Анна Паукер
Анна Паукер | |
рум. Ana Pauker | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Румынская Народная Республика[d] СССР |
Тыуған ваҡыттағы исеме | рум. Hannah Rabinsohn |
Тыуған көнө | 13 декабрь 1893[1] |
Тыуған урыны | Vaslui County[d], Румыния короллеге |
Вафат булған көнө | 3 июнь 1960[2] (66 йәш) |
Вафат булған урыны | Бухарест, Румынская Народная Республика[d] |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | остановка сердца[d] |
Хәләл ефете | Марчел Паукер[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, уҡытыусы, тәржемәсе, дипломат, портной |
Биләгән вазифаһы | министр иностранных дел Румынии[d] |
Уҡыу йорто | Международная ленинская школа[d] |
Әүҙемлек урыны | Париж, Мәскәү, Бухарест һәм Автономная Советская Социалистическая Республика Немцев Поволжья[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Румынская рабочая партия[d], Советтар Союзы Коммунистар партияһы һәм Французская коммунистическая партия[d] |
Хәрби звание | полковник[d] |
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Анна Паукер Викимилектә |
Анна Паукер (рум. Ana Pauker, тыумыштан Ханна Рабинсон (рум. Hanna Rabinsohn) 13 декабрь 1893 йыл, Кодаешти, Васлуй өйәҙе, Румыния короллеге — 14 июнь 1960 йыл, Бухарест, Румыния Социалистик Республикаһы) — румын сәйәси эшмәкәре, Румыния сит ил эштәре министры һәм 1940 йылдар аҙағы — 1950 йылдар башында РКП лидеры. Марчел Паукерҙың ҡатыны.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге йылдары һәм сәйәси эшмәкәрлегенең башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Анна Паукер ярлы дини йәһүд ғаиләһендә тыуған, ғаиләлә алты баланың икеһе сабый сағында вафат була. Уның кесе ҡустыһы сионист була.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 12 йәшенән башлай. 17 йәштән Бухареста йәһүд башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1915 йылда Социал-демократик партияға инә (1918 йылдан — Румынияның Социалистик партияһы), унан бүленеү арҡаһында 1921 йылда Румыния коммунистары партияһы барлыҡҡа килә (башта Социалистик-коммунистар партияһы тип атала). Коминтернға алып килгән Социалистик партияның большевиктар күпселегенә инә. Румыния коммунистар партияһының 2-се съезында (1922 йылдың октябре) партияның үҙәк комитеты составына һайлана.
Ул һәм уның ире, Марчел Паукер, уның лидерҙарының береһе булып китә. 1923—1924 йылдарҙа икеһе лә сәйәси эшмәкәрлектәре өсөн ҡулға алына һәм 1926—1927 йылдарҙа Берлин, Париж һәм Венала мәжбүри эмиграцияла була.
1928 йылда Мәскәүҙә коминтерндың халыҡ -ара Ленин мәктәбенә уҡырға инә, Д. З. Мануильский менән хеҙмәттәшлек итә. Тиҙҙән Францияла Коминтерн, шунан Балҡан илдәрендә инструктор булып китә. 1935 йылда Румыния коммунистар партияһының Үҙәк Комитеты Секретариатына инә. Румынияға ҡайтҡас 1935 йылда ҡулға алына, башҡа коммунистар менән бергә ун йылға хөкөм ителә. 1938 йылда СССР-ҙа уның ире атып үлтерелә.
1941 йылдың май айында СССР-ға унан тотҡолоҡта булған Молдавия сәйәсмәне Ион Кодрянуны ҡайтарыр өсөн алмашҡа һөргөнгә ебәрелә. Имеш-мимештәр буйынса, «троцкист» кеүек үҙен үҙе тәнҡитләү менән шөғөлләнергә тура килгән; әммә Коминтерн архивы документтары раҫлауынса, ул быны эшләмәй[3]. Мәскәүҙә ул румын коммунистарының — эмигранттарының лидеры була: 1941 йылда — ИККИ ҡарамағындаҡғы РКП вәкиле, 1943—1944 йылдарҙа — РКП сит ил бюроһын һәм «România Liberă» (Ирекле Румыния) радиоһын етәкләй. Был сифатта Паукерҙың секретары булып Кира Муратованың әсәһе табип Наталья Скурту тора. 1944 йылда Тудор Владимиреску исемендәге 1-се румын ирекле пехота дивизияһының комиссары итеп тәғәйеләнә.
Румыния етәкселегендә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Антонеску режимы ҡолатылғандан һуң 1944 йылда тыуған иленә ҡайта. 1945—1948 йылдарҙа — Политбюро ағзаһы һәм РКП Үҙәк Комитеты секретары. РКП һәм Социал-демократик партия Румыния эшселәр партияһына берләшкәндән һуң (1948) 1948 йылдың февраленән 1952 йылдың майына тиклем Үҙәк Комитет Политбюро ағзаһы һәм Румыния эшселәр партияһының Үҙәк комитеты секретары. 1947 йылдың декабрендә — 1952 йылдың июлендә — Румыния Сит ил эштәре министры.
1948 йылда Time журналы уның портретын тышлығына урынлаштыра һәм уның «иң абруйлы ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе» тип тасуирлай. Әммә бер аҙҙан уның эшмәкәрлеге партия эсендә тәнҡиткә дусар ителә. Беренсенән, Паукерҙы «социал-демократик тибындағы сәйәсәттә»: коммунистар партияһының 500 000 ашыу яңы ағзаларын, шул иҫәптән Тимер гвардияның элекке ағзаларын тикшереүһеҙ күпләп вербовкалауҙа ғәйепләйҙәр. Икенсенән, 1949 йылда ул Дунай-Ҡара диңгеҙ каналы төҙөүҙе — шәхси Сталин тәҡдимен хупламай. Өсөнсөнән, Сталиндың Тито менән конфликты барышында румыния компартияһы эсендә репрессияларға ҡаршы була: сөнки «титосылар» тип иғлан ителгән Испанияла Граждандар һуғышында республика интербригадаларының румын ветерандарын һәм француз Ҡаршылығы отрядарын эҙәрлекләүҙәргә ҡаршы була. Бынан тыш уны коммунистик юстиция министры Лукрециу Пэтрэшкануға ҡаршы «саботаж» процесынды ғәйепләйҙәр.
Паукер шулай уҡ яҡынса 100 000 йәһүдтең Израилгә (1950—1952) эмиграцияланыуына булышлыҡ итә һәм 1950 йылдың йәйендә Мәскәү бойороғо менән үткәрелгән мәжбүри коллективлаштырыуға ҡәтғи ҡаршы сығыш яһай. 1947 йылда ауыл хужалығы продукцияһын һатып алыу хаҡын күтәреүгә өлгәшә. Тарихсы Норман Наймарк һуңыраҡ уның сәйәсәтен Владислав Гомулканың тәүге курсы менән сағыштыра : «тарихи» партиялар менән коалиция, «буржуаз» сәйәсмәндәр менән компромисс, социал-демократтар һәм либералдәрҙе эҙәрлекләүҙе туҡтатыу[4].
Эшененә бушатылыуы һәм һуңғы йылдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1952 йылда Георге Георгиу-Дежем тарафынан «сионистар» һәм «космополиттарға» ҡаршы йүнәлтелгән кампанияһы һөҙөмтәһендә властан ситләтелә. «Фракцион эшмәкәрлеге өсөн» рәсми рәүештә Үҙәк комитет составынан сығарыла, ә июлдә хөкүмәттең бөтә вазифаларынан бушатыла.
1953 йылдың 18 февралендә ҡулға алына һәм һорауҙар алыуҙарға дусар була. Хәл Чехословакиялағы «Сланский эше» кеүек антисемит подтекст менән яңы сәйәси процесс менән янай, ләкин 1953 йылдың мартында Сталин үлгәндән һуң Паукер В. М. Молотовтың ҡурсалауы арҡаһында төрмәнән сығарыла (уның да ҡатыны, Паукерҙың элекке танышы, П. С. Жемчужникова төрмәнән сығарыла) һәм өйҙәге тотҡонлоҡҡа урынлаштырыла. Уны кире власҡа рөхсәт итмәү өсөн, РКП етәкселеге Н. С. Хрущев менән һөйләшеп, уның «1940 йылдар аҙағы 1950 йылдар башында эксцесстарҙа ғәйепле» тип «ныҡлы сталинсы» репутацияһын булдыра.
Һуңғы йылдарҙа урындағы сәйәси нәшриәт өсөн немец һәм француз теленән тәржемәсе (Politică Editura) булып эшләй, әммә ҡултамғаға хоҡуҡһыҙ. 1959 йылдың октябрь айында Сталиндан һуң совет властарынан рәсми хәбәр ала, яҙмышы хаҡында аныҡ билдәле булмаған уның ире яҡынса 1938 йылдың 16 авгусында СССР-ҙа язалап үлтерелә.
Анна Паукер 1960 йылдың 3 июнендә Бухареста һөт биҙе яман шешенән вафат була.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Марчел Паукер менән никахта өс балаһы тыуған:
- Таньо (1921—1922);
- Влад (1926—2016);
- Татьяна (1928—2011).
Шулай уҡ чех коммунисы Евгений Фридтан (Fried Eugen) дүртенсе балаһы Маша (1932) тыуа. 1940-сы йылдар аҙағында бишенсе бала Александрҙы уллыҡҡа ала.
Влад Һәм Маша XXI быуат башында Францияла йәшәгән.
Мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аллегорик рәүештә Михаил Калатозовтың «Заговор обречённых» (1950) совет фильмында Ганна Лихте исеме аҫтында һүрәтләнгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://jwa.org/encyclopedia/article/pauker-anna
- ↑ Library of Congress Authorities (ингл.) — Library of Congress.
- ↑ Robert Levy, Ana Pauker: The Rise and Fall of a Jewish Communist, Berkeley: University of California Press, 2001, ISBN 0-520-22395-0, pp. 64-66.
- ↑ Norman Naimark, Slavic Review, Vol. 61, No. 2 (Summer 2002), p. 389.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Book review of Ana Pauker: The Rise and Fall of a Jewish Communist 2015 йыл 24 сентябрь архивланған.
- Ana Pauker: Dilemmas of a Reluctant Stalinist Robert Levy on Ana Pauker.
- Communist Romania article from the City of Braşov website on Romania’s Communist period, including the conflicts between Pauker and Gheorghiu-Dej.