Ерҙе өйрәнеүсе фәндәр
Уҡыу көйләүҙәре
Ерҙе өйрәнеүсе фәндәр — Ер планетаһын өйрәнеүсе фәндәрҙең дөйөмләштерелгән исеме.[2]
Был геологияға ҡарағанда киңерәк термин, сөнки астрономия фәне кеүек Ерҙе планета булараҡ өйрәнеүҙе үҙ эсенә ала. Ерҙе өйрәнеүсе фәндәр атмосфера, океандар, биосфераны, һәм шулай уҡ ҡоро ерҙе лә өйрәнә. Ерҙе өйренеүсе ғалимдар Ерҙең беҙҙең көндәргә тиклем үҫешен өйрәнеү өсөн физика, химия, биология, хронология һәм математика кеүек фәндәр менән эш итә.
Ерҙе өйрәнеүсе фәндәрҙең нигеҙе булған бәхәсһеҙ бер факт бар: Ер һәр ваҡыт үҙгәреп тороусы боронғо планета. Ерҙең үҙгәреү мөмкинлектәре кешеләр күҙ алдына килтерә алғандан да киңерәк.
Тикшереү өлкәһә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡағиҙә булараҡ, түбәндәге фәндәр ерҙе өйрәнеүсе фәндәргә керә:
- Геология ер ҡабығының ташлы урындарын (йәғни литосфераны) һәм уның тарихын өйрәнә. Минералогия һәм петрология, геохимия, геоморфология, палеонтология, стратиграфия, инженер геологияһы һәм седиментология — геологиянан барлыҡҡа килгән фәндәр.[3][4]
- Геофизика һәм геодезия Ерҙең формаһын һәм уға магнит һәм гравитация көстәре тәьҫир итеүен өйрәнә. Геофизика Ерҙең ядроһын һәм мантияһын, шулай уҡ литосфералағы тектоник һәм сейсмик әүҙемлекте өйрәнә.[4][5][6]
- Тупраҡты өрәнеү фәне Ерҙең тышсаһын һәм тупраҡ барлыҡҡа килеү процессын өйрәнә.[7][8]
- Океанология һәм гидрология океан һыуҙарын һәм Ерҙең сөсө һыу өлөшөн (йәғни гидросфераны) өйрәнә. Диңгеҙ биологияһын үҙ эсенә ала.
- Гляциология Ерҙең боҙ менән ҡапланған өлөшөн (криосфераны) өйрәнә.
- Атмосфераны өйрәнеүсе фәндәр Ерҙең һауа ҡатламын (атмосфераны) экзосфераға (1000 км-ға) тиклем өйрәнә. Бүлендек фәндәре: метеорология, климатология, атмосфера химияһы һәм физикаһы.
- Ерҙе өйренеүсе фәндәр физик география һәм биология менән тығыҙ бәйләнгән.
Ерҙе өйрәнеүсе фәндәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атмосфера
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Атмосфера химияһы
- Климатология
- Метеорология
- Палеонтология
Биосфера
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биогеография
- Палеонтология
- Миктопалеонтология
Гидросфера
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гидрология
- Лимпология
- Гидрогеология
- Океанология
- Диңгеҙ биологияһы
- Paleoceanography
- Физик океанография
Литосфера һәм геосфера
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Педосфера
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тупраҡты өйрәнеү
Башҡалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Картография
- Геостатистика
- Геодезия
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Encyclopedia of Volcanoes.
- ↑ Wordnet Search: Earth science 2020 йыл 10 апрель архивланған.
- ↑ Adams, Simon & Lambert, David 2006.
- ↑ 4,0 4,1 Smith, Gary A. & Pun, Aurora 2006.
- ↑ Wordnet Search: Geodesy(недоступная ссылка)
- ↑ NOAA National Ocean Service Education: Geodesy
- ↑ Elissa Levine, 2001, The Pedosphere As A Hub 2007 йыл 30 октябрь архивланған.
- ↑ Duane Gardiner, Lecture: Why study soils? excerpted from Miller R.W. & D.T. Gardiner, 1998. 2018 йыл 9 февраль архивланған.