Березин Владимир Александрович
Березин Владимир Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 3 апрель 1957 (67 йәш) |
Тыуған урыны | Орёл, РСФСР, СССР |
Туған тел | урыҫ теле |
Һөнәр төрө | журналист, алып барыусы, актёр, телетапшырыуҙар алып барыусы, радио алып барыусы |
Уҡыу йорто | А. М. Горький исемендәге Урал дәүләт университеты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | v-berezin.ru |
Березин Владимир Александрович Викимилектә |
Березин Владимир Александрович[1] (3 апрель 1957 йыл) — СССР һәм Рәсәй дикторы, актер, тележурналист, теле- һәм радиотапшырыуҙар алып барыусы. Кремлдә, мэрияла концерт һәм рәсми сараларҙы, шулай уҡ күп фестивалдәрҙе,[2] телевизион тапшырыуҙарҙы һәм шоуҙарҙы алып барыусы[3]. «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Владимир Александрович Березин 1957 йылдың 3 апрелендә Орёл ҡалаһында тыуған.
Атаһы Кавказ мосолманы, чечен, өс ҡатыны булған. Әммә Березин уның менән йәшәмәгәнлектән, фамилияһын әсәһе яғынан ала.
Орел мәҙәниәт колледжында режиссура факультетында, ә һуңыраҡ Урал дәүләт университетының журналистика факультетында уҡый.
1980 йылда уҡ Березин Свердловск телевидениеһында дикторҙар бүлеген етәкләй. Ул был урында 10 йыл ҡала. Әйткәндәй, был осраҡлы ғына була тиерлек — Борис Ельцин урындағы телевидениела Березинды күреп ҡала, ул уны Свердловскиға үҙенә саҡыра[4]. Ә инде унда Останкино етәкселеге уға иғтибар итә, һәм Березин Мәскәүҙә була.
1990 йылдар башында Владимир Березин Үҙәк телевидениела эшләй. Диктор ҡатнашлығындағы проекттар араһында — «Доброе утро» программаһы, шулай уҡ балалар өсөн «Спокойной ночи, малыши!» тапшырыуы[5].
1991 йылдағы бик драматик ваҡиғаларҙан һуң Березин «Время» программаһының алып барыусыһы булып сыға[6].
Артабан Березин РТР каналына күсә, тиҙҙән унда каналдың баш дикторы вазифаһын ала[7]. РТР-ҙа диктор бүлеге ябылғандан һуң (1996) Березин «Мой XX век», «Площадь звёзд» телевизион тапшырыуҙарын, шулай уҡ шул уҡ телеканалда «Славянский базар в Витебске» фестивалдәрен алып бара[8]. 1998 йылда ҡыҫҡа ваҡытҡа РТР-ҙа диктор бүлеге тергеҙелә, уның етәксеһе Березин була[9].
Мәскәү өлкәһе губернаторы С. К. Шойгуның вазифаһына кереү тантанаһын үткәреүсе (2012)[10].
2021 йылдың ғинуарынан «Москва Доверие» каналында «Киноның мистик серҙәре» документаль программаһын алып бара.
Мәскәү өлкәһе буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығы баш идаралығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы[11].
Танылыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Шәхси батырлығы өсөн» ордены (17 ғинуар 1994 йыл) — ғүмеренә хәүеф янаған шарттарҙа һөнәри бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн[12]. - Рәсәй Федерацияһының милли сәнғәтенә индергән өлөшө өсөн Милли гуманитар академияның почетлы академигы итеп һайлана[13][14]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Официальный сайт .
- ↑ Лейся, песня, или Алло, мы ищем таланты . Независимая газета (27 февраль 2004).
- ↑ Владимир Березин: "Моё появление вызывает у людей приятные чувства" . Моя семья (5 ноябрь 2012).
- ↑ Владимир Березин: Чем «Камеди Клаб» хуже, тем мы лучше . Собеседник (28 апрель 2012).
- ↑ Открытие семинара-совещания. Ведущий Владимир Березин . Федерация объединений автомобильных школ (9 апрель 2012). 2014 йыл 14 июль архивланған.
- ↑ Владимир Березин: "Диктор - лицедей на старте" . Правда.ру (29 май 2012).
- ↑ Владимир Березин: «Горжусь тем, что я вайнах…» Молодёжная смена (17 октябрь 2011).
- ↑ Владимир Березин . Вокруг ТВ.
- ↑ Анонсы и реклама. Блок №2 РТР 31.12.1998 (10 февраль 2018).
- ↑ Владимир Березин озвучил церемонию вступления в должность губернатора московской области Сергея Шойгу . smi2.mirtesen.ru (24 май 2012). 2014 йыл 15 июль архивланған.
- ↑ Березин Владимир Александрович 2016 йыл 17 июнь архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 17 января 1994 года № 158 «О награждении орденом „За личное мужество“ работников средств массовой информации Российской Федерации»
- ↑ Концерт посвящённый 75 летию Николая Зиновьева ( 2021) .
- ↑ События | Член Президентского клуба "Доверия" Елена Николаевна Борзова организовала вечер памяти Николая Зиновьева, посвящённый 75-летию поэта. - Президентский клуб "Доверия" .
- 3 апрелдә тыуғандар
- 1957 йылда тыуғандар
- Орёл өлкәһендә тыуғандар
- Урал дәүләт университетын тамамлаусылар
- «Шәхси батырлыҡ өсөн» ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артистары
- «Берҙәм Рәсәй» ағзалары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XXI быуат актёрҙары
- Рәсәй актёрҙары
- Алфавит буйынса актёрҙар
- XXI быуат журналистары
- XX быуат журналистары
- Рәсәй журналистары
- Алфавит буйынса журналистар