Дәвширмә
Дәвширмә (ғосм. دوشيرمه — devşirmeدوشيرمه — devşirme — йыйыу < ғосм. ديوشرمك — devşirmekديوشرمك — devşirmek — йыйырға (емеш-еләк, сәскә һ.б.); грек. грек. παιδομάζωμα [paidomazoma] — балаларҙы йыйыу; әрм. տերշիմէ; сер. данак у крви / danak u krvi данак у крви / danak u krvi һәм болг. кръвен данъккръвен данък — ҡан яһағы, ҡан һалымы) — Ғосман империяһында мосолман булмаған халыҡҡа һалынған һалым төрө, христиан ғаиләләрендәге малайҙарҙы kapıkulları («Порта хеҙмәтселәре») сифатында, йәғни солтандың ҡолдары итеп тәрбиәләр өсөн мәжбүри йыйып алыу системаһы. XV—XVI быуаттарҙа Ғосман империяһы чиновниктарының һәм хәрбиҙәренең күпселеге дәвширмә буйынса йыйылған кешеләрҙән торған [1]. Солтандың ҡолдары ғәҙәттә империяның дүрт ведомствоһында хеҙмәт иткән: һарай хеҙмәте, канцелярия (Kalemiyye), дин әһелдәре (İlmiyye) һәм хәрбиҙәр (Seyfiyye). Элита һаналған хәрбиҙәр солтанға туранан-тура буйһонған. Кавалерия — Kapıkulu Süvarileri («Порта хеҙмәтселәре кавалерияһы»), ә пехота Kapıkulu Ordusu («Порта хеҙмәтселәре ғәскәре») тип аталған. Киң таралған башҡа атамаһы — Yeni Çeri (яңысар — «яңы яугир») яугирҙең статусын күрһәткән, ә уның ҡайһы ғәскәр төрөнә ҡарағанын түгел. Яңысарҙар полиция һәм һаҡ вазифаларын да үтәгән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғосман бейлеге, унан һуң солтанлығының үҫеш баҫҡыстарында уның ғәскәрҙәрендә төрлө милләт кешеләре хеҙмәт иткән, күптәре исламға күскән. Был система Ғосман империяһының дәүләт һәм хоҡуҡ ҡоролошона «дәвширмә» тигән атама аҫтында индерелгән.
Ғосман солтандарының үҙ төрки аҡһөйәктәренә ышанмауы дәвширмә барлыҡҡа килеүҙең төп сәбәбе булған[2]. Морат I дәүеренән алып ғосман хакимдары һәр ваҡыт «(төрки) аҡһөйәктәр хакимлығын бойондороҡло христиан һалдаттары һәм исламға күсерелгән ҡапыҡолдары („Порта ҡолдары“) ярҙамында тигеҙләштереп тороу»ға[3] мохтаж булған.
Дәвширмә күренеше Мәхмәт II заманында иң юғары кимәленә еткән, сөнки был солтан көслө мосолман аҡһөйәктәренең ҡеүәтенән айырыуса ҡурҡҡан. 1446 йылда, ике йыл хакимлыҡ иткәндән һуң, ул үҙ нәҫеленән булған бөйөк вәзир Чандарлы Хәлил паша ҡотҡоһо буйынсалырмы, властан яҙҙырыла. Ике йылға тәхет атаһы Морат II-гә ҡайтарыла. Хәлил паша Византия баш ҡалаһына походҡа ҡаршылар араһында ла иң әүҙеме була, был ниәтте ул «айыҡлыҡтан яҙған егеттең аңы томаланыу» тип атай. Ошонан һуң бөйөк вәзирҙәрҙең һәм пашаларҙың күпселеге «Порта хеҙмәтсеһе» ителә. Константинополде алғандан һуң 48 вәзирҙең 18-е генә (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса 12-һе) төрки сығышлы булған, шунлыҡтан ҡайһы бер төрөктәр Диванды (империя кәңәшмәһен) хатта «ҡолдар баҙары» тип атаған.
«Дәвширмә»нең асылы шунан ғибәрәт була: һалым түләтелә торған общинанан, йышыраҡ балкан крәҫтиәндәренең христиан ғаиләләренән бәлиғ булмаған (8-ҙән 16 йәшкә тиклемге, әммә 6 йәшлектәрҙе һәм 20 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙе алғандары ла булған) һәр бишенсе малай алынған. Староста, имам һәм ҡазый алдында уның исеме менән сығышы исемлеккә теркәлгән, шунан малайҙы сөннәткә ултыртҡандар, исламға күсергәндәр һәм Константинополгә алып киткәндәр, ул шунда бәлиғ булғансыға тиклем тәрбиәләнгән. Иң һәләтлеләр Әндәрүндә (һарай мәктәбендә) йә берәй пашаның йортонда тәрбиәләнгән һәм һуңынан чиновник сифатында хөкүмәт хеҙмәтенә алынған. Башҡаларҙы ауылға «төрөккә» оҙатҡандар, улар шунда төрөксә һөйләшергә өйрәнгән. Шунан был үҫмерҙәрҙең ҡайһылары һарай баҡсасыһы итеп эшкә ебәрелгән, ҡайһылары матрос йә төҙөүсе булып киткән. Күпселеге яңысарлыҡҡа алынған. Бөйөк ғосман архитекторы һәм инженеры Мимар Синан да бәләкәй сағында дәвширмә аша килеп эләккән һәм артабан бөтә донъяға билдәлелек алған.
Күп ғаиләләр өсөн улдарының дәвширмә буйынса алыныуы фажиғәгә әйләнгән, әммә балаларын һарай хеҙмәтенә эләкһен өсөн үҙ ихтыяры менән ебәргән ата-әсәләр ҙә булған[4]. Мосолмандарға дәвширмә ҡағылмағанлыҡтан ҡайһы бер ата-әсәләр үҙ улдарын христиан күршеләренә үҙ улдары кеүек итеп дәвширмәгә ебәреүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Йортонан, тамырҙарынан айырылған егеттәр йыш ҡына солтанды үҙ атаһы кеүек күреп, уның фиҙакәр яҡлаусыһына әүерелгән. Әммә тамырҙарын онотмағандар ҙа булған, улар һуңынан сәйәси һөйләшеүҙәр алып барғанда, дипломатик мөнәсәбәттәр ҡорғанда сығыштарынан файҙаланған.
1580-се йылдарҙан «Порта хеҙмәтселәренә» ғаилә ҡороу һәм балаларын яңысарлыҡҡа мираҫ буйынса яҙҙырыу рөхсәт ителгән.
Христиандарҙы дәвширмә буйынса йыйыу тураһында һуңғы тапҡыр XVIII быуат башында телгә алынған.
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Philip Mansel.
- ↑ Philip Mansel.
- ↑ Ҡалып:Книга:Stanford J. Shaw:History of the Ottoman Empire and Modern Turkey, Vol. 1
- ↑ Philip Mansel.