Эстәлеккә күсергә

Лужники (стадион)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Лужники»


УЕФА-ның 4-се категориялы стадионы, 2017 йыл
Ҡалып:Rating UEFA
Тулы исеме

Лужники олимпия комплексының ҙур спорт аренаһы

Урынлашыуы

Мәскәү

Нигеҙләнгән

1955 йыл

Төҙөлгән

1956 йыл

Асылған

31 июль 1956 йыл

Реконструкцияланған

1996—1997
2001—2004
2013—2017 (Кузнецов С. О.)

Милексе

Мәскәү хөкүмәте

Һыйҙырылышлығы

76 880[1]

Өйҙәге команда

Футбол буйынса Рәсәй йыйылма командаһы, Торпедо (Мәскәү)

Майҙан размеры

105×68 м

Япма

Тәбиғи

Сайт

luzhniki.ru

 «Лужники» Викимилектә

Лужники олимпия комплексының ҙур спорт аренаһы (рус. Больша́я спорти́вная аре́на олимпи́йского ко́мплекса «Лужники́») (1992 йылға тиклем — Владимир Ленин исемендәге Үҙәк стадиондың Ҙур спорт аренаһы) — Мәскәү стадионы, «Лужники» спорт комплексының үҙәк өлөшө, Воробьёвы горы ҡалҡыулығы эргәһендә урынлашҡан. Рекордлы ваҡытта — 450 көндә (1 йыл һәм 85 көн) төҙөлгән. 1956 йылдың 31 июлендә РСФСР һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы йыйылма командалары араһында иптәштәрсә футбол матчы менән асыла. 1956 йылдың йәйендә спорт комплексында СССР халыҡтарының Беренсе Спартакиадаһы, ә бер йылдан һуң VI Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале үтә. 2017 йылда үҙгәртеп ҡоролғандан һуң, 81 мең кешене һыйҙыра һәм Рәсәйҙең иң ҙур стадионы булып тора. Шулай уҡ «Лужники» стадионы — Көнсығыш Европала иң ҙур стадионы һәм һыйҙырышлылығы буйынса Европаның иң яҡшы ун футбол стадионы иҫәбенә инә. Дөйөм майҙаны — 221 мең м². Футбол буйынса 2018 йылғы донъя чемпионаты ваҡытында «Лужники» стадионы илдең төп футбол аренаһы була[2].


Файл:Лужники до постройки стадиона.jpg
Ленин ҡалҡыулығындағы күҙәтеү майҙансығынан буласаҡ стадион урынына күренеш. Экскурсияға килеүселәрҙең береһенең ҡулында — төҙөлөш конструкцияһы проекты, 1954 йыл, Анри Картье-Брессон фотоһы
Ленин стадионында VI Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале, 1957 йыл
Ленин исемендәге стадионға күренеш, 1960 йыл
Спорт комплексы, 1963 йыл

Проектлау һәм төҙөү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1954 йылдың 23 декабрендә СССР Министрҙар Советы Лужникиҙа «Ҙур Мәскәү стадионы» төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. «Владимир Ленин исемендәге Үҙәк стадион» спорт комплексы составында Ҙур спорт аренаһын проектлау 1955 йылдың ғинуарында башлана. Проектты 90 көн эсендә архитекторҙар Александр Власов, Игорь Рожин, Николай Уллас, Александр Хряков, шулай уҡ инженерҙар Всеволод Насонов, Николай Резников, Василий Поликарпов етәкселегендәге авторҙар коллективы тамамлай[3]. Төҙөлөш 1955 йылдың апрелендә башлана. Төҙөлөш менән КПСС-тың Мәскәү ҡала комитетының беренсе секретары Екатерина Фурцева етәкселек итә[4][5][6].

Буласаҡ спорт комплексы урынында бөтә биналар[7], шул иҫәптән XVIII быуат архитектура ҡомартҡыһы Тихвин сиркәүе[8] һүтелә, 8000 кеше яңы йорттарға күсерелә. Спорт комплексы рекордлы ваҡытта — 450 көн эсендә төҙөлә һәм 160 гектар майҙанды биләй. 1956 йылдың 31 июлендә асыла һәм СССР-ҙа рационализм принциптары буйынса эшләнгән беренсе күләмле йәмәғәт комплексы проекты була. Ул ваҡытта яңы стадиондың һыйҙырышлығы яҡынса 101 мең урын тәшкил итә, тамашасылар өсөн ағас эскәмйәләр ҡуйыла[9][10].

Йәйге Олимпия уйындары 1980

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Олимпия уйындарын асыу
XXII йәйге Олимпия уйындарые тантаналы асыу

1976—1979 йылдарҙа, Олимпиада алдынан, спорт комплексы тәүге тапҡыр ремонтлана. Дүрт яҡтыртыу башняһы ҡуйыла. Арена аҫтында судьялар өсөн махсус бүлмәләр, матбуғат үҙәге, шулай уҡ спортсылар өсөн пункттар булдырыла. Шул уҡ ваҡытта трибуналарҙың һыйҙырышлығы 96 мең урынға тиклем кәметелә[6][7]. 1980 йылда стадион йәйге Олимпия уйындарының төп аренаһы була[11].

XXII Олимпиада уйындары 1980 йылдың 19 июлендә асыла. Милли олимпия командалары традицион ҡаршы алыу маршы аҫтынданда стадиондың йүгереү юлынан бер-бер артлы үтә. Бойкотҡа ителеүгә ҡарамаҫтан килгән Олимпия комитеты рәйесе лорд Килланин спортсыларға рәхмәт белдерә. Һуңынан Советтар Союзы Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының Генераль секретары, СССР Юғары Советы Президиумы рәйесе Брежнев Леонид Ильич XXII йәйге Олимпия уйындарын асыҡ тип иғлан итә.

XXII Олимпиада уйындарын ябыу тантанаһы 3 августа үтә. Аҡ олимпия флагы олимпия гимны башҡарыуында әкренләп төшөрөлә. Экранда Олимпиада-80 символы булған Айыу образы күренә. «Хәйерле юл!» тигән яҙыу барлыҡҡа килә, Айыуҙың күҙендә күҙ йәштәре күренә.

Футбол буйынса донъя чемпионаты 2018 года

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Лужникиҙа футбол буйынса донъя чемпионаты финалы. 15 июль 2018.

2013 йылда арена реконструкцияға ябыла.

2018 йылда арена футбол буйынса чемпионат өсөн капиталь ремонтлана, сөнки чемпионаттың төп үткәреү урыны тип билдәләнә[12]. Хатта, майҙаны 221 мең м² һәм һыйҙырышлығы 90 мең тамашасыны ҡабул итерлек булһын өсөн, спорт аренаһын һүтеү һәм тулыһынса реконструкциялау варианты ла ҡарала[13]. Һөҙөмтәлә, тарихи ҡиәфәтен һаҡлап, булған бинаны яңыртыу һәм киңәйтеү тураһында ҡарар ҡабул ителә[10][14]. Проектлаусылар коллективын Мәскәүҙең баш архитекторы Сергей Кузнецов етәкләй.

Стадиондағы үҙгәрештәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яңыртылған аренаның майҙаны 221 мең м²-ға етә, трибуна аҫтындағы биналар арауығы 85,5 мең м²-ҙан 181 мең м²-ға тиклем арта. Стадиондың дөйөм һыйҙырышлығы — 81 мең урын.

Яңы асылған стадион тик футбол өсөн генә тәғәйенләнә — йүгереү юлдары һәм еңел атлетика буйынса ярыштар үткәреү майҙаны бөтөрөлә. Мәскәү төҙөлөш идаралығы начальнигы Андрей Бочкарев мәғлүмәттәре буйынса, ремонт эштәренең дөйөм хаҡы 26,6 млрд һум тәшкил итә[15].

Аренала инвалид көйәрмәндәр өсөн айырым урындар булдырыла[16]. Реконструкция һәм донъя чемпионаты һөҙөмтәләре буйынса ФИФА «Лужники» стадионын донъяның иң яҡшы аренаһы тип таный.

Стадионды асыу һәм 2018 йылғы чемпионат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Стадион 2017 йылдың 11 ноябрендә Рәсәй йыйылма командаһы менән Аргентина йыйылма командаһы араһындағы матч менән асыла, ул 0:1 иҫәбе менән тамамлана[17]. Асыу тантанаһында футболсылар Лионель Месси, Анхель Ди Мария, Хавьер Маскерано һәм Пауло Дибала ҡатнаша. Спорт министры Виталий Мутко билдәләүенсә, Мессиҙың ҡатнашыуы контрактта ҡаралған[18]. Матчҡа билеттар 25 октябрҙә һатыуға сығарыла[19], һәм ике көндән һуң 30 000 билет һатыла[20]. Журналистар билдәләүенсә, матч башына стадионға яҡынса 77 мең билет һатыла[21][22].

2018 йылда Рәсәйҙә үткән донъя чемпионаты ваҡытында «Лужники» стадионы илдең төп футбол аренаһы була. 2018 йылдың йәйендә стадионда ете матч үтә — дүрт төркөм этабы, 1/8 финал матчы, ярымфинал матчтарының береһе һәм финал матчы[23]. «Лужники» стадионында 2018 йылғы донъя чемпионаты матчтары мәғлүмәттәре ФИФА-ның рәсми сайтына ярашлы таблицала бирелә[24]:

Дата Ваҡыт Команда № 1 Иҫәп Команда № 2
14 июнь 2018
18:00
(MSK, UTC+3)
Рәсәй 5:0 Сәғүд Ғәрәбстаны
17 июнь 2018
18:00
(MSK, UTC+3)
Германия 0:1 Мексика
20 июнь 2018
15:00
(MSK, UTC+3)
Португалия 1:0 Марокко
26 июнь 2018
17:00
(MSK, UTC+3)
Дания 0:0 Франция
1 июль 2018
17:00
(MSK, UTC+3)
Испания 1:1 (пенальти 3:4) Рәсәй
11 июль 2018
21:00
(MSK, UTC+3)
Англия 1:2 (доп. время) Хорватия
15 июль 2018
18:00
(MSK, UTC+3)
Франция 4:2 Хорватия

Ҙур спорт саралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Стадион БСА «Лужники». premierliga.ru. Дата обращения: 28 ноябрь 2022. Архивировано 28 ноябрь 2022 года.
  2. Стадион «Лужники», Москва. История, дизайн, наследие, факты и цифры. Официальный сайт Международной федерации футбола (FIFA). Дата обращения: 15 июль 2018. Архивировано из оригинала 10 декабрь 2017 года.
  3. Иконников, 1984, с. 134
  4. Памятники архитектуры, 1983, с. 239
  5. Напастников, 1957, с. 73
  6. 6,0 6,1 Евгений Трушин. Главный стадион страны. История «Лужников» от замысла до приезда Лионеся Месси. ТАСС. Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 19 сентябрь 2018 года.
  7. 7,0 7,1 Город спорта. 1956-2016. РИА Новости (2016). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 19 сентябрь 2018 года.
  8. Елена Лебедева. Церковь Тихвинской иконы Божией Матери, что в Малых Лужниках. Православие.ru (6 июль 2006). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 21 июль 2011 года.
  9. Иконников, 1984, с. 135
  10. 10,0 10,1 О проекте реконструкции. Казённое предприятие города Москвы «Большая спортивная арена “Лужники”». Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 20 июль 2018 года.
  11. evge-chesnokov. Фотопроект «Город на память». 92. Лужники. Большая спортивная арена. Столичный информационный портал (30 октябрь 2013). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано из оригинала 25 июль 2016 года.
  12. Реконструкция «Лужников» идёт с опережением графика на три месяца. Чемпионат.ru (24 апрель 2015). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 29 ноябрь 2017 года.
  13. Власти Москвы рассматривают вариант сноса «Лужников» и постройки новой арены. Чемпионат.ru (20 ноябрь 2012). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 16 июль 2018 года.
  14. В мэрии Москвы опровергли информацию о планируемом сносе «Лужников». Чемпионат.ru (20 ноябрь 2012). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 7 август 2017 года.
  15. Алексей Гаврилко. Как изменился стадион «Лужники» после реконструкции. РБК (9 июнь 2017). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 15 июнь 2018 года.
  16. В «Лужниках» продемонстрировали сервисы для людей с инвалидностью. welcome2018.com. Дата обращения: 25 май 2018. Архивировано 26 май 2018 года.
  17. Олег Лысенко. Не Месси единым сильна Аргентина! Грандиозная премьера в новых «Лужниках». Чемпионат.com (11 октябрь 2017). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 19 сентябрь 2018 года.
  18. Месси сыграет за сборную Аргентины в контрольном матче с россиянами – Мутко. РИА-Спорт (13 октябрь 2017). Дата обращения: 12 ноябрь 2017. Архивировано 13 ноябрь 2017 года.
  19. Билеты на матч сборных России и Аргентины стоят от 750 до 15 тыс. рублей. Чемпионат.ru (25 октябрь 2017). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 16 июль 2018 года.
  20. На матч Россия - Аргентина продано более 30 тысяч билетов, Спорт-Экспресс (27 октябрь 2017). 12 ноябрь 2017 тикшерелгән.
  21. Артур Нанян. На матч Россия-Аргентина продано 77 тысяч билетов  (рус.), Российская газета (10 ноябрь 2017). 12 ноябрь 2017 тикшерелгән.
  22. Сборная России проиграла Аргентине в первом матче в обновлённых «Лужниках», Чемпионат (11 ноябрь 2017). 12 ноябрь 2017 тикшерелгән.
  23. Лужники. Чемпионат.ru. Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 19 сентябрь 2018 года.
  24. FIFA.com. 2018 FIFA World Cup Russia™ - Matches - FIFA.com (ингл.). www.fifa.com. Дата обращения: 28 июнь 2018. Архивировано из оригинала 12 сентябрь 2010 года.
  25. Большая спортивная арена «Лужники». Peski.ru. Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 25 май 2017 года.

Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "luzhniki" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.