Эстәлеккә күсергә

Айван

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Айван
Рәсем
 Айван Викимилектә
Мири Ғәрәп мәҙрәсәһенең (Бохара, Үзбәкстан) фарсы стилендәге ҡатлы-ҡатлы айвандары һәм плитка көмбәҙҙәре

Айван (шулай уҡ эйван, иван, ливан) — ислам архитектураһында өс яҡтан диуар менән уратып алынған һәм дүртенсе яҡтан асылған көмбәҙле бинаны аңлата. Айван тип түбәндәгеләр аталырға мөмкин:

  • Эске ихатаға асылған һәм һарайҙарҙа йәки ғибәҙәт ҡоролмаларында ҡабул итеү залы булып хеҙмәт иткән ҙур көмбәҙле зал;
  • Терраса йәки Урта Азия торлаҡтарында, мәсеттәр һәм башҡа биналарҙа колонналар йәки бағаналар менән терәтелгән яҫы япмалы асыҡ галерея[1].

Парфия һәм сәсәниҙәр архитектураһында айвандар һарайҙарҙа ҡабул итеү залдары булып хеҙмәт итә, миҫалға Парфиялағы Кухе-Хожа һарайын (Иран), йәки сәсәниҙәрҙең Ктесифон (Ираҡ) һарайын килтерергә мөмкин.

Урта быуаттарҙа Урта һәм Яҡын Көнсығыш архитектураһында айван һарайҙарҙа һәм ғибәҙәтханаларҙа киң ҡулланылған. Мәҫәлән, Исфаһан, Сервестан һарайы мәсеттәрендә, Бохара, Сәмәрҡәнд, Герат һәм башҡа мәсеттәрҙә-мәҙрәсәләрҙә шундай айвандар булған.

  1. Э. С. Юсупов. Айван // Словарь терминов архитектуры. — Санкт-Петербург: Фонд «Ленинградская галерея», 1994. — С. 15. — ISBN 5-85825-004-1.