Эстәлеккә күсергә

Кузьмина Анастасия Владимировна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Анастасия Кузьмина Биатлонист
Дөйөм мәғлүмәт
Тулы исеме

Анастасия Владимировна Кузьмина

Тыуған көнө

28 август 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1] (41 йәш)

Тыуған урыны

Төмән, РСФСР, СССР[1]

Йәшәгән урыны

Банска-Быстрица, Словакия

Буйы/Ауырлығы

180 см/68 кг

Титулдары
Олимпия чемпионы

3 (2010, 2014, 2018)

Донъя чемпионы

1 (2019)

Донъя кубогы, спринтерские гонки

1 (2017/18)

Донъя кубогы, массовый старт

1 (2018/19)

Атыу мәргәнлеге
Мәғлүмәттәр буйынса

2017/2018

Дөйөм мәргәнлек

81%

Ятып

80%

Тороп

81%

Карьера (Кубок мира)
Ярыш

228

Еңеү

18

Подиум

35 ( x 15 + x 15 + x 5)

Подиумов в эстафетах

1 ( x 0 + x 0 + x 1)

Миҙалдар

Ҡышҡы Олимпия уйындары
Алтын Ванкувер 2010 спринт 7,5 км
Көмөш Ванкувер 2010 эҙәрлекләү 10 км
Алтын Сочи 2014 спринт 7,5 км
Көмөш Пхёнчхан 2018 эҙәрлекләү 10 км
Көмөш Пхёнчхан 2018 шәхси ярыш 15 км
Алтын Пхёнчхан 2018 масс-старт 12,5 км
Донъя чемпионаттары
Көмөш Пхёнчхан 2009 масс-старт 12,5 км
Бронза Ханты-Мансийск 2011 спринт 7,5 км
Алтын Эстерсунд 2019 спринт 7,5 км
Европа чемпионаттары
Алтын Өфө 2009 спринт 7,5 км
Алтын Өфө 2009 эҙәрлекләү 10 км
Йәйге биатлон (саңғыроллерҙар)
Донъя чемпионаттары
Бронза Оберхоф 2009 ҡатнаш эстафета
Бронза Нове-Место 2011 ҡатнаш эстафета
Йәйге биатлон (кросс)
Европа чемпионаттары
Көмөш Осрблье 2012 спринт 3 км
Көмөш Осрблье 2012 эҙәрлекләү 5 км

 Анастасия Кузьмина Викимилектә

Анастаси́я Влади́мировна Кузьмина́ (Шипу́лина) (словак. Anastasia Kuzminová; 28 август 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})[1] (41 йәш), Төмән[1]) — Словакия биатлонсыһы (башта Рәсәй өсөн сығыш яһаған). Өс тапҡыр Олимпия чемпионы, Олимпия уйындарының өс тапҡыр көмөш миҙалы менән бүләкләнеүсе, донъя чемпионы һәм донъя чемпионатының ике миҙалы (көмөш һәм бронза) менән бүләкләнеүсе, ике тапҡыр 2009 йылғы Европа чемпионы.

2010 йылда Словакия өсөн ҡышҡы Олимпия уйындарында тәүге алтын миҙал алыуға ирешә. 2014 йылда Сочиҙа ҡышҡы Олимпия уйындарын ябыу тантанаһында Словакия йыйылма командаһының байраҡ тотоусыһы була[2].

2010 һәм 2014 йылдарҙа Словакияның иң яҡшы спортсыһы. Словакияның иң яҡшы биатлонсыһы (2009—2014, 2018).[3].

Анастасия һәм уның ҡустыһы Антон Шипулин Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Надежда Дмитриевна Коврижных етәкселегендә саңғы ярыштары менән шөғөллөнә башлайҙар. Биатлон менән Анастасия 1999 йылда тренер Сергей Шестов етәкселегендә шөғөлләнә башлай.

Юниорҙар беренселектәрендә 2003 һәм 2005 йылдарҙа эстафетала 1-се урын алған. Европа чемпионаттарында 2004 йылда эстафетала 1-се урын һәм 2005 йылда эҙәрлекләү ярышында 1-се урын, 2006 йылда Европа кубогы этабында спринтта 1-се урын алған.

Донъя кубогы этаптарында Рәсәй йыйылма командаһы өсөн 2005/06 һәм 2006/07 миҙгелдәрҙә сығыш яһай. Иң яҡшы һөҙөмтәһе — 2006/07 миҙгел башында шәхси ярышта 13-сө урын.

2007 йылдың апрелендә Израиль саңғысыһы Даниэль Кузьминға кейәүгә сыға. Улы Елисейҙы тәрбиәләү менән шөғөлләнә[4].

Ире менән Словакияға күсә, 2008 йылдың декабренән ошо ил өсөн сығыш яһай, Банска-Бистрицала йәшәй һәм ярыштарға әҙерләнә.

2009 йылдың февралендә Пхёнчханда (Корея Республикаһы) үткәрелгән донъя чемпионатында масс-стартта көмөш миҙал яулай. 2009 йылдың 28 февралендә һәм 2009 йылдың 1 мартында Өфөлә (Башҡортостан, РФ) уҙғарылған Европа чемпионатында спринт һәм эҙәрлекләү ярыштарында алтын миҙал яулай.

Донъя кубогының 2009/10 миҙгеленең декабрь этаптарында Поклюкала (Словения) шәхси ярышта 3-сө урын һәм Хохфильценда (Австрия) спринтта 5-се урын алғандан һуң, Обертиллиахта тренировка ваҡытында һул ҡулын йәрәхәтләй[4].

2010 йылдың 10 декабрендә Хохфильценда спринт ярышында Донъя кубогы сиктәрендә тәүге тапҡыр алтын яулай[5].

Ҡышҡы Олимпия уйындары 2010

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылдың 13 февралендә Ванкуверҙа (Канада) уҙғарылған XXI ҡышҡы Олимпия уйындарында биатлон буйынса спринт ярышында алтын миҙал яулай. Был Словакия өсөн ҡышҡы Олимпия уйындарында тәүге алтын миҙал булып тора.

2010 йылдың 16 февралендә эҙәрлекләү ярышында көмөш миҙал яулай.

Йыл Уҙғарыу урыны Инд Спр Пр МС Эст
2010 Канада флагы Ванкувер 39 1 2 8 13

Аңлатма: Инд — шәхси ярыш, Спр — спринт ярышы, Пр — эҙәрлекләү ярышы, МС — масс-старт, Эст — эстафета.

2014 йылдың 9 февралендә Сочиҙа (Рәсәй Федерацияһы) уҙғарылған XXII ҡышҡы Олимпия уйындарында биатлон буйынса спринт ярышында алтын миҙал яулай.

Йыл Уҙғарыу урыны Инд Спр Пр МС См Эст
2014 Рәсәй флагы Сочи 26 1 6 24 5

Аңлатма: Инд — шәхси ярыш, Спр — спринт ярышы, Пр — эҙәрлекләү ярышы, МС — масс-старт, См — ҡатнаш эстафета, Эст — эстафета.

2018 йылдың 12 февралендә Пхёнчханда (Корея Республикаһы) уҙғарылған XXIII ҡышҡы Олимпия уйындарында биатлон буйынса эҙәрекләү ярышында көмөш миҙал яулай[6].

15 февралдә биатлон буйынса шәхси ярышта йәнә көмөш миҙал яулай[7].

17 февралдә биатлон буйынса масс-старт ярышында алтын миҙал яулай.[8].

Йыл Уҙғарыу урыны Инд Спр Пр МС См Эст
2018 Корея Республикаһы Пхёнчхан 2 13 2 1 20 5

Аңлатма: Инд — шәхси ярыш, Спр — спринт ярышы, Пр — эҙәрлекләү ярышы, МС — масс-старт, См — ҡатнаш эстафета, Эст — эстафета.

Словакия өсөн

  • 2008/09 — 30-се урын (290 мәрәй)
  • 2009/10 — 20-се урын (443 мәрә)
  • 2010/11 — 9-сы урын (708 мәрәй)
  • 2011/12 — 10-сы урын (721 мәрәй)
  • 2012/13 — 7-се урын (769 мәрәй)
  • 2013/14 — 6-сы урын (607 мәрәй)
  • 2016/17 — 40-сы урын (176 мәрәй)
  • 2017/18 – 2-се урын (819 мәрәй)
  • 2018/19 – 3-сө урын ( мәрәй)
  • Донъя кубогында дебюты — 2005 йылдың 7 ғинуары Оберхофта (Германия) спринт ярышында — 63 урын.
  • Тәүге тапҡыр мәрәй зонаһына эләгеүе — 2006 йылдың 29 ноябрендә Эстерсундта (Швеция) шәхси ярышта — 13 урын.
  • Тәүге подиум — 2009 йылдың 22 февралендә Пхёнчханда (Корея Республикаһы) донъя чемпионатының масс-старт ярышында 2 урын.
  • Тәүге еңеү — 2010 йылдың 13 февралендә Ванкуверҙа (Канада) XXI ҡышҡы Олимпия уйындарында спринт ярышында.
Олимпия уйындары
ЙылУҙғарыу урыныЯрыш төрөУрын
2010Канада ВанкуверСпринт1-се
2010Канада ВанкуверЭҙәрлекләү ярышы2-се
2014Рәсәй Федерацияһы СочиСпринт1-се
2018Корея Республикаһы ПхёнчханЭҙәрлекләү ярышы2-се
2018Корея Республикаһы ПхёнчханШәхси ярыш2-се
2018Корея Республикаһы ПхёнчханМасс-старт1-се
Донъя чемпионаттары
ЙылУҙғарыу урыныЯрыш төрөУрын
2009Корея Республикаһы ПхёнчханМасс-старт2-се
2011Рәсәй Федерацияһы Ханты-МансийскСпринт3-сө
2019Швеция ЭстерсундСпринт1-се
Юниорҙар донъя чемпионаттары
ЙылУҙғарыу урыныЯрыш төрөУрын
2002Италия Валь-РиданнаЭстафета (ҡыҙҙар)2-се
2003Польша КосцелискоЭстафета (ҡыҙҙар)1-се
2003Польша КосцелискоШәхси ярыш (ҡыҙҙар)2-се
2003Польша КосцелискоЭҙәрлекләү ярышы (ҡыҙҙар)2-се
2004Франция Морьен[fr]Эстафета (юниорҙар)2-се
2005Финляндия КонтиолахтиЭстафета (юниорҙар)1-се
2005Финляндия КонтиолахтиСпринт (юниорҙар)3-сө
Европа чемпионаттары
ЙылУҙғарыу урыныЯрыш төрөУрын
2004Беларусь МинскЭстафета (юниорҙар)1-се
2004Беларусь МинскЭҙәрлекләү ярышы (юниорҙар)2-се
2005Рәсәй Федерацияһы НовосибирскЭҙәрлекләү ярышы (юниорҙар)1-се
2005Рәсәй Федерацияһы НовосибирскСпринт (юниорҙар)2-се
2009Рәсәй Федерацияһы ӨфөСпринт1-се
2009Рәсәй Федерацияһы ӨфөГонка преследования1-се
Донъя кубогы
МиҙгелУҙғарыу урыныЯрыш төрөУрын
2009/10Словения ПоклюкаШәхси ярыш3-сө
2009/10Рәсәй Федерацияһы Ханты-МансийскМасс-старт3-сө
2010/11Австрия ХохфильценСпринт1-се
2010/11Словения ПоклюкаСпринт2-се
2010/11Италия АнтхольцСпринт2-се
2010/11Норвегия ХольменколленСпринт1-се
2011/12Италия АнтхольцМасс-старт2-се
2011/12Финляндия КонтиолахтиҠатнаш эстафета3-сө
2012/13Италия АнтхольцСпринт1-се
2012/13Норвегия ХольменколленСпринт3-сө
2012/13Норвегия ХольменколленЭҙәрлекләү ярышы3-сө
2012/13Норвегия ХольменколленМасс-старт2-се
2012/13Рәсәй Федерацияһы СочиСпринт2-се
2013/14Швеция ЭстерсундШәхси ярыш2-се
2013/14Норвегия ХольменколленЭҙәрлекләү ярышы1-се
2013/14Норвегия ХольменколленМасс-старт1-се
2017/18Австрия ХохфильценСпринт2-се
2017/18Австрия ХохфильценЭҙәрлекләү ярышы1-се
2017/18Франция АнсиСпринт1-се
2017/18Франция АнсиЭҙәрлекләү ярышы2-се
2017/18Германия ОберхофСпринт1-се
2017/18Германия ОберхофЭҙәрлекләү ярышы1-се
2017/18Италия АнтхольцМасс-старт2-се
2017/18Норвегия ХольменколленСпринт1-се
2017/18Норвегия ХольменколленЭҙәрлекләү ярышы2-се
2018/19Чехия Нове-Место-на-МоравеМасс-старт1-се
2018/19Норвегия ХольменколленСпринт1-се
2018/19Норвегия ХольменколленЭҙәрлекләү ярышы1-се
IBU кубогы
МиҙгелУҙғарыу урыныЯрыш төрөУрын
2004/05 (ю)Австрия ОбертиллиахСпринт1-се
2004/05 (ю)Австрия ОбертиллиахЭҙәрлекләү ярышы3-сө
2005/06Австрия ОбертиллиахСпринт1-се
2005/06Австрия Розенау-ам-ХенгстпасЭҙәрлекләү ярышы3-сө
2009/10Швеция Идре[en]Спринт2-се
2010/11Словакия ОсрбльеСпринт3-сө

Ҡустыһы — Антон Шипулин (1987 й.т.), Рәсәй йыйылма командаһы составында Олимпия уйындары һәм донъя чемпионаты чемпионы.

2007 йылда Израиль саңғысыһы Даниэль Кузьминға кейәүгә сыға[9], улы — Елисей (2007 й.т.)[10]. 2015 йылдың 12 июлендә ҡыҙҙары Оливия тыуған[11].

Рәсәй эске эштәр министрлағының Төмән юридик институтын тамамлай.[12]

  1. 1 2 3 4 https://www.olympic.sk/sportovec/anastasia-kuzminova (словак.)
  2. Sochi 2014 Closing Ceremony - Flagbearers (ингл.). Международный Олимпийский Комитет (23 февраль 2014).
  3. Kráľovnou biatlonovej stopy sa stala olympijská víťazka Kuzminová (билдәһеҙ). sport.sk (10 апрель 2018).
  4. 1 2 Анастасия Кузьмина: «В России я бы не выиграла Олимпийское золото»
  5. Российская словачка Анастасия Кузьмина выиграла первое кубковое золото 2010 йыл 30 декабрь архивланған. (рус.)
  6. Исторический дубль Дальмайер. Немка выиграла гонку преследования на Олимпиаде (12 февраль 2018). 12 февраль 2018 тикшерелгән.
  7. Биатлон. Шведка Эберг сенсационно выиграла индивидуальную гонку на Олимпиаде (15 февраль 2018). 15 февраль 2018 тикшерелгән.
  8. Кузьмина стала трехкратной олимпийской чемпионкой, у Домрачевой – 5-я медаль Игр. (17 февраль 2018). 17 февраль 2018 тикшерелгән.
  9. Лыжная свадьба
  10. Анастасия Кузьмина выиграла золото
  11. Анастасия Кузьмина пропустит сезон из-за рождения ребёнка.
  12. Антон Шипулин окончил Тюменский юридический институт МВД вслед за старшей сестрой