Эстәлеккә күсергә

Буковский Владимир Константинович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Буковский Владимир Константинович
рус. Владимир Константинович Буковский
рус. Владимир Буковский
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
 Бөйөк Британия
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Владимир Константинович Буковский
Патронимы йәки матронимы Константинович[d]
Тыуған көнө 30 декабрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[3][4][5][…]
Тыуған урыны Бәләбәй, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 27 октябрь 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[6][7] (76 йәш)
Вафат булған урыны Кембридж[d], Англия, Бөйөк Британия[8]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d][9]
Үлем сәбәбе остановка сердца[d][9]
Ерләнгән урыны Хайгейтское кладбище[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Буковский, Константин Иванович[d]
Туған тел урыҫ теле
Место содержания под стражей Лефортово төрмәһе[d], Владимирский централ[d] һәм Лубянкалағы дәүләт именлеге органдары бинаһы[d]
Һөнәр төрө яҙыусы, хоҡуҡ яҡлаусы, сәйәсмән, диссидент, нейрофизиолог
Эшмәкәрлек төрө яҙыусы, университет уҡытыусыһы[d], нейрофизиология[d][10], активизм[d][10] һәм Кеше хоҡуҡтары[10]
Уҡыу йорто Кембридж университетының Король колледжы[d]
Станфорд университеты
Ғилми дәрәжә магистр[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Солидарность[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт vladimirbukovsky.com
Библиография библиография Владимира Буковского[d]
 Буковский Владимир Константинович Викимилектә

Буковский Владимир Константинович (30 декабрь 1942 йыл, Бәләбәй, Башҡорт АССР-ы, СССР — 27 октябрь 2019 йыл, Кембридж, Бөйөк Британия[11]) — рус яҙыусыһы, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре. СССР-ҙағы диссиденттар хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. Көнбайышта СССР-ҙа каратель психиатрияһы практикаһын танытыу менән билдәлелек ала[12] ().

Дөйөм алғанда, төрмәлә һәм мәжбүри дауалауҙа 12 йыл үткәрә. 1976 йылда совет властары Буковскийҙы Чили коммунистары лидеры Луис Корваланға алмаштыра, һуңынан Буковский Кембриджға күсенә.

2007 йылда 2008 йылғы Рәсәй президенты һайлауҙарына кандидат була, әммә уның кандидатураһын Үҙәк һайлау комиссияһы теркәмәй. 2008 йылда «Теләктәшлек» Берләшкән демократик хәрәкәтен ойоштороуҙа ҡатнаша, 2009 йылда хәрәкәттең етәксе органы — «Теләктәшлек» Федераль политсовет бюроһы составына инә. 2014 йылда Рәсәй сит ил эштәре министрлығы уға рәсәй гражданлығы биреүҙән баш тарта[13].

Эвакуацияла Бәләбәй (Башҡорт АССР-ы) ҡалаһында тыуа[14]. Билдәле журналист һәм совет яҙыусыһы Константин Буковский[15]; әсәһе тәрбиәһендә үҫә. Эвакуациянан ҡайтҡас, Мәскәүҙә уҡый.

Н. Хрущевтың Сталин енәйәттәре тураһында докладын ишетеп, 14 йәшлек үҫмер Буковский коммунистик идеологияның инанған дошманы була. Уның властар менән беренсе низағы 1959 йылда була: ҡулъяҙма журнал сығарыуҙа ҡатнашҡаны өсөн мәктәптән сығарыла (Н. В. Гоголь исемендәге 59-сы мәктәп). Белем алыуын киске мәктәптә ала[16].

1960 йылда Юрий Галансков, Эдуард Кузнецов менән бергә Мәскәү үҙәгендә Маяковский һәйкәле эргәһендә («Маяковка» йәки «Маяк»[14]) йәштәрҙең даими йыйылыштарын ойоштороусыларҙың береһе һәм иң йәше була. Бер нисә активист ҡулға алынғас, Буковский тентеүгә дусар була һәм унан ВЛКСМ-ды демократизациялау зарурлығы тураһындағы яҙмалар алына (һуңынан был документты тәфтишсе «комсомолды тарҡатыу тураһында тезистар» тип атай).

Ул ваҡытта Мәскәү университетының биология-тупраҡ факультетында уҡып йөрөүсе Буковскийҙы сессияға индермәйҙәр һәм 1961 йыл һуңында университеттан сығаралар.

1962 йылда А. В. Снежневский Буковскийға «яйлап үҫеүсе шизофрения» диагнозы ҡуйыла (һуңынан Көнбайыш психиатрҙары тикшереп, Буковскийҙы сәләмәт тип таба).

1962 йылда «Маяковка» активистарына суд булғанда уға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатыу хәүефе килеп тыуа һәм ул һәм Себергә ярты йылға геологик экспедицияға китә.

1963 һәм 1965 йылдарҙағы ҡулға алыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1963 йылда СССР-ҙа тыйылған Югославия авторы Милован Джиластың «Яңы синыф» китабының фотокүсермәләрен эшләгәне өсөн беренсе тапҡыр ҡулға алына. Уны үҙ аҡылында түгел, тип, ленинградтағы махсус психдауаханаға мәжбүри дауаланыуға ебәрәләр; унда ул генерал Петр Григоренко менән таныша, ә һуңынан уны ла диссиденттар даирәһенә индерә. 1965 йылдың февралендә иреккә сыға.

1965 йылдың декабрь башында Андрей Синявский һәм Юлия Даниэлде яҡлаған «асыҡлыҡ митингыһын» әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша һәм тағы ла ҡулға алынып, мәжбүри рәүештә Люберецкий психиатрия дауаханаһына һалына. Бер нисә айҙан Сербский исемендәге институтҡа ебәрәләр, унда ул 8 ай тотола; шул уҡ ваҡытта эксперт комиссияһы ағзалары уның психик торошо тураһында берҙәм фекергә килә алмай: ике кеше — Буковский ауырыу, икеһе сәләмәт, тип иҫәпләй. Көнбайышта Буковскийҙы яҡлау кампанияһы киң ойошторола, һөҙөмтәлә Мәскәүгә халыҡ-ара Аmnesty international ойошмаһы вәкиле килеп, уны 1966 йылдың авгусында азат итеүгә өлгәшә[17].

1967 йылда ҡулға алыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өсөнсө тапҡыр 1967 йылдың 22 ғинуарында Мәскәүҙең Пушкин майҙанында Александр Гинзбург, Юрий Галансков һәм уларҙың дуҫтарын ҡулға алыуға ҡаршы демонстрация ойошторолған өсөн ҡулға алына. Был юлы психик яҡтан сәләмәт, тип таныла. Мәскәү ҡалаһындағы суд процесында (1967 йыл 30 август — 1 сентябрь, Буковский менән бергә башҡа ҡатнашыусылар — Вадим Делон һәм Евгений Кушев та хөкөм ителә) Буковский үҙен ғәйепле тип таныуҙан баш тартыу ғына түгел, ғәйепләү һүҙе менән дә сығыш яһай — ул самиздатта киү тарала. Суд уны РСФСР Енәйәт кодексының 190.3 статьяһы буйынса өс йылға лагерға хөкөм итә (йәмәғәт тәртибен боҙған төркөм хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыу).

Лагерҙарҙа срогын тултырып, Буковский1970 йылдың ғинуарында Мәскәүгә ҡайта һәм шунда уҡ үҙе булмағанда ойоштороған диссиденттар хәрәкәте лидерҙарҙың береһе булып китә. Ҡыҫҡа ваҡыт иректә булғанында (йылдан ашыу) ул әҙәби секретарь булып эшләй, уның эш биреүселәре араһында яҙыусы Владимир Максимов була.

Каратель психиатрияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Буковский Көнбайыш хәбәрселәренә бер нисә интервью бирә, унда психиатрик золомға дусар ителгән сәйәси тотҡондар тураһында үҙенең фекерен белдерә һәм каратель медицина проблемаһын аса. Уға, әгәр көнбайышҡа СССР-ҙа кеше хоҡуҡтары боҙолоу тураһында мәғлүмәт биреүен туҡтатмаһа, енәйәт яуаплылығына тарттырыласағы тураһында рәсми янау була. Уны асыҡтан-асыҡ эҙәрлекләйҙәр[18]. Шуға ҡарамаҫтан, ул 1971 йылда сит ил табип-психиатрҙарына хат менән мөрәжәғәт итә һәм уға СССР-ҙа сәйәси маҡсатта психиатрияны яуыз ниәттә ҡулланыуҙы раҫлаған 150 битлек документ ҡушып ебәрә[19].

Буковский ебәргән документтарҙа икенсе төрлө фекер йөрөткән һәм СССР-ҙа үҙ аҡылында түгел, тип табылған алты кешенең: Петр Григоренко, Наталья Горбаневская, Валерия Новодворская һ. б. суд-психиатрия экспертизаһы һығымталарын ебәрә. Һөҙөмтәлә Көнбайыш психиатрҙары беренсе тапҡыр яуыз ниәттә ҡатнашҡан совет психиатрҙары ҡуйған диагноздарҙың күсермәһен, уларҙың диагностика ысулдары үҙенсәлектәрен өйрәнеү мөмкинлегенә эйә була[19]. Документтар нигеҙендә Британия психиатрҙары төркөмө алты диссидентҡа диагноз бары тик сәйәси сәбәптәр буйынса ғына ҡуйылған, тигән һығымта яһай.

  1. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #118517368 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Vladimir Bukovsky // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. Wladimir Bukowski // Discogs (ингл.) — 2000.
  5. Vladimir Konstantinovič Bukovskij // AlKindi (онлайн-каталог Доминиканского института востоковедения)
  6. https://www.vladimirbukovsky.com/
  7. Vladimir Boukovsky // Babelio (фр.) — 2007.
  8. https://tass.com/society/1085546
  9. 9,0 9,1 https://www.latimes.com/world-nation/story/2019-10-28/soviet-era-dissident-vladimir-bukovsky-dies
  10. 10,0 10,1 10,2 Чешская национальная авторитетная база данных
  11. Умер бывший советский диссидент Владимир Буковский. РИА Новости (20191028T0251+0300Z). Дата обращения: 28 октябрь 2019.
  12. Vladimir Bukovsky: Soviet-era dissident dies in UK, BBC, 28.10.2019
  13. МИД не подтвердило гражданство диссидента Владимира Буковского
  14. 14,0 14,1 Буковский В. И возвращается ветер…. — М.: Захаров, 2007. — 400 с. — (Биографии и мемуары). — ISBN 978-5-8159-0749-2.
  15. Константин Буковский в КЛЭ. Т. 9. М., 1978. С. 158.
  16. Deutsche Welle (www.dw.com). Справка: Владимир Буковский | DW | 17.12.2007 (рус.). DW.COM. Дата обращения: 28 октябрь 2019.
  17. Казнимые сумасшествием: Сборник документальных материалов о психиатрических преследованиях инакомыслящих в СССР / Редакторы: А. Артемова, Л. Рар, М. Славинский. — Франкфурт-на-Майне: Посев, 1971. — 508 с.
  18. Хроника текущих событий. Выпуск 23 5 января 1972
  19. 19,0 19,1 Ван Ворен Р. От политических злоупотреблений психиатрией до реформы психиатрической службы // Вестник Ассоциации психиатров Украины. — 2013. — № 2.
  • Буковский В., Геращенко И, Ледин М., Ратушинская И. Золотой эшелон. — М.: Гудьял-Пресс, 2001. — 256 с. — (Собрание). — 4000 экз. — ISBN 5-8026-0082-9.
  • Буковский В. К. И возвращается ветер. — М.: Новое изд-во, 2007. — 348 с. — (Свободный человек). — 1000 экз. — ISBN 978-5-98379-090-2.
  • Буковский В. К. Московский процесс. — М. ; Париж: МИК : Рус. мысль, 1996. — 525 с. — ISBN 5-87902-071-1.
  • Буковский В. К. На краю. Тяжелый выбор России. — М.: Алгоритм, 2015. — 224 с. — (Третий путь). — 1500 экз. — ISBN 978-5-906798-82-4.
  • Буковский В. К. Наследники Лаврентия Берия. Путин и его команда. — М.: Алгоритм, 2013. — 240 с. — (Власть в тротиловом эквиваленте). — 6000 экз. — ISBN 978-5-4438-0337-1.
  • Буковский В. К. Письма русского путешественника / Вступ. ст. В. Штепы. — СПб.: Нестор-История, 2008. — 232 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-98187-242-6.
  • Буковский В. К. Тайная империя Путина. Будет ли «дворцовый переворот»?. — М.: Алгоритм, 2014. — 224 с. — (Проект «Путин»). — 4000 экз. — ISBN 978-5-4438-0880-2.
На других языках
  • Rapport från en rysk resenär // Vladimir Bukovskij; Övers. av Katarina Wahlgren Stockholm Norstedt, Cop. 1982—1983. — ISBN 91-1-823102-0
Библиографик
Буковский архивы
Интервьюлар һәм сығыштарыхронологик тәртиптә
Публикациялары