БМО-ның рәсми телдәре
БМО-ның рәсми телдәре |
БМО системаһындағы органдар эштен ойоштороу өсөн рәсми һәм эш телдәре билдәләнгән. Һәр органдың процедура ҡағиҙәләрендә был телдәр исемлеге бирелгән. Барлыҡ төп документтар, резолюциялар БМО-ның рәсми телдәрендә баҫылып сыға. Эш телдәрендә ултырыштарҙың стенографик отчеттары баҫыла, ниндәй генә рәсми телдә сығыш яһаһалар ҙа, улар эш телдәренә тәржемә ителә.
БМО-ның рәсми телдәре:
Әгәр делегация рәсми булмаған телдә сығыш яһарға теләһә, ул рәсми телдәрҙең береһенә телдән йәки яҙма тәржемәһен тәьмин итергә тейеш.
ЮНЕСКО-ның рәсми телдәре булып та шул уҡ 6 тел тора.
БМО-ның халыҡ-ара судының рәсми телдәре итеп инглиз һәм француз телдәре билдәләнгән[1].
Эш телдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]БМО Секретариатының эш телдәре булып инглиз һәм француз телдәре тора[2].
БМО-ның Хәүефһеҙлек Советы эш телдәре итеп инглиз, ғәрәп, испан, ҡытай, урыҫ һәм француз телдәрен ҡуллана[2].