Эстәлеккә күсергә

Дворянлыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дворянлыҡ
Рәсем
 Дворянлыҡ Викимилектә
«Екатерина осорондағы дворяндар йыйылышы». В. Я. Чемберстың «Урыҫ тарихы күренештәре» серияһынан һүрәт, 1913 йыл

Дворянлыҡ — феодаль йәмғиәттә барлыҡҡа килгән һәм урта быуаттар Европаһында әлеге йәмғиәттең дәүләтте барлыҡҡа килтереүсе нигеҙе булып торған өҫтөнлөклө ҡатлам.

Киң мәғәнәлә тәүге дворяндар итеп тотош Европа феодаль аристократияһын атайҙар. Был йәһәттән «француз дворяндары», «немец дворяндары» һәм башҡалар тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Урыҫтарҙың һәм Көнбайыш Европаның «дворянлыҡ» терминдарының тәүге мәғәнәһе оҡшаш түгел: Рәсәйҙә дворянлыҡ барлыҡҡа килгән саҡта — ул ырыу аристократияһына — баярлыҡҡа — ҡаршы килгән хәрби-хеҙмәтле ҡатлам булһа, француз noblesse, англ. nobility, нем. Adel терминдары башлыса юғары ҡатламды (аристократияны — лат. nobilis — атаҡлы, абруйлы) аңлата. Хеҙмәтле һәм юғары ҡатлам (аристократия) араһында ижтимағи айырмалыҡ юғалыу һәм бөтә донъяуи феодалдарының берҙәм ҡатламға берләшеүе барышында был терминологик айырмалар юҡҡа сыға барған.

Дворянлыҡ иҡтисади күҙлектән

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Инглиз дворяны ҡатыны һәм хеҙмәтсеһе менән. Лукас де Гираның «Бөтә донъя элекке һәм хәҙерге мода театры» йыйынтығынан һүрәт. 1570-се йылдар

Феодализм дәүерендә вассал менән уның сюзерены араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләүсе принциптар һәм төшөнсәләр системаһын булдырыу зарурлығы килеп тыуа. Дворяндарҙың төп бурысы — бер һүҙһеҙ үҙ сюзеренының мәнфәғәттәрен яҡлау, кәрәк булһа, ҡорал менән. Өҫтәүенә, дворян мотлаҡ яугир булырға тейеш, йыш ҡына — начальник. Вассал сюзерендан ер биләмәләрен һәм башҡа матди байлыҡ ала, шулай уҡ билдәле бер һанда йәндәр (лен системаһы). Шул уҡ ваҡытта үҙ-ара мөнәсәбәттәр сауҙа предметына әйләндерелмәгән. Был мөнәсәбәттәр үҙенә күрә үҙенсәлекле кодексҡа буйһона, ул шәхси мәнфәғәттәрҙән өҫтөн тора һәм билдәле бер ҡағиҙәләрҙе үтәүҙе талап итә.

Лен системаһынан вариҫлыҡ хоҡуғына күскәндән һуң дворяндар ҡатламы йәмғиәттә үҙ ролен һиҙелерлек нығыта. Әгәр дворян атаһының өлкән улы атаһының ерен мираҫ итеп алһа, уның кесе улы хәрби булырға тейеш була. Шуға күрә дворянлыҡ мотлаҡ хәрби ҡатлам була һәм үҙ хоҡуҡтарын ҡорал менән гарантиялай.

Артабан йәмғиәттә тауар-аҡса мөнәсәбәттәренең үҫеше, монархияларҙы бөтөрөү иҡтисади һәм сәйәси базаның юғалыуына килтерә һәм дворяндар класс булараҡ тарихи сәхнәнән төшә.

Шуға ҡарамаҫтан, XX быуатта ла һөйләү телендә һәм әҙәбиәттә ҡулланылған юғары намыҫлылыҡ термины үҙенең сығышы буйынса дворянлыҡ ҡатламына бәйле булғанын раҫлай.

Дворянлыҡ төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Жалованный һәм нәҫел дворянлығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нәҫел дворянлығы — ата-бабаларҙан ырыу имениеһы менән бергә мираҫ итеп алынған дворянлыҡ. Нәҫел дворяндары араһында атаҡлы нәҫелдән сыҡҡан дворяндар айырылып торған, улар 1785 йылда Жалованный грамотаһын баҫтырғанға тиклем 100 йылдан ашыу дауамында үҙҙәренең дворянлығын иҫбатлай алған дворяндар.

Жалованный дворянлыҡ — указға ярашлы фиҙакәр хеҙмәт өсөн йәки оҙайлы намыҫлы хеҙмәт һөҙөмтәләре буйынса бирелгән дворянлыҡ. Жалованный дворяндар вариҫлыҡ йәки ғүмерлек була ала[1] Вариҫлыҡ дворянлыҡ жалованный дворяндың балаларына күсә, ә ғүмерлек — күсмәй. Ғүмерлек дворянлыҡ Бөйөк Британияла кешенең айырым ҡаҙаныштарын таныу булараҡ киң таралған. Королева указы буйынса nbnek Британия империяһы рыцарҙарына бағышлау юлы менән бирелә: мәҫәлән, сэр Исаак Ньютон, сэр Пол Маккартни.

Рәсәйҙә дворянлыҡ йышыраҡ Рангылар табеленә ярашлы, статистик һәм хәрби хеҙмәттә булған кешеләргә, һуңғы осраҡта, (1845 йылға тиклем) түбәнге обер-офицер дәрәжәһенә лайыҡ булған кешеләргә бирелгән. Хас миҫал — мылтыҡ яһаусы Сергей Мосиндың атаһы — ябай халыҡтан, етем, отставкалағы хәрби, подпоручик, 1860 йылда Воронеж дворяндар йыйылышы юллауы буйынса ике улы менән дворянлыҡ дәрәжәһенә раҫланған.

Титуллы һәм титулһыҙ дворянлыҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Титулһыҙ дворянлыҡ — кенәз, граф, барон кеүек нәҫел титулдары булмаған дворяндар. Титулһыҙ дворяндар титуллыларға ҡарағанда күберәк була. Көнбайыш Европала титуллы дворяндарҙың кесе улдары, ҡағиҙә булараҡ, титулһыҙ дворяндар булып китәләр. Титулһыҙ дворянлыҡ тыумыштан булған һәм титулһыҙ феодалдарҙан һәм жалованный дворяндарҙан торған, шул уҡ ваҡытта һуңғыларының ер биләмәһе булмауы мөмкин.

Илдәр буйынса дворянлыҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Дворянлыҡ» һүҙе Рәсәйҙә төрлө осорҙарҙа төрлө әһәмиәткә эйә булған, һәм бөгөнгө көндә уның мәғәнәһе Пётр I осоронда барлыҡҡа килә. Тәүҙә «дворян» («кенәз һарайы кешеһе», йәғни хеҙмәтсе, «һарай кешеһе») тигән термин түбән дәрәжәләргә ҡағыла һәм әгәр ҙә батшаға йәки баярға, дворян тип әйтһәләр, ныҡ ғәрләнер булғандар, сөнки нәҡ уның хеҙмәтселәре «дворян» булған. Ғөмүмән элита хәрби хеҙмәт (ер һәм/йәки аҡса түләгән, шулай уҡ поместье оклады һәм аҡсалата оклад) үтәгән ирекле кешеләрҙе үҙ эсенә алған хеҙмәтле ҡатламдан торған, әммә улар податный ҡатламдарҙан айырмалы рәүештә һалым түләмәгән. Дворяндарҙы хеҙмәткә кенәздәр, баярҙар, һуңынан сиркәү иерархы (патриархтар, митрополиттар, архиепископтар) алған, улар төрлө административ, суд һәм башҡа йомоштар үтәй. Әммә XV быуатта һәм бигерәк тә XVI—XVII быуаттарҙа хәлдәр үҙгәрә башлай, мәҫәлән, Мәскәү дворяндары (йәки ҙур дворяндар) дүрт дума чинынан һуң иң юғары баш ҡала чинына эйә булалар. Формаль рәүештә стольниктар һәм стряпчийҙар дворяндарҙан юғарыраҡ торғандар, әммә ҡайһы бер авторҙар, айырыуса А. П. Павлов, күрһәтеүенсә был хәл тик өйәҙ дворяндарына ҡағыла, ә Мәскәү дворяндары иерархия буйынса стольник һәм стряпчийҙарҙан күпкә юғарыраҡ торған.

Хеҙмәтле ҡатлам төрлө компоненттарҙан торған: кенәз-баяр аристокартияһынан һәм Мәскәү исемлеге буйынса хеҙмәтлеләрҙән алып өйәҙҙәр буйынса һайлап ҡуйылған дворяндарға һәм провинцияларҙағы баҫалҡы баяр балаларына тиклем. Әлеге ҡатламды Петр «дворянлыҡ» йәки «шляхетлыҡ» исеме аҫтында берләштерә, һәм элекке удел кенәздәре Рюриковичтарҙың нәҫелдәре һәм уларҙың хеҙмәтселәре бер статус кешеләре булып сығалар. Шул уҡ ваҡытта Пётр I 1722 йылда Рангылар тураһында табелде булдырыу юлы менән был яңы берҙәм ҡатламға инеү мөмкинлеген күпкә еңеләйтә. Һөҙөмтә булараҡ, XIX—XX быуаттарҙа дворяндарҙың күпселеге дворянлы дәрәжәһен хәрби һәм граждандар хеҙмәтендәге выслуга өсөн алалар, ә столбовой дворяндар әҙселектә ҡала.

Француз дворянлығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Францияла 1789 йылғы революцияға тиклем юғары һәм түбән дворянлыҡ булған (noblesse; gentil’homme — «нәҫелле кеше» — homo gentilis). Юғары дворянлыҡ короллек пэрҙарынан торған, ә бик күп һанлы һәм абруйлы түбән дворянлыҡ — мантия дворянлығынан (noblesse de robe).

Францияла дворяндар башҡа ҡатламдарҙан юғарыраҡ тип һаналған. Аҡ һөйәктәр һәм буржуазия араһында никахтар тыйылмаһа ла, әммә бындай никах мезальянс (mésalliance) тип иҫәпләнә, ә сауҙа менән шөғөлләнгән дворян үҙенең дәрәжәһен төшөрә, тип иҫәпләнә (dérogation)[2].

Герман дворянлығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Изге Рим империяһында хатта ябай империя барондары йәки империя рыцарҙары юғары, империя дворяндарының суверенлы хоҡуҡтары менән файҙалана һәм шул арҡала уның һәм башҡа дворяндар араһында урын биләйҙәр. Император дворяндарының күпселеге 1803-сө һәм 1806 йылдарҙа туранан-тура күрше территориаль хужаһының суверенитетына буйһондорола, ләкин үҙенең элекке почетлы хоҡуҡтарының ҡайһы берҙәрен, айырыуса сығышы буйынса күренекле династиялар менән тигеҙлек (der Recht Ebenbürtigkeit), һаҡлап ҡала. Граф һәм барон титулдары империя дворянлығы тарафынан нәҫелдән-нәҫелгә күсә, шулай уҡ башта әлеге титулдарҙы император йәки уның наместнигы өләшә:, әммә 1663 йылдан алып Бранденбург курфюстары уларҙы үҙаллы бирә башлайҙар. Империя ҡолатылғандан һуң әлеге хоҡуҡ башҡа герман хакимдарына ла күсә[2]. Германияла земство дворяндары (Landesadel) империя рыцарлығынан айырмалы рәүештә, айырым ерҙәр (Land) составына инеп, территориаль кенәздәргә буйһонғанға күрә, үҙ исемен ала[3]. Шуға күрә ул империя чиндарына (Reichsstände) түгел, ә земство чиндарына ҡарай (Landstände)[4].

Германияла дворян өҫтөнлөктәренең бер өлөшө XIX быуаттың тәүге яртыһында бөтөрөлә. 1848 йылғы Франкфурт милли йыйылышы бөтә ҡатлам өҫтөнлөктәрен юҡҡа сығара, закон алдында ҡатламдар араһында айырма булмауын билдәләй һәм дворянлыҡтың бөтөрөлөүен иғлан итә. Әммә һуңынан дворян хоҡуҡтарының күпселеге тергеҙелә. Туранан-тура империя фамилиялары император хәрби хеҙмәтенән азат ителә. Юғары дворянлыҡ ағзаһы ябай ҡатынға өйләнә алмай, һәм ҡатыны иренең ҡатламына инмәй[2]. Бөтә ошо өҫтөнлөктәр 1918 йылғы Ноябрь революцияһына тиклем ғәмәлдә була.

Испанияла юғары дворяндар — грандтар, түбән дворяндар идальго тип һанала.

Речь Посполитаяла юғары дворянлыҡты — магнаттар, түбәнде шляхта тәшкил итә.

Британ дворянлығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Японияла дворянлыҡ (самурайҙар)

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Япон дворяндары (самурайҙар)[5] ранг буйынса япон аристократияһынан (кугэ) түбәнерәк һанала, дайменан тыш. Юҡары кугэ һәм даймелар берлектә кадзоку тип исемләнә һәм рәсми рәүештә Европаның титуллы дворянлығына тиң.

XVII быуатта самурайлыҡ япон подданныйҙарың 10 % самаһы тәшкил итә. Ул ваҡытта подданныйҙарҙаң һаны 20-25 миллион кеше иҫәпләнә.

Дәүләт, гражданлыҡ һәм хәрби вазифаларҙы ул осорҙа тик самурайҙар биләй алған. биләгән шул саҡта ғына самурай мөмкин. Уларҙың тышҡы айырма билдәһе ике ҡылыс тағыу булған (бер ҡылыс урынына). Уҡытыусылар, яҙыусылар, рәссамдар, ғалимдар, йәғни, интеллигенттар самурайҙарҙан сыҡҡан.

XVII быуатта самурайҙарҙың иң ҙур өлөшөн рониндар тәшкил итә, уларҙың һаны ярты миллионға етә. Рониндар иҡтисади бөлгөнлөк йәки биләмәләрен конфискациялау һөҙөмтәһендә сюзерендарын юғалта. Уларҙың ҡайһы берҙәре дәүләт хеҙмәтендә була, әммә күпселеге урындан-урынға күсенеп, мохтажлыҡ кисерә. Был йәһәттән улар Европаның сәйәхәтсе рыцарҙары менән оҡшаш ине, уларҙың тормошо йәмәғәтселек фекерендә романтика ореолы менән уратып алынған була. Акира Куросаваның «Ете самурай» фильмы быға яҡшы дәлил.

Намыҫ кодексы япон дворянлығы мөхитендә ХХ быуат уртаһына тиклем ҡәтғи һаҡланып килә. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса, генерал Ноги рус-япон һуғышында рус кавалерияһынан еңелгәндән һуң үҙен хурланған тип иҫәпләп, сэппук яһарға ниәт иткән, ләкин император үҙенең указы менән быны эшләүҙе тыйған. рус-япон һуғышы ҡарар ҡылдыҡ сэппука әммә был указ Әммә яңы император осоронда генерал, ҡатыны менән бергә, сэппук (харакири) йолаһын башҡара.

Икенсе донъя һуғышы йылдарында шаһиттар (башлыса пилоттар) отрядтары үҙҙәренең батырлығын идеологик нигеҙләү сифатында бик борондан килгән «Самурай юлы» кодексына тоғро ҡалалар (бусидо)[6][7].

Дворянлыҡ яңы дәүерҙә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нидерланд монархтары 1931 йылда бөтә төр дворян титулдарын биреүҙән туҡтай. Швеция, Норвегия һәм Дания шулай уҡ дворян титулдарын бирмәй.

Бөйөк Британияла һуңғы тапҡыр нәҫел титулы 1990-сы йылдар башында Маргарет Тэтчерҙың тормош иптәше Дэнис Тэтчерға (баронет титулы) бирелә, әммә шәхсән дворянлыҡ биреү дауам итә (мәҫәлән, рыцарь-бакалавр званиеһын биргән саҡта, йәки рыцарь ордендары менән бүләкләнгәндә), уларға барон рангында ғүмерлек пэрлыҡ бирелә. Шотландияла 2004 йылдың 28 ноябренә тиклем барон титулына эйә булғандар әлеге титулды һаҡлап алып ҡалған. Бөтә Шотландия феодаль барондары үҙҙәренең барон статусы нигеҙендә эйә булған биләмәләренә һәм суд суд эштәрен (хөкөм эштәрен) башҡарыу хоҡуҡтарын юғалта. барон титулы ябай дворяндар титулдары исемлегенә индерелә һәм Шотландия титуллы дворянлығының иң кесе рангыһы булып тора[8][9].

Бельгияла шәхси, шулай уҡ нәҫелдән килгән, шул иҫәптән титуллы дворянлыҡ менән бүләкләү әле лә ҡулланыла (граф титулына тиклем). Испания монархтары шулай уҡ йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәренә күрһәткән юғары ҡаҙаныштары өсөн дворян титулдары биреүен дауам итә (мәҫәлән, 2011 йылда дель Боске маркиз титулына лайыҡ була). Кенәз Лихтенштейн кенәзе нәҫеллек дворянлыҡ титулын бирә ала, шул иҫәптән барон һәм граф титулдары, әммә бындай осраҡтар бик һирәк күҙәтелә.

Хәҙерге ваҡытта Европаның идара итмәгән монархия йорттарының ҡайһы берҙәре дворянлыҡ дәрәжәһен шәхси тәртиптә бирә, йышыраҡ династия ордендарын. Миҫал өсөн, Савой йорто Изге Маврикий һәм Изге Лазарь династия рыцарь ордендарын биргән. Боронғо йола буйынса, рыцарь званиеһын алған кешегә шәхсән итальян дворянлығы бирелә.

Социология күҙлегенән дворянлыҡ

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Социология күҙлегенән[10][11] дворянлыҡ референт төркөмдән тора, унда сығышы буйынса йәки роль уйынында ҡатнашыусы сифатында тороу бик абруйлы һанала[12].

  1. См. потомственное и личное дворянство в Российской империи.
  2. 2,0 2,1 2,2 Дворянство // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  3. Земское дворянство // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  4. Земское дворянство // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  5. Эйдус Х. Т. История Японии с древнейших времён до наших дней. Краткий очерк. М.,"Наука",Главная редакция восточной литературы,1968
  6. Сакаи Сабуро. Самурай. Легендарный лётчик Императорского военно-морского флота Японии. 1938—1945 гг./Пер. с англ. О. А. Федяева. — М., ЗАО Центрполиграф, 2005. — 335 с. (За линией фронта. Мемуары). ISBN 5-9524-1849-X
  7. Иванов Ю. Г. Камикадзе: пилоты-смертники. Японское самопожертвование во время войны на Тихом океане — Смоленск: Русич, 2001. — 528 с.: ил. — (Мир в войнах) ISBN 5-8138-0311-4
  8. Section 63. Abolition of Feudal Tenure, etc (Scotland) Act 2000. Дата обращения: 16 апрель 2022. Архивировано 20 ғинуар 2022 года.
  9. Appendix A12: See Explanatory Notes on Clause 57 Subsection (2). Report on Abolition of Feudal System. Архивировано из оригинала 19 ноябрь 2004 года. 2004 йыл 19 ноябрь архивланған.
  10. Щепаньский, Ян «Социология»
  11. Социальная психология. Краткий очерк. Под редакцией Г. П. Предвечного и Ю. А. Шерковина, М., Политиздат, 1975
  12. Мольер. «Мещанин во дворянстве»