Бонн
Бонн (нем. Bonn) — Көнбайыш Германиялағы ҡала (Төньяҡ Рейн-Вестфалия еренә инә, Рейн йылғаһы буйында урынлашҡан)[17]. Халҡы — 318 809 кеше, илдә халыҡ һаны буйынса 19-сы урынды биләй.
1949 йылдың 3 ноябренән 1990 йылдың 3 октябренә тиклем — Германия Федератив Республикаһының баш ҡалаһы. 1990 йылда Германияның ике өлөшө - ГФР һәм ГДР берләшкәс, 1991 йылдың 20 июнендә бундестаг баш ҡаланы Берлинға күсереү тураһында ҡарар ҡабул итә. Бонн — Германияның ҙур сәйәси үҙәге, бер нисә федераль ведомство бында эшләүен дауам итә, федераль дәрәжәләге ҡала тип иҫәпләнә.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бонн урынында б.э.т. 11-се йылда рим ғәскәре лагеры төҙөлә (Castra Bonnensia)[18]. Ҡаланың исеме бәлки эбурон тигән герман ырыуы исеме менән бәйлелер тип иҫәпләйҙәр. 1000-се йыл тирәһендә «Бонн» атамаһы ҡулланыла башлай.
- 1770 йылда — Людвиг ван Бетховен тыуған.
- 1786 йылда — Бонн университетына нигеҙ һалынған. 1835—1836 йылдарҙа Бонн университетында философ, йәмғиәт эшмәкәре, марксизмға нигеҙ һалыусы сәйәсмән Карл Маркс, 1864—1865 йылдарҙа — философ Фридрих Ницше,1877—1879 йылдарҙа — буласаҡ Германия императоры — кайзер Вильгельм II Гогенцоллерн уҡыған.
- 1815—1945 — Пруссия составына ингән.
- 1845 — Бетховенға һәйкәл асылған, уның хөрмәтенә беренсе фестиваль ойошторола.
- 1949 — Бонн ГФР-ҙың баш ҡалаһына әйләнә.
- 1994 — федераль министрлыҡтарҙы Берлинға күсереү тураһында закон ҡабул ителә.
1998 — федераль министрлыҡтар, ГФР Бундестагы, канцлеры, президенты Берлинға күсә, ҡайһы бер ведомстволар элеккесә Боннда эшләй.
Ҡалала педагогия академияһы, консерватория бар.
Иң яҡын аэропорт — Кёльн/Бонн халыҡ-ара аэропорты.
Бонн музейҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Немец музейы
- Рейндың региональ музейы
- Людвиг ван Бетховен тыуған йорт, хәҙер музей [1]
- «Bundeskunsthalle» федераль күргәҙмә залы
- Германия тарихы музейы (нем. Haus der Geschichte) [2]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ISIL- und Sigeladressen mit Koordinaten ausgestattet — Берлинская государственная библиотека, 2016.
- ↑ 2,0 2,1 http://cnig.gouv.fr/wp-content/uploads/2020/02/CNT-PVM_r%C3%A9vis%C3%A9_2020-01-27-1.pdf
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Stadt Bonn - Rat & Verwaltung | Statistikstelle
- ↑ http://www.agfs-nrw.de/mitglieder/bonn.html
- ↑ http://www.klimabuendnis.org/nc/kommunen/das-netzwerk.html
- ↑ http://www.mayorsforpeace.org/english/membercity/map/europe.html
- ↑ http://www.staedtetag-nrw.de/mitglieder/
- ↑ https://iaks.sport/find-a-member
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2023 (нем.) — DESTATIS, 2024.
- ↑ 11,0 11,1 https://www.statistikportal.de/de/produkte/gemeindeverzeichnis — Federal Statistical Office.
- ↑ 12,0 12,1 12,2 12,3 Stadt Bonn - Die Stadtbezirke
- ↑ https://www.bonn.de/themen-entdecken/uno-internationales/minsk.php
- ↑ https://www.gochengdu.cn/news/our-sister-cities/sister-cities-of-chengdu/bonn-germany--a418.html?xcSID=04j06l2e0bo8q3o2mh7ud63pm2
- ↑ https://www.destatis.de/DE/ZahlenFakten/LaenderRegionen/Regionales/Gemeindeverzeichnis/Administrativ/Aktuell/05Staedte.html
- ↑ Alle politisch selbständigen Gemeinden mit ausgewählten Merkmalen am 31.12.2018 (4. Quartal) — Federal Statistical Office.
- ↑ Бонн // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Бонн // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бонн // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.
- Бонн // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бонн Викиөҙөмтәлә | |
Бонн Викимилектә | |
Бонн Викияңылыҡтарҙа | |
Бонн Викигид |
- Официальный сайт Бонна (нем.) (инг.) (фр.) (исп.)
- Генеральное консульство Российской Федерации в Бонне 2019 йыл 25 август архивланған. (рус.) (нем.)