Гюстав Флобер
Гюста́в Флобе́р (франц. Gustave Flaubert; 12 декабрь 1821 йыл, Руан — 8 май 1880 йыл, Круассе) — француз реалист прозаигы, XIX быуат Европа яҙыусылары араһында иң күренеклеләр иҫәбенә инә. Иң билдәле әҫәре — «Бовари ханым» романы (1856).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гюстав Флобер 1821 йылдың 12 декабрендә Руан ҡалаһында буржуа ғаиләһендә тыуған. Атаһы Ахилле-Клеофас Флобер, билдәле табип, Руан дауаханаһының хирургия бүлексәһе мөдире була[10]. Ги де Мопассан әйтеүенсә, «ул ҙур талант эйәһе һәм ҙур данлы» хирург, холҡо менән «ябай, тура һәм киҫкен кеше». Әсәһе Анна Жюстин Каролин (ҡыҙ фамилияһы Флёриот; 1793—1872) норманд ғаиләһенән сыҡҡан[11]. Гюстав ғаиләлә кинйә бала була. Ғаиләлә тағы ике бала үҫә, тик уларҙың ғүмере ҡыҫҡа була. Яҙыусының бала сағы табиптың ҡараңғы фатирында бер ҡыуаныс-шатлыҡһыҙ үтә. Иртә йәштән яҙыша башлай, ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса, һигеҙ йәшендә үк[12].
1832 йылдан Руанда Король коллежында һәм лицейҙа уҡый[13], дуҫы (Эрнест Шевалье) менән 1834 йылда «Сәнғәт һәм прогресс» тигән ҡулъяҙма журнал ойоштора.
1836 йылда ул француз нәшерсеһе Морис Шлезингерҙың ҡатыны Элиза Шлезингер менән таныша, ул уға тәрән йоғонто яһай. Һүҙһеҙ, яуапһыҙ һөйөү хисе уның ғүмере буйы дауам итә һәм «Хистәр тәрбиәләү» романында сағыла.
Яҙыусының йәшлеге Францияның провинциаль ҡалаларында үтә. 1840 йылда Флобер Парижда хоҡуҡ факультетына инә. Унда күп билдәле кешеләр менән осраша, яҙышыуын дауам итә. 1840 йыл аҙағында Пиреней һәм Корсика буйлап сәйәхәт итә. 1843 йылда имтиханын бирә алмағанға һәм быума өйәнәге арҡаһында уҡыуын ташлай. 1844 йылда Сена буйында, Руандан алыҫ түгел Круасста төпләнә. Флобер йомоҡ тормош рәүеше алып бара. Әҙәби ижад менән күп шөғөлләнә[14].
1846 йылда атаһы, бер аҙҙан апаһы үлә. Атаһынан һәйбәт мираҫ ҡала. 1846—1854 йылдарҙа Флоберҙы шағирә Луиза Коле менән яҡын мөнәсәбттәр бәйләй; уның хаттары һаҡланған. Флобер бер ҡасан да өйләнмәй, балалары ла булмай. Биографы Эмиль Фаге яҙыуынса, уның Луиза Коле менән мөнәсәбәттәре берҙән-бер етди романтик мөнәсәбәттәр була[15].
Күптәнге дуҫы Максим Дюкан менән 1846 йылда Бретань буйлап сәйәхәттә йөрөй. Флобер Парижға 1848 йылда Революцияла ҡатнашыу өсөн ҡайта. 1848 йылдан 1852 йылға тиклем Көнсығышта сәйәхәттә йөрөй. Мысырҙа, Иерусалимда була, Константинополь һәм Италия аша үтә. Тәьҫораттарын яҙып бара һәм әҫәрҙәрендә ҡуллана.
1855 йылдан алып Парижда Флобер күп яҙыусылар, шул иҫәптән бер туған Гонкурҙар, Бодлер, Тургенев, менән осраша.
1869 йылда уны Луи Буйеның үлеме ныҡ шаңҡыта. Флобер Ги де Мопассандың әсәһе менән ғишыҡ бәйләнештәрендә торған, шул сәбәптән уның менән дә дуҫ булған, тигән мәғлүмәттәр бар.
Францияны Пруссия оккупациялаған саҡта Флобер әсәһе һәм ике туған ҡәрҙәше менән Руанда тыныс урын таба. Әсәһе 1872 йылда үлә, ошо уҡ ваҡыттарҙа яҙыусының аҡсаһыҙлыҡ осоро башлана. Һаулығы ла ҡаҡшай. Ул бөтә мөлкәтен һата, Париждағы фатирынан китә. Бер-бер артлы әҫәрҙәр баҫтыра.
Яҙыусы ғүмеренең ахырын аҡсаһыҙлыҡ, сырхаулыҡ, дуҫтарының хыянаты боҙа. Спинозасы булып, Спинозаның фекерҙәренә һиҙелерлек йоғонто яһай. Ул шулай уҡ пантеист була[16].
Гюстав Флобер 1880 йылдың 8 майында инсульттан үлә.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1843 йылдың февралендә Флобер «Хистәр тәрбиәләү» романын яҙа башлай, эште 1845 йылдың 7 ғинуарында тамамлай. Күп башланғыс осор әҫәрҙәре менән бергә беренсе романы ла Флобер иҫән саҡта баҫылмай ҡала. Был роман тәүләп 1910 йылда нәшер ителә һәм артабан ҡат-ҡат баҫыла. Әүәл таралған ҡараш буйынса, был әҫәр Флоберҙың ошо уҡ исемдәге икенсе романының беренсе редакцияһы тип ҡарала, әммә хәҙерге заман тикшеренеүселәре уны 1869 йылғы романдың «версияһы» йәки «редакцияһы» тип ҡарауҙан алыҫ тора, уны үҙ аллы әҫәр тип таный[17][18].
1849 йылда «Изге Антонийҙың вәсвәсәләре» тигән фәлсәфәүи драманы яҙып бөтә, әммә ғүмер буйы уның өҫтөндә эшләүҙе дауам итә. Донъяға ҡараштар йәһәтенән уға танып белеү мөмкинлектәренән күңел ҡайтыу фекере хас, был фекер төрлө дини йүнәлештәрҙең һәм ярашлы тәғлимәттәрҙең ҡапма-ҡаршылығы менән раҫлана.
Флоберға журналда «Бовари ханым» (1856) романын баҫтырып сығарыу ҙур билдәлелек килтерә. Был әҫәрҙе ул 1851 йылда яҙа башлай. Романын реалистик һәм психологик итергә тырыша. Баҫылғандан һуң бер аҙҙан Флобер һәм «Ревю де Пари» журналы мөхәррире «әхләҡте мыҫҡыл иткән өсөн» суд яуаплылығына тарттырыла. Роман әҙәби натурализм йүнәлешенең хәбәрсеһе булып сыға, ләкин унда авторҙың заман йәмғиәтенә генә түгел, ғөмүмән кешегә скепсисы ярылып ята.
Әҙәбиәтселәр романдың формаль үҙенсәлектәренән экспозицияның үтә оҙон булыуын, традицион ыңғай геройҙың булмауын билдәләй. Ваҡиғаларҙы провинцияға күсереү һәм кире буяуҙарҙа һүрәтләү Флоберҙы провинцияға ҡаршы ижадлы авторҙар рәтенә ҡуя. Аҡлаған хөкөм ҡарары романды айырым баҫма итеп сығарырға мөмкинлек бирә (1857).
«Саламбо» тарихи романын яҙыуға әҙерлек авторҙың Көнсығышҡа һәм Төньяҡ Африкаға барыуын талап итә. Роман беҙҙең эраға тиклем III быуатта Карфагенда ялланма яугирҙарҙың ихтилалы тураһында һөйләй, ул 1862 йылда баҫылып сыға.
Ете йылдан, 1869 йылдың ноябрендә, Флобер «Хистәр тәрбиәләү» романының һуңғы вариантын яҙып бөтә. Роман социаль проблемалар менән һуғарылған. Унда Европалағы 1848 йылғы ваҡиғалар һүрәтләнә. Романда авторҙың үҙ тормошондағы мөһим ваҡиғалар ҙа, мәҫәлән, беренсе һөйөүе һүрәтләнә. Романды һалҡын ҡаршы алалар һәм ул бер нисә йөҙ данала ғына сыға.
1877 йылда Флобер «Ябай йөрәк», «Иродиада» һәм «Изге Юлиан Милостивый тураһында легенда»[19] повестарын баҫтыра. «Бувар һәм Пекюше» тигән һуңғы романы тамамланмай ҡала.
1877—1880 йылдарҙа «Бувар һәм Пекюше» романын мөхәррирләү менән шөғөлләнә. Был сатирик әҫәре яҙыусы вафат булғас, 1881 йылда донъя күрә.
Сағыу стилист, әҫәрҙәренең теле өҫтөндә ентекле эшләгән Флобер артабанғы әҙәбиәткә ҙур йоғонто яһай һәм уға бер нисә талантлы авторҙы килтерә, улар араһында Ги де Мопассан һәм Эдмон Абу була.
Әҫәрҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Аҡылдан яҙғандың мемуарҙары» / франц. Mémoires d'un fou, 1838
- «Ноябрь» / франц. Novembre, 1842
- «Бовари ханым. Провинциаль ҡылыҡтар» / франц. Madame Bovary, 1857
- «Саламбо» / франц. Salammbô, 1862
- «Хистәр тәрбиәләү» / франц. L'Éducation sentimentale, 1869
- «Изге Антонийҙың вәсвәсәләре» / франц. La Tentation de saint Antoine, 1874
- «Өс повесть» / франц. Trois contes, 1877
- «Бувар һәм Пекюше», 1881
- «Яҙма хәҡиҡәттәр лексиконы» / франц. Dictionnaire des idées reçues, 1913
Баҫмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Собрание сочинений. Т. 1-4. СПб., изд. Пантелеева, 1896—1898
- Полное собрание сочинений. Т. 1-4, 8. — СПб., Шиповник, 1913—1915.
- Собр. сочинений Т.1-8 — М., ГИХЛ-Гослитиздат, 1933—1938;
- Собр. сочинений в 5 т. — М., Правда, 1956;
- Собрание сочинений в 4-х томах. — М., Правда, 1971
- Собрание сочинений в 3-х томах. — М., 1983—1984
- О литературе, искусстве, писательском труде. Письма. Статьи.: в 2 т. — М., 1984.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ BeWeB
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118533754 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 4,0 4,1 Gustave Flaubert (нидерл.)
- ↑ Флобер Гюстав // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 6,0 6,1 Archivio Storico Ricordi — 1808.
- ↑ http://cths.fr/an/savant.php?id=195
- ↑ Der Büchernarr. Mit drei Zeichnungen von A. Kubin
- ↑ https://data.performing-arts.ch/a/b13104a5-8151-4901-94e0-cf7e1ae9db05 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
- ↑ «Gustave Flaubert’s Life», Madame Bovary, Alma Classics edition, page 309, publ 2010, ISBN 978-1-84749-322-4
- ↑ Венгерова З. А. Флобер, Гюстав // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Gustave Flaubert, The Letters of Gustave Flaubert 1830—1857 (Cambridge: Harvard University Press, 1980) ISBN 0-674-52636-8
- ↑ Lycée Pierre Corneille de Rouen — History
- ↑ Иващенко А. Ф. Флобер // История Французской литературы. — М.: Издательство Академии наук СССР, 1956. — Т. 2. 1789—1870. — С. 620—668.
- ↑ Flaubert Gustave. The desert and the dancing girls. — Penguin books, 2005. — P. 10–12. — ISBN 0-14-102223-X.
- ↑ Unwin, Timothy (1981), 'Flaubert and Pantheism,'. French Studies 35(4): 394—406. DOI:10.1093/fs/XXXV.4.394
- ↑ Флобер Г. Первое «Воспитание чувств» / пер. с фр. И. Васюченко, Г. Зингера; предисл. и примеч. С. Зенкина. — М.: Текст, 2005. — 381 с.
- ↑ Модина Г. И. Портрет Художника. Ранняя проза Гюстава Флобера : монография. — М.: ФЛИНТА: Наука, 2016. — 408 с. — ISBN 978-5-9765-2571-9.
- ↑ Полухина Ю. В Три повести Флобера: хронологическая структура, фигуры пространства и использование в произведениях образа «Слова» // Вестник Православного Свято-Тихоновского гуманитарного университета. Серия 3: Филология. Вып. 2. — 2006. — С. 124—134. — ISSN 1991-6485.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аносова Н. А. — "Кинематографический потенциал в романе Флобера «Госпожа Бовари»
- Дежуров А. С. Объективный роман Г. Флобера «Госпожа Бовари» // Зарубежная литература XIX в. Практикум для студентов, аспирантов, преподавателей-филологов и учащихся старших классов школ гуманитарного профиля. М., 2002. — С. 304—319.
- Иващенко А. Ф. Гюстав Флобер. Из истории реализма во Франции. — М., 1955;
- Мопассан, Ги де. Полное собрание сочинений в 12 т. — Том 11. — М.: Правда, 1958. — 447 с.
- Моруа А. Литературные портреты. — М., 1970. — С. 175—190;
- Пузиков А. И. Идейные и художественные взгляды Флобера // Пузиков А. И. Пять портретов. — М., 1972. — С. 68-124;
- Реизов Б. Г. Творчество Флобера. — М., 1955;
- Храповицкая Г. Н. Гюстав Флобер // История зарубежной литературы XIX века. — Ч. 2. — М., 1991. — С. 215—223.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гюстав Флоберҙың рус телле сайты Биография, библиография, әҫәрҙәр, хаттар, галерея, форум.
- Библиотека французской литературы 2020 йыл 4 август архивланған. — романы на русском и французском; Моруа, Набоков о «Госпоже Бовари»
- Француз телендә әҫәрҙәр йыйынтығыз 2006 йыл 17 апрель архивланған. — Интернетта Флобер йыйынтығы
- «Искушение святого Антония», Письма — 1856 йыл варианты, М. Петровский тәржемәһе, 1830—1880 йй. хатлашыу