Джек Николсон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Джек Николсон
Jack Nicholson
Джек Николсон Берлинда Пока не сыграл в ящик фильмының премьераһында, 2008 йыл
Джек Николсон Берлинда Пока не сыграл в ящик фильмының премьераһында, 2008 йыл
Исеме

Джон Джозеф Николсон

Тыуған көнө

22 апрель 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[1][2][3][…] (86 йәш)

Тыуған урыны

Нептьюн,Нью-Джерси штаты, АҠШ

Һөнәре

актёр, кинорежиссёр, кинопродюсер

Карьераһы

1956—2017

Наградалары

«Оскар» (1976, 1984, 1998)
«Алтын глобус» (1975, 1976, 1984, 1986, 1998, 1999, 2003)
BAFTA (1975, 1977, 1983)

IMDb

ID 0000197

 Джек Николсон Викимилектә

Джек Николсон (ингл. Jack Nicholson, ысын исеме Джон Джозеф Николсон, ингл. John Joseph Nicholson, 22 апрель 1937 йылНью-Йорк) — Америка актёры, кинорежиссёр, сценарист һәм продюсер.

Николсон кино тарихында бөйөк  актёрҙарҙың береһе тип һанала. Ул «Оскар» премияһына рекордлы 12 тапҡыр номинациялана[4]. Ул шулай уҡ 1960-сы йылдарҙан башлап һәр ун йыл һайын иң яҡшы роль өсөн (төп һәм икенсе план)  «Оскар»ға тәҡдим ителгән ике актёрҙың береһе (икенсеһе — сэр Майкл Кейн)[5]. 1994 йылда ул ҡаҙаныштары өсөн Америка кино сәнғәте институты премияһы менән бүләкләнгән иң йәш актёрҙарҙың береһе була[6].

Джек Николсон өс  «Оскар» һәм BAFTA, ете «Алтын глобус», АҠШ Милли кино тәнҡитселәре советының алты премияһы лауреаты, йәнә АҠШ Кино актёрҙары гильдияһы премияһы еңеүсеһе була. Актёрҙың кинематограф өлкәһендәге «Алтын ҡурай еләге» антипремияһына номинацияһы ла бар[7].

Бала сағы һәм йәшлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Джек Николсон тыуған Изге Винсент Католик медицина үҙәгенә инеү урыны

1937 йылдың 22 апрелендә Нью-Йоркта Изге Винсенттың Католик медицина үҙәгендә тыуған.

Джек, тиңдәштәре кеүек үк, телевизор йоғонтоһона дусар булмай үҫкән һуңғы быуын вәкиле була[8]. Өләсәһе Этель районда йәшәүселәр араһында беренселәрҙән булып телевизор һатып ала, ләкин был ваҡытҡа үҫмер Джекты джаз-фьюжн менән музыкаль автоматтар нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра[8].

Ата-әсәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бейеүсе һәм йырсы Джун Фрэнсис Николсон (1918—1963; сәхнә исеме — Джун Нильсон) Джек Николсондың әсәһе була[9][10]. 1934 йылда профессиональ карьераһын башлау маҡсатында мәктәпте ташлаған Джун урындағы радиостанцияла эшләй башлай, «Эдди Кинг менән уның радиобалалары» тигән иртәнге шәмбе тапшырыуын алып бара[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.947-1 [1]]. Буласаҡ һөйгәне, музыкант Эдди Кинг, сығышы буйынса йәһүд (тыуған саҡтағы исеме — Эдгар Альфред Киршфельд), ярҙамсыһы итеп ҡуйыла, ул 1925 йылда АҠШ-ҡа Латвиянан законһыҙ иммиграциялаған була[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.947-1 [1]]. Кинг карьера баҫҡысы буйлап етеҙ үрләй, бер нисә профессия алмаштыра: йәшерен музыкаль төркөм етәксеһенән алып бейеү буйынса инструкторға тиклем төрлө һөнәрҙәрҙә эшләй[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.947-1 [1]]. 1930-сы йылдар башында Кинг Кукман-авеню 702-лә үҙенең бейеү студияһын аса һәм шунда тәүге уҡыусыларының береһе булған Джун Николсон менән таныша[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.947-1 [1]].

...я вырос в семье женщин, поэтому у меня не было репрессий со стороны мужского пола. Они всегда воодушевляли меня и говорили: «Нам все равно, что ты делаешь, просто убедись, что ты не врешь нам и будешь говорить, где находишься». И если они не хотели, чтобы я отправлялся в такое-то место, мне давали об этом знать.
В интервью кинокритику Дэвиду Томсону, 1997 год[11]

Ике йылдан Джун парикмахер улы, музыкант, ҙур төркөм йырсыһы Дон Роуз (тыуғандағы фамилияһы — Фурчилло) менән таныша[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.947-1 [1]]. 1936 йылдың 16 октябрендә улар өйләнешә[12]. 1937 йыл башында Николсон Нептьюндан ғәйеп була, ҡайҙа киткәнен бер кемгә лә әйтмәй[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.949-1 [1]]. Апрелдә Джун Николсондың улы тыуа, уға Джон тип исем ҡуша. Ләкин ҡаланың тыуымдар, үлемдәр һәм никахтар теркәү кенәгәһендә Николсон, Кинг, Роуз, Киршфилд йә Фурчилло фамилиялы баланың тыуыуы тураһында мәғлүмәт теркәлмәгән [./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.949-1 [1]]. Быны кенәгәлә «Нильсон» фамилияһын (Джундың сәхнә псевдонимы) яңылышып «Уилсон» тип яҙыуҙары менән аңлаталар[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.949-1 [1]].

Малай донъяға килгәс, уны олатаһы, универмагта биҙәүсе булып эшләгән ерән ирланд Джон Джозеф Николсон менән өләсәһе Этель Мэй Николсон ҡарай[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.947-1 [1]]. Олатаһы тураһында Джек һуңыраҡ былай тип яҙа: «Шым, бойоҡ, бик нескә күңелле кеше»2008 (инг.)баш. (инг.)баш.. Джек үҫкән саҡта олатаһы менән өләсәһенең үҙ атаһы һәм әсәһе икәнлегендә бер тамсы ла шикләнмәй[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.947-1 [1]]. Тик 1974 йылда ғына йәшерен мәғлүмәтте асҡан Time журналы репортёры актёрға дөрөҫөн әйтә: «апаһы» Джун — ғәмәлдә уның әсәһе[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.947-1 [1]]. Әммә Джун 1963 йылда уҡ рактан вафат булған, ә Этель 1970 йылда баҡыйлыҡҡа күскән була[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.947-1 [1]]. Журналистың әйткәндәрен Николсондың һеңлеһе Лоррейн раҫлай, ул да, башҡалар кеүек үк, актёрҙың атаһы кем булғанын белмәй[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.947-1 [1]].

Уҡыу йылдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1945 йылда Этелдең эштәре алға бара, ғаилә Нептьюндың Алтынсы урамындағы бер ҡатлы бунгалонан ҡаланың эшсе биҫтәһендәге ике ҡатлы йортҡа күсә.[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9416-1 [1]] . Иртә һайын һигеҙ йәшлек Джекҡа яңы йорттан Штайнер-авеню 2 адресында урынлашҡан Теордор Рузвельт исемендәге мәктәпкә ете квартал үтеп уҡырға йөрөргә тура килә[13]. Нәҡ шунда Николсон беренсе тапҡыр театр постановкаһында ҡатнаша, унда Managua, Nicaragua (инг.)баш.[13] тигән джаз йырын башҡара.

Джек юғары мәктәпкә барырға йыйынғанда, ғаилә тағы бер тапҡыр күсенә: был юлы — Спринг-Лэйк (инг.)баш. (инг.)баш.[13][14] бороһына, унда Мерсер-авенюла Этель үҙенең косметика кабинетын аса[13]. Һуңыраҡ Джек ул саҡта өләсәһенең килеме йылына 5 мең долларға еткәнлеген телгә ала 2008 (инг.)баш. (инг.)баш.. Этель ейәне өсөн мәктәпте оҙаҡ эҙләй һәм Манаскуан өлкән мәктәбен оҡшата[13]. 1950 йылда Николсонды был уҡыу йортона ҡабул итәләр, үҫмергә «Йыуан» (ингл. Chubs) тигән ҡушамат тағыла, сөнки ул дүрт йәштән артыҡ ауырлыҡ менән яфалана[13]. Киләһе ун йыл буйы Джек үҙен ирештереүселәрҙе туҡмауҙан бушамай[15]. Тик буйы биш фут туғыҙ дюймға еткәс кенә, класташтары был ҡушаматты үҫмерҙең фамилияһын ҡыҫҡартыуҙан яһалған «Ник»ҡа алмаштыра[15]. Мәктәп йылдарында Николсон бейсбол менән әүҙем шөғөлләнә, әммә мәктәп футбол командаһының экипировкаһы өсөн яуаплы булырға тигән тәҡдимде алғас, ул шатланып риза була[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9417-1 [1]]. Бер нисә айҙан Джек футболды баскетболға алмаштыра, был уның яратҡан спорт төрөнә әйләнә[15]. Спорт менән шөғөлләнеүҙән тыш, Николсон мәктәптең The Blue and Gray гәзите репортёры булып китә һәм унда мәктәптең спорт командалары ҡаҙаныштары тураһында яҙып тора[15]. Мәктәп етәкселеге нәшер иткән Treasure Chest тигән китапта Николсон тураһында «шаян һәм һәйбәт кеше», «яҙыусы» тигән һүҙҙәр бар[15].

Николсон тураһында уҡытыусылары төрлө фекерҙә була: латин теле уҡытыусыһы Рут Уолш Джекты тәртипһеҙ булып күренгәне өсөн иң алға үҙенең ҡаршыһына ултыртыр була, ә инглиз теле уҡытыусыһы мисс Белтинг бер ҡасан да уның менән уртаҡ тел таба алмай[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9418-1 [1]]. Джек мәктәптә ҡуйылған спектаклдәрҙә ҡатнаша[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9418-1 [1]]. Джон Патриктың «Сәйер миссис Сэвидж» тигән пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдәге Ганнибал роле өсөн «Иң яҡшы өлкән класта уҡыған актёр» тигән титул бирелә[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9418-1 [1]].

Актёрлыҡ оҫталығына өйрәнеү. Тәүге ролдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

MGM компанияһының элекке штаб-фатиры

1955 йылда Николсон актёр булырға тигән ҡәтғи ҡарарға килә. Уға Джеймс Дин, Марлон Брандо һәм Фрэнк Синатра айырыуса оҡшай[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9423-1 [1]]. Ҡапыл ғына актёр булып китә алмаҫын аңлап, Джек MGM (инг.)баш. (инг.)баш.[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9423-1 [1]] компанияһының мультипликация бүлегенә эшкә урынлаша. Уға аҙнаһына 30 доллар түләйҙәр, был аҙ була, әлбиттә: «Мин бөтә эште эшләй инем. Һөт таратам, ҡағыҙҙы ҡырҡам, йәбештерәм, өйәм, мультипликаторҙарҙы күп итеп әҙерләнгән ҡағыҙ һаҡламы менән бәхетле итеп торам», — тип һөйләй Николсон[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9423-1 [1]].

Шул уҡ йылды Николсон өләсәһенең йортонан почта бүлексәһе эргәһендәге ҡуртымға алынған фатирға күсә, ул эш урынына яҡын була[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9423-1 [1]]. Бында ул ике йыл эшләй[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9423-1 [1]]. Павильондарҙа бик күп кино йондоҙҙарын күрә, компания хеҙмәткәрҙәрен дә бөтәһен тиерлек исеме менән ятларға тура килә[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9423-1 [1]].

Джектың эш хаҡы бәләкәй, автомобиле лә юҡ[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9424-1 [1]]. Аниматор Оливер Каллахан уға үҙенең 1949 йылғы иҫке Chevrolet'һын 400 долларға тәҡдим иткәс, Николсон Нью-Джерсиҙа йәшәгән өләсәһенә, аҡса һорап, телеграмма һуға[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9424-1 [1]]. Йүнле аҡсаһы булмаһа ла, Джек мода менән бергә «атлай»: уның гардеробында һәр ваҡыт заманса фасон буйынса тегелгән күлдәк-салбар була.[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9424-1 [1]]
Джо Пастернак (уңда) — Николсон өсөн кинематографҡа юл ярған кеше

Джеймс Дин һәләк булғандан һуң бер көндән был хәлдән шаңҡыған Николсон MGM'ға килә һәм лифтта абруйлы продюсер Джо Пастернак (1901—1991) менән осраша[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9425-1 [1]]. Пастернак, Джектың ҡайғылы йөҙөн күреп, уға һүҙ ҡуша, шунан Николсондан тегенең актёр булырға теләге юҡмы икәнлеге менән ҡыҙыҡһына, Николсон, юҡ, ти[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9426-1 [1]]. Бер сәғәттән анимация бүлеге директоры Уильям Ханна Николсонды үҙенә саҡырып ала, бынан инде Николсон актёр буласағына тулы ышаныс менән ҡайтып китә[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9426-1 [1]].

1956 йылда Джек кастингта ҡатнаша [./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9426-1 [1]]. Пастернак уға ыңғай баһа бирә, әммә мәктәп түңәрәгенән башҡа бер күнекмәһе лә булмауын һыҙыҡ өҫтөнә ала[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9426-1 [1]]. Бынан тыш, Николсондың Нью-Джерси штатындағыларға хас һөйләшен дә төҙәтергә кәрәк була[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9426-1 [1]]. Пастернак Джекҡа сәхнә телмәре буйынса уҡытыусы тәҡдим итә [./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9426-1 [1]]. Ә Уильям Ханна тәҡдиме буйынса Николсон актёр оҫталығы курсына йөрөй башлай, уның менән бергә бында шулай уҡ йәш актёр Джо Флинн (инг.)баш. (инг.)баш. (1924—1974)[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9426-1 [1]] да шөғөлләнә. Ошо уҡ ваҡытта Николсон West Hollywood’s Players Ring театрына эшкә инә, 1956 йылдың июленән сентябренә тиклем «Чай и симпатия (инг.)баш. (инг.)баш.» (Роберта Андерсона (инг.)баш. (инг.)баш. пьесаһы буйынса)[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9426-1 [1]] спектаклендә статист була. Эш хаҡы аҙнаһына ни бары 14 доллар тәшкил итә[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9426-1 [1]].

Джефф Кори (инг.)баш. (инг.)баш. (1914—2002) Николсондың актёрлыҡ оҫталығына өйрәткән тәүге остазы була.

Ниһайәт, Джефф Кори Николсонға уның тәүге кинопробаға әҙер булыуы тураһында хәбәр итә[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9429-1 [1]]. 1958 йылдың яҙында Asbury Park Press гәзите: "Манаскуан өлкән мәктәбендә төп ролдәрҙә уйнаған Джек Николсон бөгөн «Плакса-убийца (инг.)баш. (инг.)баш.[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9430-1 [1]] тигән йәштәр триллерында уйнаясаҡ», тип яҙа.

Фильм һәр йәһәттән уңышһыҙ булып сыға, актёр Николсондың уйынына ла тәнҡит эләгә [./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9430-1 [1]].

Был фильмда, Николсондан башҡа, тағы бер исем генә әлеге ваҡытта яңғырауыҡлы булып ҡалған[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9431-1 [1]]. Ул — картинаның башҡарма продюсеры Роджер Корман[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9431-1 [1]]. Корман менән Николсон Джефф Кори курсында таныша, унда Корман яңы таланттар эҙләү менән мәшғүл булған була[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9432-1 [1]]. Джек —яңы фильмда төшөү өсөн идеаль кандидат[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9432-1 [1]]. «Николсон ныҡымыш булды. Ул Роджерҙан ҡурҡмай ине. Ул актёр, сценарист булырға, теләһә ниндәй эште башҡарырға теләй ине, бының өсөн үҙенә хас әрһеҙлекте файҙала ине», — тип яҙа Кормандың биографы Беверли Грэй[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9432-1 [1]].

«Мөхәббәт өсөн үтә һуң»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Харви Бермандың «Дикая езда (инг.)баш. (инг.)баш.» тигән драмаһында фетнәсел Джонни Вэррон ролен башҡарғандан һуң, Николсон Ричард Раштың әҙ бюджетлы «Слишком поздно для любви (инг.)баш. (инг.)баш.» тигән фильмында яуыз Бадди ролендә төшә [./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9438-1 [1]]. Режиссёр һөйләүенсә, фильм ул осор тәнҡитселәре уйлап сығарған «яңы тулҡын»ға ҡарай, шуның өсөн бик үтемле булып сыға. Әйткәндәй, сценарий яҙғанда Рашҡа ул саҡта бер кемгә лә билдәһеҙ Фрэнсис Форд Коппола ярҙам итә[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9438-1 [1]].

«Мәхшәрҙәр кибете»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Джек Николсон Уилбур Форс ролендә
Джек сделал всё точно так, как было написано в сценарии, но добавил собственную сочную мимику и жесты. Роджер редко давал режиссёрские указания. Он полагал, что актёры были в этом экспертами. К счастью, в случае с Джеком, так оно и было.
Чарльз Б. Гриффит, сценарист «Магазинчика ужасов»[16]

«Мәхшәрҙәр кибете» — Роджер Корман яңы фильмын шулай тип атай. Артур Кларктың «Үҙ һүҙле орхидея» тигән фәнни-фантастик хикәйәһен экранлаштырып төшөрөлгән фильмда ит ашаусы орхидеяның яңы төрөн асҡан ботаник уға тәкәббер әбеһен тотоп ашата[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9440-1 [1]].

Картина рекордлы ике көндә 27 мең долларға төшөрөлә, ә Николсон былай ти: «Мин съёмкаға барырға сыҡҡанда уҡ үҙемдең сикһеҙ сәйер булырға тейешлегемде белә инем, сөнки Роджер тәүҙә мине был ролгә алырға теләмәгәйне. Ҡыҫҡаһы, мин был ролде сценарийҙа яҙылғанса башҡарырға тейеш түгел инем, шунлыҡтан бик күп әкәмәт сәйерлектәр ҡылдым, былар, минеңсә, мәрәкә күренергә тейеш»[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9439-1 [1]]. Килеп еткәс кенә Джекҡа уның иҫке дуҫы Джон Шэнер менән бергә төшәсәге хаҡында хәбәр итәләр[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9439-1 [1]]. Корман Николсонға сценарийҙың һуңғы алты битен, ә Шэнерға тәүге алтыһын бирә[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9439-1 [1]]. Ҡалған биттәрҙе режиссёр икегә айырып йырта ла береһен — Джекҡа, икенсеһен Шэнерға тоттора[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9439-1 [1]]. «Шуның менән бөттө. Фильм тураһында беҙ белгәндәр шуның менән тамамланды. Мин уның хатта исемен дә белмәй инем. Миңә Шэнерҙы ундағы яртыны уҡып ишеттерергә күндерергә тура килде», — ти Николсон[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9439-1 [1]].

Шулай итеп, стоматологҡа килгән еңел аҡыллы мазохист Уилбур Форс Джектың иҫтә ҡалырлыҡ тәүге роле була[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9440-1 [1]].

«Ҡоҙғон»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1961—1963 йылдарҙа Николсон башлыса телесериалдарҙа һәм телефильмдарҙа төшә, улар араһында — «Морская охота (инг.)баш. (инг.)баш.», «Бронко (инг.)баш. (инг.)баш.» һәм «Гавайский глаз (инг.)баш. (инг.)баш.». 1963 йылда режиссёр Роджер Корман уны «Ҡоҙғон» тигән хоррор комедияһына икенсе пландағы ролгә саҡыра. Джектың персонажы — Рексфорд Бедлоу, ул Петер Лорре уйнаған Сихырсылар туғанлығы ағзаһы Адольфуса Бедлоуҙың улы була.

Сценарий Эдгар Аллан Поның[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9447-1 [1]] «Ҡоҙғон» тигән әҫәренең ирекле интерпретацияһына ҡорола һәм яҡшы итеп эшләнгән була. Уны мәхшәрле фильмдар оҫтаһы яҙыусы Ричард Мэтисон[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9447-1 [1]] яҙа.

Николсонға фильм төшөрөү майҙансығында иң сағыу «йондоҙҙар» булыуы бер ҙә ҡамасауламай [./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9447-1 [1]]. Джек Карлоффтың интонацияларына, Винсент Прайстың дикцияһына ҙур иғтибар бирә[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9447-1 [1]], Петер Лорре менән дуҫлаша.

«Ҡоҙғон» 1962 йылдың октябрендә төшөрөлөп бөтә[./Николсон_Джек#cite_note-McDougal.E2.80.942008.E2.80.94.E2.80.9448-1 [1]].

«Ҡурҡыу»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

"Ҡоҙғон"дан һуң Корман тағы ла бер мәхшәрле фильм —"Ҡурҡыу"ҙы төшөрә. Режиссёр артыҡ мәшәҡәттәрҙән ҡотолоу өсөн кастинг үткәреп тормайынса шул уҡ Николсон менән Карлоффты саҡыра, элгәрге картинаһынан ҡалған декорацияларҙы файҙалана[17]. Кормандың үткән фильмындағы кеүек үк, быныһында ла Николсон режиссёр урынына ултырып, бер нисә күренеште төшөрә.

Николсондың тәүге эштәре тәнҡитселәрҙең кире бабаһын ала Режиссёр Питер Богданович «Николсонды ошо фильмда күреп, насар актёр тип хәтерләп ҡалдым», ти, ә FilmThreat сайтындағы тәнҡитсе Фил Холл Джектың «Любовь императора Франции (инг.)баш. (инг.)баш.»[18] тигән фильмдағы Марлон Брандо кейеменән кейенгән булыуын билдәләй. Бынан тыш, Холл Николсондың уйынын «буш һәм бер төрлө» тип баһалай.

Артабанғы эштәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1960-сы йылдарҙа актёрға эш табыу ауыр булғанлыҡтан, Николсон йышыраҡ сценарийҙар өҫтөндә эшләү менән шөғөлләнә башлай. Бының һөҙөмтәһендә «Йәшен уртауы» (ингл. Thunder Island) (1963), «Ярһыуға осош» (1964), «Бер ҡайҙа ла булмаған ҡасыу» (1965) һәм «The Monkees» төркөмө тураһында реклама нәфис фильмы «Предводитель» (1968) тыуа. Был фильмдар әллә ни билдәлелек алмаһа ла, Николсонды тотороҡло эшмәкәрлек менән тәьмин итеп торалар.

Кинолағы карьераһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Голливудтың "Дан аллеяһы"нда Джек Николсон йондоҙо

Актёрлыҡ карьераһында өмөт күренмәгәс, Николсон тулыһынса  «камера артындағы»  эшкә — сценарист һәм режиссёр эшмәкәрлегенә күсә. Беренсе уңыш уға 1967 йылда «Трип» тигән фильм сценарийы аша килә, был фильм тулыһынса ЛСД ҡабул иткән төп геройҙың  галлюцинацияларына нигеҙләнә. Фильмда Питер Фонда һәм Деннис Хоппер төшә. Питер Фонда и Деннис Хоппер. Ә Фонда менән тигән фильмында уйнаған Николсонға беренсе һәм бик ҙур актёрлыҡ уңышы ла килә. Ул эскесе адвокат  Джордж Хэнсон ролен башҡара һәм был роль өсөн үҙенең «Оскар»ға беренсе номинацияһын ала.  

Бынан һуңғы ролдәренән айырыуса иғтибарға лайыҡтары Хэл Эшбиҙың «Һуңғы наряд»  (1973), Роман Поланскиҙың «Ҡытай кварталы» (1974) тигән фильмдарҙа була. Икеһе өсөн дә Николсон иң яҡшы ирҙәр роле өсөн «Оскар» премияһына номинациялана. Ул шулай уҡ Кен Расселлдың «Томми» (1975) һәм  Микеланджело Антониониҙың  «Профессия: репортёр» (1975) тигән фильмдарында төшә.

Америка идолы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Николсон (уңда) һәм Денис Хоппер 62-се «Оскар» премияһы тапшырыу тантанаһында, 26 март, 1990 йыл

Николсон иң яҡшы ирҙәр роле өсөн беренсе «Оскар»ға Кен Кизиҙың «Кәкүк ояһы өҫтөнән осоп барғанда» тигән романының 1975 йылда Милош Форман ҡуйған киноверсияһында  Рэндл Патрик МакМёрфи роле өсөн лайыҡ була. Николсонға «Крёстный отец»та Майкл Корлеоне роле тәҡдим ителә, ләкин ул баш тарта.  

Бынан ары Николсон үҙенә хас булмаған ролдәргә тотона башлай. Мәҫәлән, «Һуңғы магнат» фильмында кескәй генә ролде — Коммунистар партияһы ағзаһы ролен башҡара, бында уға Роберт Де Ниро персонажы менән һуғышырға тура килә. Марлон Брандо менән бергә уйнау өсөн генә хатта Артур Пенндың «Миссури бөгөлдәре» тигән вестернында сирҡандырғыс ролгә лә бара. Шунан Николсондың режиссёрлыҡ дебюты була — «Көньяҡҡа йүнәлгәндә» комедия-вестерны.

Стивен Кинтың «Балҡыш» тигән романы буйынса 1980 йылда Стэнли Кубрик  ҡуйған фильмдағы роль Николсон карьераһында иң мөһимдәрҙең береһе булып тора. Үҙенең киләһе «Оскар»ын,  ике пландағы иң яҡшы ирҙәр роле премияһын, Николсон Джеймс Брукстың «Иркәләү һүҙҙәре» фильмында (1983) отставкалағы астронавт Гаррет Бридлав роле өсөн ала. 1980-се йылдарҙа  Николсон емешле эшмәкәрлеген дауам итә, «Почтальон һәр саҡ ике тапҡыр шылтырата» (1981), «Ҡыҙылдар» (1981), «Прицци ғаиләһенең намыҫы» (1985), «Иствик сихырсылары» (1987), «Шайтан таяғы» (1987) тигән фильмда ғаиләһенең намыҫы» һәм «Шайтан таяғы» фильмдарындағы ролдәре өсөн «Оскар»ға номинациялана.

1989 йылда Николсон «Бэтмен» фильмында Джокер ролен башҡара, был картина шаңҡытҡыс халыҡ-ара хитҡа әйләнә һәм отошло процентлы контракт  Николсонға яҡынса 60 миллион  доллар килтерә. 

АҠШ Диңгеҙ пехотаһы корпусы подразделениеһындағы үлтереш тураһында һөйләгән «Бер нисә һәйбәт егет» (1992) фильмындағы тиҙ ярһып китә торған холоҡло  полковник Натан Джессеп роле өсөн Николсон тағы бер «Оскар»ға номинациялана. 

 Николсондың насар ҡабул ителгән эштәре лә була. «Кешеләрҙең күңелһеҙлектәре» (1992) һәм «Хоффа» (1992) фильмдарындағы ролдәре өсөн бик насар актёр булараҡ «Алтын ҡурай еләге» премияһына номинациялана. Әммә шул уҡ «Хоффа»лағы роле менән  «Алтын глобус» премияһына ла тәҡдим ителә.

Николсон сираттағы «Оскар»ҙы режиссёр Джеймс Брукстың «Бынан да яҡшыраҡ булмаҫ» (1997) тигән фильмындағы обсессив-компульсив боҙоҡлоҡтан яфаланған неврозлы яҙыусы Мелвин Юдалл роле өсөн ала. 

Николсонға хас төп сифат  — ниндәй ролдә лә абсолют тәбиғилек.  Актёр күп амплуала ҙур оҫталыҡ күрһәтә, әммә гротеск элементтары булған характерлы ролдәрҙе айырыуса уңышлы башҡара. 

Николсон (һулда), Владимир Путин, Пита Уилсон һәм Никита Михалков XXIII Мәскәү халыҡ-ара кино фестивалендә ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар менән осрашыуҙа, 2001 йылдың 27 июне 

«Шмидт тураһында» (2002) тигән фильмда Николсон пенсияға сыҡҡан страховка компанияһы актуарийы ролен башҡара, уның геройы ҡатыны вафат булғандан һуң йәшәү мәсьәләләре тураһында баш вата башлай. Николсондың тыныс һәм тотанаҡлы уйыны элекке ролдәренә бөтөнләй оҡшамаған. Был роле менән  ул иң яҡшы ирҙәр роле өсөн тағы бер  «Оскар»ға номинациялана. 

«Асыуға идара итеү» тигән комедияла ул ярайһы уҡ тыныс холоҡло персонаж булған Адам Сэндлерға хис-тойғоларына хужа булырға өйрәтеү өсөн беркетелгән агрессив психиатрҙы уйнай. 

2003 йылда бер нисә фильмда уйнай, шул иҫәптән «Ҡағиҙәләргә буйһонған һәм буйһонмаған мөхәббәт» тигән картинала  өлкән йәштәге һөйәрҙе кәүҙәләндерә. 

2006 йылда  Николсон Мартин Скорсезеның «Оскар»лы «Мөртәттәр» тигән картинаһында Мэтт Дэймон менән Леонардо ди Каприо кәүҙәләндергән персонаждарҙың босы, аяуһыҙ ирланд мафиозийы    Фрэнк Костелло ролен башҡара. 

2013 йылдың сентябрендә Америка ваҡытлы матбуғат баҫмаларында Николсондың  актёрлыҡ  карьераһын тамамлауын иғлан итеүе  тураһында хәбәр итә. Сәбәбе  — хәтере насарланыу; актёр, имеш,  персонаждарының репликаларын   ятлай алмай, тип яҙа улар[19]. Тиҙҙән был хәбәр кире ҡағыла һәм «100 % менән ялған» тип баһалана. 

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Николсон ике меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ менән бәйләнешкә инеүе тураһында белдерә. Актёр бер тапҡыр ғына өйләнгән. Уның төрлө ҡатындарҙан биш балаһы бар.  

Балалары:

  • Дженнифер Николсон (1963) — элекке ҡатыны Сандра Найттан (никахтары 1962 йылдың 17 июненән 1968 йылдың 8 авгусына тиклем дауам итә);
  • Калеб Годдард (1970) — «Биш еңел пьеса» фильмында бергә уйнаған Сьюзан Анспачтан  (Николсондың атайлығы раҫланмаған);
  • Хани Холлман (1981) — дат моделе Винни Холлмандан;
  • Лорейн Николсон (1990) һәм Рэймонд Николсон (1992) — Ребекка Бруссардтан.

Беверли-Хиллздағы Маллһолланд Драйвта, Николсон йортоноң күршеһендә, бер нисә йыл Марлон Брандо  йәшәй. Уоррен Битниҙың йорто ла шул тирәлә була. Ахырҙа был урамды «Йүнһеҙ егеттәр урамы» тип йөрөтә башлайҙар. 2004 йылда Брандо вафат булғас, Николсон уның  бунгалоһын 6.1 млн долларға һатып ала[20].

Граумандың Ҡытай театрында Николсондың аяҡ һәм ҡул эҙҙәре

Актёр көнбайыш йолалы католик булараҡ тәрбиәләнһә лә, 1992 йылда Vanity Fair журналына биргән интервьюһында әлеге мәлдә Аллаға ышанмауы хаҡында белдерә. Николсон үҙе аборттарға ҡаршы булһа ла, уларҙы рөхсәт итеү яғында сығыш яһай[21]. Ул АҠШ Демократик партияһы яҡлы һәм уның һайлау кампанияларына иғәнәләр индерә [22].

Николсон — Нью-Йорк Янкиз и Лос-Анджелес Лейкерс командаларының көйәрмәне. Һуңғы 25 йылда ул The Forum һәм Staples Center стадиондарында булған бер уйынды ла ҡарамай ҡалдырмаған. Николсондың судьялар менән талашҡан, хатта баскетбол майҙанына йүгереп килеп сыҡҡан осраҡтары ла булған[23]. Лейкерстың өйҙәге осрашыуҙарын ҡалдырмауын белгәнлектән, киностудиялар  съёмкалар графигын оманда уйындары исемлеге менән яраштырырға мәжбүр [24]. 2004 йылда Николсон, элекке класташтарын шаҡ ҡатырып һәм шатландырып, мәктәп тамамлаусылар осрашыуына (мәктәпте тамамлауға 50 йыл тулыу уңайынан үткәрелгән сараға) килә[25].

 Николсондың яратҡан шөғөлдәренең береһе — заманса картиналар һәм 20 быуат картиналарын йыйыу. Актёрҙың иң яратҡан рәссамы — Джек Веттриано[26].

 2011 йылда  Джек Николсондың Голливудтағы йорто (ул уны  1975 йылдан алып ҡуртымға биреп торған була) тулыһынса янып бөтә. Янғын менән 85 янғын һүндереүсе көрәшә, икеһе дауаханаға эләгә[27][28].

Фильмография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыл Русса исеме Төп телдә исеме Роль
1958 ф Плакса-убийца The Cry Baby Killer Джимми Уоллес
1960 ф Слишком поздно для любви Too Soon to Love Бадди
1960 с Мистер Лаки Mr. Lucky Мартин
1960 ф Дикая гонка The Wild Ride Джонни Вэррон
1960 ф Магазинчик ужасов The Little Shop of Horrors Уилбур Форс
1960 ф Стадс Лониган Studs Lonigan Уири Райлли
1961 с Истории Уэллс-Фарго Tales of Wells Fargo Том Уошбёрн
1961 с Морская охота Sea Hunt Джон Старк
1961 с Бронко Bronco Боб Дулин
1962 тф Маленькая Эми Little Amy тренер
1962 с Гавайский глаз Hawaiian Eye Тони Морган
1962 ф Заброшенная земля The Broken Land Уилл Брошес
1963 ф Ворон The Raven Рексфорд Бедлоу
1963 ф Страх The Terror лейтенант Андре Дювалье
1964 ф Лейтенант Пулвер Ensign Pulver Долан
1964 ф Полёт к ярости Flight to Fury Джей Уикхем
1964 ф В ад с чёрного хода Back Door to Hell Бёрнетт
1965 ф Побег в никуда Ride in the Whirlwind Уэс
1966 с Доктор Килдаре Dr. Kildare Джейми Эйнджел
1966 ф Перестрелка The Shooting Билли Спир
1966 с Путешествие ко дну моря Voyage to the Bottom of the Sea член команды; в титрах не указан
19661967 с Шоу Энди Гриффита The Andy Griffith Show Марвин Дженкинс / мистер Гарланд
1967 ф Резня в день Святого Валентина The St. Valentine's Day Massacre Гино; в титрах не указан
1967 ф Ангелы ада на колёсах Hells Angels On Wheels Поэт
1967 с Пушки Уилла Соннетта The Guns of Will Sonnett Том Мёрдок
1968 ф Псих-Аут Psych-Out Стоуни
1968 ф Предводитель Head кинорежиссёр в ресторане; в титрах не указан
1969 ф Беспечный ездок Easy Rider Джордж Хэнсон
1970 ф Возмутители спокойствия The Rebel Rousers Банни
1970 ф В ясный день увидишь вечность On a Clear Day You Can See Forever Тэд Прингл
1970 ф Пять лёгких пьес Five Easy Pieces Роберт Эроика Дюпи
1971 ф Познание плоти Carnal Knowledge Джонатан Фёрст
1971 ф Безопасное место A Safe Place Митч
1972 ф Король Марвин Гарденс The King of Marvin Gardens Дэвид Штеблер
1973 ф Последний наряд The Last Detail Билли Баддаски
1974 ф Китайский квартал Chinatown Дж. Дж. «Джейк» Гиттс
1975 ф Профессия: репортёр Professione: Reporter Дэвид Локк
1975 ф Томми Tommy доктор
1975 ф Судьба The Fortune Оскар Салливан / Оскар Дикс
1975 ф Пролетая над гнездом кукушки One Flew Over the Cuckoos Nest Рэндл Патрик Макмёрфи
1976 ф Излучины Миссури The Missouri Breaks Том Логан
1976 ф Последний магнат The Last Tycoon Бриммер
1978 ф Направляясь на юг Goin' South Генри Ллойд Мун; также режиссёр
1980 ф Сияние The Shining Джек Торренс
1981 ф Почтальон всегда звонит дважды The Postman Always Rings Twice Фрэнк Чэмберс
1981 ф Рэгтайм Ragtime пират на пляже; в титрах не указан
1981 ф Красные Reds Юджин О'Нил
1982 ф Граница The Border Чарли Смит
1983 ф Язык нежности Terms of Endearment Гарретт Бридлав
1985 ф Честь семьи Прицци Prizzi's Honor Чарли Партанна
1986 ф Ревность Heartburn Марк Форман
1987 ф Иствикские ведьмы The Witches of Eastwick Дэрил ван Хорн
1987 ф Телевизионные новости Broadcast News Билл Рорич
1987 ф Чертополох Ironweed Фрэнсис Фелан
1989 ф Бэтмен Batman Джокер / Джек Напьер
1990 ф Два Джейка The Two Jakes Дж. Дж. «Джейк» Гиттс; также режиссёр
1992 ф Людские неприятности Man Trouble Юджин Эрл Экслайн / Гарри Блисс
1992 ф Несколько хороших парней A Few Good Men полковник Натан Р. Джессеп
1992 ф Хоффа Hoffa Джеймс Р. «Джимми» Хоффа
1994 ф Волк Wolf Уилл Рэнделл
1995 ф Постовой на перекрёстке The Crossing Guard Фредди Гейл
1996 ф Кровь и вино Blood and Wine Алекс Гейтс
1996 ф Вечерняя звезда The Evening Star Гарретт Бридлав
1996 ф Марс атакует! Mars Attacks! президент Джеймс Дэйл / Арт Лэнд
1997 ф Лучше не бывает As Good as It Gets Мелвин Юдолл
2001 ф Обещание The Pledge Джерри Блэк
2002 ф О Шмидте About Schmidt Уоррен Шмидт
2003 ф Управление гневом Anger Management доктор Бадди Райделл
2003 ф Любовь по правилам и без Something's Gotta Give Гарри Сэнборн
2006 ф Отступники The Departed Фрэнсис «Фрэнк» Костелло
2007 ф Пока не сыграл в ящик The Bucket List Эдвард Коул
2010 ф Как знать... How Do You Know? Чарльз

Награды и номинации[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Николсон номинировался на премии за лучшую роль (главную или второго плана) в пяти разных десятилетиях: 1960-х, 1970-х, 1980-х, 1990-х и 2000-х. Единственный актёр, достигший аналогичного — Майкл Кейн. С 12-ю номинациями на Оскар (8 за лучшую главную роль и 4 за роль второго плана), Николсон является самым номинированным актёром за всю историю киноакадемии. С 3-мя завоёванными премиями он находится на одной ступени с Уолтером Бреннаном и Дэниелом Дэй-Льюисом по наибольшему количеству наград за актёрскую работу среди мужчин (но, в отличие от Николсона, Бреннан все свои премии завоевал за роли второго плана).

Награда Год Категория Фильм Результат
Оскар 1970 Лучшая мужская роль второго плана Беспечный ездок Номинация
1971 Лучшая мужская роль Пять лёгких пьес Номинация
1974 Лучшая мужская роль Последний наряд Номинация
1975 Лучшая мужская роль Китайский квартал Номинация
1976 Лучшая мужская роль Пролетая над гнездом кукушки Еңеү
1982 Лучшая мужская роль второго плана Красные Номинация
1984 Лучшая мужская роль второго плана Язык нежности Еңеү
1986 Лучшая мужская роль Честь семьи Прицци Номинация
1988 Лучшая мужская роль Чертополох Номинация
1993 Лучшая мужская роль второго плана Несколько хороших парней Номинация
1998 Лучшая мужская роль Лучше не бывает Еңеү
2003 Лучшая мужская роль О Шмидте Номинация
BAFTA 1970 Лучшая мужская роль второго плана Беспечный ездок Номинация
1975 Лучшая мужская роль Последний наряд/Китайский квартал Еңеү
1977 Лучшая мужская роль Пролетая над гнездом кукушки Еңеү
1983 Лучшая мужская роль второго плана Красные Еңеү
1990 Лучшая мужская роль второго плана Бэтмен Номинация
2003 Лучшая мужская роль О Шмидте Номинация
2007 Лучшая мужская роль второго плана Отступники Номинация
Золотой глобус 1970 Лучшая мужская роль второго плана Беспечный ездок Номинация
1971 Лучшая мужская роль в драме Пять лёгких пьес Номинация
1972 Лучшая мужская роль в драме Познание плоти Номинация
1974 Лучшая мужская роль в драме Последний наряд Номинация
1975 Лучшая мужская роль в драме Китайский квартал Еңеү
1976 Лучшая мужская роль в драме Пролетая над гнездом кукушки Еңеү
1982 Лучшая мужская роль второго плана Красные Номинация
1984 Лучшая мужская роль второго плана Язык нежности Еңеү
1986 Лучшая мужская роль в комедии или мюзикле Честь семьи Прицци Еңеү
1988 Лучшая мужская роль в драме Чертополох Номинация
1990 Лучшая мужская роль в комедии или мюзикле Бэтмен Номинация
1993 Лучшая мужская роль второго плана Несколько хороших парней Номинация
Лучшая мужская роль в драме Хоффа Номинация
1998 Лучшая мужская роль в комедии или мюзикле Лучше не бывает Еңеү
1999 Премия Сесиля Б. Де Милля Еңеү
2003 Лучшая мужская роль в драме О Шмидте Еңеү
2004 Лучшая мужская роль в комедии или мюзикле Любовь по правилам и без Номинация
2007 Лучшая мужская роль второго плана Отступники Номинация
Премия Гильдии киноактёров США 1998 Лучшая мужская роль Лучше не бывает Еңеү
2003 Лучшая мужская роль О Шмидте Номинация

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #118587633 // Jack Nicholson (нем.) — 2012—2016.
  2. Jack Nicholson // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. Jack Nicholson // Discogs (ингл.) — 2000.
  4. Jack Nicholson Biography (ингл.). Bio. Дата обращения: 2012-2-6. 2012 йыл 1 сентябрь архивланған.
  5. The best Michael Caine? Not many people know that… (ингл.). TollySpotting. Дата обращения: 2012-2-6. 2013 йыл 16 июнь архивланған.
  6. Biography of Jack Nicholson (ингл.). Дата обращения: 2012-2-6.
  7. 1992 RAZZIE® Nominees & "Winners" (ингл.). Razzie Awards. Дата обращения: 28 декабрь 2011. 2012 йыл 31 август архивланған.
  8. 8,0 8,1 McDougal, 2008, p. 15
  9. Marx, Arthur. On His Own Terms. Cigar Aficionado (1995). Архивировано 5 август 2012 года. 2010 йыл 31 март архивланған.
  10. Douglas Edward. Jack: The Great Seducer — The Life and Many Loves of Jack Nicholson. — New York: Harper Collins, 2004. — P. 14. — ISBN 0-06-052047-7.
  11. McDougal, 2008, p. 11
  12. Berliner, Eve.
  13. 13,0 13,1 13,2 13,3 13,4 13,5 McDougal, 2008, p. 16
  14. Nicholson, Jack.
  15. 15,0 15,1 15,2 15,3 15,4 McDougal, 2008, p. 17
  16. McDougal, 2008, p. 40
  17. Nearer My Corman to Thee (ингл.). BrightLights. Дата обращения: 2012-4-7.
  18. THE BOOTLEG FILES: THE TERROR (ингл.). FilmThreat. Дата обращения: 2012-4-7.
  19. Джейд Уоткинс. Has Jack Nicholson given up Hollywood? Movie legend 'retires from acting after he suffers from memory loss' (ингл.). Daily Mail (4 сентябрь 2013). Дата обращения: 2013-9-4.
  20. Movie & TV News — WENN 2010 йыл 12 май архивланған. (9 августа 2006) (инг.)(англ.
  21. The Religious Affiliation of Jack Nicholson great American actor 2015 йыл 9 октябрь архивланған. (инг.)(англ.
  22. Arnold Schwarzenegger a Rare Republican in Hollywood (инг.)(англ.
  23. Nicholson gets court rage (инг.)(англ.
  24. Movie News Columns 2009 йыл 30 ғинуар архивланған. (инг.)(англ.
  25. McDougal Dennis. Five Easy Decades: How Jack Nicholson Became the Biggest Movie Star in Modern Times. — Wiley, 2007. — P. 8, 278. — ISBN 0-471-72246-4.
  26. Jack Vettriano
  27. В Голливуде сгорел дом Джека Николсона
  28. В Голливуде сгорел дом Джека Николсона.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Деннис Макдугал. . — John Wiley & Sons, 2008.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]