — серәкәйҙәрҙе юҡ итеүсе москит лампаһы.

Серәкәйҙәрҙе күпләп юҡ итеү өсөн экологик яҡтан зарарһыҙ Bacillus thuringiensis бактерийҙары нигеҙендә эшләнгән биологик препараттар ҡулланыу яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Был препарат серәкәйҙең ҡарышлауыҡ сағында, ҙурайып тирә-яҡҡа таралмаҫ борон ҡулланыла. Серәкәйҙәр төрлө еҫтәргә үтә һиҙгер. Мәҫәлән, помидор ботағының, грек сәтләүегенең яңы япрағының, базилик, муйыл, мәрүәр, аҡтамыр, әнис, ҡәнәфер, бесәй үләне, эвкалипт, ала миләүшә, ҡанүлән, яран, бөтнөк сәскәләренең, эрбет майының еҫен яратмайҙар.

  • Комары, двукрылые насекомые // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Агринский Н. И. Насекомые и клещи, вредящие сельскохозяйственным животным. — М.: Сельхозиздат, 1962. — С. 74—91.
  • Плавильщиков Н. Н. Определитель насекомых: Краткий определитель наиболее распространённых насекомых европейской части России. — М.: Топикал, 1994.
  • Паразитология и инвазионные болезни животных / М. Ш. Акбаев, А. А. Водянов, Н. Е. Косминков и др.; под ред. М. Ш. Акбаева. — КолосС, 2002. — С. 710—712.
  1. Горностаева Р. М., Данилов А. В. Комары Москвы и Московской области. — М.: KMK Scientific Press, 1999
  2. 2,0 2,1 2,2 Агринский Н. И. Насекомые и клещи, вредящие сельскохозяйственным животным.
  3. Паразитология и инвазионные болезни животных / М. Ш. Акбаев, А. А. Водянов, Н. Е. Косминков и др.; под ред. М. Ш. Акбаева.
  4. Anna Petherick How DEET jams insects' smell sensors. Nature (13 март 2008). Дата обращения: 15 июнь 2010. Архивировано 25 август 2011 года.
  5. Top 10 deadliest animals on the planet, Telegraph.co.uk (14 Apr 2009). 14 апрель 2009 тикшерелгән. 2012 йыл 15 апрель архивланған.
  6. Animal Diversity Web — Culicinae 2004 йыл 25 октябрь архивланған.