Арафур диңгеҙе
Уҡыу көйләүҙәре
Арафур диңгеҙе | |
---|---|
Урынлашыуы | Австралия, Индонезия, Папуа — Яңы Гвинея |
Майҙаны | 1017 мең км² |
Иң ҙур тәрәнлек | 3680 м |
Уртаса тәрәнлек | 186 м |
Арафур диңгеҙе Викимилектә |
Арафур диңгеҙе (ингл. Arafura Sea, индон. Laut Arafura) — Австралия ҡитғаһы, Яңы Гвинея, Танимбар һәм Кай утрауҙары араһында урынлашҡан Һинд океаны диңгеҙе.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арафур диңгеҙе көнсығышта Торрес боғаҙы аша Мәрйен диңгеҙе, көнбайышта — Тимор диңгеҙе, төньяҡ көнбайышта — Банда һәм Серам диңгеҙҙәре менән тоташа. Оҙонлоғо — 1 290 км, киңлеге — 560 км.
Арафур диңгеҙенең майҙаны Карпентария ҡултығы менән бергә 1017 мең км² тәшкил итә. Уртаса тәрәнлеге — 186 м, максималь тәрәнлеге — 3680 м.
Арафур диңгеҙе өҫтөндәге уртаса һыу температураһы 25—28° С, тоҙлолоғо 34-35 ‰. Йәйен өҫтөнлөк итеүсе елдәр — төньяҡ-көнбайыш муссон, ҡышын — көньяҡ-көнсығыш муссон. Яңы Гвинея яр буйҙарындағы һау артымы ҙурлығы — 4,5 м[1].
Диңгеҙҙә балыҡ һәм устрица тотоу үҫешкән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Арафурское море 2014 йыл 6 июль архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арафур диңгеҙе Викимилектә |
- Арафурское море // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)