Эстәлеккә күсергә

Вилюйск

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Город
Вилюйск
саха Бүлүү
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Яҡутстан

Муниципаль район

Вилюй улусы

Координаталар

63°45′ с. ш. 121°37′ в. д.HGЯO

Ҡала башлығы

Афанасьев Нюргустан Владимирович

Нигеҙләнгән

1634 йыл

Элекке исеме

1821 йылға тиклем — Оленск

Майҙаны

15 км²

Бейеклеге

110 м

Милли состав

яҡуттар, рустар, эвенктар

Телефон коды

+7 411-32

Почта индексы

678200

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

98 218 501 000

Код ОКТМО

98 618 101 001

Рәсми сайт

vilusk.sakha.gov.ru

Вилюйск (Рәсәй)
Вилюйск
Вилюйск

Вилю́йск (саха Бүлүү) — Рәсәй Федерацияһындағы ҡала (1793 йылдан алып), Саха Республикаһы Вилюй улусының административ үҙәге. Вилюйск ҡала биләмәһен барлыҡҡа килтерә. Төньяҡ-көнсығыш Азия һәм Алыҫ Көнсығыштың боронғо ҡалаларының береһе булып һанала; 1634 йылда тәүге үткенсе рус казактары нигеҙ һала.

Якутскиҙан төньяҡ-көнбайышҡа табан 592 км алыҫлыҡта, Вилюй йылғаһының (Лена ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан.

1792 йылғы картала Оленск йылға тамағында күрһәтелгән

19-сы быуатта XVIII — XIX быуаттарҙа булған Оленск ҡалаһы Төньяҡ Боҙло океан буйында Оленёк йылғаһы тамағында урынлашҡан, йәғни Вилюйскиҙан 1000 км алыҫлыҡта булған, тип һаналған. Атап әйткәндә, 1792 йылғы Иркутск наместниклығы картаһында ҡала Оленёк йылғаһы тамағында күрһәтелгән. Әммә Оленск ҡалаһы командаһы сержантының 1794 йылғы «поход журналына» ярашлы, был ҡала Вилюй йылғаһында булған[1].

Брокгауз менән Ефрондың энциклопедик һүҙлеге (1890-1907) былай тип хәбәр итә: «Оленск тип бер ни тиклем ваҡыт Вилюйск ҡалаһы йөрөтөлә»[2]. Калашников («Яҡутстан: хроника, факттар, ваҡиғалар», 2000), Лена йылғаһы һәм Оленск ҡалаһының һаҡланып ҡалған карталарына нигеҙләнеп, Оленск һәм Вилюйск - бер үк ҡала, ти[3].

Вилюйск ҡалаһына 1634 йылдың яҙында Якутск бастругынан Вилюй йылғаһы буйлап яһаҡ йыйыу өсөн килгән Посник Иванов (Посник Губарь Иванов) етәкселегендәге йәнәсәй казактары нигеҙ һала. Вилюйск ҡалаһы буласаҡ ауылдың тәүге исеме — Үрге Вилюй ҡышлау, ул Вилюй йылғаһы буйындағы тәүге рус ауылы, яһаҡ йыйыу пункты һәм урыҫ казактарының Вилюй йылғаһы бассейнын үҙләштереү форпосы була.

1794 йылғы Лена йылғаһы планында Вилюй йылғаһында Оленск торама пункты күрһәтелгән дә инде.

1822 йылда Вилюйск Яҡут өлкәһендә иң ҙуры Вилюй округының административ үҙәгенә әүерелә. Ә 1930 йылда Вилюй районының административ үҙәге тип билдәләнә.

2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала 899 Рәсәй Федерацияһының 1112[4] ҡалаһы араһында [5] 375-се урында була

Вилюйск Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтенең иң төньяғында урынлашҡан. Климаты - киҫкен континенталь. Ғөмүмән, ҡыш ныҡ һалҡын; йәй ҡыҫҡа, ләкин ярайһы йылы. Иң түбән температура 1927 йылда билдәләнгән.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C −0,4 −2 10,1 18,6 30,3 36,1 37,4 36,0 27,7 18,0 3,7 −2,1 37,4
Уртаса максимум, °C −32,2 −25,4 −11,7 0,8 11,4 21,5 24,8 20,4 10,3 −3,8 −22 −31 −3,1
Уртаса температура, °C −35,8 −30,4 −18,9 −5,6 5,8 15,4 18,7 14,4 5,5 −7,5 −25,8 −34,5 −8,2
Уртаса минимум, °C −39,3 −35 −25,7 −12,4 0,0 9,2 12,7 8,6 1,2 −11,2 −29,5 −38 −13,3
Абсолют минимум, °C −60,9 −58 −50 −40,2 −23 −5,3 0,0 −6,3 −15,4 −39,8 −52,7 −57,9 −60,9
Яуым-төшөм нормаһы, мм 11 9 9 12 24 39 50 38 35 25 20 13 285
Сығанаҡ: Погода и климат

Ҡалала 12 балалар баҡсаһы, 3 башланғыс мәктәп, 3 урта мәктәп, бер гимназия, сәнғәт һәм музыка мәктәптәре, Вилюй техникум һәм Вилюй педагогия колледжы бар.

Ҡалала түбәндәге сәнәғәт предприятиелары эшләй:

  • урман пункты;
  • төҙөлөш предприятиелары;
  • бетон заводы;
  • арболит һәм тимер-бетон изделиелары етештереү цехы.
  • Һөт заводы.

Улуста тәбиғи газ сығарыла.

  1. Башарин Г. П. История аграрных отношений в Якутии: Аграрные отношения с древних времен до 1770-х годов. — Арт-Флекс, 2003. — С. 49.
  2. Оленск // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. Калашников А. А. Якутия: хроника, факты, события, Часть 1. — Бичик, 2000. — С. 18.
  4. с учётом городов Крыма
  5. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года. Таблица «31. Численность населения городов и пгт по федеральным округам и субъектам Российской Федерации на 1 января 2016 года». RAR-архив (1,0 Mб)