Әхмәҙиев Риф Барый улы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
ә clean up, replaced: урыҫ → рус (4) using AWB
31 юл: 31 юл:


== Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге ==
== Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге ==
Риф Барый улы Әхмәҙиев 1954 йылдың 13 февралендә [[Башҡорт АССР-ы]] [[Ҡыйғы районы]] [[Әбдрәзәк]] ауылында тыуған. [[Арыҫлан (Ҡыйғы районы)|Арыҫлан]] урта мәктәбен тамамлағас, совхозда, унан һуң мәктәптә эшләй. 1972—1974 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә, һуңынан [[Ҡыйғы районы]] «Киров» совхозының ВЛКСМ комитеты секретары була. 1975 йылда [[Башҡорт дәүләт университеты]] филология факультетының [[башҡорт]] — [[урыҫ теле|урыҫ]] бүлегенә уҡырға инә. Студент йылдарында факультеттың комсомол ойошмаһын етәкләй. Уҡыуын тамамлап, университетта эшкә ҡалдырылғас, [[Башҡорт дәүләт университеты|БДУ]]-ның ВЛКСМ комитеты (район комитеты хоҡуҡтары менән) секретары итеп һайлана, ситтән тороп тел ғилеме буйынса аспирантурала уҡый.
Риф Барый улы Әхмәҙиев 1954 йылдың 13 февралендә [[Башҡорт АССР-ы]] [[Ҡыйғы районы]] [[Әбдрәзәк]] ауылында тыуған. [[Арыҫлан (Ҡыйғы районы)|Арыҫлан]] урта мәктәбен тамамлағас, совхозда, унан һуң мәктәптә эшләй. 1972—1974 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә, һуңынан [[Ҡыйғы районы]] «Киров» совхозының ВЛКСМ комитеты секретары була. 1975 йылда [[Башҡорт дәүләт университеты]] филология факультетының [[башҡорт]] — [[рус теле|рус]] бүлегенә уҡырға инә. Студент йылдарында факультеттың комсомол ойошмаһын етәкләй. Уҡыуын тамамлап, университетта эшкә ҡалдырылғас, [[Башҡорт дәүләт университеты|БДУ]]-ның ВЛКСМ комитеты (район комитеты хоҡуҡтары менән) секретары итеп һайлана, ситтән тороп тел ғилеме буйынса аспирантурала уҡый.


Йәштәр ойошмаһы етәксеһе булараҡ, күп башланғыстар менән сығыш яһай, студент төҙөлөш отрядтары эшмәкәрлеге, йәштәрҙең уҡыуы, ялы һәм көнкүреше менән әүҙем шөғөлләнә.
Йәштәр ойошмаһы етәксеһе булараҡ, күп башланғыстар менән сығыш яһай, студент төҙөлөш отрядтары эшмәкәрлеге, йәштәрҙең уҡыуы, ялы һәм көнкүреше менән әүҙем шөғөлләнә.
43 юл: 43 юл:
Бер үк ваҡытта Риф Әхмәҙиев XX быуаттың 80-се йылдарынан ныҡлап оло әҙәбиәткә килгән нескә хисле лирик шағир булып та [[Башҡортостан]]дан ситтә лә киң танылыу алды. Тәүге шиғырҙары республиканың [[Башҡортостан пионеры (гәзит)|«Башҡортостан пионеры»]] ([[Йәншишмә (гәзит)|хәҙер «Йәншишмә»]]), [[Ленинсы (гәзит)|«Ленинсы»]] ([[Йәшлек (гәзит)|хәҙер «Йәшлек»]]), [[Башҡортостан (гәзит)|«Совет Башҡортостаны» (хәҙер «Башҡортостан»)]] гәзиттәрендә, 1981 йылда нәшер ителгән «Йәш көстәр» альманахында донъя күрһә, 1982 йылда әҙип ''«Күк йөҙө»'' тип исемләнгән тәүге шиғри йыйынтығын уҡыусы хөкөмөнә тапшыра.
Бер үк ваҡытта Риф Әхмәҙиев XX быуаттың 80-се йылдарынан ныҡлап оло әҙәбиәткә килгән нескә хисле лирик шағир булып та [[Башҡортостан]]дан ситтә лә киң танылыу алды. Тәүге шиғырҙары республиканың [[Башҡортостан пионеры (гәзит)|«Башҡортостан пионеры»]] ([[Йәншишмә (гәзит)|хәҙер «Йәншишмә»]]), [[Ленинсы (гәзит)|«Ленинсы»]] ([[Йәшлек (гәзит)|хәҙер «Йәшлек»]]), [[Башҡортостан (гәзит)|«Совет Башҡортостаны» (хәҙер «Башҡортостан»)]] гәзиттәрендә, 1981 йылда нәшер ителгән «Йәш көстәр» альманахында донъя күрһә, 1982 йылда әҙип ''«Күк йөҙө»'' тип исемләнгән тәүге шиғри йыйынтығын уҡыусы хөкөмөнә тапшыра.


Артабан уның шиғриәт һөйөүселәр йылы ҡабул иткән әҫәрҙәре һаналған һәм башҡа гәзиттәрҙә, [[Башҡортостан ҡыҙы (журнал)|«Башҡортостан ҡыҙы»]] һәм [[Ағиҙел (журнал)|«Ағиҙел»]] журналдарында, шулай уҡ [[татар теле|татар]] һәм [[урыҫ теле|урыҫ]] телдәрендә баҫылып тора. 1992 йылда сыҡҡан ''«Тәҙрәләр»'' тип аталған икенсе йыйынтығы тиҙ арала шиғыр һөйөүселәр араһында таралып бөтә. Авторҙың артабанғы йылдарҙа донъя күргән ''«Сәскә моңо»'' һәм ''«Һөйөү рухы»'' [[китап]]тары ла шул уҡ яҙмышҡа дусар була. Риф Әхмәҙиев [[шиғриәт]]ендә тыуған илгә һәм үҙебеҙҙең хозур тәбиғәткә һөйөү, ҡатын-ҡыҙға мөхәббәт темаһы менән бергә фәлсәфә лирикаһы ла ныҡлы һәм һиҙелерлек урын алып тора. Шағир мәңгелек булған пробламалар — йәшәү рәүеше һәм тормош мәғәнәһе, изгелек һәм яманлыҡ тураһында тере һәм сағыу образдар аша фекерҙәрен асып ҡына ҡалмай, был турала уҡыусыны ла етди уйлланырға мәжбүр итә. Юҡҡа ғына композиторҙар Айрат Кәримов, [[Айрат Ҡобағошов]] һәм башҡаларҙың Риф Әхмәҙиев шиғырҙарына яҙылған тиҫтәләгән йырҙары радио һәм телевизор аша даими яңғырап тормай. Әҙип 1994 йылдан [[Башҡортостан Республикаһы]] һәм [[Рәсәй Федерацияһы]] яҙыусылар союздары ағзаһы.
Артабан уның шиғриәт һөйөүселәр йылы ҡабул иткән әҫәрҙәре һаналған һәм башҡа гәзиттәрҙә, [[Башҡортостан ҡыҙы (журнал)|«Башҡортостан ҡыҙы»]] һәм [[Ағиҙел (журнал)|«Ағиҙел»]] журналдарында, шулай уҡ [[татар теле|татар]] һәм [[рус теле|рус]] телдәрендә баҫылып тора. 1992 йылда сыҡҡан ''«Тәҙрәләр»'' тип аталған икенсе йыйынтығы тиҙ арала шиғыр һөйөүселәр араһында таралып бөтә. Авторҙың артабанғы йылдарҙа донъя күргән ''«Сәскә моңо»'' һәм ''«Һөйөү рухы»'' [[китап]]тары ла шул уҡ яҙмышҡа дусар була. Риф Әхмәҙиев [[шиғриәт]]ендә тыуған илгә һәм үҙебеҙҙең хозур тәбиғәткә һөйөү, ҡатын-ҡыҙға мөхәббәт темаһы менән бергә фәлсәфә лирикаһы ла ныҡлы һәм һиҙелерлек урын алып тора. Шағир мәңгелек булған пробламалар — йәшәү рәүеше һәм тормош мәғәнәһе, изгелек һәм яманлыҡ тураһында тере һәм сағыу образдар аша фекерҙәрен асып ҡына ҡалмай, был турала уҡыусыны ла етди уйлланырға мәжбүр итә. Юҡҡа ғына композиторҙар Айрат Кәримов, [[Айрат Ҡобағошов]] һәм башҡаларҙың Риф Әхмәҙиев шиғырҙарына яҙылған тиҫтәләгән йырҙары радио һәм телевизор аша даими яңғырап тормай. Әҙип 1994 йылдан [[Башҡортостан Республикаһы]] һәм [[Рәсәй Федерацияһы]] яҙыусылар союздары ағзаһы.


== Ғилми хеҙмәттәре ==
== Ғилми хеҙмәттәре ==

20:40, 14 апрель 2018 өлгөһө

Риф Әхмәҙиев
Исеме:

Әхмәҙиев Риф Барый улы

Тыуған көнө:

13 февраль 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (70 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Ҡыйғы районы Әбдрәзәк ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Дебют:

«Күк йөҙө» — шиғырҙар (1982)

Наградалары:
Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү почётлы хеҙмәткәре
Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү почётлы хеҙмәткәре

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997)

Әхмәҙиев Риф Барый улы (13 февраль 1954) — башҡорт әҙәбиәте белгесе, шағир, филология фәндәре докторы (2004), профессор (2010), 2013 йылдан Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы[1], Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 1994 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Тормошо һәм хеҙмәт эшмәкәрлеге

Риф Барый улы Әхмәҙиев 1954 йылдың 13 февралендә Башҡорт АССР-ы Ҡыйғы районы Әбдрәзәк ауылында тыуған. Арыҫлан урта мәктәбен тамамлағас, совхозда, унан һуң мәктәптә эшләй. 1972—1974 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итә, һуңынан Ҡыйғы районы «Киров» совхозының ВЛКСМ комитеты секретары була. 1975 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының башҡорт — рус бүлегенә уҡырға инә. Студент йылдарында факультеттың комсомол ойошмаһын етәкләй. Уҡыуын тамамлап, университетта эшкә ҡалдырылғас, БДУ-ның ВЛКСМ комитеты (район комитеты хоҡуҡтары менән) секретары итеп һайлана, ситтән тороп тел ғилеме буйынса аспирантурала уҡый.

Йәштәр ойошмаһы етәксеһе булараҡ, күп башланғыстар менән сығыш яһай, студент төҙөлөш отрядтары эшмәкәрлеге, йәштәрҙең уҡыуы, ялы һәм көнкүреше менән әүҙем шөғөлләнә.

1984—1986 йылдарҙа университеттың әҙерлек бүлегендә уҡытыусы һәм декан урынбаҫары, 1986 йылдан Башҡорт дәүләт университетының филология, һуңынан башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡытыусы, доцент, декан урынбаҫары була[2]. 2013 йылдан ошо факультеттың деканы, журналистика кафедраһы профессоры[1]. Университетта эшләүенең тәүге йылдарына уҡ Башҡортостан республика «Белем» йәмғиәтенең әүҙем лекторҙарының береһе, уның башҡорт әҙәбиәте һәм журналистикаһына, ижтимағи-сәйәси темаларға арналған сығыштары тыңлаусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

Фәнни эшмәкәрлеге

Студент йылдарында уҡ Риф Әхмәҙиев ғилми-тикшеренеү менән ныҡлап мауыға башлай, курс эштәрен һәм дипломын башҡорт драматургияһының үҫеш мәсьәләрен өйрәнеүгә арнай. Аспирантурала уҡығанда был проблемалар менән төплө һәм маҡсатҡа ярашлы шөғөлләнә. Уның кандидатлыҡ (1984) һәм 2004 йылда яҡланған докторлыҡ диссертациялары нәҡ ошо темаларға арнала. Бер үк ваҡытта ул башҡорт драматургтары ижадын да төплө тикшерә. Артабан ғалим республика журналистикаһының тарихына, көндәлек торошона һәм үҫешенә ныҡлы иғтибар итә. Һаналған йүнәлештәр буйынса тиҫтәнән артыҡ фәнни монография һәм хеҙмәт баҫтырыу менән бергә, университет уҡытыусыһы булараҡ, студенттар өсөн күп кенә дәреслектәр һәм уҡыу ҡулланмалары ла әҙерләне. Фән докторының уҙған быуаттың 70—80-се йылдарындағы башҡорт драматургияһының жанр һәм стиль үҙенсәлектәренә арналған ғилми хеҙмәттәренән «Хәҙерге башҡорт комедияһы проблемалары» (1992), «Шағир драматургияһы» (1994), «Суть и суд жанра» (1996), «Хәҙерге башҡорт драматургияһы: конфликт проблемаһы һәм жанр формаларының төрлөлөгө» (2003), «Конфликты. Жанры. Характеры» (2009) тигән фәнни хеҙмәттәре киң билдәллек яуланы һәм авторын республиканан ситтә лә яҡшы таннытты.

Ижади эшмәкәрлеге

Бер үк ваҡытта Риф Әхмәҙиев XX быуаттың 80-се йылдарынан ныҡлап оло әҙәбиәткә килгән нескә хисле лирик шағир булып та Башҡортостандан ситтә лә киң танылыу алды. Тәүге шиғырҙары республиканың «Башҡортостан пионеры» (хәҙер «Йәншишмә»), «Ленинсы» (хәҙер «Йәшлек»), «Совет Башҡортостаны» (хәҙер «Башҡортостан») гәзиттәрендә, 1981 йылда нәшер ителгән «Йәш көстәр» альманахында донъя күрһә, 1982 йылда әҙип «Күк йөҙө» тип исемләнгән тәүге шиғри йыйынтығын уҡыусы хөкөмөнә тапшыра.

Артабан уның шиғриәт һөйөүселәр йылы ҡабул иткән әҫәрҙәре һаналған һәм башҡа гәзиттәрҙә, «Башҡортостан ҡыҙы» һәм «Ағиҙел» журналдарында, шулай уҡ татар һәм рус телдәрендә баҫылып тора. 1992 йылда сыҡҡан «Тәҙрәләр» тип аталған икенсе йыйынтығы тиҙ арала шиғыр һөйөүселәр араһында таралып бөтә. Авторҙың артабанғы йылдарҙа донъя күргән «Сәскә моңо» һәм «Һөйөү рухы» китаптары ла шул уҡ яҙмышҡа дусар була. Риф Әхмәҙиев шиғриәтендә тыуған илгә һәм үҙебеҙҙең хозур тәбиғәткә һөйөү, ҡатын-ҡыҙға мөхәббәт темаһы менән бергә фәлсәфә лирикаһы ла ныҡлы һәм һиҙелерлек урын алып тора. Шағир мәңгелек булған пробламалар — йәшәү рәүеше һәм тормош мәғәнәһе, изгелек һәм яманлыҡ тураһында тере һәм сағыу образдар аша фекерҙәрен асып ҡына ҡалмай, был турала уҡыусыны ла етди уйлланырға мәжбүр итә. Юҡҡа ғына композиторҙар Айрат Кәримов, Айрат Ҡобағошов һәм башҡаларҙың Риф Әхмәҙиев шиғырҙарына яҙылған тиҫтәләгән йырҙары радио һәм телевизор аша даими яңғырап тормай. Әҙип 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы яҙыусылар союздары ағзаһы.

Ғилми хеҙмәттәре

  • Хәҙерге башҡорт комедияһы проблемалары (1992).
  • Шағир драматургияһы (1994).
  • «Суть и суд жанра» (1996).
  • «Хәҙерге башҡорт драматургияһы: конфликт проблемаһы һәм жанр формаларының төрлөлөгө» (2003).
  • «Конфликты. Жанры. Характеры» (2009).

Шиғри йыйынтыҡтары

  • Йәш көстәр. Авторҙар коллективы. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. — 142 б.
  • Күк йөҙө: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982. — 30 б.
  • Тәҙрәләр: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992. — 72 б.
  • Сәскә моңо: Шиғырҙар // Тамғалар. — Өфө: Китап, 2001. — Б. 419 — 458.
  • Һөйөү рухы: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2005. — 128 б.

Ваҡытлы матбуғатта баҫылған әҫәрҙәре һәм мәҡәләләре

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2016)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Риф Әхмәҙиев = Риф Ахмадиев: биобиблиогр. күрһ. / төҙ. Г. С. Әхмәҙиева; мөх. З. Т. Әғзәмова; сығ. өсөн яуаплы А. Д. Моратова. — Өфө: [НБ РБ], 2014 . — 59 б. — (Башҡортостан яҙыусылары). — Текст на башк., рус. яз. — 50 экз. — ISBN.

Һылтанмалар