Эстәлеккә күсергә

Мичиган (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Озеро
Мичиган
ингл. Lake Michigan
Морфометрия
Абсолют бейеклеге177 м
Үлсәме494 × 190 км
Майҙаны57 750 км²
Күләме4918 км³
Яр һыҙаты2636 км
Иң тәрән урыны281 м
Гидрология
Минераллығысөсө 
Урынлашыуы
43°41′32″ с. ш. 87°04′35″ з. д.HGЯO
Ил
АҠШ
Точка
Мичиган
 Мичиган Викимилектә

Мичига́н (ингл. Lake Michigan) — АҠШ-тағы күл, Бөйөк күлдәрҙең береһе.

Үрге күлдән көньяҡтараҡ урынлашҡан. Гурон күле менән Макино боғаҙы аша, Миссисипи йылғаһы менән — Чикаго—Локпорт каналы аша тоташҡан.

Майҙаны — яҡынса 57 750 км² (Бөйөк күлдәр араһында майҙаны буйынса өсөнсө урында), оҙонлоғо яҡынса 500 км, киңлеге яҡынса 190 км. Диңгеҙ кимәленең бейеклеге — 177 м, максималь тәрәнлеге — 281 м. Йыл эсендә дүрт ай дауамында боҙ менән ҡаплана. Күлдәге утрауҙар — Бивер, Төньяҡ Маниту, Көньяҡ Маниту.

Мичиган күле АҠШ-тың Мичиган, Индиана, Иллинойс һәм Висконсин штаттарының яр буйҙарын йыуа. Күл буйындағы иң ҙур ҡалалар: Чикаго, Эванстон, Хайланд-Парк, Милуоки, Грин-Бей, Гэри һәм Хэммонд.

Күлдең атамаһы оджибва индеецтары телендәге mishigami («ҙур һыу») һүҙенән барлыҡҡа килгән. Күлде европаларға 1634 йылда француз сәйәхтсеһе Жан Николе аса.