Кларк Гейбл
Кларк Гейбл | |||
Clark Gable | |||
| |||
Исеме |
Уильям Кларк Гейбл | ||
---|---|---|---|
Тыуған көнө | |||
Тыуған урыны | |||
Вафат көнө | |||
Вафат урыны | |||
Гражданлығы | |||
Һөнәре |
актёр | ||
Карьераһы |
1924—1960 | ||
Наградалары |
«Оскар» (1935) | ||
IMDb | |||
Кларк Гейбл Викимилектә | |||
Уильям Кларк Гейбл (ингл. William Clark Gable; 1 февраль 1901 йыл — 16 ноябрь 1960 йыл) — Америка Ҡушма Штаттары актёры, «Голливуд короле» исемен йөрөтөүсе. «Оскар» премияһы лауреаты (1935)[1]..
Биография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кларк Гейбл Огайо штатында, Кадиста 1901 йылдың 1 февралендә тыуған. Ул нефть скажинаһында быраусы булып эшләгән Уильям Генри Гейбл менән ҡатыны Аделинаның (ҡыҙ сағында — Гершельман) берҙән-бер балалары була. Ата—бабалары сығышы менән Германиянан. Әсәһе Клара эпилепсия менән сирләй, улы тыуғас, ете айҙан һуң мәрхүмә була, шуға күрә малайҙы атаһы менән үгәй әсәһе Дженни Данлап үҫтерә.
Актёр биш тапҡыр өйләнә:
- Джозефина Диллон, Гейблдан 14 йәшкә өлкән (1924—1930);
- Мария Лэнгэм, Гейблдан 17 йәшкә оло (1931—1939);
- Кэрол Ломбард (1939—1942);
- Сильвия Эшли (1949—1952);
- Кей Уильямс (1955—1960).
«Тынғыһыҙ» атамалы фильм төшөрөү майҙансығында Гейблдың йөрәк өйәнәге була. Ун бер көндән, 1960 йылдың 16 ноябрендә вафат була.
Ҡыҙыҡлы хаҡиҡәттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кларк автомобилдәр коллекцияһы йыя, шуға Кэрол Ломбард бәләкәй йөрәктәр менән биҙәлгән «Форд» бүләк итә.
- Беренсе ҡатыны ҡыланышынан ташлатҡансы, Гейбл йыш ҡына атаһының исеме менән үҙен таныта.
- Кэрол Ломбард үлгәндән һуң, Кларк Гейбл, хөкүмәт менән әрме ҡаршы тороуға ҡарамаҫтан, В—17 самолётында атыусы булып урынлаша, Германияға һауанан һөжүм итеүҙәрҙә ҡатнаша. Ул биш хәрби осошта ҡатнаша, шул иҫәптән, береһе — Германияға. Осоштарҙың береһендә, самолёт боҙолғас, MGM студияһы етәксеһе актёрҙың һәләк булыуынан хәүефләнеп, Гейблды фронттан ҡайтарыу яғын хәстәрләй. 1943 йылдың ноябрендә ул АҠШ —ҡа ҡайтып, кинолағы эшен дауам итә.
- Актриса Грета Гарбоны йәне һөймәй, уға «ҡупып» тип өндәшә һәм һәләтһеҙ тип ғәйепләй.
- Ул масон, Калифорния «Беверли Хиллс» No. 528 үҙәгендә тора[2].
- «Оскар» тапшырыу церемонияһында әйткән иң ҡыҫҡа телмәре ике һүҙҙән тора: «Thank you». 1935 йылда «Иң яҡшы ирҙәр роле» номинацияһында премия «Бер мәлде төндә булған хәл» фильмына бирелгәс, сәхнәгә сығып статуэтканы ала ла: «Һеҙгә рәхмәт…!» — тип, кире урынына бара.
Фильмография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Год | Башҡортса атамаһы | Название на языке оригинала | Роль |
---|---|---|---|
1961 | Тынғыһыҙ | The Misfits | Гай Ленгленд |
1960 | Был Неаполда башланды | It Started in Naples | Майкл Гамильтон |
1959 | Әммә миңә түгел | But Not for Me | Рассел Уорд |
1958 | Уҡытыусының яратҡаны | Teacher’s Pet | Джеймс Гэннон |
Әкрен барырға, төпкә барырға | Run Silent Run Deep | Ричардсон | |
Фәрештәләр шайкаһы | Band of Angels | Хэмиш Бонд | |
1956 | Король һәм дүрт королева | The King and Four Queens | Дэн Кихоу |
1955 | Текә егеттәр | The Tall Men | Полковник Бен Эллисон |
Далан һалдаттары | Soldier of Fortune | Хэнк Ли | |
1953 | Могамбо | Mogambo | Виктор Марсвелл |
Мине ысҡындырма | Never Let Me Go | Филип Сазерленд | |
1952 | Яңғыҙ йондоҙ | Lone Star | Деверо Бёрк |
1951 | Киң Миссури аша | Across the Wide Missouri | Флинт Митчелл |
1950 | Ханыма яғымлы булыу өсөн | To Please a Lady | Майк Брэннан |
Ҡаланың асҡысы | Key to the City | Стив Фиск | |
1949 | Эре иҫәп | Any Number Can Play | Чарли Энди Кинг |
1948 | Дөйөм ҡараш | Command Decision | Бриг. ген. К. С. Деннис |
Ҡайтыу | Homecoming | полковник Улисс Делби Джонсон | |
1947 | Рекламасылар | The Hucksters | Виктор Элби Норман |
1945 | Мажара | Adventure | Гарри Паттерсон |
1942 | Мин һине табырмын | Somewhere I’ll Find You | Джонатан Дэвис |
1941 | Оя | Honky Tonk | Кэнди Джонсон |
Улар Бомбейҙә осорашты | They Met in Bombay | Джеральд Мелдрик | |
1940 | Иптәш Икс | Comrade X | Маккинли Б. Томпсон |
Шау—шыулы ҡала | Boom Town | Биг Джон Макмастерс | |
Сәйер йөк | Strange Cargo | Андре Верне | |
1939 | Ел артынан | Gone with the Wind | Ретт Батлер |
Алйот шатлығы | Idiot’s Delight | Гарри Ван | |
1938 | Үтә хәүефле | Too Hot to Handle | Кристофер Хантер |
Лётчик—испытатель | Test Pilot | Джим Лейн | |
1937 | Саратога | Saratoga | Дюк Брэдли |
Парнелл | Parnell | Чарльз Стюарт Парнелл | |
1936 | Ашыҡ мөхәббәт | Love on the Run | Майкл Энтони |
Кейн һәм Мәйбл | Cain and Mabel | Ларри Кейн | |
Сан—Франциско | San Francisco | Блэки Нортон | |
Ҡатын секретаршаға ҡаршы | Wife vs. Secretary | Вэн Стэнхоуп | |
1935 | Баунтиҙә фетнә | Mutiny on the Bounty | лейтенант Флетчер Кристиан |
Ата—бабаларҙың ораны | The Call of the Wild | Джек Торнтон | |
Ҡытай диңгеҙҙәре | China Seas | капитан Алан Гаскелл | |
Эштән һуң | After Office Hours | Джеймс Бранч | |
1934 | Башҡаларҙы онотоп | Forsaking All Others | Джеффри Уильямс |
Бығауҙар | Chained | Майкл Брэдли | |
Манхэттен мелодрамаһы | Manhattan Melodrama | Эдвард 'Блэки' Галлахер | |
Аҡ кейемле ир | Men in White | доктор Джордж Фергюсон | |
Төндә булған бер хәл | It Happened One Night | Питер Уорен | |
1933 | Бейеүсе леди | Dancing Lady | Патч Галлахер |
Төнғө осош | Night Flight | Джулс | |
Иреңде ҡәҙерлә | Hold Your Man | Эдди Холл | |
Аҡ һеңле | The White Sister | Джованни Севери | |
1932 | Ғәжәп интерлюдия | Strange Interlude | доктор Нед Даррел |
Ыҙалы ир | No Man of Her Own | Джерри 'Бейб' Стюарт | |
Ҡыҙыл туҙан | Red Dust | Деннис Карсон | |
Цирктағы Полли | Polly of the Circus | Джон Хартли | |
1931 | Сумыусы шайтандар | Hell Divers | Стив Нельсон |
Аҡылдан шашҡан ҡатын | Possessed | Марк Уитни | |
Сюзан Ленокс | Susan Lenox | Родни Спенсер | |
Ҡанлы спорт | Sporting Blood | Уоррен Риддел | |
Төнғө ҡараусы | Night Nurse | Ник | |
Ирекле йән | A Free Soul | Эйс Уилфонг | |
Ғонаһлы көләкәс | Laughing Sinners | Карл Лумис | |
Йәшерен ярымһаҡ | The Secret Six | Карл Лакнер | |
Бармаҡ остары | The Finger Points | Луис Бланко | |
Бейегеҙ ахмаҡтар, бейегеҙ | Dance, Fools, Dance | Джейк Лава | |
Иң ябай ысул | The Easiest Way | Ник Фелики | |
Буялған үҙән | The Painted Desert | Рэнс Бретт | |
1925 | Төньяҡ йондоҙ | North Star | Арчи Вест |
1924 | Тыйылған ожмах | Forbidden Paradise | Солдат царской охраны |
Аҡ кеше | White Man | ярат леди Андреа |
Наградалары һәм номинациялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1935 — «Оскар» премияһы — иң яҡшы ирҙәр роле, «Бер мәлде төндә булған хәл» фильмына
Номинациялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1936 — «Оскар» премияһы — иң яҡшы роль, «Бауинти фетнәһе» фильмы
- 1940 — «Оскар» премияһы — иң яҡшы роль, «Ел артынан» фильмы өсөн
- 1959 — «Алтын глобус» премияһы — «Уҡытыусының яратҡаны» фильмындағы иң яҡшы ир-ат роле өсөн
- 1960 — «Алтын глобус» премияһы — «Әммә миңә түгел» фильмындағы иң яҡшы ир-ат роле өсөн
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кларк Гейбл (инг.) Internet Movie Database сайтта
Был актёр тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
- 1 февралдә тыуғандар
- 1901 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- АҠШ-та тыуғандар
- 16 ноябрҙә вафат булғандар
- 1960 йылда вафат булғандар
- АҠШ-та вафат булғандар
- Алфавит буйынса актёрҙар
- АҠШ актёрҙары
- XX быуат актёрҙары
- Награждённые Крестом лётных заслуг (США)
- Air миҙалы менән бүләкләнгәндәр (АҠШ)
- «Оскар» премияһы лауреаттары
- АҠШ масондары