Эстәлеккә күсергә

Муджибур Рахман

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Муджибур Рахман
মুজিবুর রহমান
Муджибур Рахман
Флаг
Флаг
Бангладеш президенты
25 ғинуар — 15 август 1975 йыл
Алдан килеүсе: Мухаммед Мохаммадулла
Дауамсы: Хундакар Муштак Ахмед
 
Дине: Ислам суннизм
Тыуған: 17 март 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тонгипара, округ Фаридпур, Британия Һиндостаны
Үлгән: 15 август 1975({{padleft:1975|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (55 йәш)
Дакка, Бангладеш
Ерләнгән: Банани зыяраты, Дакка
Атаһы: Лутфур Рахман[d]
Әсәһе: Саира Хатун[d]
Супруг: Шейх Фазилутаннеса Муджиб[d]
Балалары: Шейх Хасина Вазед
Sheikh Kamal[d]
Sheikh Russel[d]
Sheikh Rehana[d]
Sheikh Jamal[d]
Партия: Авами Лиг
Белеме: Калькуттала ислам колледжы
 
Автограф:
 
Наградалары:

Ҡалып:Орден День независимости

Муджибур Рахман (бенг. মুজিবুর রহমান. misteriমান, 17 март 1920 йыл) Пакистан һәм Бангладештың сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре, Бангладештың беренсе президенты һәм премьер-министры.

Көнсығыш Бенгалияның Тонгипара ауылында (Британия Һиндостаны) Лотфур Рахман (1881—1975) һәм Саира Хатундың (1986—1975) мосолман ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы Гопалгандж граждандар судында административ хеҙмәткәр (серестадар) булып эшләй.

Миссионер мәктәбендә һәм "Исламия" колледжында уҡый (1947 йылда юғары белем ала). Һиндостанда студент булған сағында сәйәси эшмәкәрлеккә ылығып китә һәм Пакистандың бойондороҡһоҙлоғо өсөн хәрәкәткә ҡушыла. Бенгалия провинцияһының Мосолман лигаһы активисы һәм 1943 йылдан Бөтә Һиндостан Мосолман Лигаһы Советы ағзаһы була. 1946 йылда "Исламия" колледжы студенттары союзының генераль секретары итеп һайлана, шулай уҡ Мосолман Лигаһынан Фаридпур провинцияһы парламентына һайлана.

1947 йылда тыуған иленә Көнсығыш Пакистанға ҡайта, Дакка университетында хоҡуҡ фәнен өйрән. 1949 йылдың башында университет етәкселегенең хеҙмәткәрҙәрҙең законлы талаптарына ҡарата битарафлығына ҡаршы хеҙмәткәрҙәр араһында агитация алып барғаны өсөн университеттан ҡыуыла. 1848 йылда Көнсығыш Пакистандың Мосолман студент лигаһын ойоштороусыларҙың береһе була. 1849 йылда бенгаль халҡы йәшәгән тыуған провинцияһына ҡарата дискриминацион курс алып барған Мосолман Лигаһына ҡаршы ҡуйыу өсөн Көнсығыш Пакистанда "Авами лиг" ("Халыҡ лигаһы") партияһын ойошторуҙа ҡатнаша (уның секретарҙарының береһе була). Тиҙҙән ул төрмөгө ябыла. 1953 — 1966 йылдарҙа — Көнсығыш Пакистандың "Авами лиг" партияһының генераль секретары. 1954 йылда оппозицион Берләшкән фронттан провинциаль закон сығарыу йыйылышы ағзаһы итеп һайлана һәм ауыл хужалығы мимнистры булып китә, лкин тиҙҙән партия эшенә нығыраҡ иғтибар бүлеү өсөн депутат мандатынан да, министр посынан баш тарта. 1956 — 1957 йылдарҙа провинциаль сәнәғәт, сауҙа, хеҙмәт, коррупция менән көрәш һәм аыулға ярҙам министры була. 1958 йылда илдә Айюб-хандың хәрби диктатурыһы урынлашҡандан һуң оппозиция лидеры булып китә, 1958—1961, 1962 һәм 1966—1969 йылдарҙа төрмәгә ябыла. Һәр бер осраҡта йәмәғәтселек фекере баҫымы аҫтында азат ителә.

1960-сы йылдар уртаһында "Авами лиг"ты тергеҙеү һәм нығытыу өҫтөндә эшләй. 1966 йылда партия рәйесе итеп һайлана һәм Пакистан хөкүмәте тарафынан сепаратизмға яҡынлашыуҙа ғәйепләнеп ҡулға алына. Шул уҡ ваҡытта үҙенең данлыҡлы Алты Пункт программаһын иғлан итә, Көнсығыш Пакистанда үҙидараны үҫтереүгә йүнәлтелгән был документты ул "беҙҙең (бенгальдар) өсөн иҫән ҡалыу Уставы" тип атай. Был программа бөтә милләттәрҙең дә иғтибарын үҙенә тарта. Бөтә сәйәси партияларҙың консерватив элементтары документҡа тәнҡит күҙлегенән ҡараһа ла, ул шунда уҡ студенттарҙы һәм йәштәрҙе үҙенә ҡарата. Документҡа "Бангабандху", "Бенгалдарҙың дуҫы" атамаһы бирелә. Икенсе тапҡыр төрмәлә ултырғанында уный абруйы бермә-бер күтәрелә, хатта 1969 йылдың башында уны сығарыуҙы талап итеп, ихтилал башланып китә. 1969 йылдың 22 февралендә Айюб-хан хакимиәте Муджибур Рахманды иреккә сығарырға мәжбүр була. Бенгалдар уны үҙҙәренең юлбашсыһы тип таный.

1969 йылда фельдмаршал Айюб-хан отставкаға китә, власты генерал Яхья-ханға тапшыра, ул дөйөм һайлауҙарҙы 1970 йылдың декабренә тәғәйенләй. "Авами лиг" асыҡтан-асыҡ, Көнсығыш Пакистанға — автономия, лозунгыһы менән сығыш яһай һәм, уның Закондар сығарыу йыйылышында абсолют күпселекте ала, был иң ҙур парламент фракцияһы була. Әммә президент Яхья-хан парламент сессияһының асылыуын кисектерә, ә һайлау һөҙөмтәләре юҡҡа сығарыла. М. Рахман, 2 мартты, Көнсығыш Пакистандың бойондороҡһоҙлоҡ көнө, тип иғлан итә. Яхья-хан улар менән хеҙмәттәшлек итеүҙән баш тарта (1971 йылдың 2—25 марты), һәм Көнсығыш Пакистандағы граждандар власы тулыһынса М. Рахман контроллеге аҫтына күсә: ғәмәлдә ул провинцияның башлығы булып таныла.

16 марттан Даккала Яхья Хан етәкселегендәге Пакистан етәкселеге һәм М. Рахман етәкселегендәге Көнсығыш Пакистан лидерҙары араһында уңышһыҙ һөйләшеүҙәр үтә. 25 мартҡа ҡарай төндә ваҡиғаларға Пакистан ғәскәрҙәре ҡушыла, киң репрессиялар башлана, М. Рахман ҡабаттан ҡулға алына һәм Көнбайыш Пакистанға ебәрелә, унда фетнә һәм ихтилалға өндәү өсөн судҡа тарттырыла.

10 апрелдә ул ситтән тороп Көнсығыш Пакистан хөкүмәте башлығы һәм Ҡораллы көстәрҙең Юғары Баш командующийы тип иғлан ителә. Илдә ҡан ҡойғос граждандар һуғышы башлана, унда, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 200 меңдән 3 миллионға тиклем кеше һәләк була, тағы ла 8 миллион кеше ҡасаҡ була. Декабрь башында бойондороҡһоҙлоҡ яҡлылар (һинд ғәскәрҙәренең әүҙем ярҙамы менән) Пакистан армияһын тулыһынса еңә. Көнсығыш Бенгалияла Пакистан ғәскәрҙәре капитуляция тураһындағы документҡа ҡул ҡуя, 1971 йылдың 16 декабрендә М. Рахман төрмәнән сығарыла, һәм 1972 йылдың 10 ғинуарында Лондон аша Даккуға килә.

Хөкүмәткә һуғыш бөлгөнлөккә төшкән илдә иҫәпһеҙ-һанһыҙ проблемалар менән эш итергә, барыһын да нулдән башларға тура килә. Тышҡы ярҙамды Һиндостан, Ҡытай һәм СССР (атап әйткәндә, СССР Хәрби-диңгеҙ флотының контр-адмирал Сергей Зуенко етәкселегендәге 12-се махсус тәғәйенлнештәге тральщиктары һыу бассейнын миналарҙан таҙарта).[1]

1972 йылдың 12 ғинуарында Муджибур Рахман бойондороҡһоҙ Бангладеш Халыҡ Республикаһы хөкүмәтенең премьер-министры була. Хөкүмәт прогрессив социаль-иҡтисади реформаларҙың киң программаһын билдәләй, тышҡы сәйәсәт өлкәһендә ул бөтә тыныслыҡ яратыусы бөтә дәүләттәр менән дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереү принциптарын иғлан итә. Төп принциптары булып милләтселек, секуляризм, демократия һәм социализм иғлан ителә.

1972 йылдың 1—5 мартында М. Рахман СССР-ға рәсми сәфәр менән килә (2 мартта сәнәғәт һәм башҡа объекттар төҙөлөшөндә иҡтисади һәм техник хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә һәм Бангладеш халҡына иҡтисадтың мөһим тармаҡтарын тергеҙеүҙә ярҙам күрһәтеү тураһында Килешеүгә ҡул ҡуя), 1974 йылдың апрелендә СССР-ға дауаланыуға килә.

Ер реформаһы үткәрелә, 10 миллион ҡасаҡ проблемаһы хәл ителә, яңы армия ойошторола, аслыҡ булдырылмай. 1973 йылғы дөйөм һайлауҙарҙа ул 73 процент тауыш ала, уға союздаш социалистик һәм коммунистик партиялар — 7 процент һәм 4 процент тауыш йыя. Хөкүмәт башланғыс белем биреүҙе киңәйтеү, санитария, туҡланыу, һаулыҡ һаҡлау, илде һыу һәм электр менән тәьмин итеү буйынса дәүләт программаларын ҡабул итә. 1973 йылда ҡабул ителгән биш йыллыҡ план ауыл хужалығына маҡсатлы дәүләт инвестицияларын һалыуҙы, ауыл инфраструктураһын үҫтереүҙе, урындағы сәнәғәтте булдырыуҙы планлаштыра.

Секуляризм сәйәсәте иғлан ителеүгә ҡарамаҫтан, илдә Пакистан көстәрен хуплаған өсөн тыйылған Ислам дини академияһы асыла, ислам төркөмдәре талабы буйынса алкоголь етештереү һәм һатыу һәм ҡомарлы уйындар тыйыла. Үҙенең асыҡ сығыштарында һәм телмәрҙәрендә М. Рахман ислам сәләмләүҙәрен, лозунгыларын һәм ислам ҡиммәттәренә һылтанмаларҙы йышыраҡ ҡуллана.[2].

1974 йылдың йәйендә муссондар һәм һыу баҫыуҙар дөгө сәсеүлектәренә ҙур зыян килтерә (йәйге уңыштың 80 проценты һәм төп ҡышҡы уңыш сәсеүлектәре һәләк була, рәсми мәғлүмәттәр буйынса, йыллыҡ аҙыҡ-түлек етештереүҙең 40 проценты юҡ ителә), һәм илдә аслыҡ башлана. Аҙыҡ-түлек етешмәү, нефть хаҡтарының ҡырҡа күтәрелеүе инфляцияның һиҙелерлек артыуына килтерә. Ил етәкселегенең абруйы кәмей, был режимды намыҫһыҙлыҡта һәм коррупцияла ғәйепләүҙәре менән бергә премьер-министрҙың абруйын ҡаҡшата.

1975 йылдың 25 ғинуарында ҡабул ителгән конституцияға төҙәтмәләргә ярашлы, президент идаралығы демократик парламент ҡоролошон алмаштыра һәм яңы ойошторолған "БАКСАЛ" сәйәси альянс етәкселегендәге бер партиялы системаға күсә, уға партия хөкүмәтен яҡлаусыларҙың барыһы ла, шул иҫәптән "Авами Лиг", социалистик, коммунистик һәм халыҡ партияһы инә. М. Рахман президент булып китә, ғәҙәттән тыш вәкәләттәр ала һәм коррупцияны һәм терроризмды бөтөрөргә тейешле икенсе революция кәрәклеге тураһында иғлан итә. Премьерҙың авторитар режим урынлаштырырға тырышыуы офицерҙарҙың бер өлөшөндә ризаһыҙлыҡты көсәйтә, был ҡанлы хәрби түңкәрелешкә килтерә.

15 август түңкәрелеше һәм М. Рахманды үлтереү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Заговорҙы ойоштороусылар тип майорҙар Сәйед Фарук Рахман, Абдур Рәшит, Шарфул Хак (Далим), Раджа Әхмәт һәм А. К. М. Раджа Әхмәд иҫәпләнә. Улар бөтәһе лә — Бангладеш армияһы вәкилдәре һәм азатлыҡ һуғышы ветерандары (мукти-бахини). Сауҙа министры һәм хакимлыҡ итеүсе БАКСАЛ партияһының башҡарма комитеты ағзаһы Хундакар Муштак Әхмәт, тура һәм ситләтелгән фараздар буйынса, хөкүмәткә ҡаршы заговорҙың әҙерләнеүен белгән[3]. 30 йыллыҡ тикшеренеүҙәрҙән һуң журналист Лоуренс Лифшульц заговорҙа беренсе ролде Хундакар Муштак Әхмәттең биләүен фаразлай[4].

Ҡораллы көстәр башлығы генерал Шафиулла, халыҡ полицияһының разведка һәм хәүефһеҙлек хеҙмәте баш идаралығы "ракши-бахини" заговор әҙерләү тураһында бөтөнләй белмәй.

Заговорсылар 4 төркөмгә бүленә, уларҙың береһе, майор Худ етәкселегендә премьер-министрҙың йортона һөжүм итә. Һаҡсылар отряды бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ күрһәтмәй. Шунда уҡ М. Рахмандың улы, Камаль, армия офицеры һәм М. Рахмандың һаҡ начальнигы полковник Джамалуддин Әхмәт атып үлтерелә. Премьер-мимнстрҙы ҡаттар араһындағы баҫҡыс эргәһендәге табалар һәм уға вазифаларынан баш тартыу шартын ҡуялар (уйлау өсөн бер ни тиклем ваҡыт бирелә). Премьер министр саҡырыуы буйынса ваҡиға барған урынға килгән армия разведкаһы начальнигы полковник Джамиль хәрбиҙәргә казармаларға ҡайтырға бойора, ул ҡапҡа төбөндә үк атып үлтерелә. М. Рахман путчистар менән барырға ризалашмай, шуға ул да баҫҡыста уҡ атып үлтерелә. Артабан ғаиләнең бөтә ағзалары ла атыла: премьер-министрҙың ҡатыны Бегум Фазилатуннеса, улдары Джамаль һәм 10 йәшлек Руссел, ҡустыһы Абу Насер, килендәре, ейәне, ағаһының улы ҡатыны менән бергә, шулай уҡ осраҡлы рәүештә йортта булған хеҙмәтселәр — бөтәһе 20 кеше. Президенттың шул мәлдә сит илдә (ГФР) булған ике ҡыҙы Хасина һәм Рехана ғына тере ҡала.

Икенсе төркөм йортҡа һөжүм итә, унда М. Рахмандың туғаны һәм "Авами Лиг" һәм БАКСАЛ-дың абруйлы лидеры Фазул Хак Мониҙы һәм уның ауырлы ҡатынын атып үлтерә. Өсөнсө төркөм М. Рахмандың һеңлеһенең ире, ауыл хужалығы минстры Абдур Раб Серниабатты уның ғаиләһенең 13 ағзаһы менән бергә атып үлтерә. Дүртенсе төркөм уның штаб-фатирына һөжүм итә һәм алыштан бинаны баҫып ала, унда 11 кеше һәләк була.

Түңкәрелештә һәм элекке власть яҡлыларға ҡаршы репрессияларҙа ҡатнашҡан офицерҙарҙың чиндары бер юлы 2-3 чинға күтәрелә (шул иҫәптән түңкәрелеште ойоштороусы Сайед Фарук Рахман майорҙарҙан полковникҡа күтәрелә), М. Рахманды үлтереүселәр суд эҙәрлекләүенән иммунитет ала, ә уның яҡлы булған дүрт кеше — элекке вице-президент Сәйет Назрул Ислам, илдең беренсе премьер-министры, элекке финанс министры Таджуддин Әхмәт, элекке сәнәғәт министры А. Х. М. Камаруззаман һәм элекке премьер-министр Мансур Али Даккиҙың Үҙәк төрмәһенә урынлаштырыла (1975 йылдың 3 ноябрендә улар унда атып үлтерелә). М. Рахмандың ҡыҙҙарына тыуған илдәренә ҡайтыу тыйыла.

1998 йылғы һайлауҙарҙа М. Рахмандың тыуған иленә ҡайтҡан ҡыҙы Хасина Вазед етәкселегендә яңы "Авами Лиг" еңгәндән һуң, 15 кеше был енәйәттә ғәйепле тип таныла һәм кәрәкле үлем язаһына хөкөм ителә. Бангладештың Юғары суды 2001 йылда уларҙың өсәүһен аҡлай һәм ғәмәлдә суд процесын туҡтата (путчистар яҡлы элекке президент Зиаур Рахмандың тол ҡатыны Халеда Зия хөкүмәте власҡа килә). Түңкәрелештең алты ҡатнашыусыһы сит илдә йәшәүҙәре сәбәпле, ситтән тороп судҡа тарттырыла. Уларҙың береһе Зимбабвела вафат булған, тип иҫәпләнелә. Ҡайһы берҙәре (мәҫәлән, М. Рахмандың йортона һөжүм итеүгә командалыҡ иткән һәм магазиндар әйбер урлаған өсөн Таиландта төрмәлә ултырған отставкалағы полковник Худа) аҙаҡ властарға тапшырыла. Судҡа тарттырылған биш кеше Юғары судҡа Апелляция ғаризаһын бирә. Әммә суд уларҙы язанан ҡотҡарыу сәбәптәренең булмауын таный һәм 2009 йылдың 19 ноябрендә үлем язаһын сығара. Судтың билдәләмәһендә, президентты, уның ғаиләһен һәм башҡа кешеләрҙе үлтереү өсөн хәрби һәм сәйәси зарурилыҡ булмаған, тип әйтелә. Хөкөм ителгәндәр 2010 йылдың 28 ғинуарында язалана.

Абдул Маджед, М. Рахманды үлтергән өсөн үлем язаһына хөкөм ителгән 15 кешенең береһе, Ливияла һәм Пакистанда йәшеренә, ә һуңынан Һиндостанға күсә, унан 2020 йылдың мартында, COVID-19 пандемияһы башланғандан һуң, Бангладешҡа ҡайта. Ул 2020 йылдың 7 апрелендә ҡулға алына һәм дүрт көндән һуң язалана[5].

М. Рахмандың йорт-музейында үлтерелгән сағында президент баҫып торған баҫҡыс нисек булған шул рәүешендә һаҡланып ҡалған. Эргәһендә уның кәүҙәһе баҫҡыстарҙа төшөрөлгән фотоһүрәт һәм яҙыу: " Бында һеҙ күҙ йәштәре түгә алаһығыҙ!".

2008 йылда М. Рахмандың тормошо тураһында "Сәйәсәттән шағир" фильмын төшөрөргә ниәтләү тураһында белдерелә (Poet of Politics) М. Рахман.[6] Төп ролдәрҙе билдәле һинд актерҙары Амитабх Баччан, Абхишек Баччан، Айшвария Рай һәм Шабана Азми уйнарға тейеш була. Әммә фильм прокатҡа сыҡмай.

М. Рахмандың портреты ул идара иткән осорҙағы бөтә милли валюта банкноталарында ла тиерлек һүрәтләнә, шулай уҡ власта уға ярҙам иткән көстәр булған саҡта: 1998 - 2001 йылдарҙа һәм 2009 йылда.

  1. Миссия в тропиках. Дата обращения: 31 ғинуар 2013. Архивировано 8 март 2016 года. 2016 йыл 8 март архивланған.
  2. BANGLADESH: A BENGALI ABBASI LURKING SOMEWHERE?
  3. Anthony Mascarenhas, Bangladesh: A Legacy of Blood ISBN 0-340-39420-X
  4. CIA involved in 1975 Bangla military coup
  5. В Бангладеш казнили убийцу первого президента страны. Дата обращения: 13 апрель 2020. Архивировано 12 апрель 2020 года.
  6. Sukree Sukplang. Amitabh Bachchan to play Bangladesh founder (ингл.). Рейтер (1 май 2008). Дата обращения: 12 февраль 2015. Архивировано из оригинала 12 февраль 2015 года. 2015 йыл 12 февраль архивланған.