Килдейәрова Флүрә Әхмәтша ҡыҙы
Флүрә Килдейәрова | |||||
Тыуған ваҡыты: | |||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: | |||||
Һөнәре: |
йырсы, педагог | ||||
Гражданлығы: | |||||
Театр: | |||||
Рольдәре: |
Әминә, Һары сәс | ||||
Спектаклдәре: |
«Салауат Юлаев», «Урал илселәре» һәм башҡа опералар | ||||
Наградалары: |
|
Килдейәрова Флүрә Әхмәтша ҡыҙы (15 ғинуар 1952 йыл) — опера йырсыһы (сопрано), педагог. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1989—2014 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, бер үк ваҡытта 1992—1997 йылдарҙа һәм 2000 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Профессор (2013), Пётр сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) халыҡ артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1985). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).
Тормошо һәм сәхнә эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Флүрә Әхмәтша ҡыҙы Килдейәрова 1952 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ы[1] Учалы районының Илсеғол ауылында тыуған. 1981 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын[2] тамамлаған.
1981 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1989 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы,. — Көйҙәрҙе мин тиҙ отоп ала торғайным, — тип хәтергә ала йырсы. — Радионан тыңлап отоп, хатта Салауат арияһын йырлап йөрөй инем. Миңә элек-электән етди музыка оҡшаны, классик ариялар, романстар тыңларға яраттым. Шуға күрә һөнәр һайлар ваҡыт еткәс, һис икеләнмәй, йырсы булам, тинем. Сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә алманылар, хор дирижерлығы бүлегенә уҡырға индем. Имтиханда «Таштуғай» менән «Былбылым»ды йырланым.
Флүрә Әхмәтша ҡыҙының репертуарында рус, сит ил, башҡорт һәм татар композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, башҡорт халыҡ йырҙары. Килдейәрованың йырсы булараҡ оҫталыҡ кимәле башҡорт халыҡ йырҙарының классик өлгөһө булған оҙон көйҙө башҡарыуында күренә. Ул Башҡортостаныбыҙҙың ғорурлығы булып тора. — Халыҡ йырҙарын башҡарып, мин бөтә Еропаны — Германия, Бельгия, Голландия, Венгрия, Румыния, Польша, Италия, Франция — буйлап йөрөп сыҡтым, — тип һөйләй Флүрә Килдейәрова. Фольклор программаһы менән Ҡытайҙа, Төркиәлә, Копенгагенда сығыш яһай. Германияла Дрезденда, Лейпцигта, Һаллела була. 2006 йылда Флүрә Килдейәрова үҙ тормошо һәм ижады хаҡында «Урал ынйыһы» китабын сығара.
2022 йылда 70 йәшлек юбилейы айҡанлы йырсы республиканың Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде[3][4].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы
- ↑ 2003 йылдан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы
- ↑ Башкирская певица Флюра Кильдиярова на своем бенефисе награждена орденом Салавата Юлаева. ИА «Башинформ», 16 января 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 16 ғинуар 2022)
- ↑ Йырсы Флүрә Килдейәрова үҙенең бенефисында Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 17 ғинуар 2022 йыл (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2023)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Килдейәрова Флүрә Әхмәтша ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 ғинуар 2022)
- Башҡортостандың мәҙәни донъяһы Интернет-портал(недоступная ссылка)
- Флүрә Килдейәрова ошо көндәрҙә 60 йәшлек юбилейын билдәләй(недоступная ссылка)
- 15 ғинуарҙа тыуғандар
- 1952 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Учалы районында тыуғандар
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артистары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артистары
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артистары
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- Башҡорт опера йырсылары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артистары
- Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаусылар
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт филармонияһы
- Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусылары
- Башҡорт опера һәм балет театры йырсылары