Гидрология
Уҡыу көйләүҙәре
Гидрология (грек. Yδρoλoγια, от бор. грек. ὕδωρ — һыу + λoγoς — һыу + λoγoς — һүҙ, тәғлимәт) — тәбиғәттәге һыуҙы, уның атмосфера һәм литосфера менән тәъҫир итешеүен, шулай уҡ уның менән бәйле процесстарҙы (парға әйләнеү, туңыу кеүек) өйрәнә торған фән.
Өйрәнеү предметы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гидросферала булған һыуҙың бөтө төрҙәре: океан, диңгеҙ, йылға, күлдәр, һыу һаҡлағыстар, һаҙлыҡтар, тупраҡтағы дым һәм ер аҫты һыуҙары.
Нимә менән шөғөлләнә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- тәбиғәттә һыу әйләнешен өйрәнә, уға кеше эшмәкәрлегенең йоғонтоһон һәм объекттарҙың һыу режимы, айырым территорияларҙың һыу режимы менән идара итеүҙе өйрәнә
- айырым территорияларҙа гидрогеологик элементтарҙы һәм дөйөм Ерҙе анализлай.
- география, физика һәм башҡа фәндәрҙә ҡулланылған алымдарҙы ҡулланып һыу ресурстарын рациональ файҙаланыу һәм торошо тураһында баһа бирә.
Бүлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гидродинамика хәҙерге заман информатика алымдарын ҡулланып гидрология мәсьәләләрен хәл итә.
- Изотоп гидрологияһы һыуҙың изотоп үҙенсәләген өйрәнә.
- Ҡоро ер гидрогеологияһы ер өҫтөндә барған гидрогеологик процесстарҙы өйрәнә.
- Гидрометрия төрлө һыу объекттарының һәм уларҙың режимының миҡдарын иҫәпләү ысулын өйрәнә.
- Гидрохимия тәбиғәт һыуҙарының химик үҙенсәлеген өйрәнә.
- Гидробиология һыуҙа барған тормош һәм биологик процесстарҙы биология менән сиктәш өйрәнә.
- Гидрогеология ер аҫты һыуҙары ятҡылығы, составы һәм хәрәкәт итеү закондарын өйрәнә.
- Гидрометеорология һыу өҫтөндә һәм атмосфераның түбәндәге ҡатламдарында барған алмашыныу процесстарын өйрәнә.
- Гидрография йылға, күл, һыу һаҡлағыстар һыуҙарын хужалыҡта файҙаланыуҙа физик-географик шарттарҙы өйрәнә.
- Гидрофизика гидросферала барған физик процесстарҙы өйрәнә.
- Тупраҡ гидрогеологияһы тупраҡтың һыу режимын тупраҡ өйрәнеү фәне булараҡ өйрәнә.
- Инженер гидрологияһы гиротехтик ҡоролмалар төҙөгәндән һуң һыу режимының миҡдары һәм сифаты үҙгәреүен өйрәнә.
- Лимнология күл һәм башҡа сөсө һыу ятҡылыҡтарынын физик, химик һәм биологик характеристикаһын өйрәнә.
- Океанология ҙур һыу массаһы характеристикаһын өйрәнә.
- Потамология йылға характеристикаларын өйрәнә.
- Гляциология ер өҫтөндәге, атмосфералағы һәм литосфералығы боҙҙо өйрәнә.
Тикшереү нәтижәләрен ҡулланыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Диңгеҙ гидрологияһы мәғлүмәттәрен һыу өҫтө корабльдәрә һәм һыу аҫты кәмәләре йөҙгәндә, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡуллана.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Михайлов В.Н., Добровольский А.Д. Гидрология. — 3. — Высшая школа, 2008. — 463 с. — ISBN 978-5-06-005815-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гидрология дәүләт институты 2010 йыл 13 апрель архивланған. (рус.)