Эстәлеккә күсергә

Дени Дидро

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Дидро Дени битенән йүнәлтелде)
Дени Дидро
франц. Denis Diderot
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Франция короллеге[d]
Тыуған көнө 5 октябрь 1713({{padleft:1713|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1][3][4][…]
Тыуған урыны Лангр[d][5][6][7]
Вафат булған көнө 31 июль 1784({{padleft:1784|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[2][3][4][…] (70 йәш)
Вафат булған урыны Париж, Франция короллеге[d][2][5]
Ерләнгән урыны Церковь Святого Роха[d]
Атаһы Didier Diderot[d]
Хәләл ефете Anne-Antoinette Diderot[d]
Балалары Angélique Diderot[d]
Туған тел Француз теле
Яҙма әҫәрҙәр теле Француз теле
Һөнәр төрө фәлсәфәсе, романист, эссеист, энциклопедисты, художественный критик, драматург, әҙәби тәнҡитсе, корреспондент, тәржемәсе, тарихсы, политолог, лексикограф, яҙыусы, теоретик искусства, литературный теоретик
Эшмәкәрлек төрө сәнғәт башҡарыу төрҙәре[d]
Уҡыу йорто лицей Людовика Великого[d]
Лицей Сен-Луи[d]
Париж университеты
Уҡыусылар Paul Boësnier de l'Orme[d]
Әүҙемлек урыны Париж[2] һәм Санкт-Петербург[2]
Партнёр в спорте или профессии Жан Лерон д’Аламбер[d]
Сәнғәт йүнәлеше энциклопедисты[d] һәм Материализм
Ойошма ағзаһы Пруссия фәндәр академияһы[d], Рәсәй Фәндәр академияһы һәм Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d]
Йоғонто яһаусы Аристотель, Спиноза Бенедикт һәм Вольтер
Рәсми сайт denis-diderot.com
Изображается на statue of Denis Diderot[d]
Вики-проект Проект:Математика[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Милли сәнғәт галереяһы[d], Метрополитен-музей[d], Museum De Lakenhal[d] һәм Муниципальный музей (Гаага)[d][8]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][9]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Denis Diderot
 Дени Дидро Викимилектә

Дени́ Дидро́ (франц. Denis Diderot; 5 октябрь 1713({{padleft:1713|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1][3][4][…], Лангр[d][5][6][7]31 июль 1784({{padleft:1784|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:31|2|0}})[2][3][4][…] (70 йәш), Париж[2][5]) — француз яҙыусыһы, философы, тәүге "Энциклопедия, йәки фән, сәнғәт һәм һөнәрҙәрҙең аңлатмалы һүҙлеге"н булдырыусы һәм драматург (1751). Петербург фәндәр академияһының сит илдән булған почетлы ағзаһы (1773)[10].

Вольтер, Руссо, Шарль де Монтескьё, Д’Аламбер һәм башҡа энциклопедистар менән бергә Дидро Өсөнсө ҡатлам идеологы һәм Мәғрифәтселек дәүере кешеләренең аңын Бөйөк француз революцияһына әҙерләгән аҡыл эйәһе.

Почтовый конверт России, 2013 год

Дени Дидро Лангр ҡалаһында тыуған (Шампань провинцияһы). Атаһы- Дидье Дидро (1685—1759), бысаҡ оҫтаһы һәм метрдотель, әсәһе- Анжелика Вигнерон (1677—1748). Ғаиләләге алты баланың икеһе бәләкәй саҡта уҡ вафат булған. Артур МакКэндлес Уилсон һүҙҙәренә ҡарағанда, Дени Дидро үҙенең ике туған һеңлеһе Дениз менән һоҡланған, ҡайһы саҡта уны «ҡатын-ҡыҙ затындағы Сократ» тип атаған[11].

Башта Дидро Лангрестағы иезуиттар колледжында уҡый,1732 йылда гуманитар фәндәр буйынса магистр дәрәжәһен ала (философиянан). Шунан Париж университетындағы д `Аркур (Le collège d’Harcourt)колледжына уҡырға инә. 1735 йылда руханиҙар рәтенә баҫыуҙан баш тарта[12] һәм бының урынына Парижда юридик факультета уҡый башлай. Оҙаҡламай, 1740 йылдар башында ул яҙыусы һәм әржемәсе булырға ҡарар итә[12]. Улының университета уҡыуын ташлағаны өсөн атаһы унан баш тарта, һәм ун йыллап тирәһе Дени художество интеллигенцияһы вәкиле (богема) тормошон алып бара[13].

1742 йылда ул Жан-Жак Руссо менән дуҫлаша, уның менән Café de la Régence кафеһында таныша[12]. 1743 йылда атаһы менән араһы тағы нығыраҡ алыҫлаша, сөнки Дени бик диндар католик ҡыҙ Антуанетта Чампионға өйләнә (Anne-Antoinette Champion; 1710—1796)[12]. Дидро ғаиләһе был никахҡа бөтөнләй ҡаршы сыға, сөнки Дениҙан өс йәшкә тиерлек өлкәнерәк Антуанетта түбәнге ҡатламдан сыҡҡан, белемһеҙ тиерлек, бирнәһеҙ ҡыҙ була. 1743 отябрендә йәш ғаиләлә ҡыҙҙары Анжелика тыуа.

Төрлө өлкәләрҙә бик күп белемгә эйә булған Дидро 1751 йылда донъялағы иң тәүге төрлө ғилем өлкәләренән белем тупланған китап- " Энциклопедия"ны баҫтырып сығара, 1751—1766 йылдарҙа уның барлығы 17 томы сыға.

1765 йылда Дидро үҙенең матди хәлен яҡшыртыр һәм ҡыҙына бирнә йыйыр өсөн киң билдәле китапханаһын һатырға була[14]. Уның дуҫы, 1762 йылдан Рәсәйҙең Париждағы илсеһе, кенәз Д. А. Голицын Екатерина II-гә был коллекцияны һатып алырға кәңәш бирә[15]. Рәсәй императрицаһы Екатерина II яҙыусының китапханаһын бик ҡиммәт хаҡҡа һатып ала (15 000 ливр), Дидро китапханасы вазифаһына билдәләнә, уға был китапхана менән ғүмеренең аҙағынаса ҡулланыу хоҡуғы бирелә. Китаптарҙы бының өсөн махсус ҡуртымға алынған өйгә күсерәләр. 1785 йылдың октябрендә, Дидро үлгәндән һуң, уның китапханаһын Санкт-Петербургҡа алып ҡайталар һәм Эрмитаждың бер залына ҡуялар. Ләкин был китапханалағы китаптар беҙҙең көнгәсә бер урында һаҡланмаған, улар төрлө китпаханаларға таралған[16][14].

Екатеринаның киң күңеллелеге өсөн рәхмәт йөҙөнән Дидро уның бик күп йомошон үтәй. Шуныһы мәғлүм, Дидроның рус мәҙәниәте һәм сәнғәте алдында күрһәткән хеҙмәттәре бик ҙур, заманында Рәсәйҙә уны бик ныҡ хөрмәт итәләр[17]. Дидро батшабикә менән хат алышҡан, Рәсәйҙә художество буйынса белем биреү һәм практика буйынса кәңәштәр биргән, император һарайы өсөн төрлө сәнғәт әҫәрҙәре алыу тураһында ҡушылған йомоштарҙы үтәгән: « Ысынында тап Дидро кенәз Д. А. Голицындың ышаныслы кешеһе булараҡ Эрмитаждағы Көнбайыш Европа коллекцияһының нигеҙен һалған , һәм был вазифала бик ҙур әһәмиәткә эйә булған шәхси коллекцияларҙы, шул иҫәптән барон Кроз коллекцияһын, Рәсәй өсөн һатып алыуҙа ҙур роль уйнаған»[18]. Кроздың коллекцияһын һатып алыу тураһындағы һөйләшеүҙәр йыл ярым барған,Рәсәйгә был коллекция 460 000 ливрға төшкән. Бынан һуң да Дидро Рәсәй өсөн шедеврҙар һатып алыу менән шөғөлләнгән . Бынан тыш, Дидроның тәҡдиме буйынса скульптор Этьен Фальконе Рәсәйгә Петр Беренсегә һәйкәл (Медный всадник) эшләр өсөн Голицын тарафынан саҡырыла; тап француз уҡымышлыһы был һәйкәлде ҡуйыу идеяһын беренсе башлап әйткән тигән фекер ҙә бар .

Дидроның мадмуазель Бабути (Mlle. Babuti), Мадлен де Пуазье (Madeleine de Puisieux), Софи Волланд (Sophie Volland) һәм мадам де Мод (Mme de Maux) менән эштәре була[19]. Уның Софи Волландҡа яҙған хаттары асыҡтан-асыҡ итеп яҙылған, улар « ун һигеҙенсе быуат әҙәбәиәте хазиналары» иҫәбенә инә[20].

Дидро Парижда 1784 йылдың 31 июлендә үпкә эмфиземаһынан вафат була[21].

1757 йылда ул тәүге «Никахһыҙ тыуған ул» (франц. Un fils naturel), ә 1758 йылда — «Ғаилә башлығы» (франц. Père de famille) тигән пьесалар яҙа. Әҫәрҙәрҙең исемдәре үк унда ғаилә мәнәсәбәттәре тураһында һүҙ барыуы тураһында һөйләләй. Тәүгеһендә Дидро никахһыҙ тыуған балаларҙың хоҡуҡтарын, ә икенсеһендә— егет кешенең атаһы ҡушҡан ҡыҙға түгел, ә үҙе яратҡан ҡыҙға өйләнеү хоҡуғын яҡлай. Был пьесаларҙа барған әңгәмәләрҙә Дидро яңы драма сәнғәте төрөн булдыра, уны Дидро «етди жанр» тип атай. Классик театрҙа ҡаһарман юғары ҡатлам кешеләрен күрһәткән трагедия менән ябай көндәлек темалар менән ябай ҡатлам кешеләрен һүрәтләгән комедиялар күрһәтелә. Трагедия менән комедияның араһында яңы жанрҙың, драманың, барлыҡҡа килеүе буржуазияның әҙәбиәткә булған йоғонтоһо ни тиклем көслө булғанын күрһәтә.

«Етди жанр» артистократтар менән түбән ҡатлам кешеләре араһындағы, юғары хистәр менән көндәлек хистәр араһындағы сиктәрҙе юҡҡа сығара.Трагедияға хоҡуҡ юғары ҡатламдың айырым хоҡуғы булыуҙан туҡтай. Дидро тәғлимәте буйынса, ярлы кешегә лә тулҡынландырғыс, юғары хистәр хас. Икенсе яҡтан, аристократтар араһында ла көлкөлө, ҡыҙыҡ хәлдәр осрай. Буржуазия дворяндар менән үҙе араһындағы сиктәрҙе юҡҡа сығарырға тырышһа, Дидро төрлө ҡатламдар араһындағы сиктәрҙе әҙәби жанрҙарҙа юҡҡа сығара. Бынан ары трагедия кешелеклерәк була бара. Характерҙарҙы рациональ итеп һынландырыу урынына тере кешеләрҙе тормошсан итеп күрһәтеү килә. Хистәр күрһәтеү һәм өгөт-нәсихәт биреү — яңы жанрҙың төп һыҙаттары, ғаилә менән әхлаҡ мәсьәләләре— уның төп темалары, яҡшы күңелле буржуа һәм крәҫтиәндәр—төп геройҙары.

Яңы театр Уҡымышлы быуат маҡсаттарына ярашлы була, театр азатлыҡ идеяларын таратыусыға әйләнгән, кеше тәбиғәтенә кире әйләнеп ҡайта. Ул батыр ата-бабалары тураһында хәтирәләр һаҡламаған, үҙ йортон, ғаиләһен яратҡан һәм көндәлек мәшәҡәттәр менән йәшәгән буржуазияның зауығына тап килгән.

Тәбиғәткә тоғролоҡ, классик шартлылыҡтан баш тартыу, сәнғәттә өгөт-нәсихәттең әһәмиәте— сәнғәт тәнҡитсеһе һәм теоретияһы белгесе булараҡ Дидро шуларҙы яҡлай. Ул әҙәбиәт тураһында ғына түгел, һынлы сәнғәт («Салондар») һәм актёрлыҡ сәнғәте («Актёр тураһында ғәжәп фекер») тураһында ла яҙа. "Салондар"ында ул майлы һүрәт менән скульптураны әҙәбиәткә яҡынайта, «әҙәпле картиналар» талап итә һәм һынлы сәнғәтте кеше аҡылына тәьҫир итә торған бер сара итеп ҡарай." Актёр тураһында ғәжәп фекер" әле лә әһәмиәтен юғалтмаған. Актёр уйлап, кеше тәбиғәтен өйрәнеп, һәр саҡ ниндәйҙер бер идеаль үрнәккә оҡшарға тырышып, үҙ хыялына, хәтеренә эйәреп уйнарға тейеш— бындай актёр һәр саҡ камил буласаҡ.

Портрет Дени Дидро

Дидроның драмалары хәҙер тарихи күҙлектән генә ҡыҙыҡһындыралар, ә уның повестары әле лә ҡыҙыҡһыныу уята. Уның геройҙары ғәҙәти шарттарҙа йәшәй, улар- үҙ дәүере йәмғиәте вәкиле.

Дидроның беллетристикаһынан «Жак Фаталист» (франц. Jacques le fataliste, 1773) менән «Племянник Рамо» (франц. Le Neveu de Rameau (иң яҡшы әҫәре, үҙе үлгәндән һуң сыҡҡан) — уҡыусыларға иң билдәле әҫәрҙәре[22][23][24]. «Жак Фаталист» — ике дуҫтың сәйәхәте һәм мажаралары тураһындағы повесть. Икенсе повесында Дидроның геройы Рамо— талантлы, иҫ киткес оятһыҙ, төрлө ваҡытта төрлө халәткә инә белгән бер бәндә. Ул — алдашыу һәм мутлашыу буйынса виртуоз, шуға күрә ул яраҡлаша белә, ул ниндәй ҙә булһа әхлаҡ ҡағиҙәләре тигән нимәне уйлап та бирмәй. Ул- индивидуалист.

«Монахиня» (франц. La religieuse) повесында Дидро әхлаҡһыҙлыҡ хөкөм һөргән монастырь тормошон һүрәтләй. Йәш ҡыҙ исеменән Дидро ҡатын-ҡыҙҙар монастырындағы тәртиптәрҙе тәнҡитләй. «Монахиня» XVIII быуаттағы иң яҡшы француз повестарының береһе тип атайҙар. «La religieuse» — XVIII быуаттағы дингә ҡаршы пропаганданың иң яҡшы өлгөләренең береһе.

Дин тураһында Дидро: «Дин кешеләргә күрергә ҡамасаулай, сөнки ул мәңгелек ғазаптар менән ҡурҡытып, ҡарарға бирмәй»-,тип әйткән.

Энциклопедияның тышлығы

Дидро — үҙ ваҡытының киң белемле кешеһе, ул философия, тәбиғәт фәндәре, ижтимағи фәндәр, әҙәбиәт, һынлы сәнғәт, театр һәм башҡа өлкәләр буйынса төплө белемгә эйә булған. Был уға "Энциклопедия"ны ойошоторорға һәм уны мөхәррирләргә мөмкинлек биргән, аңлатмалы һүҙлектең беренсе томы 1751 йылда сыға, энциклопедияның ҡалған томдары егерме туғыҙ йыл буйы сығып бара. Теүәл фәндәр, иҡтисад, механика, философия, сәйәсәт, дин буйынса мәҡәләләрҙең күбеһен Дидро яҙа. "Энциклопедия"ның 35 томының 28-ен ул мөхәррирләй — 1751—1766 йылдарҙа донъя күргән 17 том текст (6 мең мәҡәлә) һәм 11 том баҫҡы һүрәт («гравюра»).

1984 йылда Дидроның үлеүенә 200 йыл тулыу айҡанлы Франция почтаһы диңгеҙ аръяғы департаменты Уоллис һәм Фортуна өсөн хаҡы 100 франклыҡ почта маркаһы сығарҙы. Был маркала философтың портреты һәм "Энциклопедия"ның тышлығы һүрәте ҡуйылған.

  • Дамы Булонского леса (1945) — режиссёры Робер Брессон, Дени Дидроның «Жак фаталист» тигән романындағы бер сюжет буйынса.
  • Монахиня (1966) — режиссёры Жак Риветт. Тулы исеме — «Сюзанна Симонен, монахиня Дени Дидро».
  • Жак-фаталист и его хозяин (ТВ, 1984) — режиссёры Клод Сантелли.
  • Распутник (2000) — режиссёры Габриэль Агийон.
  • Фаталист (2005) — режиссёры Жуан Бутелью.
  • Монахиня (2013) — режиссёры Гийом Никлу.

1979 йылда Халыҡ-ара астрономдар союзы Дени Дидро исемен Айҙың күренмәгән яғындағы кратерға бирҙе.

  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 Deutsche Nationalbibliothek Record #118525263 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Denis Diderot // RKDartists (нидерл.)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Denis Diderot // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Дидро Дени // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  6. 6,0 6,1 Веселовский А. Дидро, Дени (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1893. — Т. Xа. — С. 581—588.
  7. 7,0 7,1 J. Mo. Diderot, Denis (ингл.) // Encyclopædia Britannica: a dictionary of arts, sciences, literature and general information / H. Chisholm — 11 — New York, Cambridge, England: University Press, 1911. — Vol. 8. — P. 204—206.
  8. Diderot, Denis // Prent met naaipatronen, afkomstig uit: Encyclopédie, ou dictionnaire raisonné des sciences, des arts et des métiers
  9. https://data.performing-arts.ch/a/7957b394-5cbc-4b88-a87e-8084ff112594 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  10. Советский энциклопедический словарь / Гл. ред. А. М. Прохоров. — М.: Советская энциклопедия, 1986. — С. 390. — 1600 с. — 2 500 000 экз. — ISBN ИБ№115.
  11. Arthur M. Wilson. Diderot: The Testing Years, 1713—1759. New York: Oxford University Press, 1957, p. 14 [1]
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 Curran, Andrew. Diderot and the Art of Thinking Freely (билдәһеҙ). — Other Press (инг.)баш., 2019. — С. 319. — ISBN 978-159051-670-6.
  13. Arthur Wilson, Diderot (New York: Oxford, 1972).
  14. 14,0 14,1 Королев С. В. Библиотека Дидро: опыт реконструкции. — СПб: Российская национальная библиотека, 2016. — 223 с. — ISBN 978-5-8192-0516-7.
  15. Кучеренко Г. Дидро и Д. А. Голицын // Французский ежегодник 1984. — М.: Наука, 1986. — С. 203—218.
  16. Альбина Л. Л. Книги великого энциклопедиста (О библиотеке Д. Дидро). maxbooks.ru. Дата обращения: 30 май 2019.
  17. Мезин С. А. Дидро и цивилизация России / Отв. ред. М. Лавринович. — М.: Новое литературное обозрение, 2018. — 272 с. — ISBN 978-5-4448-0937-2.
  18. Соколов М. В. Дени Дидро как художник — идеи проекты и произведения // Иностранные мастера в Академии художеств. Выпуск второй. Сборник статей. — М., 2011. — С. 8—28. — 320 с.
  19. Will Durant. The Story of Civilization Volume 9: The Age of Voltaire (инг.). — Simon&Schuster, 1965. — P. 675—676.
  20. Will Durant. The Story of Civilization Volume 9:The Age of Voltaire (инг.). — Simon&Schuster, 1965. — P. 675.
  21. Denis Diderot. www.nndb.com. Дата обращения: 20 апрель 2018.
  22. Norman Hampson. The Enlightenment. 1968. Harmondsworth: Penguin, 1982. p. 128
  23. Will Durant. The Story of Civilization Volume 9:The Age of Voltaire (инг.). — Simon&Schuster, 1965. — P. 678—679.
  24. Gopnik, Adam How the Man of Reason got Radicalized. The New Yorker. Дата обращения: 27 февраль 2019.
  • Вартофский М. Дидро и развитие материалистического монизма // Вартофский М. Модели. Репрезентация и научное понимание. — М.: Прогресс, 1988. — С. 324—375. — ISBN 5-01-001033-X
  • Длугач Т. Б. Дени Дидро. — М.: Мысль, 1975. — (Мыслители прошлого).
  • Королев С. В. Библиотека Дидро: опыт реконструкции. — СПб.: Российская национальная библиотека, 2016. — 223 с.: ил. — ISBN 978-5-8192-0516-7.
  • Потёмкина Л. Я. «Монахиня» Дидро и пути становления французского социального романа в 20-50-х годах XVIII века. Автореф. … канд. филол. наук. — М.: Мысль, 1961.
  • Korolev, Serguei V. La Bibliotheque de Diderot: Vers une reconstitution. Ferney-Voltaire: Centre international d’etude du XVIIIe siecle, 2014. ISBN 978-2-84559-093-9.

Ҡалып:ЛЭ-ОД