Германияның берләшеүе (1990)
Германияның берләшеүе | |
Дәүләт |
Германия Германия Федератив Республикаһы[d] Германия Демократик Республикаһы |
---|---|
Алдағы | разделение Германии[d] |
Башланыу датаһы | 9 ноябрь 1989 |
Тамамланыу датаһы | 3 октябрь 1990 |
Германияның берләшеүе (1990) Викимилектә |
Германияның рәсми берләшеүе: немецтарҙың яңынан ҡушылыуы (нем. Deutsche Wiedervereinigung) йәки Германия берҙәмлеген тергеҙеү нем. Herstellung Deutschlands der Einheit) — 1990 йылдың 3 октябрендә ГФР конституцияһына ярашлы, ГДР-ың ГФР составына инеүе.
Берләшкәндә, яңы дәүләт ойошторолмай. Ә ҡушылған биләмәләрҙә 1949 йылғы ГФР конституцияһы дәүләт ҡоролошоноң нигеҙе итеп алына һәм 1990 йылда яңы редакцияла ҡабул ителә.
ГДР йәшәүҙән туҡтай. Элекке ГДР биләмәләрендә биш яңы ер тергеҙелә. Шулай уҡ берләштерелгән Берлин үҙ аллы ер итеп иғлан ителә.
Ике герман дәүләте берләшеүенең хоҡуҡи нигеҙен Германия мәсьәләләрен көйләү буйынса һуңғы килешеүе тәшкил итә.
Был килешеү, уға ҡул ҡуйған дәүләттәр һанына ҡарап: ГДР һәм ГФР плюс Бөйөк Британия, Франция, СССР һәм АҠШ буйынса — «Ике плюс дүрт» тип тә атала.
Көнбайыш Берлин ҡала-дәүләте килешеүҙә ҡатнашмай.
Тарих башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Совет-көнбайыш Германия мөнәсәбәттәре сиктәрендә инициативалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Германияны берләштереүгә тәүге аҙым 1952 йылдың мартында яһала.
1952 йылдың 10 мартында СССР тарафынан тәҡдим ителгән, шулай уҡ «Сталин нотаһы» һәм «март нотаһы» йәки «тыныслыҡ нотаһы» булараҡ билдәле документта бөтә оккупация державаларына (Бөйөк Британия, Франция, АҠШ, СССР) кисекмәҫтән һәм Германия хөкүмәте ҡатнашлығында (проекты ҡушымта итеп һалынған була) Германия менән тығыҙ килешеү төҙөй башларға тәҡдим ителә.
СССР, Германияның хәрби блоктарҙа ҡатнашмауы шарты менән, илдең берләшеүе менән ризалашырға, немец армияһы, хәрби сәнәғәт һәм демократик партиялар һәм ойошмаларҙың ирекле эшмәкәрлегенә юл ҡуйырға әҙер була.
Был көнбайыш державалары менән Союз араһындағы "Ноталар һуғышы"на килтерә. Шуның һөҙөмтәһендә Көнбайыш, берләшкән Германия НАТОға инеү өсөн ирекле булырға тейеш тигән ныҡышмалылыҡ менән, совет тәҡдимен кире ҡаға.
Һуңғараҡ, 1988 йылдың октябрендә, ГФР канцлеры Гельмут Колдың Мәскәүгә сәфәре барышында был тема дауам ителә. Быға тиклем ГФР властары Германияның берләшеү ихтималлығына ҡарата фекерҙәрен әйтеп, Михаил Горбачёвтан ышандырырлыҡ яуап ала: КПСС Үҙәк комитетының Генераль секретары, СССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе Колгә хат яҙа. Унда тәүге тапҡыр ике ил араһында мөнәсәбәттәрҙә «яңы глава» асыу кәрәклеге тураһында һүҙҙәр була[1].
1988 йылдың 28 октябрендә, Гельмут Колдың Мәскәүгә яуап сәфәре барышында, Кремлдең Екатерина залында Горбачёв менән Коль араһында, ГДР-ҙы һәм ГФР-ҙы берләштереү мәсьәләһен хәл итеүҙә һынылыш осоро тип һанарлыҡ мөһим һөйләшеүҙәр була.
1989 йылдың июнендә Горбачёвтың Германия Федератив Республикаһына сәфәре барышында берлектәге белдереүгә ҡул ҡуйыла. Гельмут Коль үҙе был документтҡа үткәндәр буйынса яһалған бер һыҙат, бер үк ваҡытта киләсәккә юлды яҡтыртыусы сығанаҡ тип ҡылыҡһырлама бирә. Ә Горбачёв, үҙ яғынан, документты «алға китеш» тип атай.
Бынан һуң СССР һәм Германия Федератив Республикаһы етәкселәре Германияны берләштереүҙең аныҡ механизмын әҙерләү өсөн бер нисә тапҡыр осраша. Ошо һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә Горбачёв Германияның берләшеүе буйынса Коль тәҡдим иткән шарттар менән ризалаша[1].
Һуңғараҡ СССР-ҙың байтаҡ алдынғы сәйәсмәндәре һәм етәкселәре тарафынан Горбачёв адресына, улар фекеренсә Германия берләшеүенең Советтар Союзы өсөн отошһоҙ шарттары айҡанлы дәғүәләр әйтелә[2]. Атап әйткәндә, СССР-ҙың Германия Федератив Республикаһындағы элекке Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе В. М. Фалин: "…ГФР канцлеры Людвиг Эрхард мәлендә үк Германияның берләшеүе өсөн «компенсация» тәртибендә 124 миллиард марка тәҡдим ителә. Ә 1980 йылдар башында ГДР Варшава килешеүенән сығып Австрия тибында нейтраль статус алһын өсөн, 100 миллиард марка ҡарала. «Германия өсөн ядроһыҙ биләмә статусына ирешеү һәм НАТО-ның көнсығышҡа киңәйеүенә юл ҡуймау мөмкинлеге бар. Горбачёвҡа халыҡтан һорауҙарға яуап алғанда, 74%-ы хуплаясаҡ», — тинем . Ул: «Һуңланыҡ тип ҡурҡам», — тине. Ғәмәлдә иһә: «Беҙгә халыҡты ашатырға 4,5 млрд марка бирегеҙ», — тигән тәҡдимен ишеттерҙе. Бына шул. Хатта ГДР-ҙа ғына беҙҙең триллион һумға тиң мөлкәтебеҙ тороп ҡалһа ла, Советтар Союзының ике Германияға булған бурысын иҫәптән сығарттырып торманы![1][3].
АҠШ, Бөйөк Британия һәм Францияның Германияның берләшеүендәге роле
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Германия капитуляцияһы шарттарына ярашлы, Икенсе донъя һуғышында еңелгән ил булараҡ, Германия дәүләте, асылда, еңеүсе илдәрҙең халыҡ-ара контроле аҫтында тора. Шуға күрә Германияның ҡушылыуына Маргарет Тэтчерҙың ризалығын алыу өсөн Советтар Союзы вәкилдәре байтаҡ көс һала[4]. Франция президенты Франсуа Миттеранды ла башта өгөтләргә тура килә[5].
Германияның берләшеүе Америка һәм НАТО файҙаһына донъяла көстәр балансын үҙгәртеү мөмкинлегенә юл асасағын алдан күргәнлектән, Америка президенты өлкән Джордж Буш баштан уҡ Колдың ғәмәлдәренә бер һүҙһеҙ булышлыҡ итә[6].
Ниһайәт, еңеүсе илдәрҙең консенсусына өлгәшелә. Улар берләшкән Германияға тулы суверенитет бирергә ризалаша. 1990 йылдың 12 сентябрендә Мәскәүҙә Германияға ҡарата тулыһынса көйләү килешеүенә ҡул ҡуйыла.
Берләшеү алдынан Европала дөйөм хәл
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оппозицияның көсәйеүе һәм Венгрия социалистик эшселәр партияһының либералләшеүе 1989 йылда Венгрияла революцияға һәм 1989 йылдың майында Венгрия менән Австрия араһында «тимер ҡорғанды» бөтөрөүгә килтерә[7].
1989 йылдың 19 авгусында Шопрона ҡалаһы эргәһендәге Австрия-Венгрия сигендә тыныслыҡ демонстрацияһы үтә. Ике илдең ризалығы менән иҫке Братислава юлындағы Санкт-Маргаретен һәм Шопронкёхида ауылдары араһындағы сик буйы ҡапҡаларын символик рәүештә өс сәғәткә асып ҡуялар. Был ваҡиғалар сылбырлы реакцияға килтерә, һөҙөмтәлә ГДР юҡҡа сыға һәм Көнсығыш блок тарҡала[8][9].
1989 йылдың октябрендә ГДР башында күп йылдар торған лидер, коммунистар башлығы Э. Хонеккер, идара итеүҙе көрәштәше Эгон Кренцҡа тапшырып, властан үҙ ирке менән баш тарта. ГДР-ҙың яңы власы Көнсығыш һәм Көнбайыш Берлин араһындағы сик режимын йомшартырға мәжбүр була.
Был 1989 йылдың ноябрендә халыҡтың Көнсығыш һәм Көнбайыш Берлин араһындағы сик аша күпләп үтеүенә һәм 9 ноябрҙә Берлин стенаһының ҡолауына килтерә.
Берлин стенаһы ауғандан һуң ике аҙна үткәс, 1989 йылдың 28 ноябрендә Гельмут Коль яңынан ҡушылыу мөмкинлеген маҡсат итеп, ике Германияны ла үҙ хеҙмәттәшлеген киңәйтергә саҡырған , 10 пункттан торған программа иғлан итә[10].
1990 йылдың мартында Германия Демократик Республикаһына парламент һайлауҙары дөйөм Германия дәүләтен ойоштороуға тәүшарт булып тора. Был һайлауҙарҙа Көнсығыш Германия христиан демократиктары ҙур айырма менән еңеү яулай. Уларҙың лидеры Лотар де Мезьер — ГДР хөкүмәте башлығы булып китә.
Берләшеү процессының төп этаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1990 йылдың 18 майында Коль һәм де Мезьер Бонн ҡалаһында берҙәм иҡтисади киңлек булдырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуя[11]. 1 июлдән ГДР биләмәһендә ГФР-ҙың немец маркаһы әйләнешкә инә, ә Германия Демократик Республикаһы маркаһы бөтөрөлә.
31 августа Германия Федератив Республикаһын һәм ГДР-ҙы берләштереү тураһында Килешеү төҙөлә. Уға Германия Федератив Республикаһының Эске эштәр министрлығы башлығы Вольфганг Шойбле һәм Германия Федератив Республикаһының парламент статс-секретары Гюнтер Краузе ҡул ҡуя. Ике илде берләштереү өсөн ГФР Конституцияһында (23-сө статья) ҡаралған мөмкинлек файҙаланыла: ГДР территорияһы ГФР составына индерелә. ГФР Конституцияһы, яңы биләмәлә лә таралып, ғәмәлгә инә.
12 сентябрҙә Мәскәүҙә Германия Федератив Республикаһының, ГДР-ҙың, СССР-ҙың, АҠШ-тың, Францияның һәм Бөйөк Британияның тышҡы сәйәсәт ведомстволары башлыҡтары ҡул ҡуйған «Германия мәсьәләләре буйынса һуңғы көйләү тураһында килешеү» төҙөлә.
Берләшеү шарттарының береһе — ГФР Конституцияһына 1990 йылдан һуң Германияның бөтә өлөштәре берләштерелеүе һәм ике дәүләт араһында Одер — Нейсе буйынса сикте тулыһынса таныу тураһында Польша менән килешеүгә ҡул ҡуйылыуы хаҡында положение индереү була.
Германия 1990 йылдың 3 октябрендә берләштерелә. Был көн шунан алып Германия берҙәмлеге (нем. Tag der deutschen Einheit) көнө булып тора[12] һәм йыл һайын милли байрам булараҡ билдәләнә. Был көндө төнгө сәғәт 12-нән ГДР, уның дәүләт институттары бөтөрөлә, армия, флот тарҡатыла.
ГДР-ҙы үҙенә ҡушҡан ГФР, һаман да ЕЭС һәм НАТО ағзаһы булып ҡала. Шул уҡ ваҡытта берләшкән Германия 1991 йылдың 15 мартында — Германияға мәсьәләләре буйынса һуңғы көйләү тураһында Килешеү көсөнә ингән көндә генә — тулы суверенитетҡа эйә була.
1990 йылдың 14 октябрендә Германия Федератив Республикаһы составына элекке ГДР-ҙың биш яңынан булдырылған ере: Бранденбург, Мекленбург-Передняя Померания, Саксония, Саксония-Анһальт, Тюрингия һәм Берлин территорияһы инә, уларҙың сиктәре ГДР-ҙа 1952 йылға тиклем ғәмәлдә булған ерҙәрҙән бер ни тиклем айырыла. 1991 йылдың мартында, Көнсығыш Берлин магистратының һуңғы етәксеһе вәкәләттәре тамамланғандан һуң, берләшкән Берлин шулай уҡ Германияның 16-сы ере тип билдәләнә.
1990 йылдың 15 декабрендә үҙәк Европа ваҡыты буйынса 19:58-ҙә ГДР-ҙың ике дәүләт телеканалының береһе тапшырыуҙарын — Deutschland Fernsehfunk 1|DFF 1 туҡтата.
DFF1 йышлыҡтарында Das Erste|ARD эш башлай. DFF2 телеканалы атамаһын DFF Länderkette тип үҙгәртә һәм 1991 йылдың 31 декабренә тиклем эфирға сығыуын дауам итә.
1992 йылдың 1 ғинуарына ҡарата төндә Яңы йыл шоуын трансляциялағандан һуң, DFF Länderkette шулай уҡ тапшырыуҙарын туҡтата. Ә уның йышлыҡтарын яңы ер йәмәғәт телекомпаниялары үҙ-ара бүлешеп ала..
ГДР-ҙың радиотапшырыу каналдары 1991 йылдың 31 декабренә тиклем эҙмә-эҙлекле рәүештә бөтөрөлә. Килешеүҙең 36 пункты буйынса, ябылыуға дусар булмай ҡалған берҙән-бер ГДР радиостанцияһы — Deutschlandsender Kultur ғына. Ул да 1992 йылдың 1 ғинуарынан ARD һәм ZDF берлектәге биләмәгә тапшырыла. Ә 1994 йылдың 1 ғинуарынан Deutschlandfunk Kultur итеп үҙгәртелә.
ГДР-ҙың премьер-министры Лотар де Мезьер тәүҙә ГФР хөкүмәтенә индерелә. Әммә бер аҙҙан Штази менән бәйләнештә торған тигән ғәйепләү нигеҙендә эшенән ебәрелә.
Иҡтисади аспект
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Германияны берләштереү, шулай уҡ көнсығыш Германия иҡтисадын яңынан яйға һалыу буйынса эштәр байтаҡ өҫтәмә финанстар талап итә. Был сығымдарҙы ҡаплау өсөн 1991 йылда Германияла теләктәшлек өҫтәмәһе индерелә. Ул килемгә һалым (физик шәхестәр өсөн) һәм табышҡа һалым (юридик шәхестәр өсөн) суммаһының 7,5%-ын тәшкил итә.
Хәҙерге көндә был өҫтәмәнең ставкаһы 5,5 % тәшкил итә һәм килем билдәле бер кимәлдән артҡан осраҡта алына.
2018 йылда теләктәшлек өҫтәмәһенән килем суммаһы 18,93 миллиард евро тәшкил иткән[13].
Иҡтисади һәм валюта союзы 1990 йылдың 1 июлендә үҙ көсөнә инә. Шул уҡ ваҡытта ГДР маркалары эш хаҡы, пенсиялар һәм ҡулаҡсаның бер өлөшө өсөн 1:1 нисбәтендә һәм оҙайлы һаҡлау һәм кредит йөкләмәләре өсөн — 2:1 нисбәте менән немец маркаларына алмаштырыла[14].
Мәҙәниәттә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Германияның берләшеүе һәм ГДР-ҙың берләшеүенә ҡағылған процестар — Вольфганг Бекерҙың «Гуд бай, Ленин!» фильмының төп темаһы.
- «Улица Борнхольмер нем. Bornholmer Straße (Film)» фильмында Берлин стенаһын емереү һәм уға алып килеүсе ваҡиғалар күрһәтелгән.
- «Scorpions» «Wind of Change» («Үҙгәрештәр еле») йыры ошо ваҡиғаларға бағышланған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Германия берләшеүенең кесе герман юлы
- Германия берләшеүенең бөйөк герман юлы
- Сталин нотаһы — Германияны берләштереү буйынса 1952 йылғы совет тәҡдиме
- The Wall Live in Berlin
- Кореяның берләшеүе
- Гонконгты КХР-ға биреү
- КХР-ға Макаоны биреү
- Кипрҙың берләшеүе
- Ирландияның берләшеүе
- Остальгия
- Осси һәм Весси
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Как Горбачёв объединял Германию . Дата обращения: 1 ғинуар 2013. Архивировано 2 февраль 2013 года.
- ↑ Объединение Германии: необходимость или политическое предательство? Дата обращения: 20 ғинуар 2013. Архивировано 26 ноябрь 2019 года.
- ↑ Валентин ФАЛИН вспоминает и размышляет (Беседа В.М.Фалина с издательницей еженедельника "Цайт" графиней М.Денхофф и главным редактором "Цайт" Т.Зоммером). Обсервер. Дата обращения: 20 ғинуар 2013. Архивировано из оригинала 16 апрель 2008 года. 2008 йыл 16 апрель архивланған.
- ↑ Полынов М.Ф., профессор, доктор исторических наук М.С. Горбачев и объединение Германии (рус.) // Новейшая история России. — 2011. — № 1.
- ↑ Бремя единой Германии . Известия. Дата обращения: 23 ғинуар 2013. Архивировано 2 февраль 2013 года.
- ↑ Бернд Бонвеч; Ю. В. Галактионов. Германский вопрос и объединение Германии . История Германии. Том 2. От создания Германской империи до начала XXI века. Дата обращения: 23 ғинуар 2013. Архивировано 20 март 2013 года.
- ↑ THE WORLD; Despite New Stirrings, Dream of 'One Germany' Fades 2020 йыл 1 сентябрь архивланған. by Serge Schmemann, The New York Times, 14 May 1989
- ↑ Thomas Roser: DDR-Massenflucht: Ein Picknick hebt die Welt aus den Angeln (German — Mass exodus of the GDR: A picnic clears the world) in: Die Presse 16 August 2018.
- ↑ Miklós Németh in Interview with Peter Bognar, Grenzöffnung 1989: «Es gab keinen Protest aus Moskau» (German — Border opening in 1989: There was no protest from Moscow), in: Die Presse 18 August 2014.
- ↑ GHDI - Document . Дата обращения: 27 апрель 2020. Архивировано 1 август 2020 года.
- ↑ Падение Берлинской стены . Дата обращения: 21 ғинуар 2013. Архивировано 9 июнь 2012 года.
- ↑ Vertrag zwischen der Bundesrepublik Deutschland und der Deutschen Demokratischen Republik über die Herstellung der Einheit Deutschlands (Einigungsvertrag) 2010 йыл 4 февраль архивланған. = Договор об объединении, подписанный Федеративной Республикой Германия и Германской Демократической Республикой в Берлине 31 августа 1990 года (нем.).
- ↑ Steuereinnahmen durch den Solidaritätszuschlag in Deutschland bis 2018 (нем.). Statista. Дата обращения: 11 август 2019. Архивировано 11 август 2019 года.
- ↑ Германия: Вызовы XXI века 2015 йыл 3 октябрь архивланған.. — М., 2009. — с. 80
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Розенберг Дороти Дж. Колонизация восточной Германии. 2009 йыл 12 ноябрь архивланған. // «Альтернативы», 1992. № 2 — С. 33—50.
- Платошкин Н. Н. Объединение Германии: Как это было. // Военно-исторический журнал. — 2011. — № 11. — С.15-21.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Германияның берләшеүе (1990) Викимилектә |
- Двадцать лет вместе 2021 йыл 14 май архивланған. // Lenta.ru
- The Unification Treaty (Berlin, 31 August 1990) 2014 йыл 6 октябрь архивланған. (инг.)
- Hessler, Uwe, «The End of East Germany» 2006 йыл 20 апрель архивланған., dw-world.de, 23 August 2005
- Berg, Stefan, Steffen Winter and Andreas Wassermann, «Germany’s Eastern Burden: The Price of a Failed Reunification» 2007 йыл 20 ноябрь архивланған., Der Spiegel, 5 September 2005 (инг.)
- Wiegrefe, Klaus, «An Inside Look at the Reunification Negotiations» 2012 йыл 14 март архивланған.Der Spiegel, 29 September 2010 (инг.)
- even dangerous"? Margaret Thatcher and German Unification, Academia.edu, 2016 2020 йыл 8 июль архивланған. (инг.)
- German Embassy Publication, Infocus: German Unity Day(недоступная ссылка)
- Problems with Reunification from the Dean Peter Krogh Foreign Affairs Digital Archives (инг.)