Мария Домбровская

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мария Домбровска
Maria Dąbrowska
Исеме:

Maria Szumska

Тыуған көнө:

6 октябрь 1889({{padleft:1889|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы Калиш губернаһы Калиш өйәҙе Руссово ауылы

Вафат булған көнө:

19 май 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (75 йәш)

Вафат булған урыны:

Польша, Варшава

Гражданлығы:

Польша Польша

Эшмәкәрлеге:

прозаик

Йүнәлеше:

реализм

Жанр:

хикәйә, повесть, роман

Премиялары:
Польша Яңырыуы ордены йондоҙо менән Командор тәреһе кавалеры‎ Польша Яңырыуы орденының Офицеры Ҡалып:Орден Знамя Труда 1 степени
Золотой крест Заслуги Ҡалып:Медаль 10-летие Народной Польши

ПХР Дәүләт премияһы лауреаты (1955)

Домбровская Мария (пол. Maria Dąbrowska; 6 октябрь 1889 йыл — 19 май 1965 йыл) — поляк яҙыусыһы, романдар һәм новеллалар авторы, драматург, әҙәби тәнҡитсе, публицист һәм тәржемәсе. Польша Халыҡ Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты (1955).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Повонзки зыяратындағы ҡәбер ташы

Бай булмаған шляхет ғаиләһендә тыуған. 1907—1914 йылдарҙа Лозаннала һәм Брюссель университетында уҡыған. 1910 йылда әҙәби эш менән шөғөлләнә башлаған.

Публицист һәм поляк социалистик хәрәкәтенең эшмәкәре, Юзеф Пилсудскийҙың яҡын кешеһе Мариан Домбровскийгә кейәүгә сыҡҡан. 1925 йылда Домбровский үлгәс, Мария Домбровская Станислав Стемповский менән йәшәй. Ир туғаны-Домбровский Тадеуш.

Бер аҙ ваҡыт ауыл хужалығы министрлығында эшләгән. Публицистика менән шөғөлләнгән. 1957 йылда Варшава университетының маҡтаулы докторы исеменә лайыҡ булған. Калиштың маҡтаулы гражданины.

Варшаваның Повонзки зыяратында ерләнгән.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мария Домбровскаяның беренсе хикәйәләр йыйынтығы «Дети родины» («Dzieci ojczyzny», 1921), «Ветка черешни» («Gałąź czereśni», 1922) тәрбиә һәм патриотик характерҙа яҙылған. Улар артынан балалар тормошон һүрәтләгән поэтик новеллалар китабы «Улыбка детства» («Uśmiech dzieciństwa», 1923) сыҡҡан. Яҙыусының шулай уҡ балаларға арналған йыйынтыҡтары —"Дружба" («Przyjaźń», 1927), «Мартин Козера» («Marcin Kozera», 1927), «Чистые сердца» («Czyste serca», 1938).

Домбровскаяның иң яҡшы хикәйәләре «Люди оттуда» («Ludzie stamtąd», 1925) һәм «Признаки жизни» («Znaki życia», 1938) исемле йыйынтыҡтарға ингән..

Яҙыусының иң ҙур әҫәре — «Ночи и дни» («Noce i dnie»; 1932—1934) тетралогияһы. Ул «Богумил һәм Барбара», «В вечной тревоге», «Любовь», «Ветер в лицо» романдарын үҙ эсенә берләштерә.

Домбровская — «Гений-сирота» («Geniusz sierocy», 1939, баҫылған 1957), «Станислав и Богумил» («Stanisław i Bogumił», 1945, баҫылған 1947) тигән тарихи пьесаларҙың авторы.

Домбровская тәржемәһендә инглиз, Дания һәм рус (Антон Чехов) яҙыусыларының китаптары баҫылып сыҡҡан. Әҙәби тәнҡәит һәм публицистик мәҡәләләрендә Домбровская Болеслав Прус, Станислав Пшибышевский, Лев Николаевич Толстой Николай Васильевич Гоголь, Джозеф Конрадтарҙың шәхесе һәм тормошо тураһында яҙған.

1966 йылда режиссёр Кшиштоф Занусси Мария Домбровская тураһында документаль фильм төшөргән.

Баҫмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Люди оттуда / Пер. М. Е. Абкиной. М.; Л.: Госиздат, 1928. 190 с.
  • Рассказы. Москва, 1957
  • Ночи и дни: Роман: В 2 т. / Пер. Е. Усиевич; Вступ. ст. Я. Станюкович. Т. 1—2. Москва, 1964
  • Избранное / Сост. и предисл. Я. Станюкович. Москва: Прогресс, 1974. 526 с. (Библиотека польской лит.)
  • Утренняя звезда: Рассказы / Сост. и предисл. С. Соколова. Москва: Художественная литератруа, 1983. 396 с.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]