Эстәлеккә күсергә

Беликов Владимир Георгиевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Беликов Владимир Георгиевич
Тыуған көнө

29 август 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})

Тыуған урыны

село [Степное, Ставропольский округ, СССР

Вафат көнө

3 сентябрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (87 йәш)

Вафат урыны

Пятигорск, Рәсәй

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

фармацевтика

Альма-матер

Пятигорский фармацевтический институт

Ғилми дәрәжәһе

Фармацевтика фәндәре докторы

Награда һәм премиялары
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Почёт Билдәһе» ордены
Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
«Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы
«Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре
«Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» билдәһе (СССР)

Беликов Владимир Георгиевич (29 август 1925 йыл — 3 сентябрь 2012 йыл) — ғалим-фармацевт. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Фармацевтика фәндәре докторы (1970), профессор (1972).

450-нән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 4 монография, «Фармацевтик химия» дәреслеге һәм «Синтетик һәм тәбиғи дарыуҙар» белешмәһе авторы. Уның 15 уйлап табыу таныҡлығы һәм патенты бар[1].

Владимир Георгиевич Беликов 1925 йылдың 29 авгусында Ставрополь округының (хәҙерге Ставрополь крайының) Степное ауылында тыуған.

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, 1943 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша[2]. Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә һәм Төньяҡ Кавказдағы алыштарҙа ҡатнаша. Һуғыштан һуң хәрби хеҙмәтен дауам итә.

1950 йылда демобилизацияланғас, Пятигорск фармацевтика институтына (ПФИ, хәҙер Пятигорск медицина-фармацевтика институты, 2012 йылдан Волгоград дәүләт медицина университеты филиалы) уҡырға инә. 1954 йылда уҡыуҙағы яҡшы уңыштары өсөн И. В. Сталин исемендәге стипендияға лайыҡ була. 1955 йылда юғары уҡыу йортон тамамлап, фармацевтика химияһы кафедраһының аспирантураһына уҡырға инә. Аспирантурала уҡыуы менән бер рәттән туған институтында лаборант һәм төрлө кафедраларҙа өлкән лаборант булып эшләй[3].

1960 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, ПФИ-ның фармацевтика химияһы кафедраһында ассистент һәм доцент була. 1961 йылда уны институттың уҡыу-уҡытыу һәм фәнни эш буйынса проректоры вазифаһына тәғәйенләйҙәр, ә 1964 йылда Пятигорск фармацевтика институтын етәкләй, шул вазифала 31 йыл эшләй. 1970 йылда «Айырым фармацевтик препараттарҙың дифференциаль фотометрияһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр» темаһына «фармацевтика фәндәре докторы» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[4]. Ә уның етәкселегендә 4 докторлыҡ һәм 59 кандидатлыҡ диссертациялары яҡлана, шул иҫәптән сит илдәрҙән — Вьетнам, Эфиопия, Йемен һәм Перунан аспиранттар. 1972 йылдан Пятигорск фармацевтика институтының фармацевтика химияһы кафедраһы профессоры була[5].

2012 йылдың 3 сентябрендә Пятигорскиҙа вафат була, ҡаланың Краснослобод зыяратында ерләнгән.[6]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • II дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары, шулай уҡ бик күп миҙалдар, шул иҫәптән «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән. Шулай уҡ «Ватан һаулыҡ һаҡлау алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» һәм «Ставрополь крайы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән[7].
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (11 сентябрь 1985 йыл), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (1999).
  • «Кавказ өсөн алышта ҡатнашыусы» һәм «Һаулыҡ һаҡлау отличнигы» маҡтаулы билдәләре, «СМС-ҡа нигеҙ һалыныуға 200 йыл» һәм «Пятигорск алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» юбилей миҙалдары менән бүләкләнә[7]
  • Б. В. Боровский, М. В. Ларский, О. О. Фролов. К 90-летию со дня рождения В. ПРОФЕССОРГ. БЕЛИКОВ.[8]