Герти Тереза Кори
Герти Тереза Кори, тыумыштан Радниц (ингл. Gerty Theresa Cori, Герти Тереза Радниц-Кори, 15 август 1896 йыл, Прага, Австро-Венгрия (хәҙер Чехия) — 26 октябрь 1957 йыл) — АҠШ биохимигы.
Ире Карл Кори менән бергә «гликогендың каталитик әүерелешен асҡан өсөн» физиология һәм медицина буйынса 1947 йылғы Нобель премияһы лауреаты була.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Герти Тереза Радниц 1896 йылдың 8 авгусында Прагала, ул саҡта Австро-Венгрия империяһында, йәһүд ғаиләһендә тыуа[13]. Атаһы Отто Радниц Богемияла шәкәр заводының генераль директоры булып эшләй. Әсәһенең ағаһы Прага университетында педиатрия профессоры була. Герти 1914 йылда Прагалағы немец уҡыу йортона — Карл Фердинанд (Carl Ferdinand University) университетына уҡырға инә. Шунда Карл Кори менән осраша; улар икеһе лә 1920 йылда медицина буйынса доктор дәрәжәһен ала һәм шул уҡ йылды Венала туй яһай [14].
1921 йылда Кориҙар икеһе ике урында эшләй. Герти Веналағы Каролина балалар дауаханаһында профессор Кноепфельмахер ҡулы аҫтында педиатрияла хеҙмәт итә. Карл иртән — лабораторияла, кисен фармакология университетында тикшеренеүҙәр алып бара.
1922 йылда Кориҙар Америка Ҡушма Штаттарына күсеп килә. Улар Нью-Йорк Дәүләт малигнант ауырыуҙар институтына (хәҙерге Росвелл парк) урынлаша. Герти ҡалҡан биҙе эшмәкәрлеген өйрәнеүен дауам итә[15]. Буффало ҡалаһында Кориҙар икәүләп карбогидрат метаболизм in vivo һәм уның гормональ көйләнеше буйынса тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. Тикшеренеүҙәре барышында һөт кислотаһы менән ҡыҙыҡһына башлайҙар. Эпинефрин менән артабанғы эштә был ҡыҙыҡһыныу тағы ла көсәйә төшә.
1923[16] һәм 1924[17] йылдарҙа Герти рентген нурҙарының тән тиреһенә һәм ағзаларҙың метаболизмына йоғонтоһона арналған мәҡәләләр яҙа[18].
1931 йылда Герти менән Карл Сент-Луисҡа күсә. Улар адреналиндың мускулдарҙа гликогенолиз барлыҡҡа килтереүсе тәьҫирен тикшерә.
1938 һәм 1939 йылдар емешле була, глюкозо-1-фосфатты бүлеп алғандан һуң, Кориҙар энзимология яғына иғтибарҙарын арттыра.
Эрл Сазерленд, Сидни Коловик һәм ире Карл менән бергә, Герти, фосфоризаларҙы мутазаларҙан һәм изомеразаларҙан айырып, глюкозо-6-фосфаттан гликоген алыу реакцияларының эҙмә-эҙлелелеген хасил итә. Тикшеренеүселәр быға тиклем иғтибарға эләкмәгән мутазалар тиңлеген шәйләй һәм уны һан яғынан тасуирлай.
Артабан Герти Арда Грин һәм Карл менән мускул фосфорилазаһының кристаллашыуын һүрәтләгән хеҙмәттәрен яҙа.
Һуңғы йылдарында педиатрияла тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә, гликоген тупланыу ауырыуын өйрәнә.
Маҡтаулы бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1946 − Америка Химия йәмғиәтенән Midwest Award
- 1947 − Эске секрецияны өйрәнеү ассоциацияһынан Squibb Award
- 1947 − Карл Кори менән бергә Нобель преияһы лауреаттары
- 1948 − Америка Химия йәмғиәтенән Frances P. Garven Medal
- 1948 − St. Louis Award
- 1950 − АҠШ Милли фәндәр академияһынан Sugar Prize
- 1951 − Америка Медицина колледждары ассоциацияһынан Borden Award.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1979 йылда Халыҡ-ара астрономия союзы Айҙың артҡы яғындағы кратерға Герти Тереза Кори исемен бирә.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Ogilvie M. B. The Biographical Dictionary of Women in Science (ингл.): Pioneering Lives From Ancient Times to the Mid-20th Century — Routledge, 2003. — Vol. 1. — P. 292. — 798 p. — ISBN 978-1-135-96342-2
- ↑ 3,0 3,1 Gerty Cori // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ 4,0 4,1 Gerty Theresa Cori // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ 5,0 5,1 Studenti pražských univerzit 1882–1945
- ↑ https://vademecum.nacr.cz/vademecum/permalink?xid=85db3f69-589d-48de-8e87-57ca69841e60&scan=74acc3b3e1cc5dedaa915d4502081d60 — Б. 189.
- ↑ https://www.timesnewspapers.com/webster-kirkwoodtimes/features/glendale-honors-nobel-prize-winners/article_eae27c9b-ee8f-5679-af01-1a95b1acb270.html
- ↑ https://www.nytimes.com/1957/10/27/archives/dr-gerty-t-cori-biochemist-dead-nobel-prizewinner-in-1947-with.html
- ↑ http://www.nasonline.org/member-directory/deceased-members/20000986.html
- ↑ http://www.nsf.gov/about/history/overview-50.jsp
- ↑ https://www.nsf.gov/nsb/members/former.jsp
- ↑ Notable Names Database (ингл.) — 2002.
- ↑ Holocaust Journey: Traveling in Search of the Past
- ↑ Larner J. Gerty Theresa Cori. 1896—1957 // Biographical memoirs. National Academy of Science. Washington, 1992, p. 111—135
- ↑ The influence of thyroid extracts and thyroxin on the rate of multiplication of paramecia. Am. J. Physiol. 65:295-99.
- ↑ The effect of x-ray on the skin of vitally stained white mice. Proc. Soc. Exp. Biol. Med. 21:123.
- ↑ Comparison of the sensitiveness of different organs of the mouse toward x-ray. /. Cancer Res. 8:522.
- ↑ The effect of x-ray on the skin of vitally stained white mice. / Exp. Med. 39:639-43.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биографические мемуары Джозефа Ларнера
- Биография Герти Кори на сайте Нобелевского комитета (инг.)(инг.)
- Нобелевская лекция Герти Кори 2016 йыл 7 ноябрь архивланған. (инг.)(инг.)
- 15 августа тыуғандар
- 1896 йылда тыуғандар
- Прагала тыуғандар
- 26 октябрҙә вафат булғандар
- 1957 йылда вафат булғандар
- АҠШ-та вафат булғандар
- Медицина буйынса Нобель премияһы лауреаттары
- Карл университетын тамамлаусылар
- Алфавит буйынса Нобель премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Австро-Венгрияла тыуғандар
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Нобель премияһы лауреаты булған ҡатын-ҡыҙҙар