Эстәлеккә күсергә

Нахичеван Автономиялы Республикаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нахчиван Автономиялы Республикаһы
Naxçıvan Muxtar Respublikası
Нахчиван Автономиялы Республикаһы гербы
Флаг
Государственный гимн Нахчиван Автономиялы Республикаһы
Рәсми тел Әзербайжан
Баш ҡала Нахчиван
Эре ҡалалар Нахчиван, Жүлфә, Ордубад
Юғары Мәжлес

рәйесе

Талыбов, Васиф Юсиф оглы
Территория
• Бөтәһе

5363 км²
Халыҡ
• Һаны (2009)
• Халыҡ тығыҙлығы

400 000 чел.
75 чел./км²
Валюта
Интернет-домен .az
Телефон коды +994
Сәғәт бүлкәте 0,8

Нахчиван Автономиялы респу́бликаһы (әзерб. Naxçıvan Muxtar Respublikası) — Әзербайжан конституцияһы һәм үҙ конституцияһына ярашлы Әзербайжан Республикаһы составында автоном дәүләт, Әзербайжан Республикаһы эксклавы.

Территорияһы — 5,6 мең км². Халҡы — 400 000 кеше (2009), 99,1 % әзербайжандар[1][2]. Баш ҡалаһы — Нахичевань ҡалаһы.

Нахчиван топоним упоминается в Клавдий Птолемей Географияһында "Наксуана" (грек. Ναξουὰνα, ингл. Naxuana) исеме менән телгә алына[3].

М. Фасмер аңлатыуынса Нахчива́н топонимы әрмән телендәге «Νaχič» шәхси исеменән һәм "avan" — "тораҡ, ауыл" һүҙенән килеп сыҡҡан.[4] (һуңыраҡ төрки трансформация — Нахичеван йәки Нахчыван (дж → ч). 1990 йылдарҙа урыҫ телле әзербайжан сығанаҡтары һәм Геодези һәм картография буйынса федераль агентлыҡ (Роскартография) Нахчыва́н типонимын ҡуллана башлай. Башҡа сығанаҡтарҙа совет осорондағы Нахичева́нь топонимы ҡулланыла.

Кавказ тауының көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан[5]. 75% тирәһе биләмәләр 1000 метр бейеклектә урынлашҡан. Төньяғында Даралагезский һырта, көнсығышында Зангезур һырты урынлашҡан. Республиканың иң бейек нөктәһе − Капыджик түбәһе, 3904 м[5]. Көньяҡ-көнбайыш өлөшө Аракс йылғаһы буйлап 600—1000 м бейеклектә ята. Ғинуарҙың уртаса температураһы тигеҙлектә −3 °С һәм тауҙарҙа −14 °С-ҡа тиклем. Июльдә +28 һәм +25 °С (тау түбәләрендә +5 °С). Уртаса яуым-төшөм тигеҙлектә 200 мм һәм тауҙарҙа 600 мм.

  1. Naxçivan Muxtar Respublİkasi | rəsmi portal 2014 йыл 18 май архивланған..
  2. The State Statistical Committee of the Republic of Azerbaijan 2018 йыл 25 декабрь архивланған..
  3. Flavius Josephus, William Whiston, Paul L. Maier. The new complete works of Josephus. — Revised and expanded edition. — Kregel Academic, 1999. — P. 56. — 1143 p. — ISBN 0825429242, ISBN 978-0-8254-2924-8.

    It is called in Ptolemy Naxuana,..

  4. Фасмер Макс. Этимологический словарь русского языка. — С-П. «Терра», 1996. — Т.3, Стр. 50
  5. 5,0 5,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; БСЭ төшөрмәләре өсөн текст юҡ