Албанияның фаунаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Албанияның фаунаһы
Дәүләт  Албания
Урын Албания
Албанияның географик урыны

Албанияның фаунаһында умыртҡалы һәм умыртҡаһыҙҙарҙың 15 600-ҙән ашыу төрө иҫәпләнә[1]. Албания территорияһының ҙур өлөшөн тауҙар биләй. Ил биләмәһенең яҡынса дүрттән бер өлөшөндә урман үҫә, әммә XX быуат аҙағына уларҙың майҙаны торған һайын нығыраҡ кәмей. Хайуандар донъяһының составына үҙәк европа һәм урта диңгеҙ фаунаһы ҡатышмаһынан хас.

Һөтимәрҙәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илдең территорияһында һөтимәрҙәрҙең 79 төрө теркәлгән . Йыртҡыс хайуандарҙан бында бүре, төлкө, сүл бүреһе, һоро айыу һәм ябай һеләүһен бар. Тояҡлылар араһында европа илеге, аҫыл болан һәм тау кәзәһе таралған. Ярғанаттарҙың 20 төрөн осратырға була[2]. Яр буйы һыуҙарында дельфиндарҙың 4 төрө, шул иҫәптән косатка ла йәшәй.

Ҡоштар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Албания территорияһында ҡоштарҙың 350-нән ашыу төрө теркәлгән[3]. Бөҙрә пеликан, төр кеүек, ҡыҙыл үңәсле ҡарағаҙ (Албанияла ҡышлай ғына), аҡбаш өйрәк һәм оҙон осло суҡышлы кроншнептар һирәк осрай һәм һаҡлауға мохтаж. Һыу ҡоштарының 70-тән ашыу төрө ҡышҡы миграция мәлендә йәки ҡышлау маҡсатында Албанияла туҡтала[4] ә йылы яҡҡа йәки ҡышлау өсөн күсенгән ҡоштарҙың 250 төрө Албанияла туҡталыуы билдәле.

Һөйрәлеүселәр һәм амфибиялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илдә һөйрәлеүселәрҙең 46 төрө теркәлгән. 4 төрө ташбаҡа диңгеҙ, яр буйында үрсергә Адриатик диңгеҙ яр буйҙарында үрсеүсе диңгеҙ ташбаҡаларының 4 төрө булыуы билдәле: бисса (йәшел гөбөргәйелгә оҡшаған, әммә унан бәләкәйерәк, оҙонлоғо 60-90 см), йәшел гөбөргәйел, ҙур башлы гөбөргәйел һәм тиреһе күперсекле ташбаҡа (лут). Ер өҫтөндә һөйрәлеүселәр араһында 5 төрө билдәле гөбөргәйел, 17 төр йылан, 18 төр кеҫәртке.

Албанияла шулай уҡ ерҙә лә һыуҙа ла йәшәй алған 16 төр ер-һыу хайуандары бар.

Балыҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Албанияның сөсө һыулы һыу ятҡылыҡтарында балыҡтарҙың 70-тән ашыу төрө билдәле, шуларҙың 18 төрө инвазион (агрессив) төргә ҡарай[5]. Адриатик диңгеҙ һыуҙарында диңгеҙ балығының 250 төрө теркәлгән.

Умыртҡаһыҙҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөжәктәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Албанияла бөжәктәрҙең 4000 төрө булыуы билдәле. Шул иҫәптән 187[6] төр көндөҙгө күбәләктәр, 55 төр сиңерткә, 14 төр арыҫлан бөжәктәр, 50 төр мамыҡ ҡанатлылар, яҡынса 500 төр бызылдауыҡтар[7].

Үрмәксе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илдә үрмәкселәҙең 335 төрө теркәлгән[8].

Моллюскылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Албанияла ер өҫтөндәге һәм сөсө һыуҙағы моллюскыларҙың яҡынса 400 төрө билдәле, уларҙың күбеһе эндемик.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Албания географияһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 6th National Report to the Convention on biological diversity of the Republic of Albania (ингл.). Дата обращения: 30 июль 2020.
  2. Prigioni C (1996) Distribution of mammals in Albania. Hystrix (n.s.) 8: 67–83. (ингл.). Дата обращения: 30 июль 2020.
  3. Албания контрольный список птиц - Avibase – Всемирные Контрольные Списки Птиц. Дата обращения: 30 июль 2020.
  4. Animal Biodiversity of Albania (ингл.). Дата обращения: 30 июль 2020. 2020 йыл 16 июль архивланған.
  5. Shumka, S., Meulenbroek, P., Schiemer, F., & Šanda, R. (2018). Fishes of River Vjosa–an annotated checklist. Acta ZooBot Austria, 155, 163—176. (ингл.). Дата обращения: 30 июль 2020.
  6. Šašić, Martina; Popović, Miloš; Cuvelier, Sylvain; Đurić, Milan; Franeta, Filip; Gascoigne-Pees, Martin; Koren, Toni; Maes, Dirk; Micevski, Branko; Micevski, Nikola; Mølgaard, Morten S.; van Swaay, Chris; Wynhoff, Irma; Verovnik, Rudi Contribution to the knowledge of the butterfly fauna of Albania (инг.) // Nota Lepidopterologica : journal. — 2015. — Т. 38. — № 1. — С. 29—45. — ISSN 2367-5365. — DOI:10.3897/nl.38.8814 (инг.)
  7. Biogeography and ecology of Bulgaria. — Dordrecht: Springer, 2007. — 1 online resource (xxi, 687 pages) с. — ISBN 978-1-4020-5781-6, 1-4020-5781-4, 1-4020-4417-8, 978-1-4020-4417-5, 978-90-481-0726-1, 90-481-0726-1, 978-94-007-8856-5, 94-007-8856-8.
  8. Deltshev, C., Vrenosi, B., Blagoev, G., & Lazarov, S. (2011). Spiders of Albania–faunistic and zoogeographical review (Arachnida: Araneae). Acta Zoologica Bulgarica 63(2): 125—144 (2011) (ингл.). Дата обращения: 30 июль 2020.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]