Эстәлеккә күсергә

Нерв

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нерв
Рәсем
WordLift URL data.wordlift.io/wl01714…[1]
Код NCI Thesaurus C12466
 Нерв Викимилектә
Кешенең нерв системаһы схемаһы

Нерв (лат. nervus nervus) — нерв системаһының ҡушма өлөшө; нервылар епсәләре (башлыса, нейрондар аксонаһы һәм уларға таяныс булған нейроглия аша сағыла) сырмалсығы шәлкеменән тороусы яры менән ҡапланған структура; баш һәм арҡа мейеһе һәм ағзалар араһында сигнал тапшырыуҙы тәьмин итә. Организмдың барлыҡ нервылары йыйылмаһы периферия нерв системаһын барлыҡҡа килтерә . Күрше нервылар нерв сырмалсығын ойоштороуы мөмкин[2][3]. Эре нервылар нерв олоно тип атала. Артабан баш мейеһенән нервылар тармаҡлана, иң ахыры органдарҙа һәм туҡымаларҙа айырым епсәләргә тарҡала; ситке нөктәләрҙә урынлашҡандарын нерв остары тиҙәр. Бер үк төрлө нерв төрлө кешеләрҙә төрлө күләмдәге тейешле зоналарҙы нервылар менән тәьмин итә, иннервация зоналарын ҡаплаған өлкәләр ҙә шуға оҡшап айырымлана[4].

Периферия нервыһы бер нисә нерв епсәләре шәлкеменән тора. Нерв епсәһе нейрондың оҙон сығынтыһы — шванновский күҙәнәктәр менән ҡапланған нерв импульстарын тапшырыусы аксон. Миелинлы епсәләр, миелинһыҙ епсәләрҙән айырмалы рәүештә, миелинлы яры менән уратылған[5].

Нервтың эске төҙөлөшө

Миелин яры составына миелин һәм нейроглияның шванновский күҙәнәктәре инә. Ярылар нерв импульстарын тапшырыу һәм уларҙың тиҙлеген арттырыу өсөн мөһим. Ҡан тамырҙары һәм лимфа юлдары ошо ярылар эсендә урынлашҡан. Миелин нервтарға аҡ төҫ бирә, миелинһыҙ нервтар һоро төҫтә була.

Нерв епсәләре ғәҙәттә 103—104 була, шулай ҙа ул төрлөсә булыуы мөмкин — кешенең күҙ нервыһында 1 млн артыҡ епсә, ҡайһы бер умыртҡаһыҙҙарҙа барлығы бер нисә епсә генә була. Һәр епсә буйынса нерв импульсы, башҡаларға ҡағылмай, айырымланып, тапшырыла. Нерв епсәләре сигналды тик бер йүнәлештә генә тапшыра ала, йә булмаһа, улар үҙәктән ситкә ынтылыусы, йәғни хәрәкәтле, йә мәғлүмәтте башҡарыусы органдарға тапшырыусы үҙәккә барған нерв, йәғни һиҙгер булырға, рецепторҙарҙан мәғлүмәт еткерергә тейеш. Епсәләр тоташтырғыс туҡыма ярыһы — периневрий — менән ҡапланған шәлкемгә берләшкән. Ярынан шәлкем эсенә йоҡа ғына ҡатламдар — эндоневрийҙар үтеп инә. Ҡан тамырҙары, лимфа юлдары һәм май ҡушылдыҡтары менән бергә, яры, эпиневрий менән ҡапланған бер нисә шәлкем нерв тип атала. Ғәҙәттә нерв үҙе аша үткән нерв һанына һәм ярылар ҡалынлығына бәйле, арҡыры киҫелештә 0,8 мм-ҙан 8 мм-ға тиклем диаметр тәшкил итә.

Нервылар классификацияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Импульс тапшырыу йүнәлеше буйынса нервылар түбәндәгеләргә бүленә:

  1. һиҙгер (афферентлы, үҙәккә барған нерв[2]) — һиҙгер нейрондар дендриттарынан тора, рецепторҙар импульсын үҙәк нерв системаһына тапшыра;
  2. хәрәкәт (эфферентлы, центробежный нерв[2]) — хәрәкәт нейрондары аксондарынан тора, үҙәк нерв системаһынан башҡарыусы органдарға (мускулдар һәм биҙҙәр) тапшыра;
  3. ҡатнаш — һиҙгер нейрондар дендриттарынан, хәрәкәт нейрондары аксондарынан, шулай уҡ вегетатив нерв епсәләренән тора, үткәреү импульсты ике йүнәлештә (рецепторҙан үҙәк нерв системаһына ЦНС һәм киреһенсә)[4].

Иннервациялаған органдар характеры буйынса нервылар соматик һәм вегетатив нервтарға бүленә. Вегетатив нервылар эске органдар, эске һәм тышҡы секреция биҙҙәре, ҡан тамырҙары һәм лимфа юлдары эшмәкәрлеген тәьмин итә[6] . Соматик нерв мускулдарҙы (умыртҡалыларҙа — һөлдә мускулдары), тирене, быуындарҙы иннервациялаусы тойоусанлыҡ һәм хәрәкәт нервыларынан тора.

Урынлашыу тәрәнлеге буйынса өҫтә ятҡан йәки тире һәм тәрән ятҡан йәки мускул нервыларын айыралар.

Умыртҡалыларҙа баш мейеһе менән тоташҡан баш мейеһе нервылары һәм арҡа мейеһе менән тоташҡан арҡа мейеһе нервылары бар.

Баш мейеһе нервылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Мейе, мейе олоно һәм баш мейеһе нервылары схемаһы

Баш мейеһе нервылары баш мейеһендә ярашлы йәҙрәләрҙән башлана, мейе нигеҙе ярыҡтарынан сыға, артабан — башлыса, башта һәм муйында тармаҡлана, ә гиҙеүсе нерв тағы ла күкрәк һәм ҡорһаҡ ҡыуышлығында тармаҡлана.

  1. Еҫ һиҙеү нервылары (лат. nervi olfactorii) — еҫ тойоу-һиҙеү өсөн яуап бирә.
  2. Күреү нервылары (лат. Nervus opticus) — һиҙгер селтәрле ҡатлау ҡабул иткән күреү ҡуҙғытыуҙарын баш мейеһенә тапшырыусы баш һөйәгенең ҡуш нервылары.
  3. Күҙ йөрөтөүсе нервылар (лат. nervus oculomotorius) — күҙ алмаһын хәрәкәтләндереү, ҡабаҡты күтәреү-төшөрөү, күҙ бәбәгенең яҡтылыҡҡа һиҙгерлеге өсөн яуап биреүсе баш һөйәгенең ҡуш нервылары.
  4. Блоклы нервтар лат. nervus trochlearis — күҙ алмаһын эске яҡҡа һәм түбәнгә йөрөтөүсе үрге ҡыя мускулды (лат. m.obliquus superior) иннервациялаусы баш һөйәгенең ҡуш нервылары.
  5. Өс сатлы нервы (баш мейеһе нервыларының 5-се пары) ҡатнаш була. Уның өс тармағы буйынса (ramus ophthalmicus — V1, ramus maxillaris — V2, ramus mandibularis — V3) Гасер төйөрө аша (ganglion trigeminale) биттең үрге, урта һәм аҫҡы өсөнсө өлөшөнән мәғлүмәт килә. Һәр тармаҡ үҙ өлөшөнән мускул, тире һәм ауыртыу рецепторҙары мәғлүмәтен тапшыра. Гасер төйөрөндә мәғлүмәт типтар буйынса бүленә, һәм шунан бөтә бит ите мәғлүмәте өс ҡатлы нервының күбеһенсә урта мейеләге (өлөшләтә күпергә инә) һиҙгер йәҙрәһенә тапшырыла; бөтөн биттең тире мәғлүмәте күперҙә урынлашҡан «төп йәҙрәгә» (nucleus pontinus nervi trigemini) бара; ә ауыртыуҙы тойоу — күперҙән оҙонса мейе аша арҡа мейеһенә (nucleus spinalis nervi trigemini-гә) бара. Күперҙә урынлашыусы һәм сәйнәү мускулдарын иннервациялаусы хәрәкәтләндереүсе йәҙрә лә (лат. nucleus motorius nervi trigemini) шулай уҡ өс ҡатлы нервҡа ҡарай.
  6. Ситкә ҡағыусы нерв (лат. nervus abducens) — латераль тура мускулды (лат. m. rectus lateralis) иннервациялаған баш мейеһе нервылары, һәм күҙ алмаһының тәндең урта һыҙығынан ян-яҡҡа хәрәкәт итеүенә яуаплы.
  7. Йөҙ нервыһы (лат. nervus facialis) мейенән варолиев күпере һәм оҙонса мейе араһынан сыға ла биттең мимик мускулдарын иннервациялай. Йөҙ нервыһы составында күҙ йәше биҙен, өҙәңге мускулын, телдең алғы өлөшөндәге тәм тойоусанлығын иннервациялаусы аралыҡ нерв та бар.
  8. Эске ҡолаҡтағы ҡусҡар һөйәк лабиринты нервыһы (лат. nervus vestibulocochlearis) — эске ҡолаҡтың вестибуляр бүлексәһенән сыҡҡан импульсты һәм ишетеү импульстарын тапшырыусы махсус тойоусанлыҡ нервылары.
  9. Тел-йотҡолоҡ нервылары (лат. nervus glossopharyngeus) түбәндәгеләрҙе:
    • тамаҡты күтәреүсе беҙйотоу мускулының (лат. m. stylopharyngeus) хәрәкәтләнеүен иннервациялай.
    • Ҡолаҡ яны биҙенең секретор функцияһын иннервациялай.
    • йотҡолоҡтоң, баҙам биҙҙәренең, йомшаҡ аңҡауҙың, евстахий торбаһының, барабан ҡыуышлығының дөйөм тойоусанлығын
    • телдең артҡы өс өлөшөнөң тәм тойоусанлығын тәьмин итә.
  10. Гиҙеүсе нерв (лат. n.vagus), ҡатнаш булараҡ:
    • йомшаҡ аңҡау, йотҡолоҡтоң, шулай уҡ ҡыҙыл үңәстең арҡыры-буй мускулдарының хәрәктләнеүен иннервациялай
    • үпкәне, ҡыҙыл үңәсте, ашҡаҙанды һәм эсәкте (ҡоршаулы эсәктең талаҡ бөгөлөнә саҡлы) шыма мускулдарын һәм йөрәк мускулдарын парасимпатик иннервациялай. Шулай уҡ ашҡаҙан биҙе һәм ашҡаҙан аҫты биҙенең секрецияһына тәьҫир итә
    • йотҡолоҡтоң һәм тамаҡтың аҫҡы өлөшөндәге лайлалы тиреһен, ҡолаҡ артындағы тире участкаһын һәм тышҡы ишетеү каналының бер өлөшөн, ҡолаҡ ярыһының һәм артҡы баш һөлдәһе соҡороноң ҡаты мейе тышлығын тойоусан иннервациялай.
      Гиҙеүсе нервтың nucleus dorsalis nervi vagi һырт яҡҡа ҡағылышлы йәҙрәһе оҙонса мейелә тел аҫты нервыһы йәҙрәһенән латералерәк урынлашыуын тәьмин итә.
  11. Өҫтәлмә нервылар (лат. nervus accessorius) содержат башты бороу, ҡулбаштарҙы күтәреү-төшөрөү һәм ҡалаҡ һөйәген умыртҡа бағанаһына яҡынайтыу мускулдарын иннервациялаусы хәрәкәтләндереүсе нервы епсәләре.
  12. Тел аҫты нервылары]] (лат. nervus hypoglossus) телдең хәрәкәтләнеүе өсөн яуаплы.

Арҡа (арҡа мейеһе елеге) нервылары арҡа мейеһенән башлана һәм тәндең башҡа өлөшө функциялары менән идара итә. Кешелә 31 пар арҡа мейеһе елек нервылары: 8 муйын, 12 күкрәк һәм 5 бил, 5 һигеҙгүҙ һәм 1 |ҡоймос бар. Муйын бүлегендә арҡа елеге нервылары тейешле умыртҡанан өҫтәрәк (йәғни баш һөйәге һәм беренсе муйын умыртҡаһы араһында башланыусы нерв, беренсе арҡа нервыһы тип атала). Күкрәк өлкәһенән ҡоймосҡа саҡлы нервылар тейешле умыртҡаларҙан аҫтараҡ башлана. Шуның өсөн етенсе өҫкө һәм беренсе аҫҡы умыртҡалар араһында башланған нервыны атау буйынса ҡатмарлыҡтар бар (һигеҙенсе арҡа нервыһы). Бил һәм һигеҙгүҙ һөйәге өлкәһендә нервыларҙың тамыр остары дюраль тоҡ сиктәрендә урынлашҡан.

Нерв епсәләренең ике төркөм шәлкеменән арҡа нервылары барлыҡҡа килгән. Эфферентлылары — арҡа мейеһендәге алғы мөгөҙ нерв күҙәнәктәренең сығынтылары уның хәрәкәтләндереүсе артҡы тамырсаларына берләшеүсе нервылар. Афферентлылары — арҡа мейеһе төйөрҙәре нерв күҙәнәктәре сығынтыларының уның тойоусан алғы тамырсаларына берләшеүсе нервылар. Алғы һәм артҡы тамырсалары ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән арҡа нервыһы олоно, умыртҡалар араһындағы тишектән сыҡҡандан һуң, тармаҡлана. Алғы тармағы кәүҙәнең алғы бүлегенә һәм аяҡ-ҡулдарға, артҡы тармағы — соңҡаға, муйын һәм кәүҙәнең артҡы бүлегенә йүнәлтелә, симпатик (вегетатив нервы системаһына ҡараған) олондоң иң яҡын төйөрөнә тоташтырғыс. Яры тармағы умыртҡа бағанаһының һөйәк ярыһын (тығыҙ тоташтырғыс туҡыманан торған һөйәк ҡабығы) һәм арҡа мейеһенең ҡаты тышлығын иннервациялай.

Ҡайһы бер алғы тармаҡтар нерв үрелмәләре барлыҡҡа килтерә. Муйын үрелмәһе дүрт, һирәк осраҡта биш өҫкө арҡа нервыларынан, ҡулбаш үрелмәһе — аҫҡы муйын һәм ике өҫкө күкрәк нервыларынан барлыҡҡа килә. Ҡабырға-ара тип аталған башҡа күкрәк нервыларының алғы тармаҡтары үрелмә булдырмай. Бил үрелмәһе ун икенсе күкрәк һәм беренсе өс беренсе һәм өлөшләтә дүртенсе бил нервыларының алғы тармаҡтарынан, һигеҙгүҙ үрелмәһе — бишенсе, өлөшләтә дүртенсе бил нервыларынан һәм дүрт һигеҙгүҙ нервыларынан формалаша. Бил һәм һигеҙгүҙ үрелмәләре бергә бил-һигеҙгүҙ үрелмәһе тип атала.

Муйын нерв үрелмәһе

Муйын бүлегендәге тәүге дүрт арҡа мейеһе елек нервылары тармаҡлана һәм муйын һәм соңҡаны[7]хеҙмәтләндереүсе төрлө нервылар барлыҡҡа килерлек булып яңынан берләшә.

Беренсе арҡа мейеһе нервыһы соңҡа аҫты нервыһы тип атала һәм баш һөйәге нигеҙендә мускулдарҙы хәрәкәтләндереүҙе иннервациялай. Икенсе һәм өсөнсө нервылар, сенсор һәм хәрәкәт контролен тәьмин итеп, күп һанлы муйын нервыларын формалаштыра. Бында баштың соңҡа өлөшөнөң тойоусанлығын тәьмин итеүсе ҙур соңҡа нервыһы, ҡолаҡ арты өлкәһенең һиҙгерлеген тәьмин итеүсе кесе соңҡа нервыһы, оло ишетеү нервыһы һәм кесе ишетеү нервыһы инә. Күкрәк-эс нервыһы икенсе, өсөнсө һәм бишенсе арҡа нервыларынан башлана. Ул, һулау мөмкинлеген биреп, диафрагманы иннервациялай. Әгәр арҡа мейеһе, өсөнсө елек нервыһынан өҫтәрәк, ҡырыла икән, үҙенән-үҙе хасил була торған һулыш алыу мөмкин булмай.

Ҡулбаш нерв үрелмәһе
Уң ҡулбаш үрелмәһе. Алғы яҡтан күренеш

Ҡулбаш нерв үрелмәһе алғы дүрт аҫҡы муйын нервыларының алғы тармаҡтары, дүртенсе муйын һәм өҫкө күкрәк арҡа нервыларының алғы тармағы өлөшөнән барлыҡҡа килгән. Алғы тармаҡтар нервы олоно барлыҡҡа килтергән өс төп нервы олонон — өҫкө, урта һәм аҫҡы олондарын барлыҡҡа килтерә. Артабан улар тармаҡлана һәм ҡултыҡ аҫтындағы соҡорҙа ҡултыҡ аҫты артерияһына тейеп тороусы латераль, медиаль һәм артҡы шәлкемдәр барлыҡҡа килтерә. Ҡулбаш үрелмәһенең өҫкө ҡалаҡ һөйәге һәм аҫҡы ҡалаҡ һөйәге өлөшө айырыла. Ҡулбаш үрелмәһенән сыҡҡан нерв олононоң ҡыҫҡа тармағы башлыса һөйәктәрҙе һәм ҡулбаш өлөшөнөң йомшаҡ туҡымаларын, оҙон нервылар — ҡулдың ирекле буш өлөшөн иннервациялай[8].

Ҡыҫҡа тармаҡҡа ҡараусы нервылар:

  • |һырт яҡҡа ҡағылышлы ҡалаҡ һөйәге нервы — ҡалаҡ һөйәген күтәреүсе, ҙур һәм бәләкәй ромбҡа оҡшаған мускулдарҙы иннервациялай;
  • оҙон күкрәк нервы — алғы тешле мускулды иннервациялай;
  • умрау аҫты нервы — ҡалаҡ һөйәге аҫты мускулын иннервациялай;
  • ҡалаҡ һөйәге өҫтө нервы — ҡалаҡ һөйәге өҫтө һәм ҡыуыш, ҡулбаш быуыны капсулаһын иннервациялай;
  • ҡалаҡ һөйәге аҫты нервы — ҡалаҡ һөйәге аҫты һәм ҙур түңәрәк мускулдарын иннервациялай;
  • мускул аҫты нервы — дельтаға оҡшаған һәм бәләкәй түңәрәк мускулдарҙы, ҡулбаш быуыны капсулаһын, шулай уҡ ҡулбаш эргә йөҙлөгөнөң өҫкө бүлектәре тиреһен иннервациялай.

Ҡулбаш үрелмәһенең оҙон тармаҡтары ҡулбаш үрелмәһе умрау өлөшөнөң латераль, медиаль һәм артҡы шәлкеменә сыға. Уларға түбәндәгеләр ҡарай:

  • Мускул-тире нервы латераль шәлкемдән сыға, ҡулбаш-суҡышҡа оҡшаған плечеклювовидный, ике башлы һәм ҡулбаш мускулдары аша үтеп, терһәк быуынынан һуң, беләк тиреһен иннервациялай.
  • Урталағы нерв, баш бармаҡты, ҡул суғына баш бармаҡты яҡынайтыусы мускулдан башҡа, беләҙек быуындарын, тәүге дүрт бармаҡты һәм селәүсен һымаҡ мускулдарҙың бер өлөшөн, ҡулдың һырт һәм ус йөҙө тиреһен иннервациялай.
  • Терһәк нервы ҡул суғының терһәк бөгәрен һәм бармаҡтарҙың ныҡлап бөгәр өлөшөн, баш бармаҡты йөрөтөүсе, бөтә һөйәк-ара, ике селәүсен һымаҡ мускулды, сәтәкәй бармаҡ мускулдарын, ус йөҙө тиреһен һәм өлөшләтә бармаҡтарын иннервациялай.
  • Беләктең медиаль тире нервыһы беләк тиреһен иннервациялай.
  • Беләк һөйәге нервыһы беләктең артҡы йөҙө бөтөн бөгөү мускулдарын, ҡайһы бер бармаҡтарҙың тиреһен иннервациялай.

Нерв патологияһында травматик зарарланыу, шешеү (неврит) һәм шеште, айыралар. Әгәр елһенеү бер үк ваҡытта күп нервыларҙа күҙәтелһә, ул полиневрит була.

Нервта шештең тәүге билдәһе — был нерв буйлап көслө ауыртыуҙар башланыу. Ихтимал булған патологияның артабанғы үҫешендә анестезия, парездар йәки зарарланған нерв зонаһында мускулдарҙың дегенератив атрофияһы фалижы булыуы мөмкин, клиник картина нервыны киҫкәндәге һымаҡ була. Шештең 3 төп категорияһын айыралар.

  • Тирә-яҡ туҡымаларҙан нервҡа күскән. Уларҙың гистологик килеп сығышы төрлө булыуы мөмкин — саркоматозлы, карциноматозлы. Нервыларға башҡа органдарҙан метастаза күсеүе ғәмәлдә осрамай.
  • Фәҡәт нервы туҡымаһына ғына хас шештәр — невринома йәки неврома, невроглиома, невромиксом.
  • Тире нервылары шеше — нервы епсәһе еңсәһенән килгән неврофибромалар, һәм уларҙың күпселеге бөтәһе бергә неврофиброматоз (Реклингаузен ауырыуы) ауырыуын тыуҙыра.

Нервының травматик зарарланыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нервыларҙың зарарланыуы — ул, импульстарҙы үткәреү һәләте боҙолоу сәбәпле, тойоусанлыҡтың, хәрәкәт һәм вегетатив функцияларҙың тулыһынса йәки өлөшләтә юғалыуы. Нервыларҙың асыҡ һәм ябыҡ зарарланыуын айыралар. Атылған яра асыҡ зарарланыуҙың айырым төркөмө итеп ҡарала. Нервы олононоң анатомик өҙөклөгө йә эске йәрәхәтләнеүе күҙәтелергә мөмкин. Түбәндәге зарарланыуҙарҙы айыралар:

  • Нервылар ҡыҫылыуы — нерв олононоң тире аша ҡыҫылыуы. Ят есем, шул иҫәптән, мәҫәлән, бинт менән, һынған саҡта күскән һөйәк йәки уның һөйәле менән, фиброз йәбешеү йә шеш менән ҡыҫыу уның сәбәбе булырға мөмкин
  • Нерв епсәләре өҙөлмәгән булһа ла, шулай ҙа уларҙа үҙгәрештәр бара; уларҙың етдилеге насар тәьҫирҙең көсө һәм оҙайлығы менән бәйле — бик ҙур булмаған елһенеүҙән ҡыҫылыу баҫымы өлкәһендәге нерв туҡымаларының кире ҡайтарғыһыҙ емерелеүенә килтерә.
  • Нервыларҙың контузияһы — был осраҡта шешенеү, нервтың үҙенең эсендә тарҡалыусы һәм нерв епсәләрен ҡыҫыусы икенсел фиброз үҫентеләре менән геморрагик инфильтраттар күҙәтелә.
  • Нерв тартылыуы — ғәҙәттә, аяҡ-ҡулдарҙың тайыуы менән бәйле.
  • Нерв ҡаймығыуы — бик һирәк була.
  • Нервтың бөтөнлөгөн боҙоу — нерв киҫелгәндә йә өҙөлгәндә ул иннервациялаған бөтөн мускулдарҙы шунда уҡ тулыһынса фалиж һуға, артабан һүлпән фалиж күҙәтелә: паралич һуҡҡан мускулдар элекке сифатын юғалта, яйлап ҡорой, уларҙың тонусы кәмей. Был нерв иннервациялаған зонала тойоусанлыҡ тулыһынса юҡҡа сыға. Ваҡыт үтеү менән был зона эшмәкәрлеге сикләнә.

Әгәр ҙә нервы олононоң бөтөн епсәләре зарарланмаған булһа, һәм зыян нерв епсәләренең өҙлөкһөҙлөгөн боҙмаған, тик бер аҙ йәрәхәтләгән булһа, хәрәкәтләндереү һәм тойоусанлыҡ функцияларының төрлө дәрәжәлә боҙолоуы, тулы булмаған фалиж йәки анестезия күҙәтелә.

Нерв ауырыуҙарына неврит, плексит, радикулит, солярит һәм ҡайһы бер башҡа ауырыуҙар ҡарай.

Неврит — периферия нервыһы олононоң шешеүе. Неврит тыуҙырған сәбәптәр төрлө булыуы мөмкин: мәҫәлән, инфекция (дифтерия, бруцеллёз, туляремия, малярия, тиф, герпес, ҡыҙылса, киҙеү), тышҡы ағыуланыу (алкоголь, мышаяҡ, терегөмөш, ҡурғаш) йәки эске сир (шәкәр диабеты, тиреотоксикоз), өшөү, гиповитаминоз, ҡан тамырҙары һәм башҡа боҙолоуҙар, имгәнеүҙәр, ҡайһы бер сирҙәр тәьҫирендә нерв ҡыҫылыуы. Үҫеш темптары буйынса невриттар киҫкен, ярым киҫкен һәм хроник була. уберкулез, шәкәр диабеты һ. б. сирҙәр осрағында күҙәтелгән паренхиматоз неврит нерв епсәләренең һәм миелин тышлығының тарҡалыуына килтерә. Лепра, амилоидоз һ.б. өсөн хас интерстициаль неврит нервының тоташтырғыс туҡымаһының — нервылар олоно юлдарының һәм ярыһының сирле үҙгәрешенә килтерә. Инфекциялы невриттарҙа йыш ҡына интерстициаль невриттың да, паренхиматоз невриттың да билдәләре була. Нерв ауырыуының клиник картинаһы уның үтәгән функцияһы менән бәйле. Нервыларҙың күпселегенең хәрәкәтләндергес, тойоусанлыҡ һәм вегетатив епсәләре бар, һәм улар парезға, мускулдар атрофияһына, тойоусанлыҡ боҙолоуына, шулай уҡ ҡан тамырҙары һәм аш һеңдереү системаларының боҙолоуына килтерә. Невриттың тәүге билдәләре булып ауыртыу һәм ойоу хисе тора. Хәрәкәт етешһеҙлектәренә парез һәм айырым мускулдар йәки мускулдар төркөмө фалижы, рефлекстар боҙолоуы һәм юғалыуы ҡарай. Вегетатив ҡаҡшауҙарға цианоз, сикләнгән шешеү, тирләү, сәс ҡойолоуы, пигментация үҙгәреүе ҡарай[9].

Радикулит — ауыртыныуҙар һәм тойоусанлыҡ боҙолоуы, ҡайһы берҙә периферия парездары ҡушылған арҡа мейеһе нервыларының тамырсалары ауырыуы. Радикулиттың төп сәбәбе булып умыртҡа остеохондрозы тора, шул уҡ ваҡытта умыртҡа һөйәктәре араһындағы дискылар күсеүе уларҙың дистрофияһына килтерә. Һирәгерәк осраҡтарға умыртҡа бағанаһының тыумыштан килгән етешһеҙлектәре, эске ағзалар ауырыуы, умыртҡа һәм быуындарҙың шеш-дистрофик зарарланыуы, периферия нервы системаһының, һөйәк-тоташтырыусы аппаратының шешеүе, гинекология ауырыуҙары, умыртҡа һөйәге имгәнеүе, йоғошло сирҙәр ҡарай. Урынлашыуынан сығып шартлы рәүештә бил-һигеҙгүҙ, муйын-күкрәк һәм муйын радикулитын айыралар[10].

Плексит — нервы үрелмәһе ауырыуы. Урынлашыуынан сығып муйын, ҡулбаш, бил-һигеҙгүҙ үрелмәләре плекситын айыралар. Вегетатив сырмалсыҡ— Солярит тип йөрөтөлгән күкрәк ауыҙы зарарланыуы плекситҡа ҡарай. Йыш ҡына үрелмәнең айырым олондары, шәлкемдәре һәм тармаҡтары ауырта. Ике яҡлы плексит бер яҡлыһына ҡарағанда һирәк осрай. Сирҙең башланғыс стадияһы булып -үҙенән-үҙе килеп сыҡҡан ауыртыныуҙар менән оҙатылған һәм хәрәкәт иткән ваҡытта нерв сырмалсығына, шәлкемдәренә һәм уларҙан таралған нервыларға баҫым көсәйеүе менән ҡылыҡһырланған невралгия ауырыуы тора. Фалиж стадияһында үрелмәнең боҙолған өлөшөн иннервациялаусы тойоусанлыҡ һәм вегетатив-трофик боҙолоуҙары менән һүлпән фалиж, парездар үҫешә[11].

  • Периферическая нервная система
  • Блуждающий нерв
  • Нади
  • Периневрий
  • Эпиневрий
  • Эндоневрий
  1. https://fr.dentist/kb/nerves/
  2. 2,0 2,1 2,2 Нервы. Биологический энциклопедический словарь. / Гл. редактор М. С. Гиляров. — М.: Советская энциклопедия, 1986.
  3. Нервы — статья из 2019 йыл 21 июль архивланған. Большой медицинской энциклопедии
  4. 4,0 4,1 Нервы. Краткая медицинская энциклопедия / Гл. редактор Б. В. Петровский. — М.: Советская энциклопедия, 1989.
  5. Нервное волокно. Биологический энциклопедический словарь. / Гл. редактор М. С. Гиляров. — М.: Советская энциклопедия, 1986.
  6. Вегетативная нервная система //Краткая медицинская энциклопедия / Главный редактор академик Б. В. Петровский. — 2-е издание. — М.: Советская энциклопедия, 1989.
  7. Шейное сплетение — статья из 2019 йыл 24 май архивланған. Большой медицинской энциклопедии
  8. Федюкович Н. И. СПИННОМОЗГОВЫЕ НЕРВЫ // Анатомия и физиология человека. — 2-е. — Р. н/Д.: Феникс, 2003. — 416 с. — ISBN 5-222-03190-X.
  9. Неврит. Краткая медицинская энциклопедия / Гл. редактор Б. В. Петровский. — М.: Советская энциклопедия, 1989.
  10. Радикулит. Краткая медицинская энциклопедия / Гл. редактор Б. В. Петровский. — М.: Советская энциклопедия, 1989.
  11. Плексит. Краткая медицинская энциклопедия / Гл. редактор Б. В. Петровский. — М.: Советская энциклопедия, 1989.