Девәтернә
Девәтернә | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Девәтернә ауыл биләмәһе[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Девәтернә ауыл биләмәһе[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+3:00[d] |
Халыҡ һаны | 469 кеше (2010) |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 100 метр |
Почта индексы | 422224 |
Девәтернә[2] (Туғыҙ, Туғыҙбай, Маҙараҫты; татар. Девәтернә, рус. Девятерня) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Әгерже районы ауылы.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Ҡаҙы йылғаһы буйында, Әгерже ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 80 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға йәнәй ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауылда йәнәйҙәрҙән тыш байлар ырыуы вәкилдәре йәшәй. Ауыл Байлар улусының Ҡалмаш түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Вятка губернаһы Сарапул өйәҙенә ҡарай. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Иҫәнбай административ-территориаль улусы составына керә[4].
Ауыл кешеләре Кесе Туғыҙбай (Девәтернә) ауылын нигеҙләй, ул Йәнәй улусына ҡараған[4][5].
XIX быуат аҙағында ауылда һыу тирмәне, мәсет, мәҙрәсә теркәлгән[3].
1920—1921 йылдарҙа ауыл Вот автономиялы өлкәһе, ә 1921 йылдан Татар АССР-ының Әгерже кантоны, 1924 йылдан — Алабуға кантоны, 1928 йылдан — Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Красный Бор районы, 1960 йылдан — Әгерже районы, 1963 йылдан — Алабуға районы, 1964 йылдан — йәнә Әгерже районы составына керә[3].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1834 йылда ауылда 49 башҡорт һәм 322 типтәр (йәнәй ырыуы башҡорттарынан); 1859 йылда — 560 типтәр (башҡорттарҙан) һәм 102 башҡорт иҫәпләнгән[4][5].
1834 | 1859 | 1890 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
371 | 727 | 944 | 1424 | 1514 | 710 | 1024 | 921 | 655 | 546 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 376. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Татарская энциклопедия.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 48. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ 5,0 5,1 История башкирских родов. Байлар. Том 22. / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, И. М. Васильев, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: Китап, 2016. — С. 147, 148. — 916 с. — ISBN 978-5-850-51605-5.