Һалҡын һуғыш: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
11 юл: 11 юл:


== Аңлатма тарихынан ==
== Аңлатма тарихынан ==
1945 йылдың 19 октябрендә [[Бөйөк Британия]]ла нәшер ителгән «Трибьюн» аҙналығында донъя күргән «Һин һәм атом бомбаһы» ([[урыҫ теле|урыҫса]] «Ты и атомная бомба») мәҡәләһендә яҙыусы һәм публицист [[Джордж Оруэлл]] «һалҡын һуғыш» аңлатмаһын беренсе тапҡыр ҡуллана. «Һанаулы ғына секундтар эсендә миллионлаған кешене юҡ итергә мөмкинлек биргән [[атом]] бомбаһының [[АҠШ]]-тан башҡа тағы ла бер нисә башҡа ҡулға эләгеүе 2—3 рәхимһеҙ бөйөк державаның барлыҡҡа килеүенә сәбәп булыр ине, ә улар үҙ сиратында донъяны үҙ-ара бүлешер ине», тип яҙа ул. Автор фекеренсә, был бөйөк державалар, атом ҡоралын бер-береһенә ҡаршы ҡулланмау тураһында йәшерен килешеү төҙөр ине. Нәтижәлә, еңелеү белмәйенсә, улар даими һалҡын һуғыш хәлендә ҡалыр ине ([[инглиз теле|инглизсә]] «in a permanent state of «cold war» with its neighbors», [[урыҫ теле|урыҫса]] находились бы в «состоянии постоянной «холодной войны»). Был, үҙ сиратында, «тыныслыҡ булмаған тыныслыҡты сикһеҙ оҙайтыу иҫәбенә масштаблы һуғыштарға сик ҡуйыр ине», ти ул артабан.
1946 йылдың мартында Оруэлл был һүҙ бәйләнеште икенсегә ҡуллана. 1945 йылдың декабрендәге [[Мәскәү]] кәңәшмәһенән һуң [[Рәсәй]] [[Бөйөк Британия|Британияға]] һәм [[Британия империяһы]]на ҡаршы «һалҡын һуғыш» алып бара башланы, тип яҙа ул.

1947 йылдың 16 апрелендә [[АҠШ]] президенты [[Гарри Трумэн Билдинг|Гарри Трумэн]]дың кәңәшсеһе [[Бернард Барух]] Көньяҡ Каролина штатының вәкилдәр палатаһындағы сығышында «һалҡын һуғыш» атамаһын рәсми шарттарҙа беренсе булып ҡуллана.

== Һалҡын һуғыштың ҡыҫҡаса тарихы ==
== Һалҡын һуғыштың ҡыҫҡаса тарихы ==



19:41, 30 март 2015 өлгөһө

Һалҡын һуғыш — бер яҡтан СССР һәм уның союздаштары, икенсе яҡтан АҠШ һәм уның союздаштары араһындағы 1946 йылдан 1991 йылға тиклем дауам иткән һәм бөтә Ер шарын солғап алған сәйәси, хәрби, иҡтисади һәм идеологик өлкәләрҙәге ҡапма-ҡаршылыҡ (конфронтация).

Дөйөм мәғлүмәт

Халыҡ-ара хоҡуҡ күҙлегенән тулы мәғәнәлә «һуғыш» тип атап булмаған был ҡапма-ҡаршылыҡтың төп йүнәлеше — идеологик көрәш булды. Ул үҙ сиратында Америка Ҡушма Штаттарындағы капиталистик йәмғиәт һәм Советтар Союзында иғлан ителгән социалистик йәмғиәт араһындағы үҙ-ара килешмәүсәнлектән килеп сыҡты.

Ике яҡтың бер-береһенә ҡаршы тороуы уларҙың донъяның теләһә ниндәй өлөшөндәге низағтарҙа мотлаҡ ҡатнашыуына һәм хәл-ваҡиғаларҙың артабанғы үҫешенә нисек булһа ла ҡыҫылыуына килтерҙе. АҠШ-тың да, Советтар Союзының да бар тырышлығы тәү сиратта сәйәси өлкәлә өҫтәнлөк итеүгә йүнәлтелде. Шуға ла улар үҙҙәренең йоғонтоһо аҫтындағы илдәр ингән «НАТО» (Төнъяк Атлантик Килешеү Ойошмаһы) һәм «Варшава килешеү ойошмаһы» тип аталған хәрби-сәйәси берләшмәләр (блоктар) төҙөнө.

Һалҡын һуғыш ҡайһы бер йылдарҙа «өсөнсө донъя һуғышы» тоҡаныу ҡурҡынысын тыуҙырған ғәҙәти һәм ядро ҡоралдары буйынса ҡыҙыу ҡоралланыу менән үрелеп барҙы. 1962 йылғы «Кариб көрсөгө» (урыҫса «Карибский кризис») бөтә Ер шарын нәҡ ошондай һәләкәт сигенә килтереп баҫтырҙы. Шуға ла артабанғы 70-се йылдарҙа СССР халыҡ-ара көсөргәнешлекте йомшартыу һәм ҡоралланыуҙы сикләү өсөн һиҙелерлек көс һалды.

1985 йылда Советтар Союзында власҡа килгән Михаил Горбачев башлаған «үҙгәртеп ҡороуҙар» (урыҫса «перестройка») сәйәсәте КПСС-тың етәксе роленың юҡҡа сығыуына килтерҙе. Иҡтисади көрсөк, ижтимағи һәм милләт-ара мөнәсәбәттәрҙәге хәл ителмәгән мәсьәләләр һәм башҡа бик күп эске һәм тышҡы сәбәптәр арҡаһында 1991 йылдың декабрендә СССР-ҙың тарҡалыуы һалҡын һуғыштың тамаланыуына сәбәп булды. Көнсығыш Европаның Советтар Союзы ярҙамынан мәхрүм булып, терәк һәм таянысһыҙ ҡалған коммунистик хөкүмәттәре бынан алда, 1989–1990 йылдарҙа уҡ ҡолатылғайны. 1991 йылдың 1 июлендә «Варшава договоры» рәсми рәүештә үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатты. Аҙ ғына һуңыраҡ, 1991 йылдың 19—21 авгусындағы ваҡиғаларҙан һуң СССР-ҙың юғары даирәләре барлыҡ власын юғалтты һәм был хәлде һалҡын һуғыштың тулыһынса тамамланыуы тип иҫәпләргә мөмкин.

Аңлатма тарихынан

1945 йылдың 19 октябрендә Бөйөк Британияла нәшер ителгән «Трибьюн» аҙналығында донъя күргән «Һин һәм атом бомбаһы» (урыҫса «Ты и атомная бомба») мәҡәләһендә яҙыусы һәм публицист Джордж Оруэлл «һалҡын һуғыш» аңлатмаһын беренсе тапҡыр ҡуллана. «Һанаулы ғына секундтар эсендә миллионлаған кешене юҡ итергә мөмкинлек биргән атом бомбаһының АҠШ-тан башҡа тағы ла бер нисә башҡа ҡулға эләгеүе 2—3 рәхимһеҙ бөйөк державаның барлыҡҡа килеүенә сәбәп булыр ине, ә улар үҙ сиратында донъяны үҙ-ара бүлешер ине», тип яҙа ул. Автор фекеренсә, был бөйөк державалар, атом ҡоралын бер-береһенә ҡаршы ҡулланмау тураһында йәшерен килешеү төҙөр ине. Нәтижәлә, еңелеү белмәйенсә, улар даими һалҡын һуғыш хәлендә ҡалыр ине (инглизсә «in a permanent state of «cold war» with its neighbors», урыҫса находились бы в «состоянии постоянной «холодной войны»). Был, үҙ сиратында, «тыныслыҡ булмаған тыныслыҡты сикһеҙ оҙайтыу иҫәбенә масштаблы һуғыштарға сик ҡуйыр ине», ти ул артабан.

1946 йылдың мартында Оруэлл был һүҙ бәйләнеште икенсегә ҡуллана. 1945 йылдың декабрендәге Мәскәү кәңәшмәһенән һуң Рәсәй Британияға һәм Британия империяһына ҡаршы «һалҡын һуғыш» алып бара башланы, тип яҙа ул.

1947 йылдың 16 апрелендә АҠШ президенты Гарри Трумэндың кәңәшсеһе Бернард Барух Көньяҡ Каролина штатының вәкилдәр палатаһындағы сығышында «һалҡын һуғыш» атамаһын рәсми шарттарҙа беренсе булып ҡуллана.

Һалҡын һуғыштың ҡыҫҡаса тарихы

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

  • Советский энциклопедический словарь: — М.: Советская энциклопедия, 1980. — 1600 с. с илл.  (рус.)
  • Ожегов С. И. Словарь русского языка. — М., 1968.  (рус.)
  • Русско-башкирский словарь: В 2 т. / Под редакцией З. Г. Ураксина, Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. Т. 2. П — Я. — 2005. — 680 с.
  • Большой Энциклопедический словарь  (рус.)