Банска-Бистрица
Банска-Бистрица | |
словак. Banská Bystrica | |
Байраҡ | Герб |
Рәсми атамаһы | Banská Bystrica, Báňská Bystřice, Banská Bystřice, Báňská Bystřica[1] һәм Banská Bystrica |
---|---|
Дәүләт | Словакия[2] |
Административ үҙәге | Банска-Бистрица крайы, Банска-Бистрица[d], Среднесловацкий край[d][3], комитат Зойом[d] һәм Besztercebánya urban electoral district[d] |
Административ-территориаль берәмек | Банска-Бистрица[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+1:00[d] һәм UTC+2:00[d] |
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Грон[d] |
Хөкүмәт башлығы | Ján Nosko[d] |
Халыҡ һаны | 76 018 кеше (1 ғинуар 2021)[4] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 362 метр |
Туғандаш ҡала | Сумы[5][6][7][…] |
Майҙан | 103,37 км² |
Почта индексы | 974 01, 974 04, 974 05, 974 09 һәм 974 11 |
Электрон почта | info@banskabystrica.sk |
Рәсми сайт | banskabystrica.sk |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1255 |
Урындағы телефон коды | 048 |
Номер тамғаһы коды | BB |
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы | Q64390951? |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Banská Bystrica[d] |
Банска-Бистрица Викимилектә |
Банска-Бистрица (словак. Banská Bystrica, мадьярса Besztercebánya, нем. Neusohl) — үҙәк Словакияның ҡалаһы, Банскобистрицкий крайының үҙәге, Зволенский соҡоронда урынлашҡан. Халыҡ — 83 меңгә яҡын кеше.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Банска-Бистрица башта бәләкәй генә словак ауылы була. XIII быуатта бында немец колонистарының бер нисә тиҫтә ғаиләһе күсеп килә һәм ауыл тиҙ үҫә башлай. 1255 йылда венгр короле Бела IV ауылға ҡала биләмәһе хоҡуғы бирә. Урта быуаттарҙа Банска- Бистрица Венгр короллегенең мөһим сәнәғәт һәм сауҙа үҙәге була.
1944 йылдың авгусында ҡала немец оккупанттарына ҡаршы Словак милли ихтилалы үҙәге була. Банск-Бистрицала ихтилалдың штабы була. Ихтилал баҫтырылғанда ҡаланы немец ғәскәрҙәре яңынан баҫып ала. Банск-Быстрица 1945 йылдың 25 мартында совет ғәскәрҙәренең 2-се Украин фронты тарафынан азат ителә.
Хәҙер Банск-Бистрица — Үҙәк Словакияның рәсми булмаған баш ҡалаһы.
Иҫтәлекле урындары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡала ҡәлғәһе
- Словак Күтәрелеш майҙаны ансамблек
- Костелдар һәм күп һанлы һарайҙар
- Словак Ихтилалы музейык
- Совет армияһы яугирҙары монументы (архитекторы — С. Вайнштейн)
Ҡала менән бәйле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мартин Бабьяк — словак опера йырсыһы (баритон).
- Скутецкий домино — словак рәссамы.
- Анастасия Кузьмина — биатлонсы, өс тапҡыр Олимпия чемпионы.
- Вешшеленье, Ференц — венгр венгр хәрби етәксеһе.
- Матей Фабер (1587—1653) — дин яҙыусыһы, иезуит, католиктар руханийы.
- Роланд Якоби (1893—1951) — өҫтәл теннисы буйынса венгр уйынсыһы, өҫтәл теннисы буйынса донъя тарихында тәүгә чемпион.
Туғанлашҡан ҡалалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһы: Тула
- Сербия: Ковачица, Вршац
- АҠШ: Чарлстон
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Зволен (өлкә)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Die neue Dampfturbine "Bauart Brünn" der Ersten Brünner Maschinen-Fabriks- Gesellschaft.
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Чехословакия // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Перепись населения Словакии в 2021 году — Братислава: Statistical Office of the Slovak Republic.
- ↑ https://www.banskabystrica.sk/zivot-v-meste/o-meste/partnerske-mesta/
- ↑ https://finance.smr.gov.ua/posts/novivi/banska-bistritsya-slovatska-respublika
- ↑ https://finance.smr.gov.ua/70-mista-partneri
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Банская Быстрица // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]banskabystrica.sk — Банска-Бистрица рәсми сайты