Эстәлеккә күсергә

Биш ауыл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Биш ауыл
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Свердловск өлкәһе

Муниципаль район

Красноуфимск округы

Координаталар

56°34′38″ с. ш. 58°06′51″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар, татарҙар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

66, 96

ОКАТО коды

65 224 855 002

ОКТМО коды

65 713 000 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Биш ауыл (Рәсәй)
Биш ауыл
Биш ауыл
Биш ауыл (Свердловск өлкәһе)
Биш ауыл

Биш ауыл (Бишкәү[1], Биткә[2]; рус. Бишково, Битково) — Свердловск өлкәһенең Красноуфимск округының Рахманғол территориаль бүлегенә ҡараған тарихи башҡорт ауылы.

2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 98 кеше йәшәй, шул иҫәптән 48 ир һәм 50 ҡатын-ҡыҙ[3].

2002 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 128 йәшәгән[4].

Тарихи сығанаҡтар буйынса Биш ауыл аҫаба башҡорттар ауылы[5]. Рәсәй архив сығанаҡтарында ауыл Бишково, Битково исемдәре аҫтында билдәле. 1834 йылда үткәрелгән ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 10 йортонда 54 башҡорт йәшәгән[5]. 1859 йылда 12 йортта 91 башҡорт теркәлгән[5].

Архив сығанаҡтарҙа шулай уҡ ауылда йәшәүселәрҙең хужалығы тураһында ла мәғлүмәт һаҡланған[5]. Мәҫәлән, 1842 йылда ауылда йәшәүселәр бөтәһе 368 бот ярма икмәк сәскән[5]. Профессор Ә.З.Әсфәндиәров 1834 йылда үткәрелгән VIII ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Ауылда йәшәүселәр башҡорт халҡының ҡошсо ырыуы вәкилдәре.